Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булырҙай ҡомартҡы объекттарын, шул иҫәптән Рәсәйҙә палеолит дәүеренә ҡараған рәсемдәре менән билдәле берҙән-бер Шүлгәнташ мәмерйәһен дә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереү тураһында күп йылдар һүҙ алып барыла. Әммә ЮНЕСКО эксперттарының талабы ҡаты була: мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡарап сыҡҡандан һуң улар ундағы туристарҙың граффити, имзалары менән тулы диуарҙарҙы тәртипкә килтерергә, баҫҡыс кеүек ҡоролмаларҙы яңынан проектларға, мониторинг системаһын булдырырға тигәнерәк талаптар ҡуя. Шулай уҡ туристар өсөн мәмерйәләге һүрәттәрҙең күсермәһе булған музей төҙөү зарурлығы ла асыҡлана. Һәм Башҡортостандың Данир Ғәйнуллин етәкселегендәге Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре бынан ун йыллап самаһы элек ең һыҙғанып эшкә тотона.
Шулай итеп, 9 июлдә Бөрйән районында "Шүлгәнташ" музей комплексын рәсми асыу тантанаһы булды. Тантана Рәсәйҙә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу сиктәрендә, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы, Рәсәй Фәндәр академияһы һәм Фән министрлығы вәкилдәре, Рәсәй ҡалаларынан һәм яҡын сит илдәрҙән ғалимдар ҡатнашлығында үтте. "Шүлгәнташ" мәмерйәһенең таш диуарҙарына төшөрөлгән боронғо һүрәттәр күсермәһе, 3D-проекция һәм яҡтыртҡыс, боронғо хайуандарҙың баш һөйәге һәм башҡа һөйәктәре, мәмерйәнең Лего кубиктарынан интерактив макеты, сәсәндәрҙең боронғо музыка ҡоралдары һәм башҡалар... Сараға йыйылған халыҡ бына шундай үҙенсәлекле һәм серле донъя мөхитен тамаша ҡылды. "Шүлгәнташ" мәмерйәһенән километр ярым самаһы ерҙә урынлашҡан ғәҙәти булмаған был яңы музей туристар "мәккәһе"нә әүерелде лә инде. Музей комплексы экспозицияһы ете тематик блоктан хасил: "Таймлайн", "Медиазал", "Ҡая сәнғәте", "Археология", "Тәбиғи-фәнни", "Һаҡлау", "Урал батыр эпосы". Ошо блоктарҙағы мөғжизәләрҙе күҙ алдына баҫтырып ҡарайыҡ әле.
Ҡая сәнғәте күсермәһе
"Шүлгәнташ" мәмерйәһе үҙебеҙҙең илдә генә түгел, ә тотош Көнбайыш Европалағы палеолитик сәнғәттең берҙән-бер боронғо галереяһы. Элек мәмерйәгә теләгән бер кеше инә алды, ләкин был ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә тәҡдим ителгән ошо тәбиғәт ҡомартҡыһының микроклиматына бик ныҡ зыян килтерә ине. Хәҙер мәмерйә ғалимдарҙың махсус тикшеренеү урыны булып тора, ә уның аныҡ күсермәләре алынған шедеврҙары менән музей комплексында танышырға була. Мәмерйәнең диуарына боронғо һүрәттәр төшөрөлгән төпкө залдары туристар өсөн 2018 йылда уҡ ябылғайны. Ошо һүрәттәрҙең репродукциялары йыйынтығы музейҙың төп экспонатын тәшкил итә лә инде. Махсус заказ буйынса уны француз ғалимдары Монтиньяктағы Arc&Os ательеһында эшләне. "Һис һүҙһеҙ, мәмерйәләге боронғо һүрәттәрҙең теүәл күсермәһе - музейҙың төп һәм иң ҡыҙыҡлы экспонаттары. Уны француз рәссамдары башҡарҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, "Шүлгәнташ" музейы асылғанға тиклем туристарға ошо боронғо сәнғәт өлгөләрен 1961 йылдан алып ҡарай алыу мөмкинлеге юҡ ине. Хәҙер уны һәр кем тамаша ҡыла ала", - тип һөйләне музейҙың директор урынбаҫары Николай Григорьев.
Факсимиле өсөн боронғо рәссамдарҙың иң сағыу һүрәттәре коллекцияһы һайлап алынған. Мәҫәлән, экспозицияла төп урынды Хаос залынан "Аттар һәм тамғалар" панноһының, Һүрәттәр залынан "Көнсығыш" һәм "Көнбайыш панно"һының теүәл күсермәләре төп урынды биләп тора. Һүрәттәр экспозиция яҫылығына беркетеп кенә ҡуйылмаған, ә үҙенсәлекле һүрәт рәүешендә яңыса асыла. Экспозиция өҫтөндә көс түккән ижади төркөм "Көнсығыш панно"ны хәрәкәтләнеүсе видеоэкранға әүерелдергән. 3D-mapping ысулы ҡулланып, ысынбарлыҡтағы буяуҙарҙың тотош бер донъяһы тыуҙырылған. Климат алмашыныуын, тәбиғәт менән кеше йоғонтоһон кисергән һәм ваҡыт үтеү менән тоноҡланған боронғо һүрәттәргә күҙ алдында төҫ кереп, улар ҡасандыр төшөргән осорҙағыса ҡабул ителә башлай. Ләкин факсимиле - ул иң беренсе сиратта ни бары һүрәт кенә. Тәүҙә контраст көсәйтелә һәм бер-бер артлы бөтөн һүрәттәр ҙә яҡтыртыла. Диуар яҫылығы айырым күрһәтелә, унан - таштың үҙенең күләгәһе төшөрөлә, шунлыҡтан боронғо рәссамдың таш полотноһы күләмле булып күренә башлай. Экспозицияны тыуҙырыусылар виртуаль ысынбарлыҡҡа усаҡ яҡтыһы менән күләгә лә өҫтәгән. Факел уты яҡтыһында сағылыусы һөңгө тотҡан боронғо кешенең тамашасы алдынан үтеп китеүе лә кешене хисләндермәйенсә ҡалмай. "Көнбайыш панноһы" ла ошондай уҡ ут яҡтыһы менән яҡтыртылған. "РФ макеты" йәмғиәтенең баш архитекторы Таһир Фәхрисламов әйтеүенсә, яҡтыртыу оҫталығын биреү музейҙы эшләүселәр өсөн ҡатмарлы һәм ижади бурыстарҙың береһе була. "Яҡтылыҡты биреү мәсьәләһе менән оҙаҡ эшләргә, күп тапҡырҙар ҡайта-ҡайта яңынан башларға тура килде. Иң мөһиме - сама белергә, көндөҙгө кеүек яҡтылыҡ биреүҙән һаҡ булырға кәрәк ине. Ярым ҡараңғылыҡ һәм күләгә күләмлелек тойғоһо тыуҙыра һәм үҙеңде мәмерйә эсендә йөрөгәндәй хис итәһең. Ә яҡтылыҡ көслө булһа, яһалмалыҡ һиҙелә, серлелек юғала. "Ҡая сәнғәте" залындағы иң сағыу урын - дөйә менән "Ат һәм тамғалар" панноһы асыҡ һүрәттәре менән айырылып тора. Бында төп мәсьәлә - шулай уҡ яҡтылыҡ биреү ине. Был экспозиция ҡунаҡтарҙы залға ингән ерҙә ҡаршы ала һәм һоҡланғыс күренеш тыуҙыра.
- Археологияға бағышланған экспозиция бүлегендә беҙ Тамғалар залы участкаһын бик ентекле итеп төҙөнөк, унда 1980 йылдарҙа Вячеслав Щелинский етәкселегендәге Ленинград археологтары ҡаҙыныу эштәре алып барҙы, - тип һөйләй Николай Григорьев. - Был эштә беҙгә Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының Палеосәнғәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре бик ҙур ярҙам күрһәтте. Улар беҙгә шул йылдарҙағы махсус һыҙмалар һәм фотографияларҙы бирҙе. Ҡаҙылма янында яңы үҫеш баҫҡысына бағышланыусы йола башҡарыусы боронғо кешеләр менекендарының диорамаһы урын алған. Манекендарҙың кейемдәре иләнмәгән сей тиренән төньяҡ боландары тарамышы менән тегелгән һәм карлик ҡайын йә тал төтөнөндә ыҫланған. Бындай кейемдәрҙе Ямал-ненец автономлы округында йәшәүсе Нелля Мотышева теккән...
Хайуандарҙың баш һөйәге һәм башҡа һөйәктәре
Экспозицияла шулай уҡ боҙлоҡ осорондағы ҡаҙылма хайуандар: носорог, мамонт, бизондарҙың баш һәм башҡа һөйәктәре бар, тигәйнек инде. Уларҙың йәше - 10 мең йыл. Был экспонаттарҙы хатта тотоп ҡарарға ла мөмкин. Киләсәктә был хайуандарҙың тулы һөлдәһе йыйылып, түшәмгә элеп ҡуйыласаҡ. "Мөгөҙлө үгеҙҙең баш һөйәген тәбиғәт беҙгә үҙе бүләк итте: яҙғы ташҡын йыуып төшөргән йылға ярынан был ғәжәп табышты Ҡыйғы районы Сирбай ауылынан ағалы-ҡустылы үҫмерҙәр Илдан менән Фидан Хизбуллиндар табып алған. Ул хаҡта беҙгә дуҫыбыҙ Рафиҡ Хафизов хәбәр итте. Уның саҡырыуы буйынса беҙ артефакттарҙы ҡарарға барҙыҡ", - ти Данир Ғәйнуллин. Уның билдәләүенсә, табылған баш һөйәге палеолит осорона ҡарай.
Тағы бер тәүтормош үгеҙе - мөгөҙлө турҙың баш һөйәген музейға Ейәнсурала тыуып үҫкән Өфө эшҡыуары Фаил Усманов бүләк итә. "Йылғала бындай табыштар күп булыуы ихтимал, сөнки йыл һайын һыу ятҡылығы рельефын үҙгәртеп тора һәм күмелеп ятҡан һөйәктәрҙе ярға сығарып ташлай. Әлеге мөгөҙлө баш һөйәге яҡшы һаҡланған. Уны табып алғас та артабан ярсыҡланып ыуалмаһын өсөн һыуҙа иҙелгән ПВА елеме менән ҡапланыҡ", - тип һөйләй Фаил Усманов. Тарихҡа тиклемге был экспонаттың оҙонлоғо метр ярым тәшкил итә. Тур, йәки европа ҡырағай үгеҙе мундаһы 170-180 сантиметрғаса еткән ҡеүәтле хайуан. Ҙурлығы яғынан ул зубрға тиңләшә. Өлкән үгеҙҙәрҙең ауырлығы 700-800 килограмм самаһы тартҡан. Борон замандарҙа улар бөтөн Европа биләмәләрендә, Төньяҡ Америкала, Төньяҡ Африкала, Кесе Азияла осраған. Уның тышҡы күренеше һөлдәләр нигеҙендә генә түгел, беҙгә тиклем килеп еткән һүрәттәр, мәмерйә диуарында һынландырылған фигуралар ярҙамында төҙөлгән.
Музейҙа мәмерйәне өйрәнеү тарихына ла ҙур урын бүленгән. Уның диуарҙарындағы боронғо һүрәттәрҙе тәүләп асыусы Александр Рюминдың биографияһы һәм тормошонан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелгән. Бында уның фәнни эшмәкәрлеге, сәйәхәттәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары хаҡында һөйләнә. Музейға килеүселәр Александр Рюминдың мәмерйәләге эше хаҡында әңгәмәһен тыңлай ала. Музейҙа БДУ-ның карст-спелеология экспедицияһы 60-сы йылдар башында башҡарған эштәре хаҡында һирәк кадрҙар күрһәтелә, видеотаҫмалар оҙаҡ ваҡыттар спелеолог Юрий Соколовтың шәхси архивында һаҡланған.
Музей макеты
Бында мәмерйә һүрәттәренең төп нөсхәһе залына инеүҙең сикләнеү сәбәптәре уйын рәүешендә аңлатыла. Музейҙың экспозиция залының аулаҡ бер мөйөшөндә бәләкәй генә кешеләр - вандалдар менән һәпрәләр урын алған. Мәмерйә макеты - уларҙың өйө. Мәмерйәнең арҡыры киҫелеше 1960 йылда уҡ әле А.В. Рюминдың схемалы һүрәте нигеҙендә эшләнгән. Был тыңлауһыҙ бәләкәй кешеләр менән идара итеп, музейға килеүсе бәләкәй балалар мәмерйәнең микроклиматын һаҡларға ярҙам итә ала. Өфө дизайнеры Тимур Сабитов етәкселегендәге ижади коллектив был уйындар мәмерйәнең микроклиматына ғына түгел, бынан 16-20 мең йыллап элек эшләп ҡалдырылған боронғо һүрәттәр сифатына ла тәьҫир итеүен күрһәтә. "Был уйын ни өсөн мәмерйә эсендә һаҡ булырға, унда аҙыҡ-түлек йәки башҡа әйберҙәр ҡалдырмаҫҡа кәрәклеген иҫкәртә. Беҙ был уйында мәмерйәгә вандалдар индереп, уларҙың тәбиғи ҡомартҡы диуарҙарында автографтарын һәм граффити ҡалдырыуҙарының нисек итеп боронғо сәнғәт өлгөләрен зарарлауы, юҡҡа сығарыуы ихтималлығын да күрһәтәбеҙ. Ә һәпрәне индерһәң, мәмерйәлә бысраҡ һәм зарарлы бактериялар тороп ҡалыуы, артабан үрсеп китеүе бар. Ә бит "Шүлгәнташ" мәмерйәһенең микромөхитендә тиҫтәләрсә мең йылдар буйына уның үҙенә генә хас микроклиматы һаҡлана, һәм ул ситтән килеп инеүсе бактерияларға бик һиҙгер. Башҡортостанда, үкенескә, бындай күңелһеҙ "тәжрибә" билдәле инде: матур һәм байтаҡ араға һуҙылған мәмерйәләренең береһе туристарҙың туҡтауһыҙ ағымынан һуң бактериялар һәм үңәҙ (күгәреү, бәшмәкләү) ҡотороп үрсей башлаған. Мәмерйәнең ябыҡ система икәнлеген, унда килеп эләккән ят микроорганизмдар һәм бысраҡтың мәмерйәне эстән ашай башлаясағын һәм ундағы һүрәттәргә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерәсәген оноторға ярамай",- тип һөйләй Тимур Сабитов.
"Урал батыр" эпосы буйынса фильм
Әлбиттә, экспозицияла башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ға ҙур иғтибар бирелгән. "Муха" студияһы мультипликаторҙары эпостың ҡыҫҡаса йөкмәткеһен асып биреүсе сағыу анимацион фильм төшөргән. Музейҙың иң күренеп торған урынындағы ҙур дисплейҙа ошо фильм бара. Музейҙың был өлөшөнә инеү бушлай. Маҡсат - музейға килеүсе мөмкин тиклем күберәк кешене эпос сюжеты менән ҡыҙыҡһындырыу һәм шулай итеп уларҙы киләсәктә был фольклор гәүһәре менән танышыуға этәреү.
Эпостың ҡомартҡы баҫмаһы
"Шүлгәнташ" музей комплексына бик һирәк осрай торған экспонат - "Батырҙар тураһында эпос" китабы бүләк ителде. Был ошо китап авторы, фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов репрессияға эләккәс, тиражы 1940 йылдарҙа тулыһынса юҡ ителгән "Батырҙар тураһында эпос"тың баҫмаһы. Ул ваҡыттарҙа тәүләп баҫылған китаптың ниндәйҙер мөғжизә менән тик бер нисә генә данаһы һаҡланып ҡалған. Әле музейға килеп эләккән экспонат корректура өсөн баҫылған була һәм мөхәррир ҡулында тороп ҡала. Төп тиражы юҡ ителгәндән һуң мөхәррирләү өсөн баҫылған материал ҡаты тышлыҡ менән көпләнә. "Был бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә китап. Радищевтың "Сәйәхәте" һымаҡ, донъяла бер нисә генә дана ҡалды ул. Шуларҙың береһе һинеке буласаҡ. Яҡшы һаҡла уны", - тигән яҙыу ҡалдыра баҫманың тәүге хужаһы, яҙыусы Ғәйнан Әмири уны үҙенең дуҫы һәм хеҙмәттәше Йыһат Солтановҡа бүләк итеп.
Экспозицияның иң аҙағында теләге бар һәр кем музейҙа булып китеүе хаҡында фекерен яҙып ҡалдыра ала һәм ул шунда уҡ фекерҙәр һәм тәҡдимдәрҙең электрон китабына эләгә. Унда билдәле тикшеренеүселәрҙең фекерҙәре байтаҡ тупланып өлгөргән. Бына шуларҙың береһе. "Шүлгәнташ" музей комплексының экспозицияһы заманса ысулдар ҡулланып башҡарылһа ла, ул күп мең йыллыҡтар тарихы хаҡында һөйләй. Һәм бында һеҙ бөтөн булған һиҙеү-тойоу ағзаларын ғына түгел, әгәр лабораторияға индерә ҡалһалар, еҫ һиҙеү һәләтен дә "эшкә ҡуша" алаһығыҙ. Бында традициялар һәм суперзаман технологиялары уңышлы берләштерелгән. 26-17 мең йыллыҡтар элекке - "Шүлгәнташ" мәмерйәһендә һүрәттәр барлыҡҡа килгән осорҙағы - ваҡиғалар менән танышыу иҫ киткес тәьҫораттар ҡалдыра. Бында кешенең глобаль донъяла ниндәй өлөштө тәшкил итеүен һәм беҙгә тиклем нимәләр булыуын аңларға ярҙам итеү маҡсатында бөтәһен дә эшләгәндәр", - ти "Царское село" музей-ҡурсаулығының баш архитекторы, Рәсәй ИКОМОС Милли комитеты Советы ағзаһы Мария Рядова.
"Шүлгәнташ" музей комплексы әле эшләй генә башланы. Уның күргәҙмә материалдары даими үҫә һәм тулылана барасаҡ. Фонд эшмәкәрлеге яйға һалынасаҡ. Мәҫәлән, бөгөн археология табыштарының витриналарҙа ятҡан күсермәләрен ваҡыты менән төп нөсхәләр алыштырасаҡ.
Данир ӘХМӘҘИЕВ, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры: "Шүлгәнташ" музейын төҙөү Рәсәй өсөн уникаль тәжрибә булды. Сөнки быға оҡшаш музейҙар Көнбайыш Европала ғына бар. Әммә улар барыһы ла фәҡәт бер объектҡа, йәғни бер мәмерйәгә бағышланған. Беҙҙең музейҙың үҙенсәлеге - уның күп яҡлы булыуында. Ижади команда Ерҙә тормоштоң ҡасан яралыуынан алып, Шүлгәнташта сәнғәт әҫәрҙәрен ҡалдырған рәссамдарҙың Уралға ҡайҙан килеүенә хәтле төрлө һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Башҡортостанды бөтә донъяға танытҡан Шүлгәнташ рәссамдары кем булған? Уларҙың сәнғәте беҙгә нимә тураһында һөйләй? Экспозицияла сәнғәт бишеге - мәмерйә һәм ундағы һүрәттәр, палеолит дәүеренә тиклем кешелек тарихы һәм йәшәйеше, шулай уҡ мәҙәни ҡомартҡыбыҙҙы өйрәнеүселәр тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин".
Эудаль ГИЙАМЕТ, ҡаяға һәм стенаға төшөрөлгән һынлы сәнғәт эксперты һәм реставраторы: Шүлгәнташ Альтамира, Ласко, Фон-де-Гомм, Эль-Кастильо, Шове һәм Руффиньяк менән бергә донъяның иң әһәмиәтле мәмерйәләре исемлегенә инә. Быны ҡаяға төшөрөлгән һынлы сәнғәт белгестәренең бөтә донъя берләшмәһе лә таный. Шул уҡ ваҡытта Шүлгәнташ мәмерйәһе - берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ ҡомартҡы, сөнки башҡа ошондай объекттарҙан дүрт мең саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Шулай уҡ ул нәҡ ошонда дөйә-бактриан һүрәтенең һаҡланыуы менән дә ифрат үҙенсәлекле. Палеолит сәнғәтендә улар башҡа бер ерҙә лә юҡ.
Ләйлә АРАЛБАЕВА.
Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА