Уҙған быуаттың 80-се йылдарында йәшәгәндәр илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороуҙың эскелеккә ҡаршы көрәш менән башланып китеүен хәтерләйҙер. Был ысулды һуңынан күптәр ил етәкселегенең ҙур хатаһы, тип иҫбатлап маташты...
Ошонда мин партияның Беренсе секретары Никита Хрущевтың Ҡушма Штаттарға барып ҡайтҡас, Төньяҡ Америкала кукуруздың нисек шәп үҫеүен, ниндәй файҙа килтереүен маҡтауы, ә етәксе тирәһендәгеләрҙең уны тиҙ генә Мурманск тарафтарында сәстерергә ашығыуын иҫкә төшөрҙөм. Йылы климатта ғына үҫергә тәғәйенләнгән культура сәскә атырға ла өлгөрмәне, ҡар яуҙы һәм йыйылмай ҡалды. Был бер кемде лә борсоманы ла тиерлек, сөнки был Беренсенең идеяһы ине бит.
Һуңғыһында ла ошо хәл ҡабатланды, эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан ителеү менән йөҙөм ҡыуаҡтары ҡырҡылып бөттө, спирт-араҡы заводтары ябылды, алкоголһеҙ туйҙар, мәжлестәр модаға инде. Ләкин "өҫтән" баҫым тамамланыу менән хәл кирегә ҡайтты. Тик йөҙөм ҡыуаҡтары ғына юҡ ине инде...
Илебеҙҙә дин азатлығы ҡайтанан иғлан ителгәс, мосолман руханиҙары ла Ислам диненә агитацияны нәҡ айыҡ тормош алып барыуҙан башланы. Был дөрөҫ тә, сөнки мең йылдан ашыу тарихы булған динебеҙ был өлкәлә бер ваҡытта ла яңылышмаған һәм иң мөһиме, бер генә мосолман да быны инҡар итмәгән. Ә имамдар көндәлек тормошта үҙ өлгөһөндә айыҡ тормош алып барыуҙың өҫтөнлөгөн иҫбатлай килә.
Ошо урында бер фактҡа туҡталып үтергә теләйем. Ислам дине ғәрәп Мөхәммәт Мостафа (с.ғ.с) аша таратылған. Алкоголле эсемлекте лә ғәрәптәр уйлап тапҡан. Тәмләп ҡарағас, "Әл - ҡәһел!" тип маҡтағандар, беҙҙеңсә, "Бик гүзәл!" тигәнде аңлата инде. Дингә килгәндәрҙең аҙсылыҡта икәнен иҫәпләһәң, йәмғиәтебеҙҙең айыҡ тормошҡа күсеүҙән әлегә бик йыраҡта торғанын аңлайһың. Тарих та шуны күрһәтә: тыйыуҙар менән генә был насар күренештән ҡотолоп булмаясаҡ.
Шулай ҙа күптәр хәҙер был хәл менән ризалашмауына шаһитбыҙ. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған "Айыҡ ауыл" конкурсын ҙур иғтибар менән ҡарап барам, сөнки эскелек халҡыбыҙға ниндәй бәлә килтереүен күҙаллауы ла ҡурҡыныс. Шундай статистик мәғлүмәт хәтерҙә ҡалған: эскесегә әйләнгән ир-егеттең 6 проценты ғына дауалана икән, ә ҡатын-ҡыҙҙың береһе лә был алама ғәҙәттән ҡотола алмай.
Мәләүездә бынан утыҙ йылдан ашыу элек ойошторолған "Көнгәк" берекмәһе үткәргән кисәлә беҙгә бер мәғлүмәт бирелде. Тәбиғәт мосолман халыҡтарына алкоголгә ҡаршы тороу һәләте бирмәгән. Ул саҡта берекмәнең тотош бер ултырышын ошо эскелеккә ҡаршы көрәш темаһына бағышлағайныҡ. Кемдәр сығыш яһағандыр ҙа, ниндәй дәлил килтергәндәрҙер, хәтерләмәйем. Шулай ҙа бер сығыш хәтерҙә уйылып ҡалған. Беҙҙән өлкәнерәк йәштәге таныш булмаған апай һүҙ алды. Ҡаланың ағас эшкәртеү комбинатындамы, урман комбинатындамы эшләй икән. Кис автобус менән сменаға китеп барам, ти. Туҡталышта иҫерек бер башҡорт ире бәүелә-һығыла баҫып тора, ти. Апайҙың артындағы ултырғыста ултырған ике мәрйә һөйләшә, имеш: "Ярар, беҙҙең халыҡ мең йыл эсә, организмы өйрәнеп бөткән, ә бына башҡорттар бер нисә йыл эсендә алкоголикка әйләнәсәк бит". Мәрйәләр дөрөҫ һөйләй бит, тигән фекергә килгән апай эшкә килһә, теге башҡорт уҙаманы - смена етәксеһе - теле көрмәлеп: "Нимә апа-па-й, к-килеп еттеңме?"- тип һорай икән.
Милләттәшенең һалмыш йөрөүенә асыуы килгән апай тегенең яғаһынан бөрөп һелкә лә: "Һинең кеүектәр милләтте бөлдөрә лә инде", - тип ҡысҡыра. Егет шунда уҡ айнып китә, ғәфү үтенә. Ә иң мөһиме, эшкә бынан һуң айыҡ килә башлай. Ундай апайҙар бөгөн дә бик кәрәк тә бит...
Ҡоролтай уҙғарған конкурсҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Һеҙгә нисектер, миндә шундай фекер тыуҙы: әллә Башҡортостанда гел башҡорт ауылдарында ғына ҡулланалармы ул "шайтан һыуын"? Конкурста башлыса улар ғына ҡатнаша түгелме? Улайһа, конкурстың исемен "Айыҡ башҡорт ауылы" тип үҙгәртергә кәрәктер?
Күптән түгел Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы халҡы ауылда спиртлы эсемлектәр һатмау тураһында ҡарар ҡабул итеп, уны район Советы сессияһы раҫлап, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай был турала закон ҡабул итте. Был бик шәп, әлбиттә. Әммә һәр ауыл буйынса ундай закон сығарыу кәрәкме? Бәлки, "Айыҡ башҡорт ауылы" конкурсында ҡатнашыу шарттарының беренсе пункты ошо булырға тейештер. Ауыл бер йылға, йә мәңгелеккә алкоголһеҙ йәшәргә, тип үҙе хәл итергә тейеш түгелме ни?
Сәйфулла ӘМИРОВ.
Мәләүез ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА