Уттай ҡыҙыу йәй уртаһы күп кешегә тәбиғәт ҡосағында ял, ҡояшлы көндәр, ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмә, емеш-еләген бүләк итеп, елберҙәп үтеп тә китте. Үтһен әйҙә, үткән эштән төш яҡшы, ти. Үкенескә, ҡайһы берәүҙәргә был матур айҙың ләззәтен күрергә, тормош шатлыҡтарына ҡыуанырға насип булманы... Ә бит уларҙың күбеһе йәш кешеләр, араларында бер гонаһһыҙ балаҡайҙар бар ине...
Июлдең ахырғы ике аҙнаһы, әйтерһең дә, юлаусыға юлдар ябылды; машинаға атланғандың, гүйә, күҙҙәре бәйләнде; ниәтләп сыҡҡан сәфәрҙәре һуңғыһы булып, күптәр ҡазаға юлыҡты. Нимә булды был? Әллә асмандарҙан юл күрһәтеүсе йондоҙҙарҙың йүнәлеше буталандымы? Әллә йыһан түрендә хаос ҡуптымы? Юҡ, күк йөҙө таҙа һәм саф, йондоҙҙар ҙа үҙ тәртибен белә, Ер ҙә үҙ күсәрендә әйләнә. Бөтөн бәлә - аяҡ аҫтыбыҙҙа, арабыҙҙа. Әҙәм балаһының тәртипһеҙлеге, белекһеҙлеге, яуапһыҙлығы, битарафлығы булып йәнәшәбеҙҙән... атламай, күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә елдерә, саба, бәрә, тапата. Бына шундай иманһыҙҙан алыҫыраҡ йөрөтһә ине Хоҙай барсабыҙҙы; хаяһыҙҙы, тупһыҙҙы, эскесене юлыбыҙға сығарып, ҡазаға сәбәп итә күрмәһен ине!
...Үҙәк өҙгөс хәбәрҙәрҙең тәүгеһе йәшен тиҙлегеләй 18 июлдә таралды, Баҡалынан алып башҡа алыҫ тарафтарға. "Аһ!" итте эсендә йәне булған бөтә ғәм - егермеһе лә әле тулмаған был дүрт ҡыҙ баланың машинанан тапалып йән биреүен ишетеп, белгәне-белмәгәне лә берҙәй үк тетрәнде. Ата-әсәләре, яҡындарына Хоҙай ярҙам бирһен. Был ҡыҙсыҡтарҙың сәскәгә бөрөләнгән генә ғүмерҙәрен өҙөүсе - эсеп алып, ҡыҙмаса хәлдә машина ҡыуыусы 23 йәшлек егет. Уның да башланып ҡына торған йәш ғүмере артабан рәшәткә артында дауам итәсәктер, моғайын. Әммә "алыҫ булмаған" был урындарҙан енәйәтселәрҙе йыш ҡына "өлгөлө тәртиптәре" өсөн сығарып та ебәрәләр, шулай итеп, йәмғиәтебеҙҙә рецидивистар үрсетелә. Был егеттең яҙмышы нисек булыр, әммә республика Башлығы әйтмешләй, ул язанан ҡотолоп ҡалырға тейеш түгел. Ҡылығына күрә - язаһы. Һәр хәлдә, был ысынлап та шулай булырға тейеш.
Тик ни өсөн һуң эскән килеш рулгә ултырыусылар һаны кәмемәй? Республика Хөкүмәтенең 18 июль ултырышында яңғыраған бер мәғлүмәт башҡа һыймай: әлеге фажиғә булған аҙнаның ике ял көнөндә генә лә автоинспекторҙар эскән килеш машина йөрөтөүсе 258 кешене туҡтатҡан! Ә юл һағы ҡулына эләкмәгәндәре күпмелер! Эләккәндәре лә, иманым камил, еңелсә ҡурҡыу менән ҡотолғандыр, бәлки. Эскән водителдәр һанының һис тә кәмемәүе шундай уйға килтерә. Ҡабатлап тотолғанын көтмәй, тәүге осраҡта уҡ бындай иманһыҙҙарға ҡарата ҡәтғи саралар күрелһә, аңлы рәүештә бындай енәйәткә йөрьәт итеүселәр кәмер ине барыбер. Бөгөн уларҙы штраф менән генә айбындырыу, күрәһең, мөмкин түгел икән, стандарт булмаған юлдар менән көрәшеүҙе законлаштырыу кәрәктер, бәлки. Мәҫәлән, машиналарын бөтөнләйгә булмағанда ла бер нисә ай йә йылға тартып алыу, моғайын да, аңына килтерер ине "һыу мейеләрҙе", сөнки хәҙер кеше машинаһыҙ - тереғул, бер ҡайҙа ла йөрөй алмай, йәйәү йөрөүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Бына замана! Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эсеп тотолған водителдәр араһында муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре булған хәлдә, ундайҙарҙы эштәренән ҡыуыу кәрәк, тигән фекер әйтте. Дөрөҫ фекер, әгәр ҙә ул ҡыҙыулыҡ ҡатыш асыу менән генә әйтелмәгән булһа инде...
Һуңғы көндәрҙә республикала үлемесле юл-транспорт фажиғәләренең күбәйеп китеү сәбәптәре бихисап һәм төрлө. Социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы берәүҙәр юлдарҙың насар хәлдә булыуы, күрһәткестәр һәм башҡа юл билдәләренең булмауы тураһында яҙа, ләкин бөтөн сәбәптәрҙән дә иң хәүефлеһе - иҫерек водителдәр. Икенсенән, юлдарҙа ЮХХДИ постарының булмауы. Ғәжәп, һуңғы йылдарҙа улар ҡайҙалыр зым-зыя юҡ булдылар түгелме? Элек ҡыуаҡ арттарынан уйламағанда килеп сығып, юл-хәрәкәт тәртибен боҙоусыларға ҡаршы "үҙҙәренсәрәк" булһа ла көрәшә инеләр. Әйҙә, көрәшһендәр ине әле лә, ни тиһәң дә, водителдәр яттан локацияһын белеп бөткән камералар ғына тере һаҡты алыштыра алмай, күрәһең. Үҙәктән алыҫҡараҡ киткән һайын, видеокамералар ҙа һирәгәйә. Водителдәрҙең тағы бер гонаһы - руль артында килеш юл буйына телефондан һөйләшеп барыуҙары. Был шулай уҡ уларҙың иғтибарын тарҡатыусы сәбәптер. Мәҫәлән, алты кешенең үлеменә килтергән Кушнаренко - Өфө маршруты водителен дә шаһиттар тиҙлек ҡағиҙәһен боҙоуҙа, телефондан һөйләшеүҙә, микроавтобуста баҫып барыусы артыҡ пассажирҙар алыуҙа ғәйепләйҙәр.
Әйткәндәй, хәрәкәт айырыуса тығыҙ булған тап иртәнге сәғәттәрҙә трассала авария хәленә сәбәпсе булған юл эштәре алып барылыу ҙа аңлашылып бөтмәй. Ҡайһы бер водителдәрҙең юл-хәрәкәт ҡағиҙәләрен белеп еткермәүе, тәжрибәһеҙлек факттары ла күп. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Аврора менән С. Перовская урамдары киҫелешендә 38 йәшлек ҡатынды 5 йәшлек улы менән бергә бәреп үлтергән "автоледи" тәүҙә, үҙе аңлатыуынса, артҡы урындағы балаһын ашатыу сәбәпле иғтибарын тарҡата һәм газ менән тормоз педалдәрен бутай. Берәй нәмә аңланығыҙмы, йәмәғәт? Урам уртаһынан китеп барғанда, рулдә килеш, өҫтәүенә, бала ашатыу өсөн нисә күҙ һәм нисә ҡул кәрәк икән? Эйе, был юҫыҡта руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙың бер юлы күлдәк алыштырып, көҙгөгә ҡарап, күҙ-ҡаш, ирен буяу һәләттәре хаҡындағы лаҡаптарҙың көләмәс кенә түгеллегенә ышанырға ла тура килә...
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: июлдең 18-енән 31-нә тиклемге ике аҙналағы автоһәләкәттәрҙә 21 кеше һәләк була, йәрәхәт алып, дауаханала ятыусылар бихисап. Ғәҙәттән тыш бындай юл-транспорт фажиғәләре республиканың тейешле ведомстволары иғтибары үҙәгендә, тип хәбәр итә "Башинформ". БР Эске эштәр министрлығы, прокуратура, тәфтиш комитеты хәлде контролдә тота, ә БР прокуроры И.Пантюшин республиканың автомәктәптәрендә водителәрҙе уҡытыу , пассажирҙар ташыусы ойошмаларға бирелеүсе лицензияларҙың законлылығын тикшерергә ҡушҡан.
Ә бына иҫерек водителдәргә ҡарата ниндәй тамырынан яңыса көрәш саралары күрелер? Сөнки ошоға тиклемге закондар бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй. Беҙҙә закон сығарыусылар, нишләптер, ҡәтғи саралар күреүҙән тартына. Ә бына Японияла, мәҫәлән, эсеп рулгә ултырған водитель машина йөрөтөү хоҡуғынан мәңгелеккә мәхрүм ителә, Көньяҡ Кореяла ундай ғәйеп өсөн 15 йыл төрмә янай, үлемгә сәбәпсе водитель хатта ки ғүмерлеккә хөкөм ителеүе лә бар. Беҙҙә иһә бындай хәлдәрҙән аҡса түләп ҡотолалар. Ә бит кешелекле закон енәйәтсене түгел, ә меңәрләгән ғәйепһеҙ граждандарҙы - башбаштаҡлыҡтың потенциаль ҡорбандарын яҡларға тейеш түгелме ни?
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА