* * *
Әле уның туйы башланыр мәлдә генә нишләп ҡайтып төшкән һуң Ғәзинур? Эш туйға барып еткәндә, хәлде үҙгәртеп буламы ни? Ун етелә, ун һигеҙҙә, егермелә үҙгәртеп булалыр. Инде утыҙ йәшкә еткәндә, бөтәһен дә пыран-заран килтереп, тормошто өр-яңынан башлап буламы ни? Ниңә был көндө көттөң? Нишләп һин гел һуңлап йөрөйһөң? Һуңлап!
...Ике ай үтте. Бөтмәҫ эшенә тотҡарланып, Ғәзинур һаман ҡайтманы. Ул арала Камиланы Үрнәк тулы булмаған урта мәктәбенә директор итеп саҡыра башланылар, һөйгәненән хәбәр көткән ҡыҙ яуапты һаман һуҙҙы. Ниһайәт, Ғәзинур шылтыратты. Камиланың күҙенән йәше бәреп сыҡты хатта.
- Ғәзинурым!..
Ғәзинурҙың һүренке тауышы уны айнытып ебәрҙе. Ҡатыны ҡаты ауырып киткән. Әлеге мәлдә табиптар ҙа асыҡ ҡына бер нәмә әйтә алмай, һаман хәстахананан сығармайҙар. Камиланың күңеле кителде, һүҙ юҡ, Ғәзинурға йәшәгән ҡатыны ҡәҙерле... Ана бит, һуҙа. Был юлы ҡатыны ауырый ҙа, ти. Ләкин сәләмәт сағында ла һуҙҙы бит. Камиланың урыны ҡайҙа? Ул тағы ла көтөргә тейеш. Ҡасанға тиклем? Билдәһеҙ, һин көткән, һин өҙөлөп яратҡан әүәлге Ғәзинурмы һуң ул? Әллә үткән ғүмерендәге хыялын терелтергә маташыу ғынамы?
- Камила, зинһар, мине дөрөҫ аңла... Аҙ ғына көт.
- Көтөрмөн, - тине төшөнкө тауыш менән Камила. - Тағы ла көтөрмөн. - Йөрәгенең бер ҡылы өҙөлгәндәй булды. Күҙенә йәш эркелде. Ниндәй көс һуң уларҙы бер-береһенән алыҫлаштыра? Был ниндәй йырып сыға алмаҫлыҡ ҡуласа булды һуң? Сараһыҙҙан Үрнәккә эшкә барырға ризалыҡ бирҙе. 1 августа ул үҙ өҫтөнә өр-яңы бурыс - директорлыҡ вазифаһын йөкләне.
Үрнәк ят ауыл түгел. Бында туғандарына ҡунаҡҡа килә торғайны. Өйрәнелгән эш, башлап китеүе ауыр булманы. Дөрөҫ, ауыл район үҙәгенән алыҫыраҡ, уның ҡарауы, бындағы тәбиғәт - ожмахтың бер мөйөшө.
Камила мәктәп йортона урынлашты. Уҡытыусылар менән танышты. Ныҡлап эшкә егелгәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Баштағы шикләнеү-икеләнеүҙәренән бер нәмә лә ҡалманы. Уҡытыусылар династияһынан булыуы ла ярҙам итмәй ҡалмағандыр.
Заманов фамилиялы физкультура уҡытыусыһы ғына мәктәптә күренмәне. Балаһы ауырый, тинеләр. Бала ауырый тип, эшкә сыҡмай ятҡан ата кешене күргән юҡ ине әле. Бәлки, ҡатыны ла сирләп киткәндер? Ҡатыны, тигәндәй... Күҙ алдына йәнә Ғәзинур килеп баҫты. Ауыр уйҙарҙан арынырға теләгән Камила урынынан ҡалҡынды. Үкенес-һағыш күңелде кимермәһен, һис юғында, физрук ғаиләһен барып күрергә, хәл-әхүәлдәрен белешергә кәрәк. Баҡтиһәң, улар күршеләш кенә икән. Ишекте асыуға, ҡаршыһына биш йәштәрҙәге ҡыҙ бала йүгереп килеп сыҡты.
- Һин минең әсәйемме?
Аптырап ҡалған Камила ни әйтергә белмәй торғанда, ҡыҙыҡай уны ҡосаҡлап та алды. Бер ҡулын төпкө бүлмәгә һуҙҙы.
- Атай, әсәйем ҡайтты!
Ишектән йүгерә-атлай бер ир килеп сыҡты. Яңы директорҙы танығандыр, ҡаушауы йөҙөндә ап-асыҡ сағылды.
- Ғәфү итегеҙ...
Ҡыҙыҡай Камилаға нығыраҡ һыйынды.
- Әсәй!
Мәктәп директорына баланы ҡосаҡлауҙан башҡа сара ҡалманы. Үҙе аптыраған ҡарашын йорт хужаһына төбәне. Тегеһе иһә йәһәтләп ҡыҙына уҡталды.
- Зөлфирә, ул әсәйең түгел.
Камила баланы күтәреп алды.
- Йә, Зөлфирә, әйт әле, һиңә нисә йәш?
- Дүрт.
- Тағы ла әҙ генә ҙурайһаң, әсәйең ҡайтыр. Көтәһеңме?
Заманов ғәйепле тауыш менән һүҙгә ҡушылды.
- Беҙ әле генә әсәй тураһында һөйләшеп ултырғайныҡ... Мин уға һөйләгәйнем...
- Күрәһең, мин һәйбәт әсәйгә оҡшағанмын, - тип көлдө Камила. - Бар, балаҡай, уйынсыҡтарыңды алып кил. Күрһәт миңә.
Ҡыҙыҡай ялп итеп ҡалды.
- Уның әсәһе... - Камила Замановтың күҙҙәренә ҡараны ла бөтәһен дә аңланы. - Ғәфү итегеҙ...
- Ике йыл элек...
- Йә Хоҙа! - Камила йүгереп килеп сыҡҡан Зөлфирәне ҡосаҡлап, башынан һыпырҙы. - Мин һиңә тағы ла килермен, йәме.
- Юҡ, мин дә һинең менән! -Ҡыҙыҡай уға сат йәбеште. Камилаға Зөлфирәне үҙе менән алыуҙан башҡа сара ҡалманы. Бынан һуң ул күршеһе Исхаҡҡа йыш ҡына инеп йөрөр булды. Тәм-том бешерһә, Зөлфирәне саҡырҙы. Үҙенсә ҡыҙыҡайҙы йылылыҡ менән солғарға тырышты. Яңғыҙы ғына бала ҡараған егерме алты йәшлек ирҙе лә йәлләне. Шул уҡ ваҡытта уның оҫта ҡуллы, егәрле булыуына һоҡланды, ҡыҙ балаһын уйлап, тиҙерәк өйләнеү хәстәре күрмәүенә лә ғәжәп итте.
Ғәзинурҙан әле ни бары бер генә хат килде. Камила көткән йылы, өмөт тулы һүҙҙәргә ҡарағанда, унда күберәк тормошҡа зарланыу ине. Ҡыйын икән, һине йыуатыр-наҙлар, улай ғына ла түгел, хатта йәнен бирергә әҙер һөйгәнең бар ҙа баһа! Ниңә уның янына ашыҡмайһың? Ҡайҙа элекке ихтыяр көсөң? Был хәл Камиланы утҡа һалды. Күңеле тартмаған кеше менән яфа сиккәнсе, яратҡанына ынтылырға тейеш түгелме ни һуң ул? Нишләп һаман һуҙа? Нимәне хәл итә алмай? Бөтәһе тураһында аңлаштылар бит инде! Әллә улай түгелме? Юҡ икән, асыл, аңлат, Камилаң барыһын да аңлаясаҡ. Ете йыл үтеп китте шул. Хәҙер инде бергә тормош көткән кешеһенә лә өйрәнгәндер. Әҙәм балаһы өйрәнә, күнә бит ул. Тәбиғәте шулай. Бына Камила ла яңғыҙлыҡҡа күнде түгелме ни? Күнде? Ғәзинурҙы көтөүе шул яңғыҙлыҡҡа күнеүҙәнме әллә? Бәлки, йәшлек мөхәббәте һылтау ғыналыр?..
Камила, күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға теләгәндәй, тәҙрәнән тышҡа баҡты. Ана, тышта Зөлфирә уйнай, ырғый-һикерә, йүгерә, тыштың бысраҡ икәнен дә тоймай. И гонаһһыҙ бала саҡ!.. Ваҡытынан элек күңелеңә нәжес яҡмаһындар ине... Теге йылда Ғәзинур менән өйләнешкән булһалар, уларҙың да балалары ошолай гөр килеп йүгереп йөрөгән булыр ине. Ә бында, эргәлә, әсә наҙын белмәгән бала үҫә. Уның иһә бала һөйгәне юҡ... Камила тағы ла тышҡа төбәлде. Бәй, Зөлфирә соҡор эсендәге батҡаҡҡа йығылып төштө лә баһа! Ана, сығам тип маташҡан һайын, бысрана ғына бирә. Атаһы өй тирәһендә йөрөй ине түгелме, нишләп күҙ-ҡолаҡ булманы? Камила йүгереп барып ҡыҙҙы сығарҙы ла, етәкләп өйҙәренә алып китте. Ҡыҙын күргәс, Исхаҡ ҡаушап төштө.
- Хәҙер йыуындырам, төшөрөгөҙ...
- Мин үҙем, - тине Камила шелтәләгән төҫлө һәм, йыуынғысҡа күнәктән һыу һалып, баланы йыуындырырға кереште. Шул саҡ Исхаҡ өндәшмәй генә уның эргәһенә йылы һыу һалынған тас килтереп ҡуйҙы. Камила уға күҙен тултырып бер ҡарап алды, унан - һыуыҡ һыу һалынған йыуынғысҡа. Ахыр, хәстәрлекле атайға һүҙһеҙ генә йылмайып баш ҡаҡты һәм Зөлфирәне тасҡа баҫтырып, сайындырырға кереште. Бысраҡ кейемдәрен йыуып элгәс, Исхаҡҡа шаян ҡараш ташлап, һүҙ ҡатты:
- Йә, нисек, минән хужабикә сығамы?
Шул саҡ Исхаҡтың күҙҙәре осҡонланып киткәнен күреп, үҙе лә эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
Камиланың кейәүгә сығырға йыйыныуын ишеткәс, әсәһе түгелеп илап ебәрҙе. Хоҙай ҡабул итте, ахырыһы, теләген, инде был ҡыҙы өсөн әрнеүҙәре бөтөр. Изге хәбәр хәйерле эштәр менән тамамлана күрһен. Бына шуға ла ата менән әсә туйҙы ашыҡтырҙы: бер ауыҙ бешһә, һыуыҡ һыуға ла өрәһең... Туйға әҙерлек бик ҡыҙыу барҙы. Әсәһенең самаһыҙ ҡабаландырыуы аптыратты Камиланы. Әйтерһең, аҙ ғына кисектерһәләр, ҡыҙын урлап алып китәләр. Хәйер, Камила туйға ҡаршы ла булғайны, ләкин Исхаҡ шулай тине: "Һине туй күлдәгендә күргем килә". Ул алып ҡайтҡан зиннәтле бүләкте күргәс, әллә нимә эшләп китте. Камиланың бер туй күлдәге һандыҡта ята... Дөрөҫ, теге ҡәһәрле көндән һуң бер ҡасан да һандыҡты асып ҡарағаны булманы. Ләкин яталыр бит, кем уға оронһон инде?
Иртәгә туй тигән кесе йома көндө уны аяҡтан йығырҙай хәбәр килтерҙеләр: "Ғәзинур ҡайтҡан". Төҫө үҙгәреп килеп ингән әсәһенә ҡарап, ул башта ҡурҡып китте. Шунан һағайҙы.
- Ҡыҙым, һинең генә түгел, һис ғәйебе булмаған башҡаларҙың да яҙмышы хәл ителә...
- Ғәзинурмы?.. Ҡайҙа ул?..
Ишектән күҙҙәрен ҙур асҡан Ғәзинур килеп инде. Йөҙө ап-аҡ булған Камила уға табан атланы.
- Һин! Ғәзинур, һин нисек бында?
Уларҙың нимә һөйләшкәненә ирекһеҙҙән шаһит булған әсә бер аҙ ваҡыттан һуң телгә килергә, уларҙың һүҙен бүлдерергә батырсылыҡ итте.
- Ғәзинур, миңә биргән һүҙеңде тот. Ваҡыт! Аҡылыңа кил, бөгөнгө туй артында нисәмә яҙмыш...
- Әсәй, үтенәм, ҡалдыр беҙҙе!..
Ишек ябылды. Камила менән Ғәзинур ҡулға-ҡул тотошҡан килеш һүҙһеҙ баҫып торҙолар. Кинәт Камила ҡулын тартып алды.
- Һин ошо көндө көттөңмө?
Нишләп һаман яуап ҡайтармай һуң?
- Ни өсөн һин бында? - Иңрәп сыҡты тауыш.
- Кисектер, - тип бышылданы Ғәзинурҙың ирене.
- Кисектерҙе-е-ем... - тине үкенесле тауыш менән Камила. - Гел кисектерҙем, һинең генә ваҡытың табылманы.
- Ошо ҡарашыңдан... Көйҙөргөс ҡарашыңдан... Ул мине бер ҡасан да ғәфү итмәҫ кеүек тойолдо. Әле лә ул...
"Был ҡараш һәр саҡ һине яратыр, наҙлар, һоҡланыр өсөн эҙләне! Әле лә ул һиңә бағып туя алмай һәм мәңге һоҡланып туя алмаҫ. Тик нимә тип ышандырыр?.. Юҡ, кәрәкмәй, хәҙер һуң... Хәҡиҡәт шунда - инде һиңә бер ҡасан да былай ҡарай алмам..." Һөйгәненең күҙҙәренә әрнеү һәм һағыш менән төбәлде ул.
- Туйға беҙҙе уҡытҡан уҡытыусылар ҙа киләсәк... Шулай уҡ Үрнәктә минең менән бергә эшләгәндәр ҙә...
- Бәхетлеме һуң һин, Камила?
- Көтөү бәхетле итмәй, Ғәзинур. Йәшәү бәхет бирә. Шуға өмөтләнәм.
- Камилам, мин һиңә бер нәмәне әйтергә теләйем... Ул саҡта...
- Һин уны әйтмә, Ғәзинур, әле үҙем төҙөп ятҡан бәхетемде селпәрәмә килтерерһең. Мин уны ҡабат ҡора алмам.
- Камила!
- Исхаҡ та, Зөлфирә лә бында. Хәҙер һин нимә әйтә алаһың? Ана, ул ҡыҙыҡай ихатала. Үҙгәрҙе ваҡыт. Инде мин түгел, ә мине көтәләр! Яуабым шул булыр, Ғәзинур. Тағы ла... Тағы ла шул. Һин башланмаған бер туйҙы хәтерләйһеңме? Селпәрәмә килгәйне. Инде был туйым селпәрәмә килмәҫ, тип уйлайым. Селпәрәмә килмәҫ.
Башын түбән эйгән Ғәзинур әкрен генә сығыу яғына йүнәлде. Күптән түгел генә туйға әҙерләнеп зыҡ ҡупҡан өйҙә ҡәбер тынлығы урынлашҡан ине. Ғәзинур алыҫлашҡан һайын, унда йәнлелек көсәйҙе. Бер аҙҙан ишектә Камила күренде. Ул, берәүҙе лә таный алмағандай, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, һәммәһенә ҡарап сыҡты. Йылмайырға итте, булдыра алманы. Ҡапыл тышҡы ишек асылып китте. Унда, ашығып килеүҙәнме, тыны ҡыҫылған Исхаҡ йыш-йыш һулыш алып баҫып тора ине.
- Ул килде, - тине ҡыҙ ниндәйҙер ят тауыш менән. - Һин уны беләһең...
Камиланың бер ҡасан да Исхаҡҡа Ғәзинур тураһында һөйләгәне булманы, ләкин уларҙың тарихтарын белеүенә шикләнмәй ине. Исхаҡ кәләшенән күҙен алмаған килеш баш ҡаҡты.
- Беҙ һөйләштек, - тине Камила ҡарашын ҡайҙалыр алыҫҡа төбәгән килеш. - Шунан ул китте. - Насар күргән кеше һымаҡ, Исхаҡҡа ныҡ итеп текәлде. - Һин миңә ышанмайһыңмы?
Исхаҡ тамағына тығылған төйөрҙө көс-хәл менән йотто. Ҡарлыҡҡан һаңғырау тауыш менән яуап ҡайтарҙы:
- Ышанам.
Камила баш ҡаҡты ла ишек яңағына тотона-тотона эскә атланы.
(Дауамы. Башы 27-29-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА