Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә ХӘйруллина 1983 йылдан, студент сағында уҡ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай. Әлеге көнгә тиклем сәхнә киңлегендә йөҙөп йөрөп эшләгән талантлы актрисаларыбыҙҙың береһе булып ҡала. "Театр бит ул - яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, мәңгелек сығанағы. Театр донъяһы - күңел дауаһы" - ти Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы.
Һөнәрҙәрҙе лә төрлөсә баһалайҙар, мәртәбәле, кәрәкле, бөгөн талап ителгән һөнәр, тиҙәр. Актер һөнәре шулай уҡ үҙенсәлекле. Һеҙгә лә үҙ һөнәрегеҙҙә күп кенә боролоштарҙы кисерергә тура килгәндер. Актерлыҡ һөнәре беҙҙең заманға ни тиклем талап ителә?
- Эйе, һәр кем күңеленә яҡын һөнәрҙе үҙе һайлай. Шул саҡта кеше эшенә дәртләнеп йөрөй, дуҫтарына, ғөмүмән, кешеләргә изгелек эшләргә тырыша. Хеҙмәтең шатлыҡ килтерә икән, ундай ерҙә шаярыуҙар ҙа, йылмайған йөҙҙәр ҙә күберәк була. Тормошта профессияһына тура килмәгән әҙәмдәр ҙә осрай. Мин үҙем дә ундайҙарҙы беләм, улар һәр ваҡыт нимәгәлер асыулы, ризаһыҙлыҡ белдерергә сәбәп табып ҡына торалар, тормоштан да, кешеләрҙән да зарланалар, яҡшы нәмәнән дә кире яҡ эҙләйҙәр. "Был кеше һөнәрен дөрөҫ һайламаған", - тип уйлайым мин ундай саҡта.
Үҙемә килгәндә, артист булырға бала саҡтан хыялландым. Мин имтихан бирергә барғанда сәнғәт институтының театр факультетында бер урынға 80 абитуриент дәғүә итә ине. Инәйем дә, атайым да минең уҡырға инеремә ышанманылар: "Атай-әсәйһеҙ, юғары урындағы берәйһенең ярҙамынан тыш, бер кем дә унда уҡырға инә алмаҫ", - тинеләр. Хәҙер аптырайым, нисек йөрьәт иткәнмендер: мин институтҡа, уҡырға керәм, тигән ныҡлыҡ, ышаныс менән барҙым, бүтән төрлө уй башта ла булманы. Шундай ҙур маҡсат ҡуйылған ине. Ысынлап та, уҡырға индем. Беҙ өс ҡыҙ - Эльвира, Шәүрә Рифҡәт Исрафилов курсына эләктек.
Шулай итеп, ошо актерлыҡ һөнәре менән күп йылдар инде үҙемдең халҡыма хеҙмәт итәм. Шул ваҡыт эсендә кем генә булырға тура килмәне: бер көндө ябай ауыл ҡатыны, икенсе көндө уҡытыусы, унан директор, табип, йәки асарбаҡ… Актерға бөтә һөнәрҙе лә үҙләштерергә кәрәк шул. Әгәр ҙә сәхнәгә үҙең һынландырасаҡ һөнәрҙе белмәйенсә сығаһың икән, залда бит шул һөнәр кешеһе тамаша ҡылып ултыра, ул һинең уйнауыңа ышанмаясаҡ. Минең маҡсат - уны ышандырыу, образды уның күңеле аша үткәрергә тырышыу.
Эйе, бик тә үҙенсәлекле беҙҙең профессия, үҙ тормошоң менән генә йәшәгәндә улай уҡ эҙләнмәйһең, ә образ булғас, уның һәр бер аҙымын, һәр бер интонацияһын, һәр бер күңел хәрәкәтен үҙең аша үткәрәһең. Күпме нервы кәрәк уның өсөн! Артист халҡы шулай "туҙалыр" инде ул. Ә шулай ҙа үҙемдең һөнәремде мин дөрөҫ һайлағанмын тип уйлайым.
"Мин халыҡҡа нимә әйтергә теләйем?" тигән борсолоу гелән эҙләнеүҙе, яңылыҡтар менән танышып барыуҙы, ғилем алыуҙы, заманса технологияларҙы үҙләштереүҙе талап итә. Шуға ла яңы алымдар менән эшләгән режиссерҙарҙың спектаклдәрен ҡарап барабыҙ, ҡайҙа ғына барһаҡ та, ундағы театр тамашаларын ҡалдырмайбыҙ, хәҙер сәхнә әҫәрҙәрен интернет аша ла ҡарап була бит - шуныһы яҡшы. Беҙҙең бит бер урында тапанырға хаҡыбыҙ юҡ, киреһенсә, алдараҡ барырға тейешбеҙ. Минең өсөн тағы бер талап бар: минең күңел торошом халҡымдың күңел торошо менән тура килергә тейеш. Башта үҙемдекен, шунан уның йөрәген асыу - минең бурысым. Халыҡ алдында һәр ваҡытта ла үҙеңдең әйтер һүҙең булырға тейеш.
Театрға килгән һәр йәш режиссер беҙҙәге ижад донъяһына ниндәйҙер яңылыҡ индерергә тырыша. Онотола төшкән элекке алымдарҙы тергеҙә, кире ҡайтара, заманға яраҡлаштыралар. Заман тигәндән, тормошобоҙ талап иткән һөнәрҙәр үҙгәреп тора, әлбиттә, шулай ҙа актер һөнәре һәр саҡ кәрәк булыр тип уйлайым. Бөгөн был һөнәр буйынса уҡырға килеүселәр күп түгел, конкуренция әллә ни юҡ. Шулай ҙа киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ. Театр тарихы ҙур, батшалар ҙа эргәләрендә театр тотҡан. Театр актуаллеген юғалтмай, ул хәҙер ҙә халыҡҡа кәрәк, сөнки сәхнә тормош фәлсәфәһен асып һала, төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләй, кешене уйланырға мәжбүр итә.
Элек оҙайлы гастролдәргә сығыуҙар була торғайны. Сит илдәрҙә алған тәъҫораттар тураһында белге килә. Ҡайһы ил-йорт айырыуса иҫтә ҡалды һәм ни өсөн?
- Элек бер ай буйы бөтөн коллектив менән, һуңынан бер ай бер генә спектакль менән райондан-районға гастролдәргә йөрөй инек шул. Айлап Ҡаҙағстандан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстанда ятҡан саҡтар булды, ғаиләләрҙе һағынып бөтә инек. Иң мөһиме, беҙҙең театр килһә, залдар шығырым тула ла ҡуя торғайны.
Ике йыл элек Ҡаҙағстанда гастролдә йөрөнөк. Унда кешеләрҙең шул тиклем яғымлы булыуы мине хайран ҡалдырҙы. Улар барыбер беҙҙән айырыла, тип уйланым. Автобусҡа ҡатын-ҡыҙ инеү менән, йәш егетме, оло йәштәге ирме, йәһәт кенә тороп урын бирәләр, беҙҙә бит ул культура юғалып бара. Студенттар уҡыған, йәшәгән яҡта ашханалар күп, беҙ шунда туҡланып йөрөнөк, ризыҡтары иҫ киткес тәмле. Шул тиклем ҙур ашханаларҙа үҙҙәренең милли аштарын бешерәләр, сәйҙе емеш-еләк менән бирәләр, көн дә төрлө-төрлө аҙыҡ, ҡыҫҡаһы, йәнең нимә теләй, бөтәһе лә бар. Студенттар өсөн интернеты ла эшләй, шунда ашайҙар ҙа, дәрестәрен дә әҙерләп ултыралар, аптырап ҡайттым. Көнләшерлек тә.
Ҡытайҙа Шанхайҙа булырға тура килде, ныҡ эҫе, тормошто кондиционерһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Унда һәр эштә булған теүәллек беҙҙе аптыратты. Фәлән ваҡытта машина һине килеп алырға тейеш икән, шул секундына килеп тора. Шанхай аэропортында минут һайын самолет осоуына хайран ҡалдым. Рәсәйҙән килгән самолет һуңланы, үҙҙәренең ғәйебе булмаһа ла, ҡытайҙар беҙҙе тиҙ генә йыйып, ашарға бирҙеләр. Бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, уны сүп йәшнигенә ташлап та өлгөрмәйбеҙ, күҙ асып йомғансы йыйыштырып алып та китәләр, йәшник эсендә бер нәмә лә юҡ. Бөтә ерҙә таҙалыҡ, тәртип. Һәр бер ҡытай кешеһе эшенә йәбешеп ята, йәнә шул хайран итте.
Беҙҙең театрға Төркиәлә Анкара университетында Нәжип Асанбаевтың Әхмәтзәки Вәлидигә арналған спектаклен уйнарға насип булды. Студенттар бик ихлас ҡараны тамашаны. Истамбулда үткән театр фестивалендә урамда уйнаныҡ. Төрөктәр тамаша ҡарарға ғаиләләре менән килә, хатта имсәк балаларын да үҙҙәре менән алалар. Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә ата-әсәнең роле иҫ киткес ҙур бит, бына шуға ла балаларҙы бындай тамашаларҙан ҡалдырмайҙар.
Симферополдә үткән театр фестивалендә шулай уҡ халыҡ күп булды. 800 урынлыҡ зал шығырым тулы ине, беҙ спектаклде уйнап бөткәс, халыҡ аяғүрә тороп ҡул сапты. Үҙебеҙҙең башҡорт театрында уйналған спектаклде ситкә алып сыҡһаҡ, һәр саҡ бына шулай күтәреп алалар, яратып ҡабул итәләр. Театрыбыҙ юғары кимәлдә, тигән фекер нығына инде шулай үҙебеҙҙә лә.
Һеҙ һәр саҡ йылмайып, донъяға асыҡ ҡараш менән йәшәйһегеҙ. Был, моғайын, эске көстөр, сөнки һәр кемгә тормоштоң һынауҙарын да үтергә тура килә. Һеҙгә әҙәм балаһындағы ниндәй сифаттар оҡшай?
- Кеше ниндәй генә дәрәжә биләмәһен, уның ябай кеше булып ҡалыуын хуп күрәм. Тормош бит ул ябай ғына нәмәләрҙән тора, шуның өсөн ябай булып ҡалыу, үҙеңдең халҡың менән бергә булыу оло бәхет тип уйлайым.
Ҡай саҡ кешегә әйткән бер йылы һүҙ ҙә уны бөйөк эштәргә этәрә. Шуға ла кешегә йылы һүҙ әйтеүҙән ҡурҡмаҫҡа, уның күңелен үҫтерергә кәрәк. Әлбиттә, төрлө кешеләр бар, кемгәлер, бәлки, тәнҡитләү ярҙам итәлер. Үҙемә килгәндә инде, миңә берәй йылы һүҙ әйтһәләр, шул мине ҡанатландыра һәм дәртләндерә. Тағы ла шул, кешеләргә рәхмәтте ваҡытында әйтергә тырышайыҡ, үкенесле һуңлауҙар булмаһын.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА