Автомобиль тотҡан һәр кеше теге йәки был проблемаһы менән автосервисҡа йә, һис юғында, берәй белемле таныш автоһөйөүсегә мөрәжәғәт иткәне барҙыр. Шул өлкәлә бәғзе берәүҙең ғәйәт күп белеүенә ғәжәпләнәһең. Һәр төрлө автомобиль төрҙәрен, уларҙың двигателдәре һәм башҡа частары буйынса айырмалыҡтарын биш бармағы һымаҡ белгән кешеләрҙе күргәнем бар. Илдә булған барлыҡ тиерлек машина маркаларын белеүселәрҙең күплеге бөгөн ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Нәҡ ана шуның һымаҡ уҡ, боронғо беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең ғүмерлек дуҫы - ат тип аталған хайуанды ла бик яҡшы белгәндер, тип уйлайым әле мин. Һәр төрлө гәзит-журналдарҙа, китаптарҙа ат тураһында күп яҙыла. Лөғәтебеҙҙә лә был исем тәрән урын алған: бөгөн бөтә Ер йөҙөндә техника заманы хөкөм һөрөүенә ҡарамаҫтан, был хайуанды бырыбер йыш ҡына телгә алабыҙ. Хатта ысын атты тик телетапшырыуҙарҙа ғына тиерлек күргән, ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың да теленән төшмәй был төшөнсә.
Ни өсөн һүҙемде автомобилдәр хаҡында башлап, артабан сурытмаҡсы булдым? Моғайын, минең менән күптәр ризалашыр: автомобилде "машина" тип кенә атау етмәй. Уның төрө, маркаһы һәм башҡа күп кенә айырмалыҡтары күп булған һымаҡ уҡ, аттың да атамалары бихисап. Атайым мәрхүм Һөйөндөков Төхфәтулла бер ҡасан да техникаға яҡынламаны (хатта ябай ғына матайы булманы). Уның ҡарауы, ғүмер буйы совхозда ветеринар булып эшләне. Утыҙынсы йылдар аҙағында Троицк ветеринария институтында веттехник курсында уҡыған атайым. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул эшләгән Баймаҡ совхозының йылҡысылыҡ заводы Башҡорт атлы кавалерия дивизияһына меңәрләгән ат әҙерләп ебәреп торған. Атайымдың: "Аттар алып китергә килгән хәрби ветеринар врач бер айғырға күрһәтеп, уны Таһир Кусимовтың үҙенә тәғәйенләп алып барасағы хаҡында әйтте. Шул айғырҙы мин көйҙөрҙөм…" - тип һөйләгәнен хәтерләйем. Атһыҙ бер көн дә тиерлек тора алмаған атайымдың йылҡы малы хаҡындағы һүҙҙәренең байтағын хәтерләп ҡалғанмын. Шуға һәм башҡа мәғлүмәттәргә таянып, ат хаҡындағы фекерҙәрем менән бүлешмәксемен.
Бөгөнгө көндә күптәребеҙ уны "ат" тип кенә белеүебеҙ, минеңсә, был хайуан хаҡында бер ни ҙә белмәүгә тиң тиерлек. Әйтәйек, "Ҡымыҙҙы нимәнән яһайҙар?" тигән һорау биргән хәлдә, күптәр бөгөн һис уйлап тормаҫтан: "Ат һөтөнән",- тип яуап ҡайтара. Ә бынан илле-алтмыш йылдар самаһынан элегерәк беҙҙең ҡартатайҙарыбыҙға бының һымаҡ яуап бик ирмәк тойолор ине. "Нишләп ат һөтөнән булһын, ҡымыҙҙы бейә һөтөнән яһайҙар бит!" - тип мотлаҡ төҙәтерҙәр ине. Ә кемдер берәү: "Барыбер түгелме ни?"- тип һорар. Ҡәҙерле милләттәштәр, барыбер түгел икән шул. Боронғо ҡартатайҙарыбыҙ "ат" тигән һүҙҙе айырым осраҡтарға дөйөм исем итеп ҡулланған (ат егеү, ат менеү, ат сабыштырыу, ат эсереү, ат йөҙҙөрөү һ.б.). Бынан тыш, көйҙөрөлгән (бестерелгән) айғырҙы ла "ат" тип атағандар. Элегерәк бабайҙарҙан ниндәйҙер ат хаҡында "Айғырмы?" тип һораһаң: "Юҡ, ат ул, быйыл яҙ ветеринарға әйтеп көйҙөрттөк, көҙгә һуғымға һимертергә ниәтләйбеҙ", - тигән һымағыраҡ яуап ала торғайныҡ (ә беселмәгән икән, әлбиттә, "Эйе, айғыр", тигән яуап булыр ине). Беселгән үгеҙ, тәкәне лә "ат үгеҙ", "ат тәкә" тигәндәрен йыш ҡына ишеткеләй торғайным. Ә инә ат тураһында "байтал", шулай уҡ "бейә" һүҙен дә ҡулланалар.
Һуғымға ла "ат һуйҙыҡ" тип түгел, ә "йылҡы һуйҙыҡ" тип әйтәләр. Һуйылған итте лә "йылҡы ите" тип атау башҡортсараҡ була ("ат ите" түгел). (Сағыштырыу өсөн: урыҫта "лошадина" түгел, ә "конина" тип аталған һымаҡ).
Элегерәк минең атайыма берәү "Атығыҙ ҡолонланымы?" тигән һорау бирһә, ул, юмор яратҡан кеше булараҡ, башта көлөп алыр ине, унан һуң мотлаҡ былай тип төҙәтер ине: "Ат ҡолонламай ул, ә бейә ҡолонлай…" "Ҡолонло бейә" йә "быуаҙ бейә", йә иһә "тыу (быуаҙ булмаған) бейә" тигән һүҙбәйләнештәр ҡулланыла, әммә, "ҡолонло ат, быуаҙ ат, тыу ат" түгел. "Бейә бәйләү", "бейә һауыу"ҙы ла бер ҡасан да "ат һауыу" тигән һүҙбәйләнеш менән алыштырмайҙар. Боронғо башҡорттар "атсылыҡ менән шөғөлләнгән" тип берәү ҙә әйтмәй, шулай бит, ә "йылҡысылыҡ менән" тиҙәр. Шулай уҡ, "ат өйөрө" түгел, ә "йылҡы өйөрө" тибеҙ. Артыҡ ныҡ һуҙып, оҙаҡ итеп һөйләгән кешегә: "Йә, ат ҡолонлатмай ғына һөйлә", - тип әйткәндәр. Бында аттың оҙаҡ ҡолонлауы түгел, ә күпме көтһәң дә уның бөтөнләйгә ҡолонламауы күҙ уңында тотолған.
Аттың йәшенә ҡарап аталған исемдәре лә күп. Яңы тыуған ҡолонсаҡты - айғырсаҡ, ике йәшкә тиклемге тайҙы - иркәк, өс йәшлеген - ҡонан, дүрт йәшлеген - дүнән һәм артабан, көйҙөрмәһәләр, ул айғыр булып китә. Ә енесе инә булғанын ике йәшкә тиклем - тай байтал, өс йәшлеге -ҡонажын байтал (йә ҡонанса), дүрт йәшлеге - дүнәжен байтал, унан олорағын бейә тип атайҙар. Ауырға ҡалмай йөрөгән бейәне тыу бейә тип тә әйтәләр.
Төҫөнә ҡарап борон туры (гнедой), ерән, көрән, ала (пегий), күк, алма-сыбар, ҡола (саврасый) һымаҡ матур исемдәр биргәндәр атҡа. "Ҡола" тигәндәй, бына шундай төҫлө атта бер аҙ туҡталып китергә ниәтем. Һырты буйынса (ялынан ҡойроғона ҡәҙәр) ҡара һыҙатлы, аҡһылыраҡ һоро төҫтәге, бейек булмаған, әммә алдан артҡа ҡарай оҙон кәүҙәле беҙҙең башҡорт аттарын тап ана шулай тип атайҙар. Ошо турала мәғлүмәт эҙләгәндә, Яңауыл ҡалаһы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы етәкселегендә 5-се синыф уҡыусыһы Гөлфиә Миңлеғолова үтәгән "Башҡорт аты - халҡым ҡото" тип аталған эҙләнеү-тикшереү эшенә юлығып, шуға иғтибар иттем. Төрлө тарихи сығанаҡтарға таянып, бына нимә яҙған ул: "...Башҡорт халҡында атланып йөрөргә менге аттар, санаға, арбаға егергә екке аттар һәм айырым яу аттары - яу сабырға әҙерләнгән аттар булған. Яу толпарҙары хәрби походтарҙа хужаларына тоғро иптәш һаналған. Башҡорт яугирҙарының дошмандарға ҡаршы алыштарҙа яулаған еңеүҙәрендә башҡорт аттарының көслө, ғәйәт сыҙамлы булыуы ла ҙур роль уйнай. Башҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында юғары баһа алған. Башҡорт ғәскәре ойошторолғанда ла башҡорт аты ҡулланылған, Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа рус армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған. Француз генералы де Марбо үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙған: "...башҡорт һыбайлылары өсөн бер ниндәй юл да кәртә була алманы. Улар һағыҙаҡ күсе кеүек һис көтмәгән яҡтан килеп сығыр ине. Уларҙы ҡыуып етеү бик ауыр ине". Ғалим П.И. Рычковтың яҙыуынса, башҡорттар аттарын йәйен дә, ҡышын да тибендә далала йөрөткән. Ҡар нисек кенә ҡалын булмаһын, башҡорт аттары тояҡтары менән сапсып тибенеп, ҡар аҫтынан үҙҙәрен туйындырырлыҡ туң үлән тапҡан. Ҡышын егеүгә файҙаланған аттар өсөн бесән әҙерләнгән. Этнограф Руденко "Башкиры" тип аталған китабында: "Иң бай башҡорт 3-4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20-30 баш йылҡыға хужа", - тип яҙған.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" романында ла башҡорт атлы полктарының ҡаһарманлығы тасуирлана. Ғөмүмән, һәр әҙәби әҫәрҙә башҡорт аты башҡорт яугирының айырылғыһыҙ һәм тоғро юлдашы икәне һүрәтләнә. Хәрби белгестәр башҡорт атын ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге, тырышлығы һәм идара итеүгә еңеллеге, хужаһына ышаныслылығы, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт шәп сабып һәм йылдам юрғалап барыуға һәләтлелеге (ә был һыбайлыға мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек бирә) кеүек сифаттары өсөн юғары баһалағандар. Башҡорттар бындай йөрөшкә сыҙамлы аттарҙы махсус күнекмәләр ярҙамында тәрбиәләгәндәр. Башҡорт аты талымһыҙ, һыбай йөрөүгә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккән хәлдә лә юғары эш һәләтлегенә эйә. Соҡор-саҡырлы юлдарҙа ла 700-1000 кг йөк һөйрәй ала. Кәүҙәһенең оҙон булыуы арҡаһында йөрөшө тигеҙ, һыбайлыны тиҙ арытмай, шуға күрә оҙаҡ ваҡыт һыбай йөрөгәндә уны башҡа тоҡомло аттарҙан өҫтөн күргәндәр. Күп үрсем биреүе, һөтлө булыуы менән айырылып тора…"
Халҡыбыҙҙа атҡа бәйле бик күп үткер мәҡәл-әйтемдәр ҙә бар. Саф башҡортса һөйләшкән кешеләр йыш ҡына ҡуллана уларҙы. Мәҫәлән, бәхәстәге ике кешелә лә ғәйеп булһа, "Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә…" тип әйтәләр. Был донъяның кеме юҡ, йә бер ғаиләлә төрлө холоҡло кешеләр ҙә булыуы мөмкин, тигәнде аңлатыр өсөн "Аттың алаһы ла, ҡолаһы ла була" тиҙәр. Үҙ эшен яҡшы белгән, тырыш кешегә артыҡ күрһәтмәләр кәрәкмәгәнлеген аңлатҡанда, "Салт атҡа сыбыртҡы кәрәкмәй" тигәндәрен ишеткәнем бар. Башҡортса "ҡутара" һөйләшергә яратҡан беҙҙең Баймаҡ яғында әллә ни бай булмаған, әммә үтә йомарт кеше хаҡында һүҙ сыҡҡанда "Арыҡ аттың күтәне киң була", тип тә ебәрәләр…
"Ат" һүҙен халҡыбыҙҙың боронғо бихисап йырҙарында ла осратабыҙ: "Яҡшы атҡа менгән, ҡулына алған уҡ-һаҙаҡ та тигән ҡоралын. Аямаған йәнен, түккән ҡанын - һис бирмәгән башҡорт Уралын…" "Буранбайҙың аты, ай, кирме ине, серге аҫҡайҙары ла тирме ине. Буранбай ҙа менән, ай, Ибраһим Себерҙәргә китер ҙә ирме ине?..." "Егет тә генә кеше, ай, шул булыр: менеп тә йөрөр аттың һәйбәтен. Егет тә генә кеше, ай шул булыр: һөйләп йөрөмәҫ кеше ғәйбәтен…" "Урал урмандары шау-шыу итә ҡиблаларҙан елдәр иҫкәндә. Кешнәшә даръя йылҡы малдар йәмле йәйләүҙәргә күскәндә…" Һуңғы йылдарҙа һәр ауылдың тиерлек тирә-яғындағы тау-ҡырҙарын ҡаплап үлән утлап йөрөгән йылҡы өйөрҙәрен күрһәм, ана шул йырҙар иҫемә төшөп, күңел тулып китә. Фәлән танышымдың иллеләгән, икенсеһенең йөҙләгән һәм унан да күберәк баш йылҡы малы барлығы хаҡында ишетеп, һөйөнәм. Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәтен, ауыл тормошон ошоғаса дауам итеүсе башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары булыуы милләтебеҙҙең бөтөн көйө һаҡланып килеүендә төп ролдәрҙең береһен уйнайҙыр, тигән инаныуҙамын әле үҙем.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА