«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФИЛЬМ ТӨШӨРМӘҺӘМ ТОРМОШОМ ТӨҪҺӨҘЛӘНӘ БАШЛАЙ
+  - 


Танылған тележурналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән "Йөрәк", "Батыр", "Эльбрус", "Янсыҡ", "Мин үлмәнем, башҡорттар", "Ер ҡөҙрәте", "Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тыуған илгә оҙайлы юл", "Минең исемем - Салауат", "Һайланған яҙмыш" һ.б. документаль фильмдар авторы Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы БАТТАЛОВА ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәһен, һәр урында ла башҡарған хеҙмәтенә ярашлы документаль фильм төшөрә. Шуға күрә уның менән әңгәмәбеҙҙе тап шул туралағы һорауҙан башланыҡ.

Гәүһәр, һинең һәр эшләгән ереңдә документаль фильмдар төшөрөүең үҙмаҡсатмы, әллә был яҙмышыңмы?

- Яҙмышымдыр тип уйлайым. Ғөмүмән, мин тормошомдо телевидениеһыҙ, киноларһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Йылына бер-ике фильм төшөрмәһәм, тормошом төҫһөҙләнә башлағандай. Фильм төшөргәндә үҙ яҙмышың менән йәшәй алмайһың, геройыңдың яҙмышы менән йәшәй башлайһың. Уның күҙҙәре менән тормошҡа ҡарайым, уның һымаҡ уйларға тырышам. Шул уҡ Салауат Щербаковты алһаң, күпме асһаң да, асып бөтөрөп булмаҫлыҡ шәхес. Шул уҡ Ноғман Мусинды алайыҡ. Уның менән баҡыйлыҡҡа күсер алдынан һуңғы тапҡыр күрештек. Ноғман ағай минең Назар Нәжми хаҡындағы фильмымды ҡарағас, шылтыратып, үҙе хаҡында фильм төшөрөүемде һораны. Сәй эсергә саҡыра ла, фатирҙарына барып инһәм: "Бына беҙҙең өйгә ҡояш килеп инде", - тиер ине. Һуңғы тапҡыр ҡыҙы Гөлшат апай менән дауаханала ятҡан саҡтарында ике көнгә бер тапҡыр яндарына барып йөрөнөм. Шундай кешеләр менән осраштырған яҙмышыма рәхмәтлемен. Әле Салауат Щербаков менән даими бөйләнештәбеҙ. Ул мине һеңлекәше кеүек яҡын итте. Хәҙер Башҡортостан Башлығы грантына Салауат Щербаковтың Шайморатов генералға һәйкәл эшләүе хаҡында фильм төшөрәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, тарих төшөрәбеҙ. Әлегә барлығы 30 сәғәттән ашыу материал төшөрҙөк.

Кешеләр ни тиклем бөйөк булһа, шул тиклем ябай була. Был нилектән тип уйлайһың?

- Быны аңлата алмайым. Салауат Щербаков тураһындағы фильмда уның үҙе һымаҡ мәшһүр шәхестәр интервью бирҙе. Зураб Церетелиҙың өйөнә барып ингәйнек, ул ҡоласын киң йәйеп ҡаршыланы. Грузин халҡының милли аштары менән табын әҙерләгән. Әйтерһең дә, беҙ уның менән кисә генә хушлашҡанбыҙ ҙа, бөгөн тағы күрешәбеҙ. Ошоғаса йәшәп, мин унан да ябайыраҡ кешене күргәнем булманы. Ҡотҡарыусы Христос Храмын аяҡҡа баҫтырыусы Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Владимир Путиндың дуҫы Василий Нестеренко менән дә осрашып, ябайлығына хайран ҡалдым. Мине Мединскийҙың Башҡортостан, беҙҙең шәхестәр тураһында шул тиклем күп белеүе һоҡландырҙы. Салауат Щербаков менән улар Шайморатов генерал тураһында һөйләшеп ултырҙылар. Мединский генерал тураһында беҙгә ҡарағанда күберәк белә булып сыҡты. Ҡырмыҫҡалы районында Шайморатов генералға һәйкәл асҡанда ла Рәсәйҙең мәҙәниәт министры булараҡ сарала ул ҡатнашҡайны бит.

Бала сағыңа әйләнеп ҡайтайыҡ. Быға тиклем бер әңгәмәлә холҡом малайҙарҙыҡы һымаҡ булды, малайҙар менән һуғыштым, тәҙрәләр ҙә ваттым, директор алдына ла баҫтырҙылар, тигәйнең. Һинең тәүәккәл булыуың шул сифатыңдан киләме, ғөмүмән, ир-аттарса ҡыйыулығың тормошта һиңә ярҙам итәме, әллә киреһенсәме?
- Ныҡ ҡамасаулай, сөнки көслө характерлыларҙы яратмайҙар. Үҙ алдыма берәр маҡсат алһам, мин шуға өлгәшмәйенсә туҡтай алмайым. Нисек булһа ла, мин шуны эшләргә тейешмен. Ҡайһы берәүҙәр мине белмәгән көйөнә лә үҙенең дошманы итеп тәғәйенләй. Быны ла аңлай алмайым. Бөгөн утыҙға яҡын фильм төшөргәнмен икән, ошо характерым арҡаһында үҙемде күп нәмәгә өлгәшкәнмен тип иҫәпләйем.

Һинең фильм геройҙарыңдың ниндәй уртаҡ сифаттары бар тип уйлайһың?

- Рух бөтөнлөгө һәм халҡыңа тоғролоҡ. Шул уҡ Эльбрус Ниғмәтуллинды ғына алайыҡ. Салауат Юлаев ролен уйнағанда ул халыҡ рухы идеяһына ныҡ бирелгәйне. Фильмда беҙ уға яраҡлы 68-се размерлы милли кейем теккәйнек. Аҙаҡ ул костюмды үҙенә бүләк иттек. Рәсәй һәм донъя буйынса көслө кешеләрҙең турнир-ярыштарында еңгәндән һуң ул башына ҡамсат бүрек, өҫтөнә елән кейеп, бөтә урында үҙенең башҡортлоғо менән ғорурланып йөрөнө.
Салауат Щербаковтың да, Радий Хәбиров бүләк иткән ҡамсат бүректе башына кейеп, үҙен донъялағы иң бәхетле башҡорт итеп тойғанын күрһәгеҙ ине!

Һәйкәл төҙөлөшө фильмда нисек сағылыш табасаҡ?

- Салауат Щербаковтың проекты конкурста еңеп сығыуынан башлап, һәйкәл асылыуға тиклем арауыҡ барыһы ла фильмда күрһәтеләсәк. Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәйҙә лә бындай фильм төшөрөлгәне булманы. Салауат ағай ҡайһы бер башҡорт тарихына бәйле һорауҙары менән миңә лә мөрәжәғәт итте, бер нисә урында минең кәңәштәремде лә файҙаланды.
Ғөмүмән, быға тиклем скульпторҙың эшен ижади эш тип күҙ алдына килтерә торғайным. Баҡтиһәң, бик ауыр ҡара эш икән. Ошо эш барышын күҙәтеү бәхете тәтене беҙгә, фильм төшөрөүселәргә. Кис ҡунаҡханаға шахтерҙар һымаҡ баштан-аяҡ саңға батып, бысраҡҡа буялып ҡайтып инәбеҙ. Салауат Александрович һәйкәл һынын әүәләгәндә йөрәккә операция яһаған хирург һымаҡ эшкә тотона. Ул барыһы менән дә бер төрлө, бер кимәлдә һөйләшә. Зураб Церетели менән нисек аралашһа, уҡыусыһы Николай Николаев менән дә шулай мөғәмәлә итә. Уның өсөн барыһы ла тигеҙ, барыһы ла шәхес, уның өсөн насар кешеләр юҡ. Ноғман ағай ҙа: "Яҙмышыма рәхмәтлемен, миңә гел генә һәйбәт кешеләрҙе юлыма сығарҙы", - тигәйне. Салауат, Ноғман ағайҙар тыйнаҡлыҡ өлгөләре.

Һинең журналистика менән әүҙем шөғөлләнгән сағың үткән быуаттың 90-сы йылдарына тура килә. Шул заманға ниндәй баһа бирәһең?

- Шул тиклем матур осор. Кемгә әле үҙ ғүмерендә Вәлиди эҙҙәре буйлап бөтә донъяны йөрөп сығыу бәхете тейҙе? Үзбәкстан, Төркиә, Австрия, Германия дәүләттәрендә булып, "Тыуған илгә оҙайлы юл" фильмын төшөрөү бәхете. Үҙе иҫән сағында Рәшит ағай Назаров хаҡында фильм төшөрөү бәхете кемгә тейә? Рәшит Назаров тик бер генә урында, ошо фильмдағы таҫмала ғына тере килеш һаҡланып ҡалды. Күпме эҙләһәк тә, башҡа архивтарҙа беҙ уның тере һынын тапманыҡ.

Мәшһүр шағирыбыҙ Рәшит Назаров хаҡындағы "Йөрәк" фильмыңды күпме ҡараһаң да, тағы ла ҡарағы килә. Сере нимәлә тип уйлайһың?

- Ул минең генә хеҙмәт емешем түгел, ижади төркөмдән дә күп нәмә тора. 1989 йылда тәүге тапҡыр командировкаға Бөрйәнгә барҙыҡ. Ул ваҡытта Урал Ғатауллин яҡтыртыусы булып эшләй ине. Ул бөгөн Башҡортостан телевидениеһының баш операторы. Ижади дуҫлығыбыҙ әле лә дауам итә, барлыҡ фильмдарҙы уның менән төшөрәбеҙ.

Сер булмаһа, әлегә күрһәтелеп өлгөрмәгән ниндәй фильмдарың менән киләсәктә беҙҙе ҡыуандырырға уйлайһың?

- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейына арналған 50 минутлыҡ фильмға сценарий яҙғанда үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым: башҡаларҙы ғына түгел, үҙ-үҙеңде ҡабатламаҫҡа. Ноғман Мусин һымаҡ шәхес хаҡында фильм төшөрөргә тотоноу өсөн, Айҙар Хөсәйенов минең хаҡта яҙғанса, "дерзкая" булырға кәрәктер ул. Уның китаптарын, "Мәңгелек урман"ы менән "Һайлап алған яҙмыш"ын илай-илай уҡыған кешеләр беҙ. Ең һыҙғанып яңы фильмға тотондоҡ. Тыуған яғына ла барҙыҡ. Фильмдың исемен "Һайлап алған яҙмыш" тип атаным. Тормош Ноғман ағайҙы бик күп ваҡыт ауыр һайлауҙар алдына ҡуйған. Мин уның ниндәй юлды нисек һайлауына баҫым яһаным. Мин үҙем дә белмәй инем, уны 4 тапҡыр Салауат Юлаев премияһына тәҡдим итеп, һуңғыһында ла бирмәҫкә булғастар, комиссия ағзаларынан бер ағай тороп: "Һеҙгә оят түгелме, Ноғман Мусинға ла Салауат премияһын бирмәгәс, кем уға лайыҡ?" - тип әйткән. Шунан һуң бер премияны Ноғман ағайға һәм икенсе кешегә бүлеп бирәләр. Ноғман ағай, әлбиттә, тәүҙә шатлана, әммә ҡыпсаҡ ырыуы кешеһенең холҡо текә бит инде, премияны алырға бармай. Премияны ул ваҡытта мәҙәниәт министры булып эшләгән Тәлғәт Сәғитов Ишембайҙа ниндәйҙер бер тантанала Ноғман Мусиндың сәхнәгә сыҡҡан ваҡытын файҙаланып тапшыра. Ноғман ағай менән күпме аралашһам да, уның ауыҙынан зарланыу һүҙен ишеткәнем булманы. Ноғман ағайҙың ныҡлығы имәндәрҙән, мәңгелек урмандан килә торғандыр инде.

Ноғман ағайҙы ҡапыл юғалтыу шул тиклем ауыр булды...

- Мин уның менән бөтә кешеләр менән бергә хушлашҡым килмәне. Кеше йыйылырҙан алда барып бәхилләштем. Унда һөйләүселәрҙең һүҙен тыңларға, ерләргә барырға ла көсөм етмәне. Бигерәк үкенесле булды. Шап-шаҡтай йөрөгән еренән имән кеүек ауҙы ла ҡуйҙы. Бөгөлмәне, шартлап һынды. Ноғман ағай тураһында фильмым башҡаларынан бөтөнләй айырылып тора. Сөнки уның тураһындағы фильмды эшләргә ҡурҡтым. Нәфис һүҙ батшаһы тураһында нисек итеп фильм төшөрәһең инде. Фильмды ҡарағас, Ноғман ағай бер генә етешһеҙ яғын да әйтмәне. Тексын уҡығанда ла бер генә һүҙен дә үҙгәртмәне. "Һине төҙәтеп ултырмайым инде, Гәүһәрем минең", тигән булды.

Тағы ла ниндәйерәк ижади пландарың бар?

- Берәр тема йә кеше менән ҡыҙыҡһына башлаһам, ауырлы ҡатын һымаҡмын. Салауат Щербаков тураһында мәғлүмәт уҡығандан һуң шулай килеп сыҡты. Уның тураһында мәғлүмәт уҡығас, фильмға тотоноромдо аңланым. Ул Рәсәйҙә генә түгел, донъяла билдәле скульпторҙарҙың береһе. Уның Мәскәүҙә генә 40 һәйкәле ҡуйылған, шуларҙың өсөһө Ҡыҙыл Майҙан янында. Мәскәүгә әлеге лә баяғы операторҙар Урал Ғатауллин, Илгиз Насипов менән командировкаға барып, бер аҙна буйына фильмға кадрҙар төшөрҙөк. Уның иҫ китмәле ябай, белемле, эшсәнлегенә хайран ҡалдыҡ. Ул үҙен "йәш башҡорт" тип атай. Уның үҙ тарихы, тамырҙары менән ҡыҙыҡһына башлауы ғәжәйеп. Ул хәҙер тормошондағы бөтә нәмәне башҡорт кешеһе позицияһынан сығып баһалай. Мәскәү буйлап машинала китеп барабыҙ, Салауат ағай руль артында, камералар эшләй. Мин унан: "Салауат ағай, нишләп шәп бараһығыҙ, тиҙлек яратаһығыҙмы?" - тип һорайым. Ә ул: "Ниндәй башҡорт тиҙлек яратмай һуң?" - тип һорауыма һорау менән яуаплай. Ул эсендәгеһе тышында булған бик ҡыҙыҡлы кеше. Минең ҡарамаҡҡа Рәсәйҙә ике бөйөк скульптор бар. Береһе - Зураб Церетели, икенсеһе - Салауат Щербаков. Уларҙың үҙ-ара аралашыуына хайран ҡалдым. Кеше ни тиклем бөйөк булһа, шул тиклем ябай икән. Интервью бирергә күп билдәле шәхестәр ризалашты - Владимир Мединский, Рәшит Нурғәлиев, Василий Нестеренко һәм башҡалар. Улар Щербаков тураһында шул тиклем матур һүҙҙәр әйтте. Былар барыһы ла, тағы ла Салауат ағайҙың нисек итеп башҡортса һөйләшә башлауы ла фильмда бар. "Минең исемем Салауат", "Мин башҡорт халҡының улымын" тигән һүҙҙәрҙе ул үҙе әйтә.
Әле булһын "Урал батыр" хаҡында фильм төшөрөү идеяһы менән йәшәйем. Миңә ҡалһа, һәр башҡорт Урал батыр идеяһы менән йәшәргә тейештер тип уйлайым. Әле "Ашҡаҙар" радиоһында етәксе булып эшләйем бит инде. Радиола яңы миҙгелде "Урал батыр" эпосын уҡыуҙан башланыҡ. Ике ай буйына "Ашҡаҙар" радиоһын ошо эпосты уҡыу менән асабыҙ. Эпосты Шайморатовты сәхнәлә уйнаған мәшһүр актерыбыҙ Хөрмәтулла Үтәшев уҡый. Был тәҡдимде Үтәшевҡа шылтыратып әйткәйнем, ул байтаҡ ваҡыт тын ҡалды ла: "Ҡайһылай ҙа ҙур яуаплылыҡ, булдыра алырмынмы икән?", - тине. Һәр бер һүҙен оло диҡҡәт менән энә күҙәүенән үткәреп уҡыны Хөрмәт Ғаззали улы эпосты. Барлығы 60 өлөштән торған тапшырыу килеп сыҡты. Әле "Урал батыр"ҙан һуң "Аҡбуҙат" эпосын да эфирға бирергә ҡарар иттек.
Башҡа райондан сыҡҡан шәхестәр тураһында күп кенә фильмдар төшөрһәм дә, үҙемдең тыуған яғымдың арҙаҡлы кешеләре тураһында фильмдарым юҡ икән, шуға күрә "Беҙ Мәсетлеләр" тигән фильмдар циклы эшләү ниәтем дә бар. Әйтәйек, Сабир Ваһапов, Барый Кәлимуллин, Ҡотдос Латыпов, Нәжибә Мәҡсүтова, Рәшит Әхтәров һ.б. тураһында.

Был донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмай тиҙәр. Һин үҙеңдең тормош тәжрибәңдән сығып, ошо хәлгә ниндәй аңлатма бирә алаһың. Әйтәйек, башта әйткәнебеҙсә, һәр урында ла фильм төшөрәһең...

- Эйе, кеше тормошонда бер нәмә лә осраҡлы түгелдер. Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин тураһында фильм эшләнек бит инде. Күп тә үтмәҫтән, Салауат Юлаевтың юбилейына фильм төшөрөү мәсьәләһе килеп тыуҙы. Бер кем дә баҙнат итмәгәс: "Мин эшләмәһәм, кем эшләр?" - тинем дә, тотондом. Бер аҙна эсендә төшөрҙөк фильмды һәм унда Салауат батырыбыҙҙың ролен Эльбрус уйнаны. Салауат Щербаков тураһында фильм эшләгәйнек, уның артынса геройым Шайморатов генералға һәйкәл эшләү конкурсында ҡатнашып еңеп сыҡты. Әле грант буйынса фильм төшөргәндә теге фильмдың кадрҙарын файҙаланасаҡбыҙ. Был донъяла бөтә ваҡиғалар ҙа бер-береһенә бәйләнеп килә. Шулай уҡ Хөрмәтулла Үтәшев академтеатрҙа Шайморатов генералдың ролен уйнаған һәм спектаклдән өҙөктәр фильм өсөн кәрәк булды. Әле эшләгән фильмға Мединскийҙың Шайморатов генерал, Салауат Щербаков хаҡында һөйләгән телмәренең бығаса файҙаланмаған өлөштәре инеп китәсәк.
Тағы бер нәмәне әйтеп киткем килә: Салауат Щербаков бөтә донъяға билдәле скульптор булһа ла, уның тураһында фильм төшөрөүсе булмаған. Ә Ноғман ағай тураһында алты фильм төшөрөлөп, етенсеһен мин төшөрҙөм. Йәғни Салауат Щербаков тураһында тәүге һәм Ноғман Мусин тураһында һуңғы фильмды төшөрөү миңә яҙҙы.

Документаль фильмдың башҡа төрлө сәнғәт сараларына ҡарағанда өҫтөнлөгө нимәлә тип иҫәпләйһең?

- Мауыҡтырғыс документаль фильм төшөрөү еңел түгел. Беҙ тәүге документаль фильмдарҙы кинотеатр залында күрһәтеүҙе башлап ебәрҙек. Зәғиф балалар менән һау-сәләмәт балалар араһындағы мөнәсәбәт тураһында "Параллель донъялар" тигән фильмды күрһәтергә булғас, беҙгә зал йыя алмайһығыҙ, тип, "Родина" кинотеатрының 26 урынлыҡ залын тәҡдим иттеләр. Кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу шул тиклем көслө булды, телефондан туҡтауһыҙ шылтыраттылар. Шуға күрә иртәгә премьера тигән көндөң кисендә залды алмаштырҙыҡ. Назар Нәжми тураһында "Ялҡындан һәм хистән ҡойолған" тигән фильмға килеүселәрҙең яртыһы залда урын булмайынса ҡайтып китте. Документаль фильмды төшөрөү нәфис фильмды төшөрөүгә ҡарағанда ауырыраҡ. Сөнки унда һинең һәр һүҙең йөҙ тапҡыр тикшереү үтергә тейеш. Ә нәфис фильмда фантазияға урын бар. Мин кем тураһында фильм төшөрһәм, аҙаҡтан барыһы ла иң яҡын дуҫтарыма әүерелә.

Нәфис фильмдар төшөрөү теләгең юҡмы, булһа, ул фильмдар кем һәм нимә тураһында буласаҡ? Ғөмүмән, башҡорт киноһының киләсәген нисегерәк итеп күҙаллайһың?

- Әле үҙем бер ҡабырғама ятһам, Шайморатов генерал һәйкәлен, икенсе яғыма ятһам,"Ашҡаҙар моңдары"н уйлайым. Ә башҡорт киноһының киләсәге хаҡында һүҙ әйтергә минең хоҡуғым бармы икән? Минең ҡарамаҡҡа, башҡорт киноһы өлкәһендә бөгөн бик ҡыуаныслы күренештәр бара. Айнур Асҡаров, Булат Йосопов һымаҡ егеттәр бик шәп фильмдар төшөрәләр. Кинорежиссерҙар "бөртөклө тауар", Азамат Ҡужәхмәтовыбыҙ бар ине, уға быйыл 30 августа 60 йәш тулған булыр ине. Иҫ киткес көслө документаль фильм оҫтаһы булды Азамат. Салауат Хәмиҙуллиныбыҙ ҙур эштәр башҡара.
Мин Ырымбурҙағы Каруанһарай тураһында фильм төшөрөү уйы менән янып йәшәйем. Башҡорт халҡының ошо ҡомартҡыһы тураһында бер генә фильм да юҡ. Тағы ла башҡорт тоҡомло аттар тураһында фильм төшөрөлмәгән. Ошо ике идея миндә йәшәй, ҡайһы бер кадрҙары күҙ алдыма ла килә. Каруанһарай тураһында документаль фильм да, документаль-нәфис фильм да төшөрөргә була. Төрөктәрҙең әле телевизорҙан барған "Гүзәл быуат" телесериалы һымаҡ итеп. Әйтәйек, нисек итеп сауҙагәрҙәр "Ебәк юлы" аша каруанда йөрөйҙәр, мажараларға осрайҙар, төрлө хәлдәргә тарыйҙар. Фильмды ике сюжет һыҙығы буйынса төшөрөп була, Салауат батырыбыҙ тураһындағы "Мин үлмәнем, башҡорттар!" фильмындағы һымаҡ.

"Ашҡаҙар" радиоһына ла грант алдың бит әле, конкурс иғлан иттегеҙ, ҡасан йомғаҡлау сараһы уҙасаҡ?

- Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр таланттарҙың 1-се Республика конкурсына 29 октябрҙә йомғаҡ яһаясаҡбыҙ, Аллаһ бирһә. Һайлап алыу турында 120-нән ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың араһынан 27 башҡарыусыны һайлап алдыҡ. Жюри ағзаларына башҡарыусының кем икәнлеген әйтмәйенсә генә тыңлаттыҡ. Бик ҡыҙыҡ булды. Ҡайһы берәүҙәрҙе баһалаусылар бөтөнләй таныманы. Бал ҡуйғандан һуң ғына ҡатнашыусының исемен әйттек. Һөҙөмтәлә бер-ике билдәле генә йырсылар төшөп ҡалды. Конкурста әлегәсә билдәле булмаған өр-яңы тауыштар ҙа астыҡ. "Ашҡаҙар" радиоһындағы тематик көндө беҙ "Рух көнө" тип атағайныҡ, конкурсҡа йомғаҡ яһау концерты "Рух байрамы" буласаҡ.

Өфөлә үткән "Яҡташлыҡ көсө" форумында яһаған сығышында Салауат Щербаков: "Хәҙерге ваҡытта кешелек ҡотолор өсөн Нух кәмәһе эҙләй. Мин - башҡорт һәм минең өсөн Нух кәмәһе милләтем", - тигәйне. Һинең Салауат Щербаков тураһындағы фильмыңдан һуң был шәхескә республикабыҙҙа иғтибар барлыҡҡа килде һәм уның проекты конкурста еңеп сыҡты. Был бит һинең дә еңеүең, шулай бит?

- Был барыбыҙҙың да еңеүебеҙ булды. Салауат ағай тәүге тапҡыр фильмда "Мин - башҡорт" тип әйтте. Ул әлеге ваҡытта тамырҙарын юллай. Атаһының һөйләүе буйынса, Башҡортостан уға тылсымлы төйәк булып тойолған. Бығаса ул бер тапҡыр ҙа Башҡортостанда булмаған, башҡорттар менән аралашмаған. Атаһының Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районындағы тыуған ауылына бергәләп барырға уйлайбыҙ. "Мине башҡорт донъяһына Айҙар Хөсәйенов менән һин алып индең", ти ул миңә. Уның әле иң ҙур хыялы - "Урал батыр" эпосына монументаль һәйкәл төҙөү. Ул Өфөгә килгән һайын башҡорт тарихы һәм тормошо буйынса яңылыҡ асып ҡайтарам.

Бөгөн башҡорт донъяһында ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеүселәрҙең нәҫелендә йә муллалар, йә старшиналар, һәр хәлдә, үҙ заманының зыялы, уҡымышлы кешеләр булған. Һин шәжәрәңде өйрәндеңме?

- Тыуған ауылым Мишәргә нигеҙ һалыусылар араһында ҡартатайымдың атаһы ла бар, ул дин юлында булған. Әсәйем яғынан ҡартатайым да дини ғилем үҙләштергән. Үкенескә, ҡартатайҙарымдың тубығына ултырып, әкиәт тыңлау бәхете теймәне, икеһе лә һуғышта ятып ҡалған.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова, Урал Миңнизар улы Ғатауллин, Әлфиә Басир ҡыҙы Арыҫланова илдең күренекле шәхестәре тураһындағы "Минең исемем - Салауат", "Һайланған яҙмыш" документаль фильмдар серияһы өсөн быйыл Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгән. Уларға уңыш теләйек!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.22 | Ҡаралған: 255

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru