Башҡортостанда өсөнсө йыл уҙғарылып килгән Милли кейемдәр көнө республиканың төп музейында ла киң масштабта үтә. Ағымдағы ошондай байрам Башҡортостан Республикаһының Милли музейына үҙ халҡының тарихына, ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына һәм милли кейеменә битараф булмағандарҙы йыйҙы. Байрамға килеүсе төрлө милләт вәкилдәренең үҙ милли кейемдәрендә булыуы был көндөң һәр кем өсөн әһәмиәтле булыуын һәм музейҙың "Милли кейемдә булайыҡ" тигән саҡырыуын ҡуш ҡуллап күтәреп алыуын раҫланы.
Килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, музейҙың генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Исхаҡов был байрамдың төрлө быуын вәкилдәре араһындағы бәйләнеште нығытыуға ҙур өлөш индереүен, ә матди һәм рухи мәҙәниәтте һаҡлаусы Милли музейҙа этнографияға, шул иҫәптән милли кейемгә бәйле бай экспонаттар залы һәр саҡ килеүселәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын билдәләп үтте. Ысынлап та, был көндө лә музейҙың башҡорт һәм башҡа милләттәрҙең туй һәм көндәлек кейемдәренә байҡау яһаған экскурсиялары, милли кейем, төрлө халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре тураһындағы сығыштар сарала ҡатнашыусыларҙы күпләп йәлеп итте.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Нәфисә Солтанова һуңғы ваҡытта милли кейемгә, ғөмүмән, миллилеккә иғтибар республика етәкселәре тарафынан да, халыҡ яғынан да бермә-бер артыуын билдәләне һәм: "Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бынан 10-20 йылдар элек милли кейемгә йәмәғәтселек яғынан иғтибар булманы, уны ошо өлкәлә эшләгән белгестәр өйрәнде лә, тарихсылар күҙ уңынан ысҡындырманы. Беҙ бындай кейемдәрҙе тик сәхнәләрҙә, музейҙарҙа, әгәр һаҡланып ҡалған булһа, оло йәштәге инәй-апайҙарҙың өйөндә генә күрҙек. Шуға күрә һуңғы ваҡытта милли кейемгә ҡарата булған иғтибарҙың артыуы, һис шикһеҙ, ҡыуаныслы күренеш. Шәхсән үҙем дә был мәсьәләгә иғтибарымды арттырҙым һәм үҙ ҡулдарым менән милли кейем тегә башланым. Минең баш баҫып ошо эшкә бирелеүемде күргән ейән-ейәнсәрҙәремдең дә милли кейемгә иғтибары артты. Бына бөгөн дә байрамда йәштәрҙең күп булыуы шатландыра", - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Милли кейем теге йәки был халыҡтың үҙ-ара милли оҡшашлығын сағылдырыусы төп күрһәткестәрҙең береһе. Шуға күрә әлеге байрамдың сағыу һәм үҙенсәлекле сара ғына түгел, уның балаларға һәм йәштәргә үҙ милләте тураһында һөйләүсе мәғлүмәти сығанаҡ булыуы тураһында ла оноторға ярамай. Был көндө музейға килеүселәр араһында милли кейемдәге балалар һәм йәштәрҙең күп булыуы уларҙың был байрамға ыңғай ҡарашы һәм үҙ булмышына тоғро ҡалыуы тураһында асыҡ һөйләүсе күрһәткес булып тора ла инде. Бының шулай икәнен Өфөнөң 94-се лицей уҡыусыһы Евгений Валерьевтың: "Бөгөнгө йәштәргә үҙ халҡының тарихы, уға ҡағылышлы мәғлүмәт ҡыҙыҡлы түгел, тиҙәр ҡайһы берәүҙәр. Ләкин беҙҙең барыбыҙҙы ла бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Мәҫәлән, мин үҙебеҙҙең милли кейемде бик яратып кейәм һәм уға арналған байрамдың булыуын бик хуплайым. Был көндә мәктәпкә милли элементтары булған кейемдә килеүҙе, һәр кемдең үҙ милләте тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреүен бик дөрөҫ һәм кәрәкле, тип иҫәпләйем", - тиеүе асыҡ дәлилләй.
Бөгөнгө көндә милли кейем эстетик һоҡланыу өлгөһө генә булыуҙан тыш, көндәлек тормошобоҙға ла әүҙем үтеп инә. Милли мотивтар ҡулланып тегелгән заманса кейемдәрҙең һәм башҡа аксессуарҙарҙың актуаль трендҡа әйләнеүенә барыбыҙ ҙа шаһит. Әйтергә кәрәк, милли кейем һәм милли элементтар менән эшләнгән әйберҙәр ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғына түгел, шулай уҡ ир-егеттәр тарафынан да ҙур һорау менән файҙалана. Шулай уҡ милли мотивтар нигеҙендә тегелгән кейемдәр һәм әйберҙәр төрлө тарихи хәл-ваҡиғаларҙы реконструкциялауҙа, квестарҙа киң ҡулланылыш тапты. Ләкин милли кейемгә ҡарата булған ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттырыу, киңәйтеү юлдарын эҙләү мөһим, ти философия фәндәре кандидаты Гүзәл Ҡазбулатова. "Глобалләшеү осоронда йәшәйбеҙ һәм барыбыҙға ла бер төрлө ҡиәфәткә инеп китеүҙән нәҡ милли кейем һаҡлай. Бөгөнгө көндә йәштәренең дә, хаҡлы ялдағыларының да, ҡатын-ҡыҙҙарының да, ир-егеттәренең дә өҫтөндә джинсы салбар, футболка һәм башҡа ошондай кейемдәр. Тағы ла төпкәрәк төшөп һәм образлы әйткәндә, Рәсәйҙә лә, Эфиопияла ла халыҡ бер төрлө кейемдә. Теге йәки был халыҡҡа ғына хас үҙенсәлек тә, айырмалыҡ та юҡ. Ә милли кейем нәҡ ошондай миллилекте, үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта милли кейем дә бер урында тормай, ул үҫешә, байый, уға һәр замандың да йоғонтоһо ҙур. Йәштәрҙә милли кейемгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙың бер юлы - уны цифрлаштырыу, тип уйлайым. Улар хәҙер барыһы ла интернетта, шуға күрә мәғлүмәт тә күбеһенсә нәҡ уның аша бирелергә тейештер. Мәҫәлән, бөгөн музейҙа матур итеп ойошторолған оҫталыҡ дәрестәре лә цифрлаштырылып, төрлө интернет майҙансыҡтарҙа урын алһа, яҡшы булыр ине", - тип үҙ фекерен белдерҙе ул.
Был көндә музейға килеүселәр "Селтәр" студияһы ағзаларынан "Һарауыс" сигеүен өйрәнде, шулай уҡ төрлө милләт оҫталары ҡунаҡтарҙы сыуаш сигеүе, урыҫ биҙәктәре менән таныштырҙы. Теләге булған һәр кем башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурайҙа уйнарға өйрәнде. Байрамда виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сығыш яһауы һәм уның оҫталыҡ дәресе барыһының да күңеленә хуш килде. Ә "Этно стиль рәүешендә бейе" флешмобы башҡорт, татар, чечен халыҡ бейеүҙәрен бар матурлығында сағылдырып, сараның күркәм бер өлөшөнә әйләнде.
Милли кейемдәрҙәге дефиле хаҡында айырым әйтеп үтергә кәрәктер, сөнки ул үҙенә төрлө быуын вәкилдәрен йыйҙы һәм милли кейемдең матур булыуынан тыш, кешене йәмғиәт менән бәйләүсе бер сынйыр икәнен тағы ла бер иҫбатланы. Ысынлап та, милли кейем оло әһәмиәткә эйә мәғлүмәти сығанаҡ, ул үҙендә тотошлайы менән һәм һәр бер айырым элементында теге йәки был халыҡтың йәшәү рәүешен, ғаилә хәлен һәм социаль статусын, хатта ниндәй эштәр башҡарғанын сағылдыра. Хатта бер милләт араһында ла, уның төрлө төбәктә йәшәүселәренең милли кейеме форма байлығы, биҙәүестәренең үҙенсәлеге, уларҙы тегеү һәм эшләү алымдарының айырылып тороуы менән ҡиммәтле. Һәм республиканың төп музейында үткән "Милли кейемдә булайыҡ" байрамы сиктәрендә уҙған милли кейемдәге дефиле ошоно асыҡ күрһәтте.
Шулай итеп...
Башҡа байрам даталарынан айырмалы рәүештә, Милли кейемдәр көнө республикала күптән түгел билдәләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул күптәрҙең көтөп алған һәм ихлас ҡатнашҡан байрамдарының береһенә әйләнә бара. Йылдан-йыл милли кейемдәр көнөндә ҡатнашыусыларҙың арта барыуын иҫәпкә алғанда, әлеге байрам датаһының урынлы һәм үҙ ваҡытында булдырылыуын билдәләп үтергә кәрәк. Йылына ике тапҡыр мәктәпкә лә, эш урынына ла милли кейемдә йәки милли элементы булған әйберҙә килергә әйҙүкләп тороусы байрам, уға арналған саралар булғанда кешелә үҙенең тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә дәрт уяна, миллилеккә табан тағы ла бер аҙым эшләнә.
Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА