«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕ АТЫНА МЕНГӘН ТИҘ ТӨШӨР
+  - 


Был әйтемдә һүҙ, ысынлап та, сит кеше атына менеү хаҡында барамы, әллә башҡа төрлө ярамаған ғәмәл башҡарыу тураһындамы? Ғөмүмән, "кеше атына менеү" һүҙбәйләнешен нисек аңларға була һуң? Бында дүрт аяҡлы атҡа менеү генә күҙ уңында тотоламы? Ошо хаҡта ентекләберәк фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.

Ленин исемендәге колхоздың беҙҙең 4-се һанлы Буранбай ауылы бригадаһында оҙаҡ йылдар һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мә-һәҙей олатай Ҡотоев (йәш йырсылар Марсель һәм Нух Ҡотоевтарҙың ҡартатаһы) бригадир булып эшләне. Унан һуң бригадир дилбегәһен атайым үҙ ҡулына алды. Йола буйынса яңы бригадирға хужалыҡ дилбегәһе генә түгел, хужаның төп транспорты булған екке атының да дилбегәһе, арба-санаһы, ҡамыт-ыңғырсағы күсә. Тап ошо көндәрҙә беҙ, яңы бригадир балалары, бер башҡа үҫеп киткән һымаҡ булдыҡ. Шулай булмай һуң: ауылыбыҙҙың ғына түгел, беҙҙең төбәктә йәшәүсе һәммә йәше-ҡартының күҙе ҡыҙып, көнләшеүҙән эсе янған туры юрға хәҙер беҙҙең ихатаға боролоп инә бит. Ғорурлығы ни тора! Башҡорт тоҡомло аттар үҙенең бауыр аҫтынан ғына булған был мөһабәт туры юрғаны ҡайҙандыр ситтән, Дон яғынанмы, Орел яғынанмы ҙур хаҡҡа һатып алып килтергәйнеләр.
Беҙҙең кеүек танау аҫты кипмәгән малайҙар өсөн туры юрға, үәт, ат ине, исмаһам! Аттың да ниндәйе бит әле! Үҙен ҡыш санаға, йәй арбаға егеп алаһың да, дилбегәне бер генә ҡағыуың була, доҡойтоп сығып та китә. Туры юрға егелгән арба ауылдың башҡа барлыҡ ат-арбаларын ғына түгел, машина-тракторҙарын да үтеп китә, үҙебеҙсә әйткәндә, "тапап" үтә хатта. Соҡор-һарҡыуҙар ҙа, һикертмәләр ҙә юҡ уның өсөн, һәр урында ла бер тигеҙ юрта ғына бирә. Юрғаның һыбай йөрөүҙәге бер уңайһыҙлығы бар: ул да булһа, яйҙаҡ атланып алдыңмы, осаңдың йәне ҡалмай, шуға күрә юрғаларға эйәр һалып менеп, өҙәңгеһенә баҫып, эйәр ҡашағаһына тотоноп, баҫып ҡына йөрөйһөң. Әгәр ҙә дилбегәне йомшағыраҡ ҡуллы берәрһе, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ тотһа, туры юрға менән йөрөү оло хәүефкә әүерелә.
Бер мәл турыны егеп, урманға бесәнгә барҙыҡ. Ҡайтыр саҡ еткәс, атайыбыҙ арбаға бесән, башҡа әйберҙәр һалып, дилбегә артына әсәйебеҙҙең бер үҙен ултыртып, ауылға ҡайтарып ебәрҙе. Беҙ атайҙың мотоциклына ултырып, һуңғараҡ ҡайттыҡ. Өйгә ҡайтыуыбыҙға күҙебеҙ дүрт булды: әсәйебеҙҙең ҡото алынған, арбанан барлыҡ әйберҙәр төшөп ҡалған, хатта һыңар бөртөк бесән дә ҡалмаған. Туры юрға дилбегә артында гүзәл заттың ултырыуын тойған да, ауыҙлығын тешләп тороп алып, машина тиҙлегендә ауылға табан елдергән.
Бригадир еккеһе туры юрға хаҡында оҙон тәфсиргә төшөп яҙыуымдың әтнәкәһе шунда: беҙҙең ауылға, беҙҙең ерлеккә өйрәнә алманы ул сит мал. Әллә күпме арбабыҙҙы ҡыйратты, ҡамыт-ыңғырсаҡты эшлектән сығарҙы туры юрға. Уны бер мәл хаттта һабантуйҙа бәйгегә сығарып ҡараныҡ. Юҡ, тәүге әйләнешкә тиклем башҡа аттарҙы күпкә артта ҡалдырып юртып килде лә, һыртындағы малайға баш бирмәй, туранан-тураға елдерҙе туры юрға. Уны көтөүселәр ҙә көтөүгә менеп ҡараны. Ҡыҙыҡ итеп һөйләнеләр көтөүселәр. Туры юрғаны менеп сыҡтыңмы, көтөү ҡайғыһы китә, сөнки барлыҡ иғтибарыңды һәм иждиһатыңды туры юрғаның үҙенә бирергә кәрәк. Йә баш бирмәй, йә ҡасып китә, йә алып ҡаса, йә булмаһа, бер көн ныҡлы ҡулда тотоп көтөүҙә йөрөһәң, иртәгеһенә бөтөнләй йөрөргә эшкинмәй. Етмәһә, үҙенең буйы бейек булғас, атланыуы ҡыйын. Үҙенең һыртына тиҙ генә эйәр һуғып бара, арҡаһы әҙәм ҡарағыһыҙ булып сейләнеп бөтә. Мал ҡараусылар туры юрғаны ҡыш силос, сенаж, бесән ташыу өсөн дә егеп ҡараны. Кәүҙәһе ғифриттәй булһа ла, йөк тартыуға бөтөнләй яраҡһыҙ булып сыҡты туры юрға.
Беҙҙең башҡорт ысынбарлығы, ауыл тормошо өсөн яратылмағайны шул ул ат. Шуға күрәлерме, беҙ ул туры юрғаның мәнфәғәтен күрә алманыҡ, уға кем генә менмәһен, һыртынан тиҙ төштө, кем генә екмәһен, тиҙ туғарҙы. Ә бит ситтән ҡарап тороуға ниндәй күркәм, мөһабәт, һоҡланғыс, үҙенә ҡарап туйғыһыҙ мал ине туры юрға. Әкиәттәге арғымаҡ, дөлдөл кеүек үҙе, гүйә. Әммә туры юрға ситтән ҡарағанда ғына шулай күркәм һәм үҙенә ылыҡтырғыс ине. Ҡыҫҡаһы, хандар, батшалар кырандастарға егеп, юрғалатып, кәлеп һалып йөрөр өсөн генә яратылған туры юрға беҙҙең милли тормошто, йәшәү рәүешебеҙҙе ҡабул итә алманы. Һыйырға эйәр нисек килешмәһә, беҙҙең тормош туры юрғаға ла яраманы.
Уны иң тәүҙә ҡырға һыпырып ебәрҙеләр. Тибенгә өйрәнмәгән меҫкен мал Уралтауҙың ҡырыҫ тәбиғәтен бик ауыр кисерҙе, буғай. Һуңынан ҡороҡлап тотоп, үҙен Сибайҙағы ит комбинатына тапшырҙылар. Туры юрғаның тәржемәи хәле ҡыҫҡаса ошолай булды.
Юғарыла бригадир еккеһе туры юрға, мал хаҡында һүҙ барһа ла, уның хаҡында барған әңгәмәнән сығып, шундай фәлсәфәүи һығымталар яһарға булалыр:
- сит кеше атына менгән, ысынлап та, тиҙ төшә, сөнки һәр кемдең үҙ аты, үҙ хәрәкәт сараһы булыуы мөһим, кеше аты һинең көнкүрешеңә, йолаларыңа яраҡлашмаған һәм һабан һөрә торған ат менән бәйгелә сапмайҙар, йәки - киреһенсә; - ат һүҙенең икенсе бер мәғәнәһе "исем"де аңлата, шуға күрә башҡа кеше өлгәшкән уңыш, хеҙмәт емеше менән оҙаҡ йәшәп булмай, һәр кешенең үҙ атына, үҙ исеменә бәйле үҙенсәлекле тормош үҙәне, яҙмышы бар, башҡа кешенең яҙмышы менән дә йәшәп булмай, һәр ваҡыт кеше елкәһендә йәшәү ҙә мөмкин түгел, ҡасан да булһа, үҙеңсә йәшәй башларға мәжбүр булаһың;
- беҙҙең ил халҡына Европа прагматизмы, Америка индивидуализмы көсләп тағыла, йәғни европалылар һәм американлылар беҙгә үҙҙәренең атын йәки йәшәү рәүешен тәҡдим итә, әммә беҙҙең тәбиғәт был нормаларҙы ҡабул итмәй, прагматизм милли рухты үлтерә, индивидуализм милләтте, кешелекте эске яҡтан тарҡата...
Донъяла глобалләшеү, милләттәр араһында интеграция барған ошо заманда был әйтем бигерәк актуаль булып ҡала. Заман һынауын үҙ аты, үҙ йәшәү рәүеше, йола-традициялары булған дәүләттәр һәм милләттәр генә имен-аман үтеп сыға аласаҡ. Беҙҙе архаиклыҡта йөҙ-мең тапҡыр ғәйепләһендәр, былар барыһы ла үҙ асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу йәһәтенән эшләнә...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.09.22 | Ҡаралған: 271

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru