Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты үҙенең бер быуатлыҡ тарихын яҙҙы. Ошо ваҡыт эсендә быуын-быуын ғалимдар алмашынды, төрлө осорҙар кисерҙе, иң мөһиме, ул үҙенең төп маҡсатына тоғро ҡалды. Бөгөн шулай тип кенә әйтә алабыҙ: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты бөгөнгө көндә донъяла танылыу яулаған ғилми учреждениеларҙың береһе. Юбилей уңайынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВ һәм ҡулланмалы лингвистика һәм диалектология бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты Зиннур СИРАЖЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты үҙенең йөҙ йыллыҡ юбилейына әҙерләнә. Шулай булғас, Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, Башҡортостандың иң өлкән ғилми учреждениеһының тарихына ла күҙ һалыу мотлаҡтыр, тимәксемен.
З. Рәхмәтуллина. Буласаҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тәүге фәнни нигеҙ ташы 1922 йылдың сентябрендә һалына. Республиканың Халыҡ мәғарифы комиссариаты эргәһендә академия үҙәге ойошторола. Тап ошо ойошма эсендә башҡорт крайын, мәҙәниәтен, этнологияһын, географияһын өйрәнгән йәмғиәт булдырыла. Ул дәүерҙәге зыялыларыбыҙ - әҙиптәр, ғалимдар, мөғәллимдәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ошо йәмғиәтттең ағзалары булып китәләр. Д. Юлтый, М. Ғафури, М.Буранғолов, З. Шакиров һымаҡ күренекле шәхестәр әүҙем эш алып баралар. Тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте баштан уҡ беҙҙең институттың структураһын булдырған йүнәлештәр буйынса эшләй. Был йәмғиәттең "Башҡорт аймағы" һәм рус телендә "Башкирский краеведческий сборник" тигән үҙенең матбуғаты ла була. Академүҙәк даирәһендә барлыҡҡа килгән йәмғиәт төрлө үҙгәрештәр кисерә, 1931 йылда Милли мәҙәниәт институты булып китә, 1932 йылда уның тәүге директоры М. Солянов ҡултамғаһы менән беренсе бойороҡ сыға. 1951 йылда СССР Фәндәр академияһының башҡорт филиалы - Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге барлыҡҡа килә һәм беҙҙең институт уның структураһына "Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты" исеме менән инеп китә. Миңә: "Институт 1932 йылда барлыҡҡа килгән түгелме?" - тип һорау биргәндәре бар. Ул йылда М. Солянов үҙенең беренсе бойороғона ҡул ҡуйһа ла, 1922 йылда ойошторолған йәмғиәт милли институтҡа нигеҙ һала ла инде.
М. Нәҙерғолов. Зөһрә Йыһанур ҡыҙының һүҙен ҡеүәтләп, шуны әйтәм: беҙҙең институттың нигеҙе йәмғиәт булараҡ, ысынлап та, 1922 йылда формалаша. Ләкин тарих, этнография, фольклор, әҙәбиәт буйынса тикшеренеүҙәр Башҡортостанда, башҡорт ерлегендә 19-сы быуат аҙағында уҡ башлана. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың башҡорттарҙың тарихы буйынса яҙған яҙмалары, Ғарифулла Кейековтың "Башҡорт тарихы", Мөнир Һаҙыевтың "Башҡорт тарихы" тигән хеҙмәттәре, Риза Фәхретдиновтың улы Ғабдрахман Фәхретдиновтың башҡорт тарихы буйынса хеҙмәттәре лә совет осорона тиклем үк яҙылған. Ә бына беҙҙең әҙәбиәт ғилеме буйынса шулай уҡ совет осорона тиклем үк Риза Фәхретдинов, Ғәли Соҡорой тикшеренеүҙәр алып бара, уларҙың яҙмаларында әҙәбиәтте, әҙәби әҫәрҙе тикшереү элементтары күҙәтелә. Йәғни институт 1922 йылда ғына ла барлыҡҡа килмәгән, уның шытымдары, тамырҙары беҙҙең мәҙәниәттә революцияға тиклем үк булған.
З. Рәхмәтуллина. Ғөмүмән әйткәндә, 18-19-сы быуаттарҙа башҡорт төйәгенә шул хәтлем күп экспедициялар ойошторола. Лепехин, Кириллов, Никольский, Руденколар башҡорт ере, төбәгенә бәйле бик күп этнографик, тарихи мәғлүмәттәр биргәндәр. Бына ошо фәнни байлыҡҡа һәм үҙебеҙҙең башҡорт тикшеренеүселәренең материалдарына таянып, яңы ғына тыуған совет республикаһында йәмғиәт үҙенең эшмәкәрлеген башлап ебәргән. Бөтөн иғтибарын башҡорт мәҙәниәтен, этнографияһын, телен ғилми тикшеренеүгә йүнәлтһә лә, бер үк ваҡытта ул башҡа халыҡтарҙың да үҙенсәлеген өйрәнеп, сағыштырып эшләүҙе маҡсат итеп ала. Тимәк, йәмғиәт полимилләтле тикшеренеү үҙәге була. 1922 йылда Башҡортостанда буласаҡ академик өйрәнеү структураларының бәләкәй генә майҙансығы бына шулай эш башлап ебәреп, 100 йыл эсендә ул үҫешкән, күренекле ҙур институтҡа әйләнде.
Бөгөнгө көндә институтыбыҙ бик күп сит ил фәнни ойошмалар, үҙәктәр менән хеҙмәттәшлек итә. Үҙебеҙҙең Башҡортостанды донъя кимәленә сығарған ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа күп. 1988 йылда беҙҙең археолог Анатолий Пшеничнюк етәкләгән экспедиция Ырымбур өлкәһендә бер батша ҡурғанын соҡоп, сармат коллекцияһын таба. Этнограф-антрополог Ринат Мөхәмәт улы Йосоповтың краниологик коллекцияһын телгә алмау мөмкин түгел. Ғалим ғүмере буйы баш һөйәктәрен өйрәнеп, башҡорттоң төрлө типтарын асты. Бөгөнгө көндә беҙҙең институтта 1300-ҙән ашыу баш һөйәге һаҡлана. Антрополог Алексей Нечвалода Герасимов методикаһы буйынса ошо һөйәктәрҙән кеше йөҙөн һынландыра. Был ғалимдарыбыҙҙы сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Асыштар етерлек институтта, мәҫәлән, Рәсәй кимәлендә рус теленән һуң икенсе булып башҡорт теленең Машина фонды булдырылды.
Ысынлап та, ҡулланыусыларҙан Машина корпусының бик уңайлы булыуы тураһында йыш ҡына ишетергә тура килә. Тимәк, бөгөнгө көн талабын яҡшы белеп эшләйһегеҙ, сөнки Рәсәй кимәлендә икенсе булып фонд ойоштороу - үҙе үк юғары баһа. Зиннур Әмир улы, дөйөм эш ҡасан башланды?
З. Сиражетдинов. Лаборатория 2002 йылда төҙөлһә, беҙ 2005 йылдан эшләй башланыҡ. Тап шул йылда башҡорт теле буйынса Дәүләт программаһы ҡабул ителгәйне. Унда шулай уҡ лаборатория төҙөү мәсьәләһе лә ҡаралды, йәғни, мәғлүмәти-технология өлкәһендә мөһим булған программаларҙы локалләштереү, башҡортлаштырыу бурысы ҡуйылды, был эш беҙҙең лабораторияға йөкмәтелде, һәм беҙ Файн Ридер, лексикон, клавиатура программаһы, шрифттар менән эшләй башланыҡ. Элек бит текстарҙы ҡул менән йыйып ултыра торғайныҡ, Файн Ридер программаһы сканланған тексты автоматик рәүештә компьютерға индерә. "Хэппи Хаус" тигән донъя кимәлендәге компанияның шундай Файн Ридер программаһын, "Лексикон" тигән текст мөхәррирен, аҙаҡ "Арсенал" тигән компания менән шрифттарҙы үҙебеҙгә яраҡлаштырҙыҡ. Былар бөтәһе лә башҡорт теленең мәғлүмәт технологияһына инер өсөн үҙенә күрә бер инфраструктура булды. Хәтерләйһегеҙҙер, башҡорт шрифттары ла төрлө ине бит. Бер ергә ебәрһәң, унда уҡый алмайҙар, сөнки унда икенсе төрлө башҡорт шрифты ҡуйылған ине. Клавиатурала башҡорт хәрефтәре ҡайһы баҫмаҡта, ниндәй тәртиптә ҡуйылырға тейеш? Беҙ дөйөм кодировка ҡалыптарын эшләнек. Аҙаҡтан ошо кодировканы Майкрософт ҡабул итте. Артабан башҡорт теленең мәғлүмәт базаларын төҙөү буйынса эшкә керештек. Компьютерға һүҙлектәрҙе, башҡа төрлө мәғлүмәттәрҙе индерә башланыҡ. Ана шул ваҡытта беҙҙең башта, башҡорт теленең фондын эшләргә кәрәк, тигән фекер тыуҙы. Хәҙерге көндә башҡорт теленең Машина фонды хәтәр ҙурайып китте, ул ун ике мәғлүмәт базаһынан тора. Институттың картотекаһы бар, унда ике миллион карточка тупланған, ул "Генераль фонд картотекаһы" тип атала. Әммә бөтөн һүҙҙәр ҙә әле уға инеп бөтмәгән, шул эште артабан дауам итергә кәрәк. Артабан лексикография фондын булдырҙыҡ. Беҙҙең башҡорт телендә төрлө-төрлө 58 һүҙлек бар. Ике телдәге һүҙлектәр, мәктәп өсөн тәғәйенләнгәне, аңлатма һүҙлеге, терминология һүҙлеге һ.б. Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Хәҙер башҡорт теленең корпустарын төҙөй башланыҡ.
"Корпус" тигәнде нисек аңларға, был термин менән һәр уҡыусы ла таныш түгел бит…
З. Сиражетдинов. Компьютерҙың базаһына текстар индерелә, һәм "Анализатор" тип аталған программалар ошо текстар менән эшләп, кешегә кәрәкле мәғлүмәтте табып бирә. Беҙ эшләгән корпустың әһәмиәте нимәлә? Бында 30 миллионлыҡ база тупланған. Тикшеренеүсе унда инә лә, кәрәкле һүҙгә баҫа, һәм артабан был һүҙ тураһында мәғлүмәт, белешмә килеп тә сыға. Корпус шул яҡтан бик файҙалы. Мәктәп уҡыусыһы өсөн әсбап яҙғандарға һүҙлектәр кәрәк. Айырым темаға һөйләмдәр, теманы аңлатыр өсөн һүрәттәр талап ителһә, автор корпусҡа инә лә, кәрәкле мәғлүмәтте табып та ала.
З. Рәхмәтуллина. Йыл башында беҙ тел бүлеге ғилемендә "Ҡулланмалы лингвистика һәм диалектология" тигән айырым бер бүлексә булдырҙыҡ. Диалектология элек-электән беҙҙең институттың төп йүнәлештәренең береһе булған. Легендар ғалимдарыбыҙ С. Миржанова, Э. Ишбирҙин, Н. Мәҡсүтова шул тема менән шөғөлләнгәндәр. Нишләптер, һуңғараҡ был өлкәне өйрәнеү әкренләп юҡҡа сыҡҡан. Ә бөгөн ил, хатта донъя кимәлендә лә телдәргә һәм уларҙың диалекттарына иғтибар ҙур. Халыҡ-ара кимәлдә, Рәсәйҙә "Лингвоток" тигән платформа эшләй. Телдәрҙе яҡлау ниәте менән булдырылған был платформаға бөтөн телдәр, уларҙың диалекттары, хатта "үлгән" телдәр ҙә индерелгән. Икенсенән, диалекттар проблемаһы халҡыбыҙ өсөн мөһим булып ҡала. Мәҫәлән, кемдер берәү башҡорт теленең диалектында һөйләшә, ләкин ул әҙәби телдә һөйләшмәгәс, үҙен кем тип танырға ла белмәй. Башҡорт теленең көнбайыш һөйләше менән дә шулайыраҡ килеп сыҡты бит. Электән эшләп килгән диалектология өлкәһен өйрәнеүҙе яңынан тергеҙеү көнүҙәк. Милләтәшебеҙ бөгөн Ҡытайҙамы, әллә Австралияламы, үҙенең ниндәй диалектта һөйләгәнен белеп, үҙен милли яҡтан идентификациялап йәшәр ине.
Мәскәүҙә РФ Академияһында Системалы планлаштырыу тигән институт эшләй. 2021 йылдың октябрь айында беҙҙең Хөкүмәт ошо институт менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты нигеҙендә "Лингводок" платформаһында башҡорт теле һәм уның һөйләштәрен өйрәнеү буйынса лаборатория төҙөү тураһында килешеү төҙөнө. Беҙ башҡорт теле һәм уның барлыҡ һөйләштәрен дә ошо платформаға индерергә тейешбеҙ. Ғилми хеҙмәткәребеҙ Рәмилә Кәримова - проекттың етәксеһе. Яңыраҡ ҡына йәш тикшеренеүселәребеҙ "Лингводок" платформаһында Грант отто. Ул диалектология бүлексәһенә нигеҙләнә, йәштәргә айырым бүлмә биреләсәк һәм бергә эшләй башлаяҡбыҙ. Башҡорт теленең терминологик базаһы ла төҙөлгән. Был эш тә, Машина корпусы ла, "Лингводок" платформаһындағы башҡорт теле һәм уның һөйләштәре - барыһы ла башҡорт телен ҡурсалауға, яҡлауға йүнәлтелгән, сөнки ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, 140-ҡа яҡын Рәсәй халыҡтарының телдәре юғалыу хәүефендә. Беҙҙең башҡорт теле лә ошо исемлеккә ингән. Институттың матур йүнәлешле эше ыңғай һөҙөмтәләр бирер, тип уйлайбыҙ.
Беҙҙең тормош әҙәбиәттән айырылғыһыҙ. Миңлеғәли Хөсәйен улы, һеҙ етәкләгән әҙәбиәт бүлеге иң боронғо бүлектәрҙән һанала…
М. Нәҙерғолов. Эйе, йәмғиәт сағында ла беҙҙең бүлек булған. Ғ Амантай, Ә. Харисовтарҙан башлап, бик күп күренекле ғалимдар эшләп киткән. Иң ҙур ҡаҙаныштар тип шуны әйтер инем: 1990-1996 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә башҡорт телендә "Башҡорт әҙәбиәте тарихы"ның алты томлығын әҙерләп сығарғайныҡ. Тырыштыра торғас, совет осоронан һуңғы әҙәбиәтте тикшереп, 2019 йылда 7-се томын нәшерләүгә өлгәштек. 7 том сыҡҡас, руссаһын әҙерләргә тотоноп киттек. 2012 йылда - 1-се, 2014 йылда - 2-се, 2016 йылда 3-сө томы донъя күрҙе. Ғүмерҙә булмаған хәл, тиһәк тә була, сөнки совет осоронда рус телендә "История башкирской советской литературы" тигән бер генә китап сыҡҡан булған. Бөгөн инде хәҙерге әҙәбиәтебеҙгә арналған 4-се томын эшләйбеҙ. Эш бик ҡыҙыу бара. Үҙебеҙ генә түгел, юғары уҡыу йорттары ғалимдарын, уҡытыусыларҙы йәлеп иткәнбеҙ.
Икенсе урындарҙа эшләгән белгестәргә мөрәжәғәт итеүҙең зарурлығы нимәлә?
М. Нәҙерғолов. Айырым өлкәлә төплө белгес бар икән, беҙ шуларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Әйтәйек, проза буйынса филология фәндәре докторы, күп китаптар авторы Гөлфирә Гәрәеваны йәлеп иттек. Драматургия өлөшөн филология фәндәре докторы Риф Әхмәҙиев яҙҙы. Балалар әҙәбиәтен ғалимә Ғәҙилә Бүләкованан яҙҙырттыҡ. Төп өлөшө, әлбиттә, үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан башҡарылды. Руссаһын әҙерләгәндә шулай уҡ ситтән ғалимдарҙы йәлеп итергә тура киләсәк.
Тағы ла бер яңылығыбыҙ менән уртаҡлашам. Зөһрә Йыһанур ҡыҙының тырышлығы менән институтҡа инглиз теле буйынса белгес алдыҡ. Айгөл Альберт ҡыҙы Ҡолоева Англияла эшләп ҡайтҡан бик төплө белгес, ул башҡорт әҙәбиәте тарихын бер томда инглиз телендә әҙерләп сығарыу эшен башлап ебәрҙе һәм инде ҡайһы бер өлөштәрен миңә тапшырып та ҡуйҙы.
Беҙҙең әҙәбиәт ғилеме бүлеге - шулай уҡ институтыбыҙҙағы археографик тикшеренеүҙәргә нигеҙ һалған бүлек. Боронғо яҙмаларҙы өйрәнә торған фән совет осорона тиклем үк башланған. Риза Фәхретдиновтың боронғо ҡулъяҙмалар буйынса яҙмалары, Ғарифулла Кейековтың ҡәбер таштарын өйрәнеүе, боронғо ҡулъяҙмаларҙы йыйып йөрөүе - был эштең шул саҡтарҙа алып барылыуын раҫлай. Археографик материалдарҙы беҙҙең институт 50-се йылдарҙа комплекслы экспедициялар мәлендә актив ҡына йыйған. СССР Фәндәр академияһының археографик комиссияһы булдырылғас, 1973 йылда был эшкә системалы рәүештә ныҡлап тотоналар. Һәм беҙҙең әҙәбиәт бүлеге ғалимдары даими рәүештә йыл да, хатта йылына бер нисә тапҡыр экспедицияла була.
Бына мин үҙем институтта 80-се йылдан бирле эшләйем. Беҙ йыл да экспедицияға сыға торғайныҡ. Аҙаҡ инде, ил емерелгәс, был эш бер ни тиклем туҡталып ҡалғайны. Гранттар иҫәбенә йәнә башлап ебәрҙек. Совет осоронан һуң, 2009 йылда, тәүге экспедицияға сыға алдыҡ. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы тотошлай тикшереү өсөн 4-5 экспедиция ойошторҙоҡ. Шул яҡтағы бөтөн ауылдарҙа, мәсеттәрҙә булып, зыяраттарҙағы ҡәбер таштарын уҡып, бер үк ваҡытта фольклор материалдары йыйҙыҡ. Беҙҙең иҫ китмәле бай ҡулъяҙмалар фонды бар, бүлегебеҙҙең бер төркөм ғалимдары шунда эшләй ине, һәм 2014 йылда Көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлеге итеп, айырып сығарҙыҡ. Хәҙер унда ете меңгә яҡын боронғо ҡулъяҙмалар, баҫма китаптар һаҡлана. Уларҙы каталогҡа индереү, һанландырыу, һаҡлау эштәре бара, шулай ҙа был бүлектең көсө самалы ғына. Әгәр ҙә мөмкинлек булһа, йәш белгестәр менән көсәйтеү яҡшы булыр ине. Ғәрәп, фарсы, иҫке төрки телендәге текстарҙы тәржемә итерлек белгестәр кәрәк әле.
З. Рәхмәтуллина. 70-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән фонд бөгөнгө көндә "Ғайса Хөсәйенов исемендәге көнсығыш ҡулъяҙмалары фонды" тигән исем йөрөтә. Унда хатта иҫәпкә алынмағандары менән ҡулъяҙмалар һигеҙ меңгә яҡын булып китә. Бында килгәс, мин үҙем аптыраным. Шундай тәжрибәле, үҙ эшенә бирелгән белгестәр матур итеп эшләйҙәр. Абруйлы, халыҡ-ара кимәлдә танылған фәнни журналдарҙа мәҡәләләре сығып, монографиялары баҫылып тора. Халыҡ-ара форумдар ҙа йыш уҙғарыла. Пандемияға ҡарамайынса, онлайн нигеҙҙә булһа ла, диалектология буйынса форум уҙғарҙыҡ. Унда сит ил ғалимдары теләп ҡатнашты, шундай матур сығыштар булды.
Миңлеғәли Хөсәйен улы, һеҙ арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен халыҡҡа кире ҡайтарыу өсөн шәхсән күп эшләнегеҙ. Кемдәрҙең эшмәкәрлеген өйрәнеү айырыуса ныҡ тәьҫир итте?
М. Нәҙерғолов. Онотола яҙған үҙебеҙҙең күп кенә башҡорт шәхестәрен - яҙыусылары, ғалимдарының исемдәрен халыҡҡа кире ҡайтарырға насип булды. Университетта уҡығанда уҡ мин Ғәли Соҡоройҙоң ижады менән шөғөлләнә башланым, диплом эшен уның буйынса яҙҙым. 1993 йылда "Шәм яҡтыһы" тигән уның әлегә тиклем һаман да берҙән-бер булып ҡалған йыйынтығын сығарғайным. Аҙаҡ Соҡоройҙоң улы Ғарифулла Кейековтың да ижады менән ҡыҙыҡһынып киттем, уның хаҡында китап сығарҙым. Фәтхелҡадир Сөләймәновтың (Абдулҡадир Инан) әҙәби әҫәрҙәрен өйрәнеп, "Башҡорт йәйләүендә" тигән исем менән йыйынтығын, Фазыл Туйкиндың, Риза Фәхретдиновтың әҙәби әҫәрҙәре йыйынтығын сығарҙым. Башҡарған эштәр күп булды. 1993 йылда Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин саҡырып алды ла: "Беҙҙең ғилми архивта М. Өмөтбаевтың алты томлыҡ фонды ята. Шуға тасуирлама яҙ әле", - тине. 11 телдә яҙылған 532 ҡалын документ. Ғәрәп, фарсы, төрөк, Ҡырым татарҙары, иҫке төрки, татар, башҡорт, рус, хатта француз, поляк тедәрендә яҙылғандары бар, мин аптырап ҡалдым. "Бөтөн эшеңде ташлайһың, тик шуның менән генә ултыраһың, һиңә ярты йыл ваҡыт бирәм", тине етәксе. Документтарҙың күбеһе ҡулъяҙмала ине. Шул фонд менән ултырып, күҙемдең нурын юғалта яҙҙым. Ныҡ көсәнергә тура килде. 1995 йылда "М. Өмөтбаев фондының ҡыҫҡаса тасуирламаһы" тигән китап сығарҙым. 2016 йылда бер ни тиклем төҙәтмәләр индереп, уны ҡабатлап сығарҙыҡ. М. Өмөтбаевтың мираҫы буйынса бик күп кешеләр хеҙмәттәр яҙған булһалар ҙа, уның архивын берәү ҙә ентекләп өйрәнмәгән булып сыҡты. Хәҙер шул архив буйынса байтаҡ мәҡәләләр баҫтыра башланыҡ.
Таңһылыу Кусимова апай "Башҡорт исемдәре" тигән китапты заманында ике тапҡыр сығарғайны. Халыҡҡа шул тиклем кәрәкле китап булды ул. Ләкин башҡорт исемдәрен йыйыу, өйрәнеү менән иң беренсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев шөғөлләнә башлаған, уны берәү ҙә бер ҡасан да телгә алғаны юҡ. М. Өмөтбаевтың ниндәй ҙур шәхес булыуын халҡыбыҙға һаман да тейешенсә еткерә алғаныбыҙ юҡ. 1887 йылда Ҡырымда ҙур шау-шыу ҡуба. Ҡырым татарҙары араһында вәҡеф буйынса, йәғни кеше үҙ теләге менән мәсеткә, дини ойошмаға үҙенең байлығын мираҫ итеп тапшырһа, шуны бүлеү мәсьәләһе буйынса бик ҡаты талаш китә, һәм Рәсәй Хөкүмәте тикшереү өсөн махсус комиссия ойоштора. Уның төп белгесе, комиссияның ғилми сәркәтибе итеп М. Өмөтбаевты саҡыралар. Сөнки уның кеүек Ҡырым татарҙары һәм рус телен яҡшы белгән кешене таба алмағандар. Бына шундай шәхестәребеҙҙе һаман да баһалап еткерә алмайбыҙ. Өмөтбаевҡа бағышланған нимә бар? Тыуған ауылында ғына һәйкәле, музейы бар. Ә бит ул оҙаҡ йылдар Өфөлә йәшәгән, земствоның ағзаһы булған һәм башҡорттар араһында Рус география йәмғиәтенең берҙән-бер ағзаһы булып торған.
Институт ғалимдарының төрлө сараларҙа ҡатнашыуы, фән ҡаҙаныштары менән таныштырып барыуын яҡшы беләбеҙ. Матбуғат баҫмаларында, радиола улар менән әңгәмәләр ҡорған бар. Ысынлап та, башҡорт ғалимдары хеҙмәте донъя ҡаҙанышы булып тора.
З. Рәхмәтуллина. Эйе, эштәр төрлө яҡлап алып барыла. Үҙ даирәбеҙҙә генә ҡайнамайбыҙ, фән эшмәкәрҙәребеҙ, ғалимдарыбыҙ радио-телевидениела сығыш яһайҙар. Халыҡ яратып ҡараған күп тапшырыуҙарҙа - улар эксперт.
Археологтар Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара теҙмәһенә индереү өсөн күп тырышлыҡ һалды. Геопарктарға беҙҙең ғалимдар экспертиза үткәреп, баһа бирә. Берәй ерҙә төҙөлөш башларға итһәләр, тарихи-археологик мираҫ өҫтөндә төҙөлмәйме, тип, беҙгә мөрәжәғәт итәләр. Ғалимдарыбыҙ тикшереп, уларға тейешле һығымталарын яһап бирә. Институттың республикаға күрһәткән ярҙамы шул хәтлем ҙур. Әҙәбиәт, тел белгестәре уҡыусылар өсөн әсбаптар яҙа, юғары уҡыу йорттарында уҡыталар, дәүләт аттестация комиссияларында, берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреүҙә ҡатнашалар.
Беҙҙең институт федераль Фән һәм юғары белем биреү министрлығына ҡараһа ла, үҙебеҙҙең үҙенсәлекле милли йөҙөбөҙ бар - башҡорт милли йөҙлө институт. Шул уҡ ваҡытта, башҡорт тематикаһы менән генә сикләнмәйбеҙ, ошо төбәктең, Төньяҡ Уралдың тарихын, археологияһын, мәҙәниәтен бергә бәйләп тикшереүҙәр алып барабыҙ. Федераль кимәлдә маҡсатлы, системалы рәүештә башҡорт рухын, мәҙәниәтен, этнологияһын, телен, фольклорын, тарихын өйрәнәбеҙ.
М. Нәҙерғолов. 90-сы йылдарҙа илдә барған төрлө үҙгәрештәр мәлендә Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин институтты һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерҙе. Шул йылдарҙы, шул көндәрҙе бик яҡшы хәтерләйем. Зиннур Ғәзиз улы бөтөн институтты, ғилми советты йыйып, кәңәшләшеп эшләне: "Беҙ Рәсәй Фәндәр академияһы составында ҡалырға тейешбеҙ, шунда ғына беҙҙең институт үҙенең йөҙөн һаҡлап алып ҡаласаҡ, финанслау тейешле кимәлдә булырына ла ышанам", - тине. Коллектив уның тәҡдимен хупланы. Ул саҡтағы Хөкүмәттән: "Ни өсөн һеҙ республика Фәндәр академияһында түгелһегеҙ?" - тип, баҫым яһаусылар ҙа булды. Шуны асыҡ әйтеп китергә кәрәк: беҙ Рәсәй Фәндәр академияһында булһаҡ та, асылда, бөтөн эшебеҙ - республика өсөн.
Беҙҙең иң танылған ғалимдарыбыҙ Ғайса Хөсәйенов, Зиннур Ураҡсин Башҡортостан Фәндәр академияһында мөхбир-ағза булып эшләнеләр. Беҙҙең институт менән заманында бик актив хеҙмәттәшлек иткән Дамир Жәүәт улы Вәлиевты телгә алмай булмай. Улар Башҡортостан Фәндәр академияһын булдырыуға ҙур көс һалған шәхестәр.
З. Рәхмәтуллина. Эйе, статус ике төрлө булһа ла, маҡсаттар бер: башҡорт халҡына бәйле бөтөн тармаҡтарҙы өйрәнеү. Бөгөнгө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты баштан уҡ бөртөкләп йыйылған фәнни традицияларҙы дауам итә, уларҙы яңы кимәлгә күтәреп, яҡлап, үҫтереп килә.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА