«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМДЕҢ АРБАҺЫНДАҺЫҢ? ЗАМАН АРБАҺЫНДА!
+  - 


Заманы кисергәндәрҙе кисерә, башҡалар күргәнде күрә, тулай, илай, көлә, хисләнә, ҡайғыра, шатлана, ялағайлана, ярамhаҡлана, түҙә лә, дәүеренә, көнөнә яраҡлашып йәшәй әҙәм балаhы. Бөтә өҫтөнлөктәре лә, етешhеҙлектәре лә шул йәшәгән заманына хас, сөнки "кемдең арбаhына ултырhаң…"

Донъялар hынылыш, hынамыш кисергәндә, әҙәмдәр ҙә төрлө ҡиәфәткә инеп, төрлө хисиәттәр кисереп, йәшәгән дәүеренә, мөхитенә яраҡлашып, уларҙың hәр үҙгәрешенә шәхсән мөнәсәбәтен күрhәтә. Шул мөхиттә тыуған камил йәнле, аңлы, тәнле бала ла, үҫә бара, эргә-тирәhендәге йәшәйеште өйрәнә, яраҡлаша, тәжрибә туплай, өлкәндәрҙә булған бөтә яҡшылыҡты, яманлыҡты ла үҙләштерә һәм үҙгәрә. Ниндәй ғәҙәт, hәләттәрҙе күберәк үҙләштерә ул, ҡайhы яҡҡа нығыраҡ үҙгәрә, уныhы инде ата-әсә, мәктәп тәрбиәһе, йәмғиәттәге үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙән, йәшәү шарттарынан тора.
Был донъяға килгәндә бер кемгә лә тормош тәжрибәһе, йәшәйеш ҡағиҙәләре бирелмәй. Ҡыйыулыҡҡа, ҡурҡаҡлыҡҡа, тоғролоҡҡа, хыянатҡа, ғөмүмән, бөтә әҙәми сифаттарға ла бала ата-әсәhенән, өлкән быуын тәжрибәhенән генә өйрәнә ала. "Кәкре таяҡтың күләгәhе лә кәкре" тигән кеүек, йәштәр ниндәй шарттарҙа, ниндәй ҡағиҙәләргә буйhоноп, кемдәрҙән өйрәнеп, үрнәк алып үҫә, шул шарттарға, ҡағиҙәләргә яраҡлашып, шул кешеләргә оҡшап йәшәргә мәжбүр була. Тыумыштан бер кем дә боҙоҡ булмай. Әгәр махсус шарттар тыуҙырып тәрбиәләгәндә, өлкән быуын тәжрибәһен белмәй үҫкән йәш быуын ниндәй яңы кешелек сифаттарына эйә булыр ине икән?..
Хәҙерге тәрбиәлә ҡәтғи сиктәр юҡ саҡта яҡшылыҡта, игелеклектә, итәғәтлектә үрнәк алырлыҡ, тиңләшерлек өлгөләр ҙә юҡ кимәлендә. Yҙен hаҡлау юлын hәр кем үҙе һайлай, имен ҡалыу ысулын үҙе хәстәрләй. Һәр кем үҙ яйына ҡуйылған: нисек теләйhең, нисек хәлеңдән килә, шулай йәшә! Уңhаң, афарин! Уңмаhаң, ул hинең генә бәләң! Шулайтып, тарҡау йәмғиәт үҙ ағзаларын ситкә тибә, йәш быуынын аяуһыҙ һынауҙарға дусар итә. Һөҙөмтәлә… Ысынында, йәштәр бөгөн ҡойон ыңғайына өйөрөлөп йөрөгән ҡоро япраҡ өйкөмө кеүек, ҡайҙа hуғылырға белмәй, эркелешеп йөрөйҙәр, дөйөм идеяhыҙ, уртаҡ маҡсатhыҙ еңел генә берләшәләр, тупланалар, шулай уҡ еңел генә тарҡалалар, икенсе көслөрәк өйкөмдәргә күсәләр. Илдә берәй бола ҡупhа, донъяны ҡыйратып йөрөүселәр, ғәҙәттә, шул уртаҡ идеяhыҙ, уртаҡ маҡсатhыҙ, ләкин дөйөм ярhыу хисенә бирелгән йәштәр төркөмө була. Уларҙың hәр береhе шәхсән тормош мәсьәләhен хәл итә: кемдәргәлер, нимәгәлер ризаhыҙлығын белдерә, асыуын сығара, күңелен тынысландыра. Улар уртаҡ ярhыуға бирелгәндәр, ә уртаҡ маҡсаттары юҡ. Шуға ла үс, нәфрәт, дәғүә, асыу хистәрен сығарып бөтөү менән ярhыуҙары үҙенән-үҙе hүрелә. Ә йәштәрҙең тотанаҡһыҙ ярhыу хистәре кем тарафынандыр яуыз маҡсатта бер йүнәлештә, бер күскә берләштерелhә? Бындай хәлдәр ҙә булып тора бит.
Элегерәк йәш быуындың энергияһын файҙалы юлға hалыу өсөн улар төрлө фестиваль, конкурс, ярыштарға ылыҡтырылып, шунда дөйөм идеяға, уртаҡ маҡсатҡа йүнәлеш бирелеп, аң һәләте, тән көсө, йән дәрте ижадҡа, тәжрибә туплауға, шәхестең аҡыл, йән, тән мөмкинлектәрен үҫтереүгә файҙаланылды. Эшсе йәштәр ил масштабындағы завод, комбинат, гидро-, электростанциялар, тимер юлдар h.б. төҙөлөштәргә саҡырылып, ижади, hөнәри hәләттәрен асыуға, hәр кем үҙен танытыуға, таланттары баhаланыуға, орден, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр яулауға шарттар тыуҙырылды. Фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөләре күрhәтеп, иптәштәре алдында ихтирам, абруй яулағандар дан ҡаҙанып, рухи ҡәнәғәтләнеү алды.
Хәҙерге йәштәрҙең ташып барған энергияhын дөрөҫ йүнәлештә, шәхсән ихтыяждарын hәм йәмәғәт мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереүгә файҙаланып буламы? Булhа, нисек һәм ҡайҙа? Бөйөк төҙөлөштәр юҡ. Эш урындары етешмәй. Булған хәлдә лә, һәр кемгә һайлаған hөнәре буйынса эш табыу еңел түгел. Магазинда hатыу итеп, компьютер эргәhендә ултырып йәки ваҡ-төйәк йомошсо булып, кемделер хеҙмәтләндереп йөрөүҙән, яратмай эшләгән эштән рухи ҡәнәғәтләнеү алып буламы? Уларҙы бит шул хеҙмәткә генә hәләтле тип эшкә алалар. Йәштәр шул эш урындарына ла ҡушҡуллап ризалашалар. Белеме, hөнәре буйынса эш булмағас, ни хәл итhендәр?
Эйе, "Үҙ эшеңде ас та, алға!" тигән лозунгты йыш күтәрәләр. Әйтеүе генә анhат! Был бит шул уҡ, үҙ йүнеңде үҙең күр, тип, уларға ҡул hелтәү. Фәрештә булып күренер өсөн шайтан ҡойроғон йәшереп йөрөй, ти. Йәмғиәт тә шулай ҡылана түгелме? Яңы эш башлау өсөн иң алда тәғәйен шарттар тыуҙырылыуы мөhим бит. Бөгөн кем ҡаҡ ерҙә үҙ хәләл көсөм менән үҙ эшемде асып, йәмғиәткә файҙа килтерәм, ғәҙел табыш алып, хеҙмәтсәндәремдең мәнфәғәттәрен хәстәрләп, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, намыҫлы йәшәйем, тип әйтә ала?
1991-1992 йылдарҙағы капиталистик революция "Көслөнөкө - замана" тигән сәйәсәт өҫтөнлөгөн урынлаштырҙы. Шул йылдарҙа тыуып, тәрбиә, иғтибарға мохтажлыҡ кисереп йәшәгән балалар ата-әсәләренең, ғаиләмде туйындырам, донъя көтәм, кешесә йәшәйем, тип ҡыланған-ҡылғандарын күреп үҫте. Намыҫлы эшләп тапҡанға ғына әллә нимә ҡыйратып булмай икәнен аңланылар. Әҙәмсә йәшәр өсөн урлап, талап табыу ҙа оят түгел икәнен белделәр. Сөнки ул мәлдәрҙә етеш тормош кисергәндәр нисек байығанын, ҡайҙан, нимә урлағанын йәшермәне лә, ҡурҡманы ла. Ҡурҡманылар, киреһенсә, үҙҙәрен был тормоштоң хужалары итеп таныттылар.
Бала ата-әсәhенең көҙгөhө. Шәүләм оҡшамай тип, көҙгөнө ғәйепләү көлкө! Хәҙерге үҫмерҙәр үткән быуаттың 60-70-се йылдарында тыуып, пионер, комсомол сафтарында тәрбиәләнгән, 1991-1992 йылдарҙа ялған сәйәсәткә алданып, өмөтлө, ышаныслы киләсәктәренән яҙған атай-әсәйҙәрҙең балалары. Атай-әсәйе тыуҙырып үҫтергән, ләкин йәмғиәт тәрбиәләгән үҫмерҙәр. Бәлки, ҡурҡыныс күрәҙәлектер, ләкин улар ҙур төркөмдәргә үҙаллы берләшһә, йәмғиәт именлегенә янаған хәүеф күп тапҡырҙарға артасаҡ. Уларҙың кемдәрелер секталарҙа, бандаларҙа, кемдәре спорт йәмғиәттәре битлеге аҫтында йәшеренгән сәйер ойошмаларҙа, кемдәрелер башҡа төрлө байраҡтар аҫтында тоғролоҡҡа ант итәләр. Был ҡылыҡтары өсөн уларҙы ғәйепләү ғәҙел түгел, сөнки тәбиғи асылын һаҡлау инстинкты hәр тере йән төрөн берләшергә мәжбүр итә.
Нимә эшләргә, ҡайҙа hуғылырға, кемгә ылығырға, кемгә таянырға, кемгә ышанырға белмәй аптыранып йөрөгән йәш кеше, кем әҙ генә киләсәккә өмөт бирә, шуға ылыға, кем саҡ ҡына йылы hүҙ әйтә, ярҙам ҡулын hуҙа, шуға эйәрә. Ә йәмғиәт уларға нимәлер вәғәҙә итеү түгел, үҙенә ышандырып, өмөтләндереп тә маташмай. Өлкәндәрҙең ошо хәлгә битарафлығы ғәжәпләнерлек. Йәштәрҙе яҙыҡ юлдан ҡурсалау саралары күреү урынына, уларҙы эҙәрлекләү, язаға тарттырыу ысулдары камиллаштырыла. Йәмғиәт йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһен хәл итмәй тороп, киләсәккә бер ышаныслы аҙым да яhай алмаясаҡ!
Эйе, халыҡ hүҙе хаҡ: алданам тигәнде алдауы ла рәхәт, алдаусыhы ла табыла! Элегерәк ауылға "баба" килhә, малайҙарҙы сөннәткә ултыртыр өсөн ҡуянат бирәм тип алдаштыра торғайны. Ә хәҙерге "баба"лар бөтә ил халҡын ҡуянат биреп тә тормай, сөннәткә ултырта ла китәләр...
Эйе, өлкәндәр үҙ файҙаhын, үҙ уңайлыҡтарын хәстәрләй белә. Донъя бөгөн улар ҡулында. Уларҙың тормоштан алған тәжрибә hабаҡтары күберәк. Ләкин ошо намыҫҡа, итәғәтлеккә ҡытлыҡ дәүерендә үҫкән балалар иртәгә тормош эйәләренә әйләнәсәктәр. Донъя дилбегәhен үҙ ҡулдарына алғас, улар нимә ҡылырҙар, ҡайҙа боролорҙар? Өлкәндәргә, донъяға асыуҙарының ҡоhорон ҡайҙа сығарырҙар? Аяуҙы белерҙәрме? Әллә, hеҙгә шул кәрәк, тип, тере йәндәр өҫтөнән тапап барырҙармы?
Халыҡ бушҡа ғына "Олоған эт тешләмәй, аҫтыртын эттән hаҡлан" тимәгәндер. Донъяла хәүефле хәлдәр булып тороусан. Дәүеребеҙҙәге киҫкен үҙгәрештәр мәлендә тыуған балалар үҫеп етте. Уларҙың башбаштаҡлыҡтары имен-аман үтеп китhә, киләсәктә ундай хаталар ҡабатланмаhын, тигән йәмғиәт кисектергеhеҙ сараларын күрергә бурыслы. Сөнки йәштәре тырым-тырағай йөрөгән илдең эштәре уңышлы, йәшәйеше данлы, киләсәге хәүефhеҙ булыуына ышаныс аҙ…
Һәр быуын йәшәгән дәүерендә маҡтанырлыҡ та, хур булырлыҡ та эштәр ҡыла. Ләкин Рәсәй тарихында, хәҙергеләр кеүек, үҙ яҙмышына был хәтлем еңел ҡараусы быуын булмағандыр. Дөйөм идея, берҙәм маҡсатта йәшәгәндәр генә ышаныслы, бәхетле киләсәккә өмөтләнә ала. Yткәндәренән фәhем алып, бөгөнгөhөнә инанып, киләсәген уйлап, әҙәпле, итәғәтле йәшәгән халыҡ лайыҡлы тормош кисерә, күпкә өлгәшә, ихтирам яулай!

Урал МОСТАФИН.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 261

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru