15 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 49-сы ултырышы сиктәрендә парламентарийҙарға сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Радий Фәрит улы сығышының башында уҡ бынан дүрт йыл элек тәүге тапҡыр Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда алда ниндәй һынауҙар көтөрөн берәү ҙә күҙ алдына килтерә алмағанын белдерҙе. Тәүҙә - тажзәхмәт пандемияһы, хәҙер хәрби-сәйәси хәл-торош һынай беҙҙе. Ил Көнбайыштың тупланған көсөнә ҡаршы тора. Икенсе яҡтан илебеҙгә ҡарата төрлө санкциялар ҡулланыла. "Был һынауҙарҙы атай-олатайҙарҙан аманат итеп тапшырылған тыуған илгә һөйөү, уны яҡларға әҙер булыу кеүек рухи көс менән генә еңеп сығасаҡбыҙ. Хәҡиҡәт беҙҙең яҡта!" - тине ул. Шулай уҡ хәҙерге Рәсәйҙең донъяла элекке дәрәжәһен һәм абруйын кире ҡайтарыуын, яңы союздаштар һәм партнерҙар табыуын, хәрби һәм иҡтисади ҡеүәтен үҫтереүен, ҡабаттан бөйөк державаға әүерелеүен, ғәҙеллек һәм донъяның күп ҡырлы булырға тейешлеген һаҡлап ҡалырға тырышыуын билдәләне.
Радий Фәрит улы бөгөн донъяны нацизмдан яҡлап, Рәсәй өсөн республиканың меңәрләгән ирекмәне, мобилизацияланған ир-егеттәре, Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов, Александр Достовалов исемендәге батальондары һуғышыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, алдағы аҙнала милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө батальондың хәрби хәрәкәттәр зонаһына ҡуҙғаласағын белдерҙе һәм: "Башҡортостан менән Донбасс төбәген элек-электән айырым рухи бәйләнеш бәйләп тора - унда генерал Шайморатов һәм атлылар дивизияһы яугирҙары иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Йөҙәрләгән ир-егет - дәүләт наградаларына, өлкән лейтенант Максим Серафимов, прапорщик Тамерлан Илһамов, өлкән лейтенант Игорь Насибуллин үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Ошо көндәрҙә был юғары награда тағы ике яҡташыбыҙға - гвардия майоры Борис Дудко менән өлкән лейтенант Степан Беловҡа бирелде", - тине. Ил именлеген һаҡлап яуҙа баштарын һалған яугирҙар иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, Радий Хәбиров республиканың Донбасҡа гуманитар ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, инфраструктураһын сафҡа индереү буйынса терәк булыуына ла туҡталды, Рәсәй Президенты Указы менән Башҡортостанда база әҙерлеге, йәғни иҡтисади тотороҡлолоҡ, барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә айырым яуаплылыҡ режимы индерелеүен билдәләне.
Шуға ла бөгөн төп бурыс булып республиканың барлыҡ иҡтисади секторҙарының һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итеү тора. Был йәһәттән республиканың алдына ҡуйылған бурыстарын үтәүен ике йыл рәттән ил буйынса сәнәғәт сәйәсәтен һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу рейтингында беренсе урын алыуы ла дәлилләй. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 23 предприятиеһы "Газпром" өсөн эшләнгән сит ил продукцияһын ватан продукцияһы менән алмаштырған, башҡа предприятиелар ҙа ошо йүнәлештә эшләй. Сәнәғәтте үҫтереү фондын капиталлаштырыу 1,3 миллиард һумға еткән, киләһе йылда уны тағы ла 200 миллион һумға арттырыу планлаштырыла. Кластерҙар сиктәрендә сәнәғәт етештереүе кооперацияһын ойоштороуға бөгөн ҙур иғтибар бирелә. Әлеге ваҡытта дүрт кластер бар, тағы ла бишәүҙе сафҡа индереү буйынса эш бара. Авиация һәм сәнәғәт кластеры федераль исемлеккә индерелеп, федераль ярҙам алыуға дәғүә итә. Ғөмүмән, сәнәғәттең айырым тармаҡтарына ярҙам программаһы ваҡытлы һәм һөҙөмтәле булыуын аҡлай, шуға күрә Радий Фәрит улы Хөкүмәткә уларҙы һаҡларға һәм алдағы йылдарҙа финанслау күләмен арттырырға, ә киләһе йылдан инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник сараларын етештереү һәм түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашыра башларға ҡушты.
Башҡортостан инвестиция рейтингы буйынса илдә иң яҡшы биш субъект иҫәбенә инә. Рәсәй һәм сит ил инвесторҙары республикаға ышаныс белдерә. Әлеге ваҡытта иң һөҙөмтәле үҫешеүсе зона булып "Алға" иҡтисади зонаһы тора һәм алдағы йылда ла уның инфраструктураһы әүҙем үҫтереләсәк. Беларусь Республикаһы менән яңы сифатлы хеҙмәттәшлек булдырған, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән тығыҙ эшмәкәрлек алып барыла, Иран, Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлек ҡеүәте тулыһынса асылып бөтмәгән әле.
Ауыл хужалығына килгәндә, быйыл бынан 30 йыл элекке рекорд ҡабатланған - 5 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған. Был тармаҡты техник һәм технологик йыһазландырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған, сөнки дүрт йылда барлығы 12 мең техника һатып алынған. Киләһе йылда Ауырғазы, Илеш, Дыуан, Йәрмәкәй райондарында эре проекттар эш башлаясаҡ. "Бөгөн ауыл хужалығы ерҙәре, агросәнәғәт продукцияһы стратегик ресурс булып тора, - тине Радий Фәрит улы. - Ҡайһы бер райондарҙа буш ерҙәр ҡалмаһа, икенсе урында улар һөҙөмтәһеҙ файҙаланыла, бәғзеләренең бөтөнләй хужаһы юҡ. Киләһе йылда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә инвентаризация үткәреп, уларҙы әйләнешкә индереү буйынса эш алып барырға кәрәк. 2024 йылға ҡулланылмаған бер гектар ер ҙә ҡалмаҫҡа тейеш".
Республика Башлығы ауыл хужалығында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеү менән бер рәттән, уны эшкәртеү буйынса проблема булыуын һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте менән әүҙем шөғөлләнеү зарурлығын билдәләне. Бер ыңғай тамырҙарҙың ауылда булыуын белдереп, ауыл халҡы тураһында хәстәрлек күрергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Ауылда йәшәгәндәр беҙҙән уңайлы шарттар булдырыуҙы ғәҙел талап итә", - тине ул. Әйткәндәй, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йыл һайын 1,5 миллиард һум аҡса бүленә. Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан лидерҙар рәтендә тора. 2018 йылда ауыл урамдарына ут үткәреү буйынса программа ҡабул ителә, әммә ул коронавирус осоронда туҡтатыла. Ләкин халыҡтан был эште тергеҙеү буйынса бик күп мөрәжәғәттәр килә. Был маҡсатҡа киләһе йылда 300 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Эшһеҙлек кимәле кәмеһә лә, күп предприятиеларҙа эшсе ҡулдар етешмәй. Туймазыла, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Салауатта ҡеүәтле индустриаль үҙәктәр барлыҡҡа килә, шуға иң мөһим мәсьәлә булып кадрҙар әҙерләү тора. Ғөмүмән, үҙенең сығышында Радий Хәбиров төп урынға хеҙмәт кешеһен, дөрөҫөрәге, кешене ҡуйҙы һәм барлыҡ кимәлдәге етәкселәрҙе лә ошоно күҙ уңында тоторға саҡырҙы. Ә төп бурыс - ул хеҙмәт кешеһенә лайыҡлы эш шарттары булдырыу һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү. "Әлеге ваҡытта Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 50 мең һумға етә. Был һандарҙы беҙгә Росстат бирә. Әммә беҙ был йәһәттән тәүге 10 төбәк иҫәбенә инмәйбеҙ. Был мәғлүмәттәр ҡайһы бер предприятиеларҙа "һоро эш хаҡтары" схемаһы эшләүе тураһында һығымта яһауға этәрә. Һөҙөмтәлә кешеләр пенсия йыйылмаларынан ҡолаҡ ҡаға", - тине ул һәм Хөкүмәткә граждандарҙың хеҙмәт хоҡуғын боҙоуҙы иҫкәртеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Мөрәжәғәтнамәлә граждандарға һәм аҡсаға ҡағылышлы тағы бер фекер хәтерҙә ҡалды - Радий Фәрит улы дәүләт вазифаһын биләгән вазифалы кешеләрҙе үҙе менән килешелмәгән ҡарарҙар ҡабул итеүҙә һаҡ булырға саҡырҙы. Был осраҡта ул БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа капиталь ремонт өсөн түләү күләмен арттырыу тәҡдиме буйынса фекер алышыуҙы күҙ уңында тотто. "Әлбиттә, аҡса етмәй, әммә беҙҙең капремонтты бюджет аҡсаһына эшләтеү мөмкинлегебеҙ бар. Был мәсьәлә менән халыҡты ыҙалатмағыҙ. Күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын ашығыс рәүештә ремонтлауға бюджетта 100 миллион һум ҡаралған. Был ғына етмәһә, тағы табырбыҙ. Граждандар ҡыйығынан һыу аҡҡан йорттарҙа йәшәргә тейеш түгел", - тине ул.
Быйыл республика 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөп тапшырған. Радий Фәрит улы был күләмдең аҙ булыуын һәм Ағиҙел аръяғында төҙөлөш башлау өсөн 8,4 миллиард облигация займы, шулай уҡ Кузнецов Затонында - социаль һәм юл, Нефтекамала коммуналь инфраструктура төҙөлөшөнә 19,6 миллиард һум йәлеп ителеүен белдерҙе.
Юлдар һәр ваҡытта ла иғтибар үҙәгендә. Ике йыл эсендә 2 мең километр юл, 3 мең метр күпер ремонтланған, ғөмүмән, юл фонды күләме һуңғы 5 йылда 1,1 тапҡырға артҡан. Әммә төбәк һәм муниципаль юлдар торошо маҡтанырлыҡ түгел. Шуға күрә дәүләт башлығы Хөкүмәткә киләһе йылда урындағы юлдарҙы төҙөү, реконструкциялау, капиталь ремонтлау өсөн өҫтәмә рәүештә 4 миллиард һум, һәр муниципаль районға юлдарға ҡырсынташ һалыуға 10 миллион һум бүлергә ҡушты, Хәйбулла, Баймаҡ райондары халҡына 2024 йылға Сибай-Аҡъяр автоюлын ремонтлап тапшырырға вәғәҙә итте.
Мәғариф системаһына килгәндә, уҙған дүрт йылда барлығы 32 мәктәп һәм 59 балалар баҡсаһы төҙөлгән һәм реконструкцияланған, 90 колледж бинаһы һәм ятағы ремонтланған, уларҙың 60-ының базаһында 188 заманса оҫтахана булдырылған. Һуңғы ике йылда ошо маҡсатта, РФ Президенты программаһына ярашлы, 6,5 миллиард һум бүленгән, киләсәктә тағы ла 140 мәктәп, тәү сиратта ауыл мәктәптәре ремонтланасаҡ.
Күптән түгел генә республиканың фәнни-технологик үҫеш рейтингында Рәсәй буйынса дүртенсе урын яулауы мәғлүм булғайны. Уңыш нигеҙе булып донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге тора. Уның эшмәкәрлеге федераль бюджеттан 16 миллиард һум йәлеп итеү мөмкинлеге биргән. Был йүнәлештә яңы булдырылған Өфө фән һәм технологиялар университеты ла мөһим урын алып торорға тейеш, йәғни унда 2030 йылға 50 мең студент уҡырға, өс меңдән ашыу ғалим һәм уҡытыусы эшләргә, вуз йылына 12 миллиард килем килтерергә тейеш. Быйыл беренсе тапҡыр ғалимдарҙың фәнни стажировкаһы, йәш ғалимдарҙың һәм уҡытыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һум аҡса бүленгән. Киләһе йылда ла ошо социаль программа дауам итәсәк һәм уға РФА-ның Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ғилми хеҙмәткәрҙәре лә индереләсәк. Һәр хәлдә, Хөкүмәткә шундай бурыс йөкмәтелде.
Башҡортостан Башлығы мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлегенә һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең еңел булмаған осорҙа күрһәткән фиҙаҡәрлегенә баһа бирелде. "Иң мөһим бурыс - беренсел звеноны нығытыу, - тине Радий Фәрит улы. - Кеше участка табибына йәки һирәк белгескә яҙыла алмай тормаҫҡа тейеш. Мин был мәсьәләне һәр саҡ күҙ уңында тотоуҙы талап итәм". Һуңғы өс йылда барлығы 250 ФАП, 5 табип амбулаторияһы төҙөлгән һәм әле лә төҙөлөш эштәре дауам итә. Әммә уларҙа кем эшләр? Был йәһәттән, медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең эшен дәртләндереү маҡсатында, яңы йылдың 1 ғинуарынан беренсел звено һәм тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына һиҙелерлек өҫтәмә буласағын белдерҙе Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәлә сәләмәтлек нигеҙе булып спорт тороуын һәм Башҡортостандың Рәсәйҙең спорт картаһында лайыҡлы урын алыуын билдәләне. Шулай уҡ уның туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы буйынса ла лидерҙар рәтен тулыландырыуын, социаль туризмға ла етди иғтибар биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 450 йыллығы алдынан баш ҡаланың ҙур төҙөлөш майҙанына әүерелеүен һәм юбилейҙың лайыҡлы үтәсәген белдерҙе. Киләһе йылда берҙәм тауыш биреү көнөндә урындағы үҙидаралыҡҡа һәм парламентҡа депутаттар һайлау кәрәклеген дә хәтергә төшөрҙө.
Сығышының аҙағында Радий Хәбиров: "Беҙ тыуған республикабыҙ һәм илебеҙгә һөйөү һәм ышаныс, уны ҙур ҡаҙаныштарыбыҙ менән данлау теләге менән йәшәйбеҙ. Әгәр артабан да уйҙарыбыҙ ҙа, ғәмәлдәребеҙ ҙә бер булһа, теләһә ниндәй һынауҙарҙы ла үтеп, мотлаҡ еңәсәкбеҙ! Мин һеҙгә ышанам, хөрмәтле яҡташтарым! Рухлы, көслө, берҙәм булайыҡ!" - тип, телмәрен ышаныслы ноталарҙа тамамланы.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Рәсәйҙә киләһе йыл Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителһә, Башҡортостанда ул "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылы буласаҡ. Был хаҡта Радий Фәрит улы былай тип белдерҙе: "Һәр кемдең атайсалы бар, беҙ унда тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡанбыҙ, мәктәп тамамлағанбыҙ. Мин ауылда 5 йыл йәшәнем, кемдер 10 йыл, бәғзеләр ғүмер буйы ауылда йәшәй. Әммә һәр кемдең тамырҙары менән бәйләнеше, уның өсөн ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләү теләге бар. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам итһә, һөҙөмтә буласаҡ. Минеңсә, республика халҡы быны юғары баһалар".
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА