Мир был уйҙарынан тулҡынланып китә, йөрәге ашҡынып дөпөлдәп тибергә керешә... Тальяны көтә, әсәһе, бәлки, Мөғлифә лә көтә торғандыр. Ниндәй икән ул хәҙер? Район үҙәгендә һатыусыға уҡып йөрөйөм тип яҙғайны бер хатында, ҙур ерҙә үҙгәргәндер, матур итеп кейенә башлағандыр, еткән ҡыҙ булғандыр инде... Ә Иоланта-Миләүшә? Ул ни эшләр икән? Сентябрь уртаһынан ул Магдебургта белем эстәй башланы, әммә аҙна һайын тыуған йортона ҡайтып йөрөй. Мир Коссмандарға ярҙамға бармаған булһа, йүгереп гарнизон янына килеп етә, теге ярыҡ буйында көнө буйы көтөп ултыра. Ҡыҙ ҙа ҡапыл үҙгәрҙе: буйға тартылды, сәстәрен дә ҡыҫҡа ғына итеп киҫтерҙе, битенә, күҙҙәренә буяҡ һөртөп, иренен ҡыҙартып ала. Мөләйем генә үҙе.
- Минең яратҡан башҡортом! - ти ул немец телендә. Бер тапҡыр Юрген ҡарт, яңы танышҡан саҡта, тәүгә өйҙәренә барып йөрөгән осорҙа уҡ әле, Мирға "Русский солдат" тип өндәшә торғайны.
- Ғәфү ит, герр Юрген, - тине Мир көтмәгәндә ҡаты итеп. - Мин урыҫ түгел! Мин башҡорт!
- Башҡорт! - тип аптыраны ҡарт. - Һин бит Совет иленән? Ә башҡорт ҡайҙа йәшәй? Ниңә һин Советтарҙа?
Мир тауышын күтәрмәҫкә, асыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, башҡорттарҙың Уралда, Башҡортостан тигән үҙ илендә йәшәүен ҡыҫҡаса аңлатып бирҙе. "Башкир" тип түгел, ә тап үҙебеҙсә "башҡорт" тип әйтте.
- Башкорт, башкорт, - тип уның артынан ҡабатланы ҡарт менән Иоланта. - Ҡыҙыҡ ҡына икән - башкорт!
Шунан кире Мирға улар йә башҡорт тип, йә улым, йә Мир тип исемләп өндәшә башланылар. Ҡыҙ ғына күбеһенсә "Минең башҡортом" тип өндәшеүҙе ғәҙәт иткәйне, теге үбеүенән һуң хатта "Минең яратҡан башҡортома" әйләнеп китте. Һалдаттың ҡайтыр көндәре яҡыная башлаған һайын ҡыҙ киләсәк тураһында күберәк һөйләр, хыялланыр булып китте. Егетте бында ҡалырға өгөтләне. Мир иһә көлөп кенә ҡуйҙы:
- Бер ҡасан да! Мин бит офицер түгел, өйләнеп, йәшәргә тороп ҡалырға!
- Өйләнмәһәң, былай ғына ҡал! Йә хеҙмәт итергә, йә хеҙмәтеңде тултыр ҙа, берәй ергә эшкә төш! Былай ғына йәшәргә ҡал. Өйләнешмәҫбеҙ! Осрашып ҡына торорбоҙ!
- Юҡ, Миләүшә! - тине был өгөткә үҙенең дә бирешеп китеү ихтималлығын аңлап Мир. - Мин үҙ илемдең улы! Мин совет һалдаты! Минең хаҡым юҡ фашис... немецтар иленә хеҙмәт итеп йөрөргә! Улар минең атайҙы һәләк иткән! Мин һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә күрәалмаҫҡа тейешмен! Ә мин... йүнһеҙ...
- Юҡ! Юҡ! - тип бүлдерә уны түҙемһеҙ ҡыҙ. - Был күптән үткән! Онотолған! Уға һин дә, мин дә ғәйепле түгел! Ҡәһәр һуҡҡан Гитлер! Гитлер ғәйепле!
- Бәлки, шулайҙыр, - ти һыуына башлай егет. - Әммә бында ҡалыуҙы уйлап та бирмә!
- Һин һәр ваҡыт беҙҙе ғәйепләйһең: мине, атайымды, немец халҡын... Уларҙы фашистарға тиңләйһең! Минең дә бит ағайым... ағайым шул һуғышта һәләк булған! Мин бит һине ғәйепләмәйем! Хатта ошоғаса ауыҙ ҙа асманым ул турала!
- Һинең ағайың? Тимәк, ул беҙгә ҡаршы, минең атайыма ҡаршы ҡорал күтәргән! Ә һин беҙ ғәйепле түгел, тиһең! Һинең ғаиләңдә лә фашист булған!
Мир инде ярһыуҙың сигенә сыға, уны тыйып тотоу мөмкин түгел. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, ары һуғылып, бире һуғылып йөрөргә керешә. Уға нимәнелер емерергә, онтарға кәрәк! Юҡһа ул Иолантаны үлтерә һуғырға мөмкин. Ул төҙрә төбөндәге елле генә көршәкле гөлдө күтәреп, асыҡ тәҙрәнән тышҡа ырғыта.
- Һеҙҙең ғаилә, тимәк, миңә дошман! Улар, бәлки, атайым менән күҙгә-күҙ ҡарашҡандыр? Бәлки, ағайың атҡандыр атайыма?
Ихатала ниҙер эшләп йөрөгән Юрген ҡарт ашыҡмай ғына селпәрәмә килгән көршәкте алып, сүп һауытына ташланы, онтаҡтарын йыйып түкте. Шунан ғына ауыр атлап, өйгә инде. Ҡарашы һалҡын, өшәндергес ине.
- Тәҙрә асыҡ, бөтәһе лә ишетелеп тора, - тине ул Мирға ултырырға ымлап. - Һин фашистарҙы күрә алмайһың. Дөрөҫ. Беҙ ҙә күрә алмайбыҙ. Минең улым фашист булманы, ул да беҙҙең ише ябай крәҫтиән ине. Тәүге улым, тәүге шатлығым ине. Миңә 20 генә йәштә донъяға килгәйне ул. Аллаһы Тәғәлә башҡа бала бирмәне... - Ҡарт саҡ ҡына тынып торҙо. Стеналағы фотоһүрәткә ҡарап-ҡарап алды. - Уны, бөтөн егеттәрҙе саҡырған кеүек, мобилизация менән саҡыртып алып киттеләр. Тәүҙә мылтыҡ тоторға, атырға өйрәтеп яттылар. Унан һуғышҡа инде. Бер генә хаты килде... Әллә берәйһенә атып өлгөрҙө улым, әллә юҡ. Өлгөрмәгәндер, тип өмөтләнәм... Ул һуғышҡа китеп, ике-өс айҙан, хәбәрһеҙ юғалды, тигән хат килгәс, беҙҙең тормош туҡталды. Әбей ҙә, мин дә йәшәүҙән төңөлдөк. Хәйер, ул саҡта әбей-бабай түгел инек тә әле. Йәшәүҙән төңөлөп бөткәс, Раббыбыҙҙан тағы бала һораным. Сөнки артабан былай икәүҙән-икәү йәшәүҙең йәме лә, мәғәнәһе лә ҡалмағайны. Әллә ишетте үтенесебеҙҙе, улымдың үлеменән һуң, миңә 52, әбейгә 48 йәш тигәндә ошо Иолантабыҙ донъяға килде. Улымдың дауамы итеп ҡабул иттек уны... Яңынан йәшәргә, йылмайырға, һөйләшергә өйрәндек, тиһәң дә була... Бына шуға ла үтә ғәзиз, үтә ҡәҙерле һәм танһыҡ беҙгә Иолантабыҙ... - Ҡарт тағы шымды. Мир ҙа ниҙер әйтергә ҡыйманы. Һүҙҙең дауамын көттө. - Бында ҡала алмайһың, башҡорт улым, уныһын беләм. Элек беҙ тәүҙә революционерҙарҙан, унан НКВД-нан ҡурҡып йәшәгән кеүек, һин дә КГБ-ның үткер күҙенән ысҡына алмаҫһың. Тыуған ерҙән айырылып йәшәү еңел түгел. Мин дә ерегә алмай этләндем. Ғәзиз тупрағымды һағынып илаған саҡтарыбыҙ булды атайым менән. Атайым ҡайтып, үҙ ерендә үлергә теләне, тик ҡайтыу менән НКВД тоҙағына эләгеребеҙҙе аңланыҡ. Һуғыштан һуң инде ул турала уйлауы ла ҡурҡыныс ине... Шулай үтте ғүмер. Ни хәл итәһең, түҙҙек, еректек. Һағыш өтөп алһа, йырыбыҙҙы йырлап, үҙ телемдә һөйләнеп, күңелемде бөтәйтәм... Тик бындай йәшәүҙе бер кемгә лә теләмәйем! Һиңә лә, башҡорт улым!.. Ҡайт, онот был ерҙәрҙе, беҙҙе. Бигерәк тә күҙ нурым, Иолантамды онот!
Иолантаның күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты:
- Юҡ, атаҡайым! Юҡ! Онотмаһын ул мине! Мин дә, мин дә онотмам! - тип үкһене ҡыҙ, атаһын арҡаһынан килеп ҡосаҡлап...
...Ауыр уйҙар менән, уларҙы күтәреп барырға көсө етмәгәндәй, һәлмәк атлап, саҡ ҡайтып етте ул көндө өлкән сержант Зиннәтуллин казармаһына. Бер кемгә лә ҡарамай, һөйләшмәй, ауыҙына һыу уртлағандай уйланып йөрөнө.
Иоланта-Миләүшә егетте күҙ уңынан ысҡындырманы. Әммә егет тә ныҡ торҙо, күңелендә бөрөләнә башлаған хистәргә үҫергә, тамырланырға ирек бирмәне. "Бер нәмә лә булыуы мөмкин түгел! Ул немка!" тигән талап тойғоларын һүрелергә мәжбүр иткән иң көслө дәлил ине. Ҡыҙ ҙа бирешмәне. "Мин һинең менән генә йәшәргә теләйем! Мин һиңә ғашиҡ!" тигән һүҙҙәр "Һин тик минеке генә! Миңә башҡа берәү ҙә кәрәкмәй! Мин һинеке булырға теләйем!" тигән талап менән алмашынды. Мир был һүҙҙәргә артыҡ иғтибар итмәне. Һуңлап тыуған ҡарт ата-әсәнең иркә ҡыҙы, йыуанысы, уға бөтөн нәмә рөхсәт ителгән, теләгән әйберенә һис һүҙһеҙ хужа булып өйрәнгән. Ләкин совет һалдатының йөрәгенә түгел! Ошолай нығытты үҙен Мир. Ҡыҙ иркә һүҙҙәрен әйткән һайын унан йырағыраҡ булырға тырышты, икәүҙән икәү ҡалыуҙан ҡасты. Әммә... яҙмыштан ҡасып ҡотолоп булмай тигәнде иҫенән сығарҙы өлкән сержант. Барыбер бергә ҡалырға, йәндәре-тәндәре менән ҡушылырға насип булған ине уларға. Тәкәббер, үҙ һүҙле совет һалдатына һәм ул бөтә халҡын күрә алмаған немец ҡыҙына.
- Ҡурҡма, - тине Иоланта егеткә бар кәүҙәһе менән һырылып. - Бер кем белмәҫ. Һин дә мин генә. Йәнә Аллаһ. Миңә һинән бер иҫтәлек кәрәк. Беләһеңме нимә?
- Юҡ, әлбиттә. Әйтһәң, белермен.
- Миңә һинән бала кәрәк. Ҡурҡма, - тип ырғып торған егетте кире түшәккә этәрҙе ҡыҙ. - Әйтәм бит, һис кем белмәҫ. Мин тиҙ арала кейәүгә сығам. Баланың кемдән икәнен кем белә!
Ысынлап та ошо арала Иолантаны һоратып килеүҙәре, үҙҙәренең ҡаршы булмауҙары тураһында Юрген ҡарт әйтә биреп ҡуйғайны. Мир ышанманы, мине кире һүрер өсөн уйлап сығарҙы, шикелле, тип кенә ҡолаҡ осонан үткәргәйне. Тимәк, бабай ялғанламаған.
- Ә ҡасан кейәүгә сығырға уйлайһың?
- Һин армиянан ҡайтып киткәс тә. Шуғаса һин минеке. Аҙаҡ мин ошо бәхетемде иҫләп кенә, шуның менән йыуанып ҡына, хет әллә кем менән йәшәргә риза.
- Ә яратыу? Яратмайса нисек йәшәрһең?
- Һиңә булған һөйөүем хаҡына түҙермен. Кем яратып йәшәй? Бөтәһе лә ғәҙәт буйынса йәшәй... Яратыу үтә лә бөтә, йорт, хужалыҡ мәшәҡәттәре, бала-саға менән ғәҙәти йәшәү башлана.
- Тап немецтарса теүәл һәм аныҡ.
- Эйе, по расчету...
Илап оҙатты Иоланта-Миләүшә һалдатты. "Мин һине ғүмер буйына яратырмын, һағынырмын һәм көтөрмөн, минең яратҡан башҡортом!" "Хуш. Бәхил бул! Күрешеү мөмкин түгел. Көтмә!"
(Дауамы. Башы 45-49-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА