Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы
Дах-массагеттарҙың мәҙәниәтен тулыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн антик дәүер тарихсылары мәғлүмәттәре мөһим сығанаҡ булып тора. Массагеттарҙың тормошо һәм әхлаҡи һыҙаттары хаҡында Геродот шулай тип яҙа: "Массагеттар скифтарҙыҡына оҡшаш кейем кейә һәм шундай уҡ йәшәү рәүешен алып бара. Улар аттарҙа һәм йәйәүле стройҙа һуғыша (тегеләй ҙә, былай ҙа). Уларҙың, ғәҙәттәгесә, уҡ-һаҙаҡтары, һөңгөләре һәм һуғыш балталары бар. Уларҙа барса әйберҙәр алтындан һәм баҡырҙан. Әммә һөңгөләренең, уҡ башаҡтарының һәм һуғыш балталарының барса металл өлөштәрен баҡырҙан яһайҙар, ә баш кейемдәрен, билбауҙарын һәм бәйҙәрен алтын менән биҙәйҙәр. Шулай уҡ аттарына баҡыр панцирҙар кейҙерәләр, түшелдерек һымаҡ. Теҙгендәрен, ауыҙлыҡтарын һәм яңаҡ ҡаплағыстарын алтын менән инкрустациялайҙар... Алтын һәм баҡыр унда бик күп".
Дах-массагеттар үҙҙәренең вафат булған ырыуҙаштарын ерләү өсөн төрлө формалағы ҡәберҙәр ҡаҙыған. Улар араһында тәрән һәм тар булғандары һаны буйынса өҫтөнлөк итә. Ошондай ҡәберҙәрҙең ҡайһыларында уларҙың оҙон стеналары буйында һәм мөйөштәрендә ҡәбер бейеклегендәге бағаналар ҡуйылған (Иҫке Ҡыйышҡы). Был бағаналар, күрәһең, ағас стеналарға һәм ҡәберҙең өҫкө япмаһына терәк булған: уларға ике яҡлы япманың арҡыры өрлөктәре һалынған булыуын күҙалларға була. Көньяҡ Уралда ошондай типтағы ҡәбер эсе ҡоролмаларының андронов мәҙәниәте ҡомартҡыларында уҡ тәүләп теркәлеүе билдәле.
Әле бәйән ителгәндәренән тыш, ҡурғандарҙа мәйеттең тар ғына соҡор рәүешендәге ҡәберҙең бер яғындағы стенаһына өңөлөп яһалған уйымға ерләнеү осраҡтары бар. Ҡайһы берҙә ҡәберҙәрҙең ҡабырға яғындағы стеналарындағы уйымдар шул тиклем киң һәм тәрән булып, катакомба формаһына оҡшап китә. Инеү урындары эскә табан тәрәнәйә барған тар һам оҙон коридор-дромостарҙан хасил булған тәрән һәм киң ҡәбер соҡорҙары күпкә ҡатмарлыраҡ булып күҙаллана. Ҡәбер эсе бүрәнә менән буралып, коридорының да, ҡәберҙең үҙенең дә өҫкө яҡтан күп рәтле бүрәнә ҡатламы менән ябылыуы мөмкин булған.
Айырыуса затлы кешеләрҙең ҡәберҙәре өҫтөнә ҡатмарлы конструкциялы бүрәнә ҡоролмалар һалынған. Үлсәмдәре буйынса ябай ҡәбер соҡоронан бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ булған бүрәнә буралар киң таралған була. Уларҙың стеналары мөйөштәрҙә парлап ҡуйылған йыуан бағаналар менән нығытылған. Ошондай бер нисә ҡоролма Ырымбур яҡтарында тикшерелә (мәҫәлән, I Пятимары), әммә һуңынан уларҙың Көньяҡ Уралда һәр яҡта ла төҙөлөүе асыҡлана. Көньяҡ Уралдың Арал буйы күскенселәре (сактар) мәҙәниәте һыҙаттарын асыҡ сағылдырған, б.э. тиклем VI-V быуаттарға ҡараған ҡомартҡыларын Силәбе өлкәһендәге Маровый шлях һәм Солончанка II ҡурғандары тулыландырҙы.
Әлмөхәмәт ҡурғанында (Әбйәлил районы) тағы ла ҡатмарлыраҡ ҡоролма булыуы асыҡланды: ул тышҡы (8x7 м) һәм эске (6x4 м) бураларҙан хасил булған. Барса осраҡтарҙа ла ҡәбер өҫтөндәге буралар өҫкө яҡтан бүрәнә теҙмәһе (бәлки, күп рәтле?) менән ябылған. Сатыр рәүешендәге бүрәнә ҡоролмалар булыуы ла теркәлгән. Бүрәнә япмаһы өҫтөнә киҫелгән ағастарҙың ботаҡтары түшәлгән, шунан һуң ер өйөмө һалынған, ҡайһы саҡта уға таш та ҡушылған. Таш йышыраҡ ҡурған нигеҙен ҡаймалап ҡуйыу йә иһә өҫкө яҡтан уны тулыһынса ҡаплау өсөн ҡулланылған. Ҡәбер өҫтәндәге бүрәнә менән ябылған бура кеүек ҡоролмалар тик Көньяҡ Уралға ғына хас күренеш түгел. Сактарҙың ошондай ҡоролмалары, мәҫәлән, Ҡаҙағстандың көньяғында (Бесшатыр ҡурғандары) табылған, ә уларҙың иң иртә аналогы сифатында Тываның Аржан ҡурғанын атап була.
Ҡәберҙең формаһын, уның эсендәге ҡоролмаларҙы һайлау үлгән кешенең байлыҡ кимәле менән бәйле һәм уның ижтимағи характерҙа булыуы асыҡ сағылыш таба: кеше ни тиклем байыраҡ була һәм ни ҡәҙәрле юғары ижтимағи баҫҡыста тора, уға шул тиклем ҡатмарлыраҡ һәм күп хеҙмәт талап иткән ҡурған төҙөлә.
Үлгәндәрҙе ерләгәндә дах-массагеттар уларҙың баш остарына аттарҙы күмеп ҡалдырыу ритуалын да башҡарған. Мәҫәлән, Пятимары ҡурғанында затлы кешенең ҡәбере янында ҡорбанға салынған 5 ат кәүҙәһе күмелгән; теге донъяла аттарҙы ҡарау һәм хужаһына хеҙмәт итеү өсөн уның янына үлтерелгән ике йән һаҡсыһы ерләнгән. Ҡурғандарҙа аттың башы, тиреһе һәм дүрт һаны рәүешендәге ритуаль ерләү ҡалдыҡтары табылыуы ҡәҙимге күренеш. Ҡәбер аҙығы сифатында ҡуй ите һалынған, быға һарыҡтарҙың башһыҙ кәүҙәләренең һәм башҡа өлөштәренең ҡалдыҡтары булыуы дәлил.
Б.э. тиклем VII - V быуаттарға ҡараған ҡурғандарҙа Евразия күскенселәре мәҙәниәте өсөн ғәҙәти булған тимер хәнйәрҙәр - акинак-ҡылыс тип нарыҡланған ҡоралдар, ҙур булмаған тимер йәиһә баҡыр уҡ башаҡтары осрай. Уҡтар туҙ йә иһә күн һаҙаҡтарға һалып йөрөтөлгән, ҡаҙыу эштәре барышында уларҙың ҡалдыҡтары йыш теркәлә. Бер осраҡта (Ырымбур өлкәһендәге Троицкий ҡурғаны) өс секциянан торған күн һаҙаҡ табылған, уларҙың һәр береһендә төрлө үлсәмле уҡтарҙың бронза башаҡтары һаҡланған.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|