Былтыр ул "Электрогазета" ойошторған республика конкурсы йомғаҡтары буйынса "Халыҡ шәфҡәт туташы" исеменә лайыҡ булды. Ә халыҡ һөйөүе - ул иң юғары баһа, тимәк, уны беләләр, эшен баһалайҙар, хөрмәт итәләр. Кемдер, "мин белмәйем", тиеүе мөмкин, әммә был уның абруйын һис тә кәметмәй, киреһенсә, баҫалҡылығы тураһында ғына һөйләй. Сөнки бөгөнгө әңгәмәсебеҙ үҙе тураһында бик һөйләргә яратмаһа ла, ул - Афған, икенсе Чечня һуғышын үткән медицина хеҙмәткәре, хәрби ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алған һәм хәрби наградаларға лайыҡ булған, тәүгеләрҙең береһе булып Луганск халҡына гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторған һәм уны оҙатып йөрөгән кешеләрҙең береһе. Бөгөн ул Иглин районы үҙәк дауаханаһының рентген лабораторияһында шәфҡәт туташы булып эшләй.
Шулай итеп, бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - Роза ИСЛАМОВА.
Әйҙәгеҙ, тәү ҡарашҡа ябай тойолһа ла, иң мөһим һорауҙан башлайыҡ: медик һөнәрен һайлауға нимә этәргес булды?
- Мин бала саҡтан медицина хеҙмәткәре булырға хыялландым. Әсәйем аҡ туҡыманан ҡыҙыл тәре төшөрөлгән сумка, беләккә бәйләргә таҫма, ҡалпаҡ тегеп биргәйне. Һәр көн шуларҙы кейеп, урамға уйнарға сыға инем. Ололарҙың хәтирәһен тыңлап үҫкәнгәме, һәр саҡ һуғыш уйыны уйнай торғайныҡ. Мин "яуҙа яраланған яугирҙарға" ярҙам итәм, уларҙы дауалайым, һауыҡтырып, "яу яланына" оҙатам.
Сығышым менән Свердловск өлкәһенең Полевской ҡалаһынанмын. Һигеҙенсе синыфты тамамлағандан һуң Ирбит ҡалаһындағы медицина училищеһына, фельдшерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға индем. Уҡыу йортон тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Богданович районының Байницк дауаханаһына ебәрҙеләр. Шул йылдарҙа Афғанстанда һуғыш башланып, тиҫтерҙәрем унда интернациональ бурыс үтәүгә алынды. Ағайым - хәрби офицер булараҡ, һуғыш башланыу менән шунда юлланды. Һуңынан, яраланып, контузия алып, госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң, уға туғандары янына ҡайтыу форсаты эләгеп, тыуған яҡтарына ҡайтып китте. Ошо арала ул мине үҙе менән барырға өндәне. Шулай итеп, Ташкент ҡалаһындағы П.Ф. Боровский исемендәге госпиталгә барып эләктем. Барып эләктем, тип әйтеүе генә анһат, унда эләгеү еңелдән түгел ине - тәүҙә махсус әҙерлек үтәһең. Уҡып алғас, эш башланым. 22-се травматология бүлексәһендә эшләнем, унда бик ауыр яралыларҙы килтерәләр ине. Һуғышҡа һау-сәләмәт киткән егеттәр аяҡһыҙ-ҡулһыҙ сыға. Әлбиттә, яраланған йөҙҙәрҙе, һынған яҙмыштарҙы күреүе бик ауыр булды, әммә ҡаушап ҡалырға, ауырлыҡҡа һынырға ярамай, сөнки һиңә өмөт менән тулы ҡараштар төбәлгән, уларҙың яҙмышын нисек кенә булһа ла саҡ ҡына еңеләйтергә тырышаһың...
Күпмелер ваҡыттан һуң Афғанстанға, Ҡабул госпиталенә комсомол путевкаһы буйынса киттем.
Һуғыштың йөҙө ҡатын-ҡыҙ йөҙө түгел, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта һеҙ Афғанстан, Икенсе Чечня һуғышын үткән кеше - уларҙың икеһендә лә шәфҡәт туташы булып эшләгәнһегеҙ. Был аҙым һеҙҙең аңлы рәүештә яһаған аҙымығыҙ булдымы, әллә бойороҡ үтәүме?
- Ғөмүмән, һуғыштың ниндәй ҙә булһа йөҙө буламы икән? Һуғыш - ул һуғыш, шуға ҡарамаҫтан, үҙем ҡарар итеп, уларҙа үҙ теләгем менән ҡатнаштым, сөнки башҡаса булдыра алмай инем. Мин медицина хеҙмәткәре һәм ярҙам кәрәк ергә барырға, үҙ бурысымды үтәргә тейешмен, шуға ла ирекмән булып киттем. Медик - ул һәр ерҙә лә медик, уның өсөн бер генә маҡсат бар - медицина ярҙамына мохтаждарға ярҙам итеү.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт булһа ла, Афғанстан менән танышыу бушҡа булманы. Чечняла һуғыш башланғас, унан тапшырылған репортаждарҙы тыныс ҡына ҡарай, хәбәрҙәрҙе тыныс ҡына тыңлай алмай инем. 1999 йылда икенсе Чечен кампанияһы башланғас, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барҙым. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр осоронда минең тыныс, гуманлы профессиям бик кәрәкле булды: махсус тәғәйенләнештәге медицина отрядында рентгенлаборант булып эшләнем. Һыҙланыуҙар, ҡан, һуғыш мәхшәре көн һайын күҙ алымдан үтте. Унда Иглин район үҙәк дауаханаһында алған юғары категория һәм һөнәри белем генә ярҙам итмәй, кемделер йәлләргә, кемгәлер рух өҫтәргә, кемдеңдер күңелен үҫтереп ебәрергә, яралары уңалып та етмәҫтән ҡабат яу яланына ашҡынған бәғзеләрҙе туҡтатырға ла кәрәк. Яҙмыш осраштырған батырҙарҙы, ҡайһы берҙә бөтөнләй малайҙарҙы бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын. Уларҙы онотоу мөмкин дә түгел...
Һеҙ күпмелер ваҡыт Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан берлегенең Иглин бүлексәһен дә етәкләгәнһегеҙ, бер нисә тапҡыр Луганскиға гуманитар ярҙам алып барыуҙа ҡатнашҡанһығыҙ. Тормошоғоҙҙоң ошо мәленә лә туҡталып китәйек әле...
- Бер ваҡыт ветерандар өйөмә килеп, минең ойошма рәйесе булыуымды һораны. Йыйылыш үткәреп, шунда мине етәксе итеп һайлап ҡуйҙылар. Йәмәғәт ойошмаһы рәйесе булыу - ул ниндәйҙер дәрәжә йәки статус түгел, ул бик-бик яуаплы эш. Һин хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың һанын белергә, барыһын бергә тупларға, уларҙың көнкүреше, ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре, ниндәй ауырыуҙары булыуы, ниндәй проблемаларға осрауы йәки теге йәки был мәсьәләне хәл иткәндә ҡаршылыҡтар тыуыуы тураһында белергә, уларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә, ниндәйҙер ҡайғы кисергәндә терәк булырға, ярҙам ҡулы һуҙырға тейешһең. Был вазифала мин алты йыл эшләнем. Шул тиклем арыным, сөнки рәйес бит отчеттар яҙып ҡына ултырмай, өҫтәүенә, төп эшем дә бар. Шуға тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә ине. Һуңынан икенсе кешене һайлауҙарын һораным.
Донбасс халҡына гуманитар ярҙам йыйыу һәм оҙатыуҙы ла үҙ теләгем менән башланым, миңә берәү ҙә ҡушманы ла, йөкмәтмәне лә, ярҙам йыйыуҙы ойоштороуҙы һораманы ла. 2015 йылдан 2019 йылға тиклем Луганскиға, Петровскоеға 9 тапҡыр гуманитар ярҙам алып барыуҙа ҡатнаштым.
Беренсе тапҡыр барғаным һаман да күҙ алдында: 10 сәғәт ил сигендә торҙоҡ, Луганскиға килеп еткәс, әлбиттә, шок булды: өйҙәр емерек, вафат булған балаларға ҡуйылған таштар (памятниктар) бик күп. Улар унда аҙым һайын - ҡайҙа барма, ҡайҙа боролма - һәр ерҙә: мәктәп эргәһендә лә, кафе эргәһендә лә.... Шундай тойғо тыуа - әйтерһең дә, зыяратта йөрөйһөң.
Әлбиттә, беҙҙе күргәс, халыҡ бик ҡыуанды. "Ысынлап та беҙгә Башҡортостандан, башҡорттар килдеме?", - тип ҡабат-ҡабат һораштылар, сөнки унда шайморатовсылар тураһында онотмайҙар, уларҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар, Башҡортостанды, башҡорттарҙы яҡшы беләләр. Шуға ла беҙҙе, башҡорттарҙы, һәр көн көткәндәр, башҡорттар уларға теләһә ниндәй ваҡытта ла ярҙам итеренә, башҡорттарҙың килеренә ышанғандар.
Ул ваҡытта атыш, шартлау тауыштары туҡтаманы, әйтерһең дә, алғы һыҙыҡта йөрөйбөҙ. Хәҙер Петровскоеның М. Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәбенә ингәйнек кенә, атыш башланды. Уҡытыусылар шунда уҡ телефондарына йәбеште - бомба уларҙың йортона төшмәгәнме икәнен асыҡланы, ғаиләләренә, яҡындарына, туғандарына шылтыратып, хәл белеште. Бындай хәл-торошто бер нисек тә аңлатып булмай...
Беҙ йыйып алып барған гуманитар ярҙам мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, балалар приюттарына, художество һәм музыка мәктәптәренә, Луганскиҙағы хәрби училищеға таратылды. Балалары һәләк булған ата-әсәләргә, тыуған ерен, тыуған өйөн һаҡлап һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләренә лә барып еттек. Мәктәптәргә Яңы йылға Ҡыш бабай бүләктәре тараттыҡ. Балалар шул тиклем ҡыуана ине. Беҙҙең балалар Яңы йылға алған бүләктәренә ул тиклем ҡыуанмай, ә ундағы балаларҙың нисек ҡыуанғанын һөйләп аңлатырлыҡ түгел...
Гуманитар ярҙамды алғы һыҙыҡҡа ла алып барған ваҡыттар булды. Миңә егеттәр: "Роза апай, бәлки, һеҙ бармаҫһығыҙ?" - ти. "Нисек инде бармайым, мин бында нимә өсөн килдем һуң?" - тип яуаплайым. Беҙҙе билдәле бер урынға тиклем машинала алып баралар ҙа ҡалдыралар. Алғы һыҙыҡҡа сигареттар, кофе, сәй, быҡтырылған ит консерваларын йөкмәп, йәйәү китәбеҙ. Бик оҙаҡ, тауҙар, ташландыҡ, төпкөл урындарҙы үтеп, үҙ территорияларын үҙ көстәре менән һаҡларға тупланған ополчение егеттәре эргәһенә барып еттек. Улар бик ҡәнәғәт ҡалды. Минең медик икәнлегемде белгәс, ҡалырға өгөтләнеләр, әммә миңә эшемә ҡайтырға кәрәк ине. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек шарттар булманы, эштән ебәрмәнеләр, гуманитар ярҙам алып барыр өсөн генә мин донор булып киттем - ҡан тапшырып, көндәр йыйҙым, отпускымды бүлеп алдым.
Оҙатҡанда һәр саҡ: "Һеҙ килерһегеҙ бит, беҙҙе ташламаҫһығыҙ бит. Һеҙ барыбер киләсәкһегеҙ бит?" - тиҙәр ине. Беҙ уларға өмөт осҡонон ҡалдырып, мотлаҡ киләсәкбеҙ, тип вәғәҙә бирә инек. Һәр саҡ, гуманитар ярҙам йыйып, ҡабат барҙыҡ та барҙыҡ...
Һеҙ ике һуғышта шәфҡәт туташы булып эшләгәнһегеҙ. Тыныс тормош һәм яу яланы - миҙалдың ике яғы. Шулай ҙа ҡайҙа эшләүе еңелерәк һәм ҡайҙа пациенттар түҙемлерәк, кешелеклерәк, мәрхәмәтлерәк?
- Әлбиттә, тыныс тормошта медицина хеҙмәткәрҙәренә генә түгел, һәр һөнәр эйәһенә эшләүе еңелерәк. Ә һуғышта психологик яҡтан ныҡ ауыр, сөнки бая әйтеп киткәнемсә, унда ҡаты яралы, ҡулһыҙ-аяҡһыҙ пациенттар килә. Икенсе яҡтан, тыныс тормошта кешегә булған һайын яҡшыраҡ кәрәк. Улар икенсе тормошто күрмәгәс, мыжыҡҡа, түҙемһеҙгә әйләнә. Яу үткәндәр бөтөнләй икенсе, хатта уларҙың күптәре бөгөн дә үҙенә тейешле льготаларҙы, медицина хеҙмәтләндереүен юлламай, алмай, үҙенә күпте талап итмәй.
Ысынлап та, беҙ бигерәк мыжыҡҡа әйләнгәнбеҙ, ҡайһы берҙә хатта бер сәбәпһеҙгә мыжыйбыҙ, тормошто, медицинаны, табиптарҙы, ғөмүмән, бөтөн донъяны әрләйбеҙ, ҡәнәғәтһеҙлек белдерәбеҙ... Ә һеҙҙең күҙлектән, бөгөн Башҡортостанда медицина ниндәй кимәлдә?
- Мин бик ҡәнәғәт, сөнки власҡа Радий Хәбиров килгәс, дауаханаларҙа яңы ҡорамалдар пәйҙә булды, булмағандары алынды. Беҙ хәҙер яңы, цифрлы рентгенологик аппараттар менән эшләйбеҙ. Ауыл ере өсөн был бик ҙур ярҙам һәм яңы ҡорамалдар менән диагноз ҡуйыу, теге йәки был сир буйынса һығымта яһау ҙа күпкә еңелләште.
Бик йыш рентген тикшереүен үтеүҙең һаулыҡҡа зыян килтереүе тураһында ла һөйләйҙәр, яҙалар. Рентген шул тиклем зыянлымы?
- Мин эшләй башлаған йылдарҙа аппараттар ағыулы матдәләрҙе нығыраҡ бүлеп сығара, зыяны көслө ине. Әммә медицина бер урында ғына тормай бит, ул үҫә, үҙгәрә, камиллаша. Бынан 30-40 йыл элек булған медицина менән бөгөнгөһөнөң айырмаһы - ер менән күк араһы. Яңы ҡорамалдарҙың зыяны бик юҡ.
Һуңғы ваҡытта халыҡ медицинаһы бик ҙур популярлыҡ яулай, хатта ҡайһы берҙә табиптар ҙа уларға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә. Һеҙ халыҡ дауалаусыларына нисек ҡарайһығыҙ?
- Тормошомда бер ваҡытта ла имселәр менән осрашҡаным булманы. Үҙемә килгәндә, квалификациялы медицина белгестәренә мөрәжәғәт итеүҙе хуп күрәм, сөнки улар тапшырған анализдарың, башҡа күрһәткестәр буйынса һығымта яһай.
Медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында шундай шаяртыу йөрөй, йәнәһе лә, улар өс төркөмгә бүленә: "Аллаһтан табип", "Аллаһ менән", "Хоҙай ҡушмаһын!" Ғәмәлдә дауалау юлын һайлаған кеше ниндәй булырға тейеш?
- Нисек кенә тимәһендәр, табиплыҡ - ул Хоҙайҙан бирелгән һәләт булырға тейеш. Беҙҙе, пациенттарығыҙға үҙ әсәйегеҙгә, яҡын туғанығыҙға ҡараған кеүек ҡарағыҙ, шундай уҡ йылы, хәстәрлекле мөнәсәбәт күрһәтегеҙ, тип уҡыттылар. Һәм был бик дөрөҫ тә.
Бик йыш ниндәй йүнәлештә эшләмәһен, табип тәү сиратта кешенең күңелен дауаларға тейеш, тиҙәр, сөнки барлыҡ сирҙәр стрестан, ҡурҡыуҙан, нервыларҙан, тынысһыҙлыҡтан килеп сыға...
- Әлбиттә, медицина хеҙмәткәре - ул иң элек психолог. Ул тәүҙә пациентты ниндәй проблемалар борсоуын аңларға, уның менән һөйләшергә, уның һорауҙарын иғтибар менән тыңларға һәм яуап бирергә тейеш. Ҡайһы берҙә хатта кешенең күңел торошо тотороҡланһа, уның хәле лә яҡшыра.
Коллегаларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
- Ил өсөн ауыр осорҙа беҙҙең һөнәр кешеләренә һорау арта. Үҙегеҙҙең ярҙамығыҙҙы тәҡдим итергә ҡурҡмағыҙ. Был - үҙегеҙҙе, һөнәри оҫталығығыҙҙы, рух ныҡлығын һынап ҡарау өсөн ҙур мөмкинлек.
Шулай итеп...
Роза Әхмәтгәрәй ҡыҙы менән әңгәмәләшеүе еңел дә, ауыр ҙа булды. Сөнки һөнәре тураһында ул ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирһә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу, гуманитар ярҙам менән Луганскиға барыу осорон тыныс ҡына һөйләй алмай - үҙен тыныс тоторға тырышһа ла, күҙҙәренә йәш тула, тауышы ҡалтырап-ҡалтырап китә. Ул һаман да нескә күңелле ҡатын-ҡыҙ. Айырма шунда ғына - ул һуғыш күргән, ул һуғышты үткән, ул тормоштоң ҡәҙерен белә...
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА