Халҡыбыҙҙың менталитеты уның фольклор, яҙыусылар ижадында бик асыҡ сағыла: оҙон-оҙаҡ итеп һөйләп тормай, тура сәпкә тейҙереп кенә баһа бирә лә ҡуя ул. Бөгөнгө геройыбыҙға ла иң аныҡ ҡылыҡһырламаны уның эштәре бирә. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тигәндәй, форсаттан файҙаланып, уның хеҙмәт һәм тормош юлы менән тағы бер танышып алайыҡ. "Заман башҡорто" рубрикаһының ҡунағы - "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Рафаэль улы СӘЛИХОВ.
Республика тамашасыларына зәңгәр экрандар аша бик яҡшы таныш булһағыҙ ҙа, моғайын да, күптәрҙе һеҙҙең тамырҙарығыҙ ҡыҙыҡһындыралыр. Башҡорт халҡы, ғәҙәттә, танышҡанда, "Һин кем балаһы?" тиеп һорай...
- Беҙ ҡустым менән үҙенсәлекле ижад кешеһе һәм финансист ғаиләһендә тыуғанбыҙ. Атайым - Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һуң республиканың театр мәҙәниәтен булдырған, Салауат башҡорт дәүләт драма театрының нигеҙ таштарын һалған быуын вәкиле. Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә ебәрелә, һуңынан Салауат ҡалаһына йүнәлтелә. Әсәйем сығышы менән Өфө ҡыҙы, профессиональ финансист-иҡтисадсы. Яҙмыш уларҙы Баймаҡ районында осраштырып, сәстәрен-сәскә бәйләй. Үкенескә күрә, атайым беҙҙе иртәрәк ташлап китте.
Бала сағым театрҙа үтте, тиергә лә мөмкин, шуға, тәрбиәүи йәһәттән атайымдың роле ҙур булды. Бик күп артист балалары кеүек, мин дә шаршау артында, тамаша залында, декорация цехында үҫтем, ҡайһы берҙә бәләкәй генә эпизодик ролдәр ҙә башҡарҙым. Атайым мине үҙе менән гастролдәргә лә алып сыға торғайны. Ул ваҡытта театр труппалары бик әүҙем булды, бер сығып китһәләр, айҙар буйы гастролдән ҡайтып инмәйҙәр, хатта иң төпкөл ауылдарға барып етәләр ине, сөнки халыҡтың ихтыяжы ла, һорауы ла ҙур булған бит: тамаша залдары туп-тулы була, аяҡ баҫырлыҡ та урын ҡалмай торғайны. Һәр ауылда таныштар барлыҡҡа килә, улар икенсе тапҡыр килеүҙе көтөп тора. Моғайын, ошо мөхит минең буласаҡ һөнәремә нигеҙ һалғандыр.
Журналистика менән мәктәп эскәмйәһенән үк ҡыҙыҡһындым. Ул замандарҙа белем усаҡтарында стена гәзиттәре сығарыла торғайны. Башҡалар кеүек үк, мин дә унда мәҡәләләр яҙҙым, һуңынан "Пионер" гәзитенең йәш хәбәрсеһе булдым. Яйлап Салауат телевидениеһында ла көсөмдө һынап ҡараным. Мәктәпте тамамлағас, юридик факультетҡа барҙым, әммә күңелем барыбер журналистикаға тартылды. БДУ-ның журналистика факультетына уҡырға индем. Эйе, минең асылым журналистика булғандыр, тием, юҡҡа ғына бәндә бағышлай, Хоҙай алғышлай, тимәйҙәр бит.
Беренсе курста уҡ телевидениела штаттан тыш хәбәрсе булып эшләй башланым. Тәүге тапшырыуҙарым Луиза Фархшатова етәкләгән "Тамыр" студияһында әҙерләнде. Шулай уҡ Өфөнөң "Баш ҡала" тигән муниципаль телевидениеһы ла юл аша ғына ине, унда ла стажировка үттем. Артабан инде ДТРК-ла иртәнге "Сәләм" программаһында эшләй башланым. Студент булараҡ, сюжеттар ғына эшләнем, ә аҙаҡ алып барыусы булып киттем. Һәм ҡапыл тормошомда һынылышлы ваҡиға булды: мине "Хәбәрҙәр" тапшырыуына алдылар. Бына шунда инде ысын һөнәри журналистика мәктәбе башланды, сөнки унда сюжет ҡына төшөрмәйһең, ә көнүҙәк яңылыҡтарҙы яҡтыртаһың.
Шул ваҡытта мине, йәш кенә студентты, Президент пулы журналисы итеп ҡуйҙылар һәм миңә байтаҡ ваҡыт Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән республика буйлап йөрөү бәхете тейҙе. Ул бик эшлекле кеше булды, көнөнә меңәр саҡрым юл үтә, бер юлы бер нисә районда була һәм беҙ, йәштәр, уның артынан өлгөрмәй, йүгереп йөрөп эшләргә мәжбүрбеҙ. Шул заманда минең өлкәнәйеү осором, һөнәри мөхиттә үҙемде асыуым башланғандыр, тием.
Ағымдағы йыл Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Һәр кешенең был тормошта остазы була. Кемде остазым тип әйтә алаһығыҙ?
- Остазым берәү генә булманы, улар бик күп. Һәм, тәү сиратта, улар хәбәрҙәрҙең "Башҡортостан" тип аталған форматтағы хәбәрселәре, монтажсылары. Ысын мәғәнәһендә фекерҙәштәр командаһы булды улар. Йәш инем, күп нәмәне белмәй инем - барыһына ла өйрәттеләр. Айтуған Минһажетдинов, Станислав Полянский, Юлай Рамаҙанов, Илдар Хөбөтдинов, Айҙар Мосағитов һәм башҡалар миңә юл күрһәтеүсе булды. "Сәләм"дә эшләгәндә Гөлдәриә Йосопова, Шәүрә Урманцева, Валерий Ермоленко, Нил Дистанов һ.б. ярҙамынан ҡалдырманы. Мин бер ниндәй ҙә ауырлыҡ кисермәнем, һәр кем: операторҙар ҙа, монтажсылар ҙа, хөрмәтле ветерандарыбыҙ - Флүрә Мурзина, Наилә Ғәләүетдинова, Сәлим Хисмәтуллин, Луиза Фархшатова - һәр саҡ ярҙам итергә әҙер генә торҙо. Луиза Фархшатова мине "Тамыр"ға эшкә алды ла, "Һин эшләй алаһың, әйҙә, эшлә", тип, иңемә шундай ҙур яуаплылыҡ йөкмәтте лә ҡуйҙы. Шуға остаз тип күптәрҙе атай алам һәм уларға рәхмәтлемен, сөнки улар пластилиндан тәүҙә уйлай белгән, һуңынан үҙе ниндәйҙер идеялар тәҡдим иткән кеше әүәләне. Мәскәү хәбәрҙәре өсөн сюжеттар эшләй башлағанда Рәсәй ҡалаларынан мәғлүмәт йыйыу бүлеге етәксеһе Андрей Никитиндың ярҙамы ҙур булды. Уның менән төндәр буйы ултырып текст яҙғаныбыҙҙы әле лә иҫләйем. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө Азаматты остаздарым барлыҡҡа килтерҙе.
Мәскәү өсөн үҙ хәбәрсе булыу осорона ентекләберәк туҡталайыҡ әле, ни тиһәң дә, һәр кемде унда саҡырып тормайҙар. Ни өсөн тап һеҙҙе саҡырҙылар?
- Бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты ул. Тәүҙә стажер булып йөрөнөм, тигәйнем инде, ул саҡта Өфөлә ДТРК-ның хәбәрселәр пункты юҡ ине әле. Шул ваҡытта Баден күле өҫтөндә бөтөн илде генә түгел, донъяны тетрәндергән фажиғә булды. Таңғы 6-ла Мәскәүҙән шылтыраттылар һәм, фажиғә тураһында хәбәр итеп, әллә Беларусь, әллә Башҡортостан самолеты шартлаған, шулай ҙа аэропортҡа барып асыҡла әле, тинеләр. Телеүҙәккә килеп, шунда уҡ аэропортҡа киттек. Юлда икенсе шылтыратыу ҡабул иттем: самолет - Башҡортостандыҡы. Ошо мәлдән алып ике аҙна тирәһе аэропорттан сыҡманыҡ тиергә лә була. Һуңынан Хөкүмәт комиссияһы менән Германияға барып ҡайттыҡ. Үкенескә күрә, журналист һөнәренә шундай - күңелһеҙ ваҡиғаларҙы ла яҡтыртырға тура килә, һәм ошо эш һөҙөмтәһендә мине Мәскәүгә, дөрөҫөрәге, Минскиға, үҙ хәбәрсе булып барырға саҡырҙылар. Мин - студент, ниндәй Минск, ниндәй эш?
Әлбиттә, үҫергә теләгән журналист өсөн шунан да яҡшыһы булырға мөмкин дә түгел, мин баш тарта алмайым, әммә тәүҙә ул ваҡыттағы етәксебеҙ Рәмис Дәүләтбаев менән кәңәшләшергә булдым. Ул шунда уҡ Аҡ йортҡа шылтыратты һәм "Мортаза Ғөбәйҙулла улы һине ебәрмәй", тине. Моғайын, республика етәкселәре Башҡортостанда ла хәбәрселәр пункты булыуын теләгәндер, һәм тәүге Президенттың ДТРК етәкселеге менән берлектә ҡабул иткән ҡарары һөҙөмтәһендә Өфөлә рәсми хәбәрселәр пункты ойошторолдо. Ҡорамалдар менән ярҙам иттеләр, бина, машина бирҙеләр һәм мин тыуған республикамда Мәскәү вәкиле булып эш башланым.
Ауырлыҡтар, мәғәнәләр һәм идеология йәһәтенән генә булғандыр, моғайын, сөнки ул йылдарҙа ул ҡәҙәре һүҙ азатлығы юҡ ине, һәм был дөрөҫ тә, бының дөрөҫлөгөн йылдар үткәс кенә аңлайһың. Мәғлүмәт теманы аныҡ төшөнмәй тороп еткерелергә тейеш түгел халыҡҡа. Шуға күрә, ниндәйҙер сюжеттарҙы эфирға бирер алдынан үҙгәртергә лә тура килде, ни тиһәң дә, беҙҙе тотош ил ҡарай. Федераль эфирҙан республика тураһында насар яңылыҡ күрһәтеп булмай бит инде. Был, әлбиттә, ҡанун түгел, әммә төрлө саҡтар булды. Мәҫәлән, бер инвалидҡа фатир бирмәгәстәр, ошо кире сюжетты эфирға сығарҙыҡ. Һәр хәлдә, сюжет сыҡҡандан һуң ул кеше фатирлы булды, тимәк, беҙҙе бөтөнләй үк сикләмәгәндәр.
Мин үҙем хәл-торошто объектив яҡтыртырға тырыштым. Эйе, заманалар ауыр һәм ул ваҡытта мәғлүмәт майҙанына төрлө көстәр йәлеп ителгәйне. Ситтән, Үҙәктән килгән асыулы, "һөсләтелгән" хәбәрсе суверенитеттар парадынан һуң закон акттары үҙгәртелгән осорҙа ҡоро тәнҡиткә ҡоролған теләһә ниндәй сюжет күрһәтә ала ине. Ә беҙ яңылыҡтарҙы, хәбәрҙәрҙе урындан тапшырҙыҡ, республиканың матурлығына, уның бай төбәк булыуына баҫым яһаныҡ. Бер ваҡытта ла үҙемде көсләп эшләтмәнем, бер хәбәрҙе лә йәшереп ҡалдырманым йәки артыҡ маҡтаманым: нисек бар - шулай тапшырҙым. Моғайын, билдәле бер ауырлыҡ шунда ғына булғандыр, улай тиһәң, журналист ниндәй генә шарттарҙа ла объектив булып ҡалырға тейеш.
2015 йылда "Башҡортостан" ДТРК директоры урынын биләнегеҙ. Вазифаға ултырғанда һәр кемдең яңы пландары, уй-ниәттәре күп була. Һеҙҙең дә ҡеүәтле идеяларығыҙ һәм тормошҡа ашырырға теләгән проекттарығыҙ күп булғандыр. Бөгөн уларҙың нисә проценты үтәлде?
- Мин хөкөмдар түгел, шулай ҙа күбеһен тормошҡа ашырҙыҡ тип уйлайым. Тәүге көндәрҙән үк нимәне үҙгәртергә, нимәне ҡалдырырға икәнен аңланыҡ, яңы идеялар индерҙек, яңы һулыш өрҙөк. Ул ваҡытта, тәү сиратта, бик күп сюжет төшөрөүебеҙ, ә эфир ваҡытының бик аҙ булыуы тураһында фекер алыштыҡ. Шул йылда уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары, төбәктәр менән эшләү департаменты етәксеһе Рифат Сабитовҡа эфир ваҡытын арттырыуҙа ярҙам итеүен һорап мөрәжәғәт иттек. Ул ваҡытта Рәсәй-1 каналында инек һәм башҡорт телендә "Хәбәрҙәр" тапшырыуы аҙнаһына өс тапҡыр ғына сыға ине. Мәскәү беҙҙең мөрәжәғәтте ишетте һәм көндәлек эфир ваҡыты бүлде. Бындай ваҡыт ул саҡта бер генә төбәктә лә юҡ ине әле. Беҙ беренсе булдыҡ. Башҡортса тапшырыуҙар артты, радио-телевидениела, "Рәсәй-24" каналында башҡа проекттар барлыҡҡа килде.
2016 йылда шулай уҡ етәкселек ярҙамы менән тәүлек әйләнәһенә эшләгән телевизион канал булдырыуға өлгәштек. Башта ул "Башҡортостан-24" интернет-каналы булды, хәҙер инде барлыҡ мөхиттә һөйләп-күрһәтеп торған, Өфө ҡалаһы өсөн 22-се төймәләге тәүлек әйләнәһенә эшләгән, федераль конкурс еңеүсеһе, ҙур уңышҡа һәм юғары рейтингка эйә канал. Әлбиттә, өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалырға ярамай, сөнки телевидениела көн һайын яңы идеялар тыуып ҡына тора. Планлаштырылғандың 50 проценты үтәлгән, тип ҙур ышаныс менән әйтә алам, әммә алда тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтә әле.
Һеҙ индергән яңылыҡтарҙың береһе - үҙ Медиа-үҙәгегеҙҙе асыу. Ул ниндәйҙер кимәлдә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына дәғүәселек тә тыуҙыра...
- Беҙ бөтөнләй ул турала уйламаныҡ, шулай ҙа ниндәйҙер дәғүәселек тыуҙырғанбыҙҙыр, моғайын. Әгәр сәләмәт дәғүәселек булһа, бик яҡшы, ул булырға тейеш, сөнки үҫергә, камиллашырға ярҙам ғына итә.
Телеүҙәк бинаһы 1958 йылда төҙөлгән һәм заманында баш ҡаланың иң ҙур биналарының береһе, Өфө символы булған. Ул заман өсөн был бик ҙур ҡаҙаныш, сөнки элекке СССР-ҙа бындай биналар ни бары өсәү генә ине. Планировкаһы ла дөрөҫ эш шарттары тыуҙырыу йәһәтенән бик яҡшы уйланылған. 1958 йылда бында айырым канал барлыҡҡа килере берәүҙең дә башына ла инеп сыҡмағандыр, әммә оҫта инженер был бинала төшөрөү павильондарын, студиялар, биналар күләмен бик дөрөҫ урынлаштырған. Ә беренсе ҡатта концерт студияһы була торғайны. Совет осоронда барлыҡ музыка, профессиональ яҙмалар ошонда яҙҙырылған. Хатта яҡташыбыҙ Юрий Шевчук та үҙенең тәүге альбомын ошонда яҙҙырған, сөнки бында ғына шарттар һәм профессиональ магнитофондар булған.
Әммә заман башҡа - заң башҡа: ваҡыт үтеү менән ул файҙаланылмай башлай. Бында ла идеяны Мәскәүҙәге етәкселек бирҙе. Уларҙың медиаүҙәктәре бар, шулай уҡ Интерфакс, Риа-Новости, ИТАР-ТАСС кеүектәрҙе миҫал итеп килтерергә мөмкин. Беҙҙең медиаүҙәк барлыҡ телерадиоканалдарыбыҙ менән тоташҡан, йәғни ундағы һөйләшеү тура эфирҙа барлыҡ ресурстарыбыҙ аша тапшырыла. Халыҡ белә, спикерҙар килә һәм билдәле бер темаға көнүҙәк мәғлүмәтте тура эфирҙа тыңларға була.
Һеҙ әсәйегеҙҙең финансист булыуы тураһында әйтеп үттегеҙ, ә етәксе вазифаһында финанс мәсьәләһен дә яҡшы белергә кәрәк. Директор булараҡ, һеҙ ниндәй етәксе, ниндәй хужа, ниндәй финансист?
- Ой... Ауыр һорау... Мин яҡшы, йүнсел хужа булырға тырышам, әммә был һәр саҡ ауыр, сөнки телевидение - ул сығымлы тармаҡ. Йәшерен-батырыны юҡ, һәр лампочка ҙур аҡса талап итә. Производствоның һәр элементы сит илдә етештерелгән комплектлаусы частарға бәйле. Уларҙың барыһын да эш торошонда тотор өсөн күп аҡса кәрәк. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәр -профессионалдар үҙ статусына тап килһен өсөн яҡшы эш хаҡы алырға тейеш. Тырышабыҙ инде. Беҙ үҙебеҙ аҡса эшләйбеҙ, республика, Мәскәү ярҙам итә.
Һуңғы йылдарҙа иркен йәшәп булмай, быға пандемия һәм бөгөнгө хәл-ваҡиғалар ҙа сәбәпсе. Әммә тормош дауам итә, тапшырыуҙар эфирға сыға.
Хәҙер производствоның барлыҡ тармаҡтарында ла сит ил тауарҙарын Ватан етештереүсеһенекенә алыштырыу бара. Һеҙҙең ҡорамалдар ватылһа, уларҙы, сифатты төшөрмәйенсә, Рәсәйҙекенә алыштырыу мөмкинлеге бармы?
- Бында ла Мәскәү ярҙам итә, үҙебеҙҙең инженерҙар ҙа бик шәп, нимәнелер алыштыралар ҙа. Әлбиттә, сит ил тауарҙарын алыштырыу - ҡотолғоһоҙ. Беҙ Ютубтың көмөш төймәһе призына эйә инек, унда әллә күпме яҙылыусыбыҙ бар ине. Уны оҙаҡ йылдар дауамында булдырҙыҡ. Ниндәйҙер бер мәлдә, иҫкәртеүһеҙ-ниһеҙ, гугл уны япты ла ҡуйҙы. Әммә беҙ был мәсьәләне тиҙ хәл иттек һәм ДТРК-ның үҙ платформаһы барлыҡҡа килде. Икенсенән, беҙ тиҙ генә Рутюбҡа күстек һәм хәҙер материалдарыбыҙҙы шунда урынлаштырабыҙ.
Камераларҙы икенселәренә алыштырҙыҡ тип әйтә алмайым, сөнки был дөрөҫ булмаҫ ине. Уларҙы, үкенескә күрә, алыштыра алмайбыҙ. Ул Японияның SONY фирмаһы сығарған камералар, беҙ уларҙы һаҡлап, ипләп тотонабыҙ. Һәр саҡ операторҙарға ла, инженерҙарға ла "Күҙ ҡараһындай һаҡлағыҙ", тип кенә торам, сөнки ҡасан яңы ҡорамалдар алырыбыҙ билдәһеҙ. Әммә ҡайһыларын алырға, әлбиттә, Мәскәү ярҙам итә. Мәҫәлән, улар ярҙамы менән заманса яҡтыртыу комплексы алыуға өлгәштек.
Карьера үҫешенең барлыҡ баҫҡыстарын: стажерҙан директорға тиклем тамашасыларҙың күҙ алдында үттегеҙ. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән хәбәрсе сифатында ла күренәһегеҙ. Бындай сығыштар заказ буйынса эшләнәме, әллә үҙ теләгегеҙ, күңел талабымы?
- Бында барыһы ла бергә: күңел талабы ла, үҙеңде һынап ҡарау ҙа, Мәскәү етәкселегенең күҙаллауы ла. Икенсе яҡтан, беҙҙең структура хәрби хеҙмәт кеүек бит: етәкселектең бойороғо тикшерелмәй, үтәлә. Әгәр етәксең шылтыратып, үҙең эшләһәң шәп булыр ине, ти икән, был инде ҙур ышаныс сағылышы ла. Шуға ла, әле мин журналист танытмаһын ситкә алып ҡуймағанмын, тием.
Заманға ярашлы, бөтә донъя цифрлашыуға табан ҙур аҙымдар менән бара. Был яңылыҡтан телевидение ла ситтә ҡалманы - берҙәм цифрлы пакетҡа - мультиплексҡа күсте...
- Ҡыҫҡаса ғына аңлатҡанда, бөгөн мәғлүмәт таратыу юлдары күп: интернет, юлдаш, кабель, мультиплекс. Мультиплекс Рәсәйҙең һәр гражданына 20 мотлаҡ каналды, шул иҫәптән төбәк тапшырыуҙары ла ингән "Рәсәй-1", "Рәсәй-24" каналдарын бушлай ҡарау, "Рәсәй радиоһы" радиостанцияһын бушлай тыңлау мөмкинлеген бирә. Был ил Президенты Указына ярашлы, 2009 йылда тормошҡа ашырыла башланы, республика 2018 йылда ғына мультиплексҡа инде.
Хәҙер бар эштәр рейтинг буйынса баһалана, ә һеҙҙең каналдың рейтингы ниндәй?
- Рәсәй телеканалы 7 йыл рәттән лидер позицияһынан төшмәй. Күптән түгел 2022 йыл йомғаҡтары билдәле булды һәм беҙ тағы ла алда барабыҙ. Һәм был алдынғылыҡты барыһы ла төбәктәрҙәге филиалдарға бәйләй. Мин директор булған осорҙа беҙҙең төбәк "Хәбәрҙәр"е рейтинг буйынса федераль сығарылыштар рейтингынан түбән төшмәне. Бер кемде лә үпкәләткем килмәй, әммә төбәк "Хәбәрҙәр"ен һәм "Башҡортостан-Хәбәрҙәр"ен республикала башҡа каналдарҙағы яңылыҡтар йәки хәбәрҙәргә ҡарағанда күберәк ҡарайҙар. Шуға маҡтанмай ғына әйтә алам: республикала "Хәбәрҙәр"ҙең рейтингы ныҡ юғары.
2014 йылда һеҙ Башҡортостан журналистарынан иң беренсе Донбасҡа командировкаға барып, ундағы хәл-торошто үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп ҡайттығыҙ. Бөгөн ундағы ваҡиғаларға диванда ятып үҙ фекерен белдереүселәргә әйтер һүҙегеҙ ҙә барҙыр, моғайын?
- 2014 йылда Украинаның Донбасс территорияһында йәшәгән халҡы үҙҙәренең урындағы власҡа кәрәкмәгәнен ныҡлап аңланы. Был, иң тәүҙә, туған телеңде өйрәнеүҙе тыйыуҙан башланды. Киевта "майҙан" еңгәс, бай, ҡеүәтле сәнәғәт-иҡтисади үҫешкән Донбаста төрлө радикал күренештәр күбәйә, шахталар олигархтар ҡулына күсә башланы. Территорияға ғәскәр индереү түҙемлектең һуңғы сиге булды. Һәм былар барыһы ла үҙ телен, мәҙәниәтен һаҡлап йәшәргә теләгән халыҡтың ихтыярына ҡаршы эшләнде, уларға ҡаршы ҡорал ҡулланыла башланы. Беҙ беренсе тапҡыр уң секторҙың кешеләрҙе урлау күренешенә юлыҡтыҡ. Тыныс тормоштан килеп, ҡапыл кешеләрҙе үлтереүҙәрен үҙ күҙҙәрең менән күреү - ҡурҡыныс, әммә иң ҡурҡынысы - кешеләрҙең ошо хәлгә күнегеүе. Унда 9-сы йыл һуғыш бара, Донбасс халҡы ошо ваҡытта иң яҡшы сифаттарын күрһәтте. Һуғышты беҙ башламаныҡ, беҙ уның Рәсәйгә таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ҡаршы торабыҙ.
Әйткәндәй, 2014 йылда мин унда сығышы менән Башҡортостандан булған бик күп кешене осраттым. Улар төрлө позицияларҙа, шул иҫәптән үҙ ирке менән Донбасты яҡлаусылар сафында ла ине. Беҙ Донбасс халҡын үҙ туғаныбыҙҙай ҡабул итәбеҙ һәм һәр саҡ шулай буласаҡ.
Унда булған ирекмәндәр махсус хәрби операцияла Башҡортостан ир-егеттәренең күп булыуы һәм, милләтенә ҡарамай, республикаға бәйле йәки "башҡорт" позывнойын алыуы тураһында белдерә. Был нимәгә бәйле - илһөйәрлеккәме, әллә икенсе сәбәбе бармы?
- Тәү сиратта илһөйәрлек һәм хәрби хәрәкәттәр барышы шарттарында бер-береңде таныу ысулы. Һәр кем үҙенә яҡын, күңел түрендә һаҡлаған атаманы ала. Ул ғына ла түгел, башҡорт яугирҙары үҙ-ара башҡортса һөйләшеп, дошмандың башын бутай. Башҡа милләттәр ҙә шундай алым ҡуллана. Был тактика йәһәтенән яҡшы алым һәм берҙәм эш итергә ярҙам итә. Һуғышта зирәклек тә бик мөһим.
Киләсәккә пландарығыҙ?
- Иң мөһиме, насип булһа, быйыл башҡорт телевидениеһы башланған тарихи студияны асасаҡбыҙ. Киләһе йыл беҙгә 65 йыл тула, уны лайыҡлы ҡаршылар өсөн республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә ниәт бар. Башҡортостан телевидениеһы тарихы тураһында музей булдырыу, китап йәки альбом сығарыу ҙа күҙаллана. Әммә әлегә тәү сиратта матди-техник базаны нығытыу, студияны эшләү һәм уның дизайнын булдырыу маҡсаты тора. Шул уҡ ваҡытта бинаны реконструкциялау ҙа ҡамасауламаҫ ине, ләкин барыһы ла финанс мәсьәләһенә барып тоташа. Үҙебеҙ яйлап ремонт эшләгән булабыҙ, тик бина тағы 50 йылдан һуң да ныҡлы торһон өсөн етди ремонт кәрәк.
Шулай итеп...
Дөйөмләштереп әйткәндә, Азамат Рафаэль улы бер аҙ баҫалҡылыҡ күрһәтте, шулай ҙа ул директор булған осорҙа Рәсәй телеканалында башҡорт телендәге тапшырыуҙар ныҡ артып китеүен билдәләргә кәрәк. Һәр иртәһен "Хәйерле иртә!" тапшырыуы менән башлаған тамашасы уны һәр саҡ шулай булған кеүек ҡабул итә. Башҡорт телендәге "Ватан" интернет-радиоһын 2-3 мең кеше тыңлай. Ололар уны "даңғыр-доңғор" йырҙар, тиһә лә, уның үҙенең аудиторияһы бар. Шулай уҡ телевидениеның 60 йыллығына арнап эшләнгән башҡортса 60 караокены ҡулланып, бөтөн ерҙә башҡортса йырлау мөмкинлеге бар.
Пандемия осоронда интернетта уҙғарылған "Алтын бишек", "Уйна, гармун" акциялары бихисап таланттарҙы һәм уларҙы хуплаусыны бергә туплай, уларҙы тағы ҡабатларға кәрәк, тигән фекергә этәрә.
Башҡорт телендәге эфир "Башҡортостан-24" каналындағы тапшырыуҙарҙың яртыһын алып тора, унда яңынан-яңы проекттар барлыҡҡа килә, район телевидениеларына үҙ районы тураһындағы тапшырыуҙарын тотош республикаға сығарыу мөмкинлеге бирелгән һ.б. Ҡыҫҡаһы, бөгөн уның йәшен һорамайынса, ошо эшләгән эштәре буйынса ла һығымта яһарға мөмкин: ир-егет!
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА