«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘРМЕ МАЖАРАЛАРЫ
+  - 


Уҡыусыларыбыҙ хәтерләйҙер: гәзитебеҙҙә бер нисә йыл дауамында бер нисә авторҙың бик үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта ысын илһөйәрлек, ир-егетлек мәктәбе һабаҡтары тураһында һөйләгән Әрме яҙмалары баҫылып сыҡты. Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында йәшәгән яҙыусы авторыбыҙ Иҙрис (Ринат) НоҒоманов (2005 йыл, 30-41-се һандарҙа) башлап ебәргән әрме хәтирәләрен уҡыусыларыбыҙ бик йылы ҡабул иткәйне. Бигерәк тә әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтыусы ир-ат автор яҙмаларына ҡарата битараф булмауын белдерҙе. Хатта бер ҡатын-ҡыҙ: "Әрме" яҙмаларын уҡығас, һалдат булғы килеп китте", - тип яҙҙы. Күптәр үҙҙәренең дә әрме хәтирәһен яҙыу теләген белдерҙе. Гәзитебеҙ биттәрендә ошондай яҙмаларҙың тағы ла дауам итеүен теләп, әрмелә хеҙмәт иткән ир-егет уҡыусыларыбыҙҙың матур иҫтәлектәрен, сәмен, рухын уятыу маҡсатында Иҙрис Ноғомановтың әрме яҙмаларынан өҙөктәр тәҡдим итергә булдыҡ.

* * *

...Асҡарға Ҡырҡтыны артылып килеп төштөк. Саҡҡа өлгөрҙөк. Сафҡа теҙеп ҡуйҙылар ҙа, ҡулыбыҙға хәрби билет тотторҙолар. Ошо көндән башлап ике йыл буйы ул минең түш кеҫәлә, йөрәк янында йөрөйәсәк.
Һәммәбеҙ егерме биш егет булдыҡ. Барыбыҙ ҙа унынсыны бөткән. Барыбыҙҙың да өҫтөбөҙҙә иҫке кейем. Шулай кейенергә әрмене күреп ҡайтҡандар өйрәтте. Шулай ҙа минең баштағы күн кәпәс менән аяҡтағы кирза итектәр өр-яңы ине. Күмәк ғәм алдында мине иҫке кейемдә күргеһе килмәгәндер атайымдың. Саф алдына үҙебеҙҙең хәрби комиссар, майор Өмөтбаев сығып баҫты.
- Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙ барығыҙ ҙа белемле, ошо критерийға ҡарап һайлап алындығыҙ һәм туп-тура Германияға барасаҡһығыҙ. Үҙегеҙҙе әҙәпле, лайыҡлы тотоғоҙ. Башҡорттоң, Башҡортостандың исемен һатып, әҙәм көлдөрөп йөрөмәгеҙ. Беҙ һеҙгә ышанып ҡалабыҙ, хәйерле юл, матур хеҙмәт һеҙгә!
Ғәжәп, майорҙың ошо ҡыҫҡа ғына телмәре барлыҡ болоҡһоуҙарҙы онотторҙо, дәрт-дарман өҫтәп ебәрҙе. Оҙатыусылар араһынан да сығыш яһаусылар табылды. Автобус килеп туҡтағас та хушлашыуҙар башланды. Кемдер дәртле итеп гармунда уйнап ебәрҙе. Икенсеһе таҡмаҡ әйтеп, тегене күтәреп алды. Ҡалғандар күмәкләшеп "Өс таған"ға төштө. Уларға буласаҡ һалдаттар ҙа ҡушылды. Илаусы-һыҡтаусы табылманы. Ғүмерлеккә хәтеремә уйылғаны - атайым менән әсәйемдең хәсрәт тулы йөҙө булды. Тәҙрә аша ҡул болғаным, яуап бирҙеләр.

* * *

...Нужа һурпаһы һемереп, ыҙа сигә торғас, ниһайәт, килеп еттек шикелле. "Витшток" полигоны тинеләр аяҡ баҫҡан еребеҙҙе. Был инде Германия биләмәләре. Оҙон сафҡа теҙеп ҡуйҙылар. "Дед" тип аталған, әүәл ишетеп кенә белгән "дәжжәлдәрҙе" тәүләп ошонда күрҙек. Кәпәстәрен ҡырын һалып, бил ҡайыштарын һәлберәтеп, теш араһынан сырт төкөрөп, әллә кем булып йөрөгән булалар. Йылтыр әйбергә ҡаныҡҡан ҡарғаларҙай, беҙҙең тирәлә ураңғылана улар. Күҙҙәре нәфселе, ҡараштары әле таушалып та өлгөрмәгән өр-яңы кәпәстәрҙе, шинелдәрҙе, ҡайыштарҙы ҡапшай. Хәлдәренән килһә, шундуҡ ябырылырҙар ине лә...
Ҡыйыуыраҡтары, яҡын килеп, ҡылдарыбыҙҙы тартып ҡарарға баҙнат итте шунда ла. Тиҙ генә һөйләшеп алдыҡ та, теге оңҡоттарға бер нәмәбеҙҙе лә бирмәҫкә ҡарар иттек. Ныҡ торабыҙ. Тегеләрҙең береһе, ахыры, түҙмәне, ҡапыл уҡталды ла, мин иҫемде йыйып өлгөргәнсе, әллә ни арала билемдәге ҡайышты ысҡындырып та алды. Йәһәтләп китмәксе итте. Әммә мин дә йүкәнән һуғылмаған: бесәй сослоғо менән хәләл әйберемдең бер осонан эләктереп алдым. Тартҡылаша башланыҡ, көрмәкләшеүгә күстек. Шунда ғына аңшайышып ҡалған иптәштәрем, йоҡоларынан уянып киткәндәй, һиҫкәнешеп, теге һөмһөҙҙө уратып, ҡыҫымға алды. Ер аҫтынан ҡалҡып сыҡҡандай, шул арала "стариктар" байтаҡ ҡына йыйылып китте. Эш етди төҫ алды, бына-бына һуғыш сығасаҡ. Әммә беҙ ҡаршы яҡҡа ҡарағанда һан яғынан артыҡ, шул сәбәпле, күпкә көслөрәк тә инек. Тегеләр асыҡтан-асыҡ алышҡа сығырға ҡыйманы. Тәүҙә юхалап-өгөтләп торҙолар ҙа, ахырҙа ҡапаҡлап-ҡурҡытып китеп барҙылар. Шулай һемәйттек яуыздарҙы. Күмәкләгән - яу ҡайтарған...

* * *

...Тиҙҙән бөтә батальон алдында тантаналы рәүештә ант ҡабул иттек. Ҡулыбыҙға тәүге тапҡыр ысын автомат тотҡан ошо көн хәтергә ныҡ уйылып ҡалды. Мин легендар 2-се гвардия танк армияһының 8-се бригадаһына ҡараған 34-се айырым көсәйтелгән батальонының 1-се ротаһында хеҙмәт итә башланым. Минең призывтан йәнә биш кеше бында эләкте. Башҡортостандан өсәү булһаҡ та, бер үҙем башҡорт. Ғөмүмән, бөтә ротала берҙән-бер башҡорт булдым. Беҙҙең 3-сө взвод командиры лейтенант Кравченко тыныс, һапалы кеше. Ерле-юҡҡа асыуланып, көйөп бармай. Кемдең-кемлегенә ҡарамай, барыһы менән дә тигеҙ күреп, ғәҙел мөғәмәлә итә. Тырышҡанды, ынтылып ятҡанды күтәреп алырға әҙер тора. Мине, ярты йыл да хеҙмәт итмәгән "салаганы", "Совет Армияһы отличнигы" билдәһенә тиктәҫкә генә тәҡдим итмәгәндер ул. Шөкөр, политик әҙерлек буйынса ла, физик әҙерлек буйынса ла, ҡоралды өйрәнеүҙә лә, тактикала ла һуңғыларҙан түгелмен. Яңынан бер йылдан көс гимнастикаһы буйынса гарнизон беренселеген яулаясаҡмын.
Татлы телле, йомшаҡ йәйеп ҡатыға ултыртыусы капитан Ершов тәүге йылды рота менән командалыҡ ҡылды. Миңә нимә генә вәғәҙә итмәне: өйгә рәхмәт хаты ебәрҙе, ҡалаға алып барып фотоға төшөрҙө, кесе сержант дәрәжәһенә күтәреп, танк командиры итеп ҡуйҙы. Йәнәһе... Ошо вәғәҙәләренең береһен дә үтәмәне. Сәбәбе: мине рота кәнсәләренә писарь итеп ултыртмаҡсы итте. Баш тарттым. Ефрейтор Турчиндың ҡараңғы бүлмәлә нисек яфа сиккәнен беләм бит мин. Старшинабыҙ өлкән сержант Хлыстов ротабыҙҙа иң кеше йәнле командир. Тап уның арҡаһында ҡәһәрле "дедовщинаны" тулы мәғәнәһендә үҙ елкәбеҙҙә татыуҙан ҡотолдоҡ, тиһәм дә хата булмаҫ. Ул яңы килгән йәш һалдаттар өсөн күкрәген ҡуйып, йәберләргә бирмәне. Армиябыҙҙа Хлыстов һымаҡтар күберәк булһа, "бабайсылыҡ" тигән ҡот осҡос күренеш тә булмаҫ ине, бәлки.
Танк командирым сержант Машаров та баштан уҡ мине үҙ итте. Торғаны бер әүлиә ул. Ике йыл хеҙмәт итеү осоронда мин уның ауыҙынан бер һүгенеү һүҙе ишетмәнем. Ғөмүмән, беҙҙең 306-сы танк экипажы ла, өсөнсө взвод та, рота ла ғәжәп татыу. Ошо арҡала "Отличная рота" исемен йөрөтәбеҙ. Әммә мискәләге балға ла бер ҡалаҡ дегет табыла. Наводчигыбыҙ ефрейтор Пашкевичты бөтә хеҙмәт осоронда барлығы ике тапҡыр ғына күреп ҡалдым. Ике йылды госпиталь койкаһында өйгәҙәп үткәрҙе ул. Ундайҙар һуңынан нимә тип өйҙәренә ҡайталарҙыр, белмәйем. Ҡайһы берәүҙәр бармаҡтарын да йәлләп тормай, ҡайһылары күҙенә тәмәке саңы һибә. Ҡайһылары тирләп-бешеп йөрөгәндән һуң, күрәләтә һалҡын бетон иҙәнгә ятып, үпкә сире йоҡтора.
Икенсерәк, аяныслыраҡ хәлдең шаһиты булырға тура килде миңә. Күрше 58-се батальондың бер һалдаты көтмәгәндә ҡаты ауырып, иң тәүҙә санчасҡа, аҙаҡ госпиталгә эләкте. Һалдаттың ашҡаҙанында язва таптылар. Күҙ йәштәренә мансылып, илап ҡайтып китергә мәжбүр булды ул. Мөҙҙәтенән алда ҡайтырға теләмәгәйне. Ошоноң менән үҙенә ҡарата йылы хистәр ҡалдырҙы.
Минең өсөн ҡәҙимге һалдат тормошо башланды. Сәғәт алтыла - подъем, иртәнге күнекмә, тикшереү. Иртәнге аштан һуң төрлө занятиелар, төштән һуң тактик күнегеүҙәр, ФИЗО, химик һаҡланыу буйынса уҡыуҙар, аҙнаһына бер ТСТ (танковая стрельба) була. Киске аштан һуң һалдатҡа иртәнге көнгә әҙерлек өсөн буш ваҡыт бирелә. Ошо мәл кем өҫ-башын ҡараштыра, кем хат яҙа, кем телевизор ҡарай, гәзит уҡый, футбол тибә. Иртәнге тикшереүгә кейемең ялтырап торорға тейеш. Һалдат тәүлектең ун алты сәғәтен аяҡ өҫтө үткәрә. Отбойҙан һуң барыһы ла ятырға тейеш. Йоҡлайһыңмы, уйланып ятаһыңмы - үҙеңдең эш.

* * *

...Ғәжәп тиҙ ышанып барыусан, хатта бер ҡатлыраҡ та икән немецтар. Йөҙҙән туҡһан бишенә ҡарата ошолай тип әйтергә була. Нужаны күп күргән, донъяның әсе-сөсөһөн байтаҡ татыған урыҫты, ғөмүмән, рәсәйлене, тиҙ генә алдай ҙа, юҡ-барға әүрәтә лә алмаҫһың. Ҡағылып-һуғылып үҫкән үгәй бала ише әрһеҙ рәсәйле. Һәр нәмәгә шикләнеп ҡарау уның ҡанына һеңешкән. Ул Сталин кеүек ҡаты ҡуллыларға күнеккән. Ә немец иркәләп-наҙлап үҫтерелгән яңғыҙ балалай. Ул саманан тыш етди, ҡайсаҡ шаяртҡанды, юрый алдағанды аңлап етмәй. Тап шуның өсөн дә Гитлерға матур-матур һүҙҙәр һөйләп, яҡты киләсәккә өмөтләндереп, үҙенә ҡаратыу мөмкин булғандыр.
Эйе, иҫ инер-инмәҫ саҡтан һәр ҡараған кинобыҙ, һәр уҡыған китабыбыҙ һуғыш тураһында булды. Ә һуғыш ул - Германия, немец. Һәр хәлдә, беҙҙең быуын өсөн шулай. Күбебеҙҙең атайҙарын, олатайҙарын шул һуғыш йотто, немец һәләк итте. Сабый саҡтан аңға һеңгәнде тиҙ генә юйып ташлап та булмай... Тәү ҡарауға был ер беҙҙекенән бер ние менән дә айырылмаған һымаҡ. Шул уҡ һауа, шул уҡ болоттар, тауҙар, урмандар, йәшел үлән, сәскәләр. Беҙҙәге ҡоштар, кейектәр бында ла бар. Әммә былар тәү ҡарашҡа ғына шулай. Күңел күҙенән үткәрә башлаһаң, айырма күк менән ер араһы. Герман еренең тауҙары күпкә тәпәшерәк, ҡайындарының аҡлығы беҙҙекенән ҡайтышыраҡ. Ялбыр ботаҡлы ҡарағайҙарҙы беҙҙеке менән сағыштырырлыҡ түгел. Имән-тирәктәре бейек булһа ла, беҙҙекенә етмәй. Үләне бейек, ҡуйы, әммә үтә йәш-ләүек, ыуыҙ, тапалып-йығылып бара. Һаҡмар, Ҡыҙыл буйында му-йыл ашап үҫкәнгәме, иң әүәл ҡараштарым менән ошо баш әйләндергес, иҫерткес, үҙенсәлекле еҫ бөркөп торор ағастарҙы эҙләнем. Таба алманым. Муйыл ағасы бында үҫмәй. Әрһеҙлеге менән иҫте китергән кесерткәнде лә таба алмаҫһың бында. Ә сәскәләре һуң? Беҙҙәгенең йөҙҙән бер өлөшө лә юҡ. Бында ерҙең һәр буш киҫәге, һәр осмото һөрөп сәселгән. Уның ҡарауы, баҡсаларҙа кеше ҡулы менән үҫтерелгән сәскәләр күп. Тик яҙ хәбәрсеһе умырзаяға, урман хушбуйы - кәкүк ҡатаһына, витамин ояһы - кәзә һаҡалына, бәпембәләргә, болон сәскәләренә, туғай гөлдәренә етә буламы һуң? Беҙҙә осраған бәшмәктәрҙең күпселеге бында ла бар. Шулай уҡ сәтләүек ағасы, алмағас, груша, һары сейә, ҡара көртмәле, гөлйемеш ҡыуаҡлыҡтары һәм башҡа эреле-ваҡлы, әскелтем-сөскөлтөм емеш биреүсе үҫемлектәр менән донъя тулған. Тәү башта уҡ мине һоҡландырғаны, иҫте алғаны өйҙәр, кәртә-ҡура, бигерәк тә ҡәберлектәр тирәләй ултыртылып, дүрткелләп киҫелеп, һылап-һыйпап үҫтерелгән акация, әлморон һәм башҡа ҡыуаҡлыҡтар булды. Улар үҙҙҙәре үк энәле тере кәртә. Тығыҙ итеп ултыртылған ҡыуаҡтар араһынан ҡуян да үтеп инә алмаҫ. Ҡуян тигәндән, ул ҡылый күҙ, шеш ҡолаҡ бында юҡ иҫәбендә. Һирәк-һаяҡ ҡына күҙгә салынып ҡалғылай. Уның ҡарауы, ҡырағай кролик көтөүе менән йөрөй. Иң ғәжәбе шул - уларға иғтибар итеүсе лә юҡ. Ҡоралай, ҡабан, марал ише тояҡлылар ауылдар янында терәлеп үк йөрөй, хатта гарнизонға килеп ингеләй. Бүренең ни икәнен дә белмәйҙәр. Һунар ҙа ҡәтғи тыйылған. Беҙҙең ауыл урамдарында эттәр нисек йөрөһә, бында ерән тейендәр шундай иркенлектә. Диңгеҙ өҫтәрендә, тыныс ҡултыҡтарҙа ҡаҙ-өйрәктәр болот булып осоп йөрөй. Бер һүҙ менән әйткәндә, кейек, ҡош-ҡорт өсөн хөрриәт бында. Ике йыл эсендә бер тапҡыр ғына браконьерҙарҙы күрҙем. Улары ла карабин тотҡан совет офицерҙары ине.
Урындағы халыҡтың иғтибарға, хөрмәткә лайыҡ сифаттары күп. Шуларҙың күҙгә ныҡ ташланғаны: таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә, теүәллеккә даими ынтылыш, уғрылыҡты күрә алмау. Яңылыш кикереп ебәреү немец өсөн хурлыҡ, үлемгә тиң. Шул уҡ ваҡытта күмәк кеше араһында "һауаны боҙоу" уларға бер ни тормай, әҙәпһеҙлеккә һаналмай. Урам уртаһында ҡараусыһыҙ ҡалдырылған сумаҙан, башҡа әйбер - ғәҙәти күренеш.
Ике-өс өйҙән генә торған, һәр береһенә айырым асфальт юл үткән ауылдарҙа халыҡтан һөт йыйыу өсөн феләгеләр махсус эстакадаларға ҡуйылған. Һәр кем килтергән һөтөн үҙе үлсәп, шуларға ауҙара, күләмен шунда ятҡан журналға теркәп китә. Арттырып яҙыу, һыу өҫтәү берәүҙең дә башына ла инеп сыҡмай. Беҙҙә булһа, иртән тороуға, һөтөн түгел, феләген дә таба алмаҫ инек, шәт.
Кеше ихлас бында, эскерһеҙ. Юл ситендә үҫкән ағастан өҙөп, һары сейә ашап торғаныбыҙҙа оло ғына немец, ҡулындағы таяғын болғай-болғай, беҙгә ҡысҡырып килә башланы. Уғрылыҡта, һөмһөҙлектә ғәйепләргә итә был Гитлер тоҡомо, тип хафаға ҡалдыҡ башта. Бабай килеп етте лә, юлға яҡын үҫкәнен ашарға ярамағанлығын аңлатты, үҙенең баҡсаһына инеп һыйланырға саҡырҙы. Бына һиңә Гитлер тоҡомо!
Пунктуаль немец ашау яғынан да теүәл. Әҙләп-әҙләп көнөнә алты тапҡыр тамаҡ туйҙыра ул. Иртәнге аш сәғәт етелә, 9-10 тирәһендә еңелсә ҡапҡылап ала. Һәр ауылда тиерлек сирена ҡуйып бөтөлгән. Ул көндөҙгө бер тулыуға әсе тауыш менән төш мәле еткәнен хәбәр итә. Ошо саҡ ҡаҙаҡ ҡағыр өсөн сүкешен күтәргән немец, был эшен кисектереп, төшкө ашҡа тотонор. Үҙ һаулығын шулай ҡайғырта камрад. Киске аш теүәл сәғәт киске һигеҙҙә. Уға тиклем эш араһында йәнә ике тапҡыр тамаҡ ялғап өлгөрә немец. Ашағандары күберәген ҡатыҡ менән арыш икмәге, өтөлгән картуф менән сосиска. Эсемлектәрҙән "Бавария" һыраһына өҫтөнлөк бирелә. Химик буяуҙар ҡушылмаған лимонадты ла яраталар.
Немецтың тәмәкеһе - торғаны ҡыу үлән. Ни ҡатылығы, ни тәме, ни еҫе юҡ. Үҙҙәренең фильтрлы сигареттарын тикмәгә генә беҙҙең тәмәкеләргә алмаштырып тартмайҙыр. Шулай уҡ шнапстарына ҡарағанда урыҫ араҡыһын яҡыныраҡ күрәләр. Эсеүҙәре лә шартлы ғына. Рюмкалары уймаҡтан артыҡ түгел. Иҫереп, болғанлап йөрөгән кешене бында күрмәҫһең.
Беренсе тапҡыр ҡалаға сыҡҡандағы тәьҫораттар хәтергә уйылып ҡалған. Йәйге эҫе көн ине. Урамдар самаһыҙ тар, ныҡ ҡыҫып торған купальниктар, күкрәксендәр кейгән ҡыҙ-ҡатын менән тулы. Ир-аттар шортикта. Әбей-бабайҙар ҙа бында өйҙәрендә бикләнеп ултырырға яратмай. 80-90 йәшлегенә ҡәҙәр велосипедта елдерә. Бер аяғы менән ҡәберҙә булғандар велосипедта елдереп барһын әле. Матур ғына итеп биҙәлгән, төрлө-төрлө уттары былҡылдап янып торған гаштетҡа инеп барабыҙ бер. Ҡайһыбыҙҙыр ишек төбөнә тартылып бөтмәгән тәмәкеһен ырғытты. Уның юлына 70 йәштәр тирәһендәге ханым арҡыры төштө. Ике ҡулына ла ауыр сеткалар тотҡан ҡатынҡай бер быҫҡып янған төпсөккә, бер егеткә ҡарап ҡатып ҡалды. Тегеһе урап үтмәксе иткәйне, ҡаршыһына баҫа һалды. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Тәмәкесегә төтәп ятҡан төпсөгөн күтәреп, йәнәшәлә торған урнаға ырғытыуҙан башҡа сара ҡалманы. Бер һүҙ өндәшмәй, барыбыҙға ла оло һабаҡ бирҙе немец әбейе.

* * *

Хеҙмәтенең һуңғы йылында ғәжәп хәйләләргә өйрәнеп, мутлашырға оҫтарып, һәр эшкә маһирланып ала һалдат. Шул мутлыҡтың, хәйләнең береһе - итек алмаштырыу. Сит илдә хеҙмәт итеүселәргә бирелә торған итектәр ауыр, ялҡыта. Ә немец һалдаттарының кирза итеге еңел дә, уңайлы ла. Складта тулып ята ундай итектәр, әммә форманы боҙорға ярамай, тип һәр кемгә тоттора һалып бармайҙар.
Нәмә ҡәҙерен белеп үҫкәнлектән, үҙем кейемде ифрат һаҡсыл кейәм. Тәүге йылдан һуң алмаштырылған итектәрем шул көйө тиерлек ине. Әле лә минең менән бергә хеҙмәткә алынғандар, йәғни "ҡарттар" төрлө һылтау табып, иҫке итектәрен ҡыҫҡа ҡуныслы немецтыҡына алышып бөттө. Ә мин һаман да шул яловыйҙы һөйрәп йөрөйөм. "Итектәрең бөп-бөтөн, дембелгәсә етәсәк", тип әйтә лә ҡуя прапорщик, был турала һүҙ ҡуҙғатһаң. Бер кис ултырып, йәл булһа ла, бергә утты-һыуҙы кискән, еҙ торбалар аша бергә үткән ҡәҙерле итектәремдең табанын көс менән айырып, "тештәрен" йәмһеҙ итеп ыржайтып ҡуйҙым.
Иртәгеһенә иртә менән кейем складына барып, уның мөдиренә мөрәжәғәт иттем. Ул табаны бер-ике сөйҙә генә эленеп торған итектәремде күреп, өр-яңы итектәр тотторҙо. Прапорщик киске тикшереү ваҡытында яңы итектәремде шәйләп ҡалды. - Быларҙы ҡайҙан алдың? - тип һораны ул ғәжәпләнеп.
- Складтан...
- Кем бирҙе?
- Мөдир. Прапорщик Зайцев ҡушты, тине.
Ул йыбанмаған, барып белешкән.
- Ну и хитрец же ты, Нугманов! - тип көлдө ул аҙаҡ. - А за порчу государственного имущества я тебя накажу, - тип тә иҫкәртте. Ҡапағы һүҙҙә килеш ҡалды. Ә мин иһә дембелгәсә еңел итектәр кейеп, рәхәтләнеп йөрөнөм. Башҡалар ыңғайына.

* * *

...Һау кешегә нимә, йыл ярым ваҡыт күҙ асып йомған арала тиерлек артта ҡалды. Беҙ ҙә ҡарт һалдатҡа әйләнеп, рота көнитмеше теҙгенен ҡулға алдыҡ. Нисек кенә тырышһам да, ҡыҙыма ебәрерлек фото юҡ ине. Рота командиры итеп Боюнов ҡуйылғас, ул был хаҡта ишетергә лә теләмәне. Ул беҙгә килер алдынан подвалдағы "фотоателье" янып китте. Ательеның ишегенә ат башындай йоҙаҡ элдертте Буйный. Беҙҙең һорауҙарҙы, үтенеп-ялбарыуҙарҙы ишетергә лә теләмәне. Ә ҡыҙ һаман көтә...
Дембелгә ике ай ҡалып, мажаралар менән тулы Нейбранденбургта йөрөп ятҡанда, ҡыҙымдан хат килеп төштө. "Ике йыл буйына мине алдап йөрөттөң, бер фото ла ебәрмәнең. Башҡа ҡыҙҙар егеттәренән матур-матур кәртешкәләр алып һөйөнгәндә, миңә уңайһыҙ. Һин мине яратмайһың! Был хаҡта әйтә алмаһаң, үҙем әйтәм. Ошо хат һиңә һуңғыһы булыр, яуап яҙып аҙапланмаһаң да була. Хуш!"
Шундай йөкмәткеле ине һөйгәнемдең һуңғы хаты. Күңелем ҡырылды, хәтерем ҡалды, төшөнкөлөккә бирелдем. Эскерһеҙ мөхәббәтеңде, ҡайнар һөйөүеңде ус аяһындай ҡағыҙ киҫәгенә тиңләһендәр, ҡатырға остоғона алыштырһындар әле. Ҡалмаҫ ерҙән ҡалыр хәтерең. Күп уйлап тормаҫтан, ҡыҙыулыҡ менән яуап яҙып ебәрҙем: "Ярай, йәнкиҫәгем, ҡағыҙға төшөрөлгән йәнһеҙ һүрәт минән ҡәҙерлерәк икән, артабан һөйләшеп торорға ла түгел, барыһы ла аңлашыла, һүҙһеҙ ҙә. Йәл, ҡыҫҡа ғүмерле булды мөхәббәтебеҙ. Ҡайтҡас, фото урынына үҙемә туйғансы ҡарар инең дә бит. Бәлки фото - һылтау ғыналыр, уныһы миңә, әлбиттә, ҡараңғы. Әгәр шулай икән, тураһын әйтһәң дә, үпкәләмәҫ инем. Һөймәгәнгә - һөйкәлмә, тиҙәр. Һинең яҡтан һөйөү булмаған, тимәк. Ваҡытлыса мауығыу, ялтырауыҡ һүҙҙәр, буш вәғәҙәләр генә булған. Үкенес. Шулай ҙа ике йыл ағышында йылы хаттар яҙып, ауыр мәлдәрҙә терәк-таяу булып, рухымды күтәреп, киләсәккә өмөтләндереп торғаның өсөн һиңә рәхмәтлемен. Тиңһенмәүең генә йәнде әрнетә. Ярай, тиңеңде тап, хуш! Бәхил бул, бәхетле бул!"
Бына шулай итеп һөйгән кешемде юғалттым. Белмәйем, әлеге хатты ул алып уҡынымы, уҡыһа, ниндәйерәк хис-тойғолар кисергәндер? Тик шуныһын ғына әйтә алам: "фото һылтауына" ҡағылышлы фаразым дөрөҫкә сыҡты. "Көтөрмөн, ҡайт!" тип ҡалған ҡыҙҙың башын инде күптән бирле бер түрә йораты әйләндергән икән. Миңә һуңғы һалдат хаты һалған мәлдә үк кейәүгә сыҡҡан булған ул. Ярай, көтмәне ти мине, икенсене һайланы, иш итте. Тик бәхетлеме икән? Бәхет төшөнсәһе шартлы нәмә. Берәү һөйгәне менән тиң йәшәп бәхетле булһа, икенсегә - тоҡ тулы аҡса, өсөнсөгә - дәрәжә, биләгән урын бәхет килтерә. Һәр хәлдә, һуңғылары шулай уйлай. Бәлки, мине ташлаған ҡыҙ ҙа шулар ҡатарындалыр, бәлки, юҡтыр. Нисек кенә булмаһын, Герман еренән һағыныу хаттары яҙып ятҡан һалдатты (фотоһы булмағанлыҡтан, күҙ алдына килтерә алмаһа ла) төштәрендә күреп-һаташып, бер тапҡыр ғына һиҫкәнеп уянмағандыр. Әле килеп, ваҡыт үтеүҙән һарғайып-тоноҡланып бөткән берҙән-бер фотоһүрәтте ҡулыма алып ҡарайым да, хәтирәләргә бирелеп, йылмайып ҡуям. Их, хәйләһеҙ, бер ҡатлы саҡ. Ошо йәнһеҙ ҡағыҙ киҫәген тейешле кешеһенә ебәрһәң ни була? Бәлки шул кеше менән ул фото ла һиңә кире әйләнеп килер, өйөңә инер ине. Ул сағында тормошоңдағы киҫкен боролоштар, яҙмышыңдағы һикәлтәләр ҙә әҙерәк булыр ине, бәлки...
Йәш ҡыҙҙарға еткерер һүҙем шул: әрмеләргә киткән егетегеҙҙе ышандырып, көтәм, ҡайт, тип шәмәреп ҡалғанһығыҙ икән - көтөгөҙ. Яҙмыш ҡосағына япа-яңғыҙын ташламағыҙ һалдатты. Көтә алмаһағыҙ - вәғәҙә итмәгеҙ. Хыянат һалдаттың рухын һындыра, киләсәккә өмөтөн өҙә. Ә өмөтһөҙ йәшәүҙәре, ай-һай... Көн дә хат яҙ, фото ебәр, тип быуынһыҙ еренә бысаҡ һалмағыҙ. Ҡайһы урынға, ниндәй шарттарға эләгә бит - шуныһы бар. Һаҡлағыҙ, ҡыҙҙар, һалдаттарығыҙҙы! Һеҙ һалдатҡа тоғро булһағыҙ, һалдат тыуған иленә тоғро ҡалыр! Мөхәббәт кешене йәшәтә, ҡанат ҡуя, асмандарға аштыра! Бөйөк эштәргә этәрә! Шуны онотмағыҙ, һылыуҙар!


"Киске Өфө" гәзите, №6, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.23 | Ҡаралған: 383

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru