«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛ ҺАҠЛАУ ҺӨНӘРЕ АТА-БАБАЛАРЫБЫҘҘАН ҠАЛҒАН
+  - 


Халҡыбыҙҙа "Атанан күргән - уҡ юна, инәнән күргән - тун бесә" тиҙәр. Элегерәк ошо әйтемдең мәғәнәһенең төпкөлөнә әллә ни төшөп ҡарағаным юҡ ине. "Тун бесә" тигәне, әлбиттә, ҡыҙ баланың тормошта кәрәк була торған шөғөлдәрҙе башлыса әсәһенән өйрәнеүе хаҡында инде: бала ҡарау, аш бешереү булһынмы, иҙән, кер йыуыу йә иһә, әлеге әйтмешләй, ниҙер бесеү-тегеү - барыһы ла гүзәл заттарыбыҙға ғүмерлеккә бәйләнгән кәсеп бит инде ул. Һәр заманда ла. Ә бына "уҡ юныу"… Ни өсөн әлеге мәҡәлдә тап ана шул "уҡ" телгә алына? Ир (атай) кешенең иң төп кәсебе - ҡорал менән бәйләнешле булыуына ишара түгелме был? Икенсенән, был мәҡәл, башлыса, беҙҙең халыҡҡа ҡағылышлы булыуға ла оҡшай.

Эйе, борон-борондан ата-бабаларыбыҙ үҙенең тыуған төйәген һаҡлап ғүмер иткәнен иҫләткән һымағыраҡ шул был әйтем. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ әлеге үҙ эше менән булышҡан кеүек, ир-егеттәрҙең дә үҙҙәренә генә хас төп кәсебе булыуы хаҡында. Тыныс шарттарҙа, әлбиттә, көслө зат ер һөрә, иген сәсә, урман киҫә, йорт һала, мал тәрбиәләй, ғаиләһенең ашауын, кейенеүен хәстәрләй. Әммә был донъяла әҙәм балаһы бер ваҡытта ла тиерлек дошмандан азат булмай. Шуға күрә лә тыуып үҫкән төйәген тышҡы илбаҫарҙарҙан һаҡлау электән ир-егеттәребеҙҙең төп һөнәре булғандыр. Ата-олаталарыбыҙ бер ҡасан да уҡ-һаҙаҡһыҙ, йәғни, ҡоралһыҙ булмаған тимәксемен. "Яҡшы атҡа менгән, ҡулына алған, уҡ-һаҙаҡ та тигән ҡоралын. Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын". Әйтемдең әтнәкәһе тап ана шул ир-егеттәребеҙ иңенә әленән-әле төшөп тора торған йөкләмәгә ишара булһа кәрәк. Шуны ла һәр саҡ иҫебеҙҙә тотайыҡ: ҡартатайҙарыбыҙ борон-борондан бер ҡасан дә сит ерҙәргә хужа булыу, уларҙы яулап алыу менән булышмаған, һәр саҡ ғәҙел көрәш алып барған.
Ерен, һыуын, урманын башҡаларҙан ҡурсалап, йыш ҡына ихтилалдар күтәреп торған ата-бабаларыбыҙ менән солох төҙөгәс, Рәсәй милләтебеҙгә тигенгә генә мотлаҡ хәрби бурыс йөкмәтмәгәндер. Ил батшаһы ир-егеттәребеҙҙең һуғышсанлыҡ һәләтен, ҡыйыулығын, үҙ бурыстарын үтәүгә намыҫ менән ҡарауын, әлбиттә, бик яҡшы белгән. Ошоғаса "Башҡортостан" тип аталған төйәгебеҙҙең бөтөнлөгө һаҡланып килеүе өсөн дә беҙ ана шул ҡаһарман ҡартатайҙарыбыҙға бурыслыбыҙ, тип һанайым. Ер йөҙөндә әленән-әле сыҡҡылап торған һуғыш афәттәре халҡыбыҙҙы бер ҡасан да урап үтмәгән шул. Һуңғы ике быуатты ғына алып ҡарағанда ла Наполеон яуына ҡаршы утыҙлаған башҡорт полкы, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә айырым "Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы" төҙөлөү ҙә күп нәмә тураһында һөйләй (Башҡорттоң Француз яуына ҡаршы торған "утыҙлаған полкы" ни тиклем ҙур көс булыуын күҙ алдына килтереү өсөн ошо сағыштырыуға иғтибар итәйек: бөгөнгө мото-уҡсыларҙың утыҙ полкы ете-һигеҙләгән дивизияны тәшкил итә).
Беҙ, инде олпат йәштәге ир-аттар быуыны, Совет Армияһында хеҙмәт иттек. Бына ошо СССР-ҙың ҡораллы көстәре сафында гражданлыҡ бурысын үтәгән егеттәребеҙ ҙә үҙҙәренең намыҫлылығы, эш һөйөүсәнлеге менән әрме коллективында һәр саҡ бик юғары баһаланды. Был - шапырыныу түгел, ҡәҙерле туғандар, был - ысынбарлыҡ! "Ваши ребята - самые лучшие. Они надежные, добропорядочные…" тигән һымағыраҡ һүҙҙәрҙе башҡа офицерҙарҙан әленән-әле ишетеүем күңелгә бәлзәм булып ята ине. Башҡортостандан килгән егеттәр әрмелә әллә ҡайҙан уҡ айырылып тора шул, әйтерһең дә, улар - бер ата-әсәнең улдары (Йәшерен-батырыны юҡ: һәр халыҡтың да ир-аттары араһында бер аҙ "тәртипһеҙерәктәре", урыҫса әйткәндә, "хулигандары" була. Бәғзе малайҙарыбыҙ ҙа был йәһәттән ташлама түгел. Хатта ана шул егеттәр әрме сафына килеп эләгеү менән, күпселек осраҡта бөтөнләйгә икенсе төрлөгә әйләнә. Күп кенә шундай малайҙарҙың армиянан ифрат та етди, әҙәпле егет булып ҡайтҡан осраҡтары менән танышмын. Ҡайтҡас та матур ғаилә төҙөп, йорт һалып, һин дә мин йәшәп китә улар). Үҙем оҙайлы хәрби хеҙмәт кисергән отставкалағы офицер булараҡ, ана шул хаҡта һәр саҡ кинәнеп һөйләргә яратам. Ҡасандыр яҙыусы Әхмәр Үтәбай әрмеләге егеттәребеҙҙе бөтә донъяға даны таралған, иң юғары сифатлы булған башҡорт балы менән дә сағыштырғайны. Хәйер, бөгөнгө әрмебеҙ ҙә ана шул Совет Армияһының балаһы бит инде. Тигеҙ сафта һоро шинель кейеп, билде ҡайыш менән һыҡтыра быуып, әҫәрләнеп йырлап йөрөгәндәребеҙ әле генә булған һымаҡ. "Родилась ты под знаменем алым, в восемнадцатом грозном году. Ты всегда всех врагов побеждала, победила фашистов орду..." Хатта Советтар Союзы тарҡалғас та, һаман да ана шул йырҙы йырланыҡ. Бәлки, бөгөнгө һалдаттарыбыҙҙың "строевой" йыр репертуарында ла барҙыр әле ул йыр.
Тик, үкенескә, һәр саҡ йырлап ҡына йөрөп булмай шул. Бар нәмә лә беҙҙең ихтыярыбыҙҙа түгел. Күп кенә егеттәребеҙ ошо көндә Ватаныбыҙ ҡушҡан ифрат хәүефле булған сираттағы йөкләмәне үтәү өҫтөндә. Ғүмерен үлем ҡурҡынысы аҫтында тотоп, ауыр заданиелар үтәгән "камуфляж" кейемдәге көслө зат вәкилдәре айырыуса оло ихтирамға лайыҡ тип һанайым. Махсус операцияға алыныусы ир-егеттәргә кәңәшем шул: Аллаһы Тәғәләне һис бер ваҡыт иҫегеҙҙән сығармағыҙ, "Лә иләһә иллә Аллаһ"ты телегеҙҙән төшөрмәгеҙ!
Күптән түгел телетапшырыуҙарҙың береһендә Азат Саҙриевтың репортажын күреп ҡалғайным. Яугир яҡташтарыбыҙҙың күмәкләшеп ултырып намаҙ уҡығанын төшөрөп алғандар. Милләттәштәремдең Аллаһы Тәғәләгә һыйынып, Уға баш эйеүен күреп, күңелем тулды, егеттәребеҙ өсөн именлек һорап, Раббыбыҙға доға ҡылдым. Бына ошо "махсус хәрби операция"нан һалдаттарыбыҙҙың имен-аман ҡайтыуын үтенеп, барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләнән ялбарып торайыҡ, ҡәҙерле туғандар. Һәммәбеҙҙең именлеге фәҡәт Раббыбыҙҙан ғына булыуы һәм һәр саҡ Уға ғына һыйыныу кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ. Ошо юҫыҡта миҫал итеп йыш ҡына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан үҙемдең ҡайнымды килтерәм. Гвардия ефрейторы Арыҫланов Усман Дәлха улының 1945 йылдың мартында һуғыштан әсәһенә яҙған һуңғы өсмөйөшлө хатында ошондай юлдар бар: "…Польшаны азат итеп, хәҙер инде Германияның үҙ ерендә һуғышабыҙ. Берлиндан ҡырҡ саҡрымда торабыҙ. Тиҙҙән ул да беҙҙеке буласаҡ. Баш осонан снарядтар бер-бер артлы осоп тора. Әсәй, Ҡыҙыл Армияның фашистарҙы еңеүен һорап, Аллаһы Тәғәләгә һәр саҡ доға ҡылып тор. Инде мин ошо һуғышта юғалып ҡалһам да, һис ҡайғырмағыҙ. Аллаһ ҡушһа - үленер, ҡушмаһа - йөрөлөр…" Фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең Үҙенә генә һыйынып, Уға ғына тәүәккәлләгән был һуғышсы ошо хатын ебәргәс тә, бер-ике көндән ҡаты яраланып, тыл госпиталенә оҙатыла. Раббыбыҙ уға 89 йәш йәшәргә насип иткән. Баймаҡ районы Байым ауылында иң һуңғы һуғыш ветераны булып донъянан китте. Борон ата-бабаларыбыҙ ҙа ниндәй генә яуҙа булмаһын, Аллаһҡа ғибәҙәт хаҡында бер ҡасан да онотмаған. Илдәге атай-әсәйҙәр, ҡартатай-ҡәртәсәйҙәр, барыбыҙ ҙа бына ошо малайҙарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын Аллаһтан һорайыҡ, үҙебеҙ ҙә мотлаҡ ғибәҙәттә булайыҡ!
Бынан тыш, мәктәп йәшендәге малайҙарыбыҙға ҡағылышлы тағы бер мәсьәлә. Уларға ир-егеттәрсә тәрбиә биреүгә иғтибар йүнәлтеү зарур тип һанайым. Беҙ мәктәптә уҡығанда әрме хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан ағайҙар "башланғыс хәрби әҙерлек" дәресе алып бара торғайны. Военрук ағайҙарыбыҙҙың дәрескә үҙенең значоктар менән биҙәлгән "дембель" кейемендә килеүе беҙгә айырыуса ныҡ оҡшай ине. Башлыса хәрби устав, ҡорал менән эш итеүҙе өйрәттеләр. Ҡырға сығып мылтыҡтан, хатта автоматтан да аттырҙылар. Малай халҡы, әлбиттә, ошо дәресте яратты. Хәҙер, отставкалағы хәрби табип булараҡ, шул хаҡта уйлайым: ана шул дәрестәрҙә, ни өсөндөр, яралыларға "тәүге һәм үҙ ярҙам" (само и взаимопомощь) итеү ҡағиҙәләрен беҙгә бөтөнләй өйрәтмәнеләр. Ошо мәсьәләне күтәреүемдең сәбәбе - һуңғы осор мәктәптәрҙә НВП-ны (начальная военная подготовка) ҡабаттан тергеҙеү хаҡындағы хәбәрҙәр йөрөүе. Бик хуп. Тик ана шул дәрестәрҙә тәү ярҙам мәсьәләләренә күберәк ваҡыт бүлһендәр ине. Куйбышев хәрби медицина факультетында уҡығанда беҙҙең, академия курсанттарының, иғтибарын был мәсьәләгә ныҡ ҡына йүнәлтә торғайнылар. Үҙ-үҙеңә йә яралы иптәшеңә ярҙам күрһәтә белеү - яу ҡырында күп кенә һалдаттың ҡан юғалтыу, травматик шок һәм башҡа өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеп, нәтижәлә уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға сәбәпсе була. Беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ - тәжрибәле хәрби врачтар генерал Ватутиндың ни сәбәпле һәләк булыуын миҫал итеп килтерәләр ине. Немецтарҙың засадаһына эләгеп, бот тамыры ("бедренная артерия") йәрәхәтләнеүе арҡаһында күп ҡан юғалта был генерал. Ә уның менән машинала бергә барған башҡа хәрбиҙәр уға тейешенсә тәүге ярҙам күрһәтә алмай… Артериаль ҡан ағыуын туҡтатыу өсөн дөрөҫ жгут һала белеү һәм башҡа ысулдарҙы рядовой һалдаттан алып генералғаса белеү мотлаҡ. Донъялар тыныс түгел бит. Иртәгә ни булырын бер Аллаһ ҡына белә. Әленән-әле һуғыш маҙар сыҡҡылап тора. Шуға күрә лә, мөмкин тиклем, һәр нәмәгә әҙер булыу кәрәк.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.02.23 | Ҡаралған: 276

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru