Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы
Ырымбур өлкәһенең көньяғында 1987-1988 йылдарҙа А.Х. Пшеничнюк тарафынан ҡаҙып асылған Филиппов ҡурғаны ошо дөйөм ҡағиҙәнән айырылып тора. Уның диаметры 100 м, бейеклеге 9 метрҙан ашыу, ул байтаҡ киң ҡәбер (21x19м, тәрәнлеге 2м) өҫтөнә өйөлгән, бер стенаһында ерләү өсөн соҡоп эшләнгән ҡәбер урыны була. Моғайын, ошо киң ерләү камераһының ағас иҙәнле бүрәнә бураһы һәм түбәһе, ә өҫтә, ерҙең боронғо өҫкө ҡатламы кимәлендә, бер нисә ҡатлы бүрәнә түшәме булғандыр.
Ҡәбергә түбәнәйә барған тар ғына оҙон коридор-дромос илтә, ҡәбергә инеү урынында йыуан бүрәнәләргә текәтеп эшләнгән ишек йә иһә ҡапҡа булған. Ҡәбер өҫтөндә, ерҙең боронғо өҫкө ҡатламы кимәлендә, ҙур һәм ҡатмарлы, майҙаны 100 кв.м булған ағас ҡоролма ҡалдыҡтары төҫмөрләнә. Бәлки, бында күп камералы, түшәме бүрәнә менән ҡапланған бура булғандыр. Был ҡоролманан бик ҡалын ағас ҡатламы ҡалдыҡтары хасил булған, уны ҡаҙып таҙартҡанда бүрәнә һәм башҡа деталдәр табыла. Ҡоролма өҫтөнә ағас ботаҡтары түшәлеүе һәм ҙур ер өйөмө һалыныуы билдәле була. Ер өйөмө ҙур киҫәкле кәҫтәр һалынып яһалған. Ваҡыт уҙыу менән бүрәнә ҡатламы сереп бөтөп, ағас ҡоролма эсенә ер тулған, ҡурған өҫтөндә диаметры 40 метрға еткән соҡор барлыҡҡа килгән.
Ҡаҙыныу эштәре барышында ҡурғандың боронғо замандарҙа уҡ бер нисә тапҡыр таланыуы асыҡлана, быны ер өйөмөндә түбәнгә табан йүнәлтелгән һәм аҫтараҡ горизонталь траншеялар булыуы дәлилләй. Траншеяларҙың береһендә бейек төплө, күләме 60 - 80 литрлыҡ бронза ҡаҙандар табыла: күрәһең, соҡор ишелеп төшөп, бурҙар ҡиммәтле табыштарын сығарып өлгөрмәй ҡалған. Күп тапҡырҙар таланыуға ҡарамаҫтан, ҡәберҙә 1000-гә яҡын алтын предметтар: кес кенә муйынсаҡтарҙан алып ҙур әйберҙәрҙең фрагменттарына тиклем табыла. Улар араһында тармаҡлы мөгөҙлө ҙур болан һындары айырылып тора; һындарҙың бейеклеге 50 см тирәһе, кәүҙәһенең оҙонлоғо 25-30 см. Һындар ағастан һырлап эшләнгән, әммә алтын пластиналар менән ҡапланған. Болан һындарының мифик арбаға (йә иһә санаға) егелгән булыу ихтималлығы хаҡында археологтарҙың фаразы бар: вафат булыусы ошолай итеп теге донъяға күсә ала, тигән ҡараш булған. Төп ҡәбер янында бөтөнләйгә көтөлмәгән йә-шерен урын - ике ҙур булмаған соҡор ҡаҙып асыла. Уларға өҫкө яҡтан алтын пластиналар менән ҡапланған берәр ағас һандыҡ йәшерелгән була. Һандыҡтарҙа береһе эсенә икенсеһе һалынып ҡуйылған байтаҡ ҡына ағас кәсәләр, алтын һәм көмөш һауыт-һаба табыла. Ике тотҡалы алтын көршәкте донъя кимәлендәге шедеврҙар иҫәбенә индереп була: уның тотҡалары һикергән мәлдәге тау кәзәһенең һыны рәүешендә яһалған. Һәр бер ағас кәсә ҡойоп йә иһә сүкеп эшләнгән алтын тышлыҡ (ҡаплама) менән биҙәлгән. Тышлыҡтар "януар" стилендә эшләнгән һәм болан, дөйә, ҡош, һыбайлы һәм башҡа шундай һындарҙан хасил ителгән. Улар барыһы ла юғары кимәлдәге оҫталыҡ менән башҡарылған.
Филиппов ҡомартҡыһындағы 13-сө һанлы ҡурғандан РФА-ның профессор Л.Т. Яблонский етәкселегендәге Археология институты экспедицияһы мөһим өҫтәлмә материалдар таба. Ошо ҡурғандың диаметры 54-66 м, бейеклеге 3,5 м. Ҡурғандың үҙәгендә үлсәмдәре яҡынса 7,3x6,3 м, тәрәнлеге 214 см булған ҡәбер була. Элегерәк ҡаҙып асылған ҡурғандарҙағы кеүек, ҡәбергә илтеүсе оҙон коридор (дромос) була, ул трапеция рәүешендә төпкә табан төшә бара. Ҡәбер төбө кимәлендә төньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан ҡәбергә ике оҙон коридор - ер аҫты юлдары һалынған, уларҙың тәғәйенләшен билдәләп булмай. Шундай уҡ ер аҫты коридорҙары беренсе Филиппов, Көньяҡ Ҡаҙағстандың Бесшатыр ҡурғандары буйынса ла билдәле, әммә тикшеренеүселәр уларҙың тәғәйенләнешен теүәл генә аңлата алмай. Был хаҡта бер нисә фараз бар: а) улар ҡәбер ҡаҙылған саҡта уҡ яһалып, вафат булыусының ырыуҙаштары ҡәбергә инеп йөрөй алһын өсөн төҙөлгән; б) улар ҡәберҙе талау өсөн эшләнгән, әммә был фараз менән күптәр килешмәй.
Әйтергә кәрәк, шундай уҡ ер аҫты коридорҙары Мысыр (Египет) пирамидаларында ла бар, һәм улар үлгән кешен йәне менән аралашыу маҡсатында башҡарыла торған ниндәйҙер ғәмәлдәр өсөн тәғәйенләнгән. Ун өсөнсө ҡурған шулай уҡ таланған була, әммә унда ла шундай уҡ ҡыҙыҡлы әйберҙәр табыла: Урта диңгеҙ ювелирҙары ҡулы менән яһалған, алтын ялатылған көмөш кәсә, тимер ҡылыс, йәнлек башы төшөрөлгән һаҙаҡ элмәге, кейемгә тегелә торған алтын таҫмалар. Л.Т. Яблонский Филиппов ҡурғандары датаһын б.э. тиклем V-IV быуаттар менән билдәләй.
14-се һүрәт. Йыртҡыстың аяҡтары һәм башы рәүшендәге алтын биҙәүес менән көпләнгән ағас кәсәләрҙең береһе. Филиппов ҡурғаны.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА