«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШИҒЫР БУЛЫП ТУПРАҒЫМА ТАМАМ, БУРЫС ҠАЙТАРАМ...
+  - 


2023 йылдың Башҡортостанда "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылы итеп иғлан ителеүе күп кенә башланғыстарға юл асты. Иң беренсе нәүбәттә үҙ атайсалында, йәғни тыуған ауылдарында йәшәүселәр был башланғысты тыуған яғын тәртипкә килтереү, сүп-сарҙы таҙартыу, ағас ултыртыу, зыяраттарҙы кәртәләп алыу тип аңлап, ошо йүнәлештәге эштәрҙе йәнләндерһә, тыуған яҡтарынан алыҫта, ҡалаларҙа йәшәүселәр ҡасандыр бик әүҙем эшләгән яҡташтар ойошмаларын ҡайтанан тергеҙеп, тыуып-үҫкән төбәктәренә ярҙам итә башланы.

Өймәкләшеү Өфөлә башланды

"Атайсал" проекты сиктәрендә райондарҙа һәм баш ҡалабыҙ Өфөлә "Яҡташлыҡ көсө" форумдары үтеүе лә маҡсатҡа ярашлы башланғыс. Уның нигеҙендә берләшеү һәм тыуған төбәккә ярҙам итеү идеяһы ята. Әммә ағымдағы йылдың "Атайсалға - изге ғәмәлдәр йылы" тип аталыуы был эштәрҙең тик быйыл ғына башланғанын аңлатмай. Хәтерегеҙҙә булһа, үткән быуаттың етмешенсе йылдарында баш ҡалабыҙ Өфөлә уҡыусы студенттар яҡташлыҡ принцибы буйынса төркөмләшә башланы. Уларҙың тәүге ячейкалары батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле янында осрашып, тәүге осорҙа йырлап-бейеп күңел асты. Бөгөнгөләй иҫемдә, 1980 йылда беренсе курсҡа уҡырға барғанда Салауат һәйкәленең уң яғында баймаҡтар, һул яғында - әбйәлилдәр, бир яғында хәйбуллалар, йылайырҙар ҡурайға, гармунға бейене. Егеттәр тәртип тә һаҡланы үҙ биләмәһендә, иҫерек ҡала егеттәре бейеү түңәрәктәренә инеп, ҡаңғыра башлаһа, тиҙ генә сығып китергә мәжбүр иттеләр. Йәштәрҙең телендә бер йыр булды:
Салауат батыр ҡорос атында
Һине лә, мине һаҡлай түгеме?
Тап шул йылдарҙа яҡташ йәштәр "Зоркий" фотосалонында күмәкләп фотоға төшөүҙе йолаға әйләндереп алды. Йәштәр йәмле яҙҙарҙа, йәй баштарында ҡаланан ситкә сығып һабантуйҙар үткәрҙе. Был сараға йәштәрҙең тыуған районы етәкселәре ҡунаҡҡа саҡырылды. Хеҙмәттәшлек тап шулай башланды. Күп тә үтмәҫтән, район етәкселәре яҡташ студенттарына аҙыҡ-түлек тейәлгән ылауҙар оҙата башланы. Бер йылды мине Әбйәлил районы йәштәре үҙҙәренең һабантуйына саҡырҙы. Райондың Мәхмүт ауылынан Иршат ағай Нарынбаев көрәштә еңеп, һарыҡ алды. Бүләген электричкала Өфөгә алып ҡайттыҡ. Тик БДУ-ның данлыҡлы 1-се ятағы вахтеры беҙҙе һарыҡ менән ятаҡҡа үткәрмәне. Шунда ятаҡтан ситкәрәк, Ағиҙел ярының кеше йөрөмәгән аулаҡ урынына барып, малды салып, һуйырға тура килде. Эсәк йыуырға тип ятаҡтан ҡыҙҙар биҙрәләр, тастар тотоп сыҡҡаны бөгөнгөләй хәтеремдә. Кис ятаҡта әбйәлилсә бишмармаҡ менән һыйландыҡ.

Яҡташлыҡ көсө

Яҡташлыҡтың ниндәй көскә эйә булғанлығын тыуған йорттан айырылғас ҡына аңлайһың инде. 1-се курста уҡығанда өлкән курс егеттәре менән бәргеләшеп алырға тура килде. Улар дүртәү булғас, миңә күберәк тә эләккәндер инде, дәрескә бара алманым. Иртәгәһенә хәлемде ишетеп, тарих факультетында уҡыған яҡташ ағайҙар Рәил Ғәликәев менән Шәрифйән Абҙаҡов килеп инде. Улар һүҙҙе ҡыҫҡа тотоп, шундуҡ теге егеттәрҙе урындарына ултыртты. Күҙ менән ҡаш араһында теге егеттәр яҡын дуҫтарыма әүерелде, нимә алып, нимә бирергә белмәй йүгереп йөрөнөләр.
Был хаҡта яҙғаным да булды, ул ваҡытта Өфө урман техникумы егеттәре бигерәк уҫал ине. Төрлө сәбәп-һылтауҙар табып (күп осраҡта ҡыҙҙарға килеп, беҙҙең егеттәр менән эләгешеп), йөҙәрләбе бергә тупланып, беҙҙең пединститут егеттәре менән һуғышырға килә инеләр.
Нисек кенә сәйер тойолмаһын, был тәбиғи хәл-күренеш. Бер тапҡыр киске эңерҙә йөҙ егеткә йөҙ егет ҡаршы торабыҙ. Килешеү буйынса ике яҡтан да берәр егет сығып һөйләшергә, кәрәк икән, һуғышырға тейештәр. Беҙҙең яҡтан Рәил ағай Ғәликәев сыҡты. Ул урталыҡта туҡталып ҡалып, дәғүәсеһен көтөп тора. Ҡаршыһына бер бәһлеүен сығып баҫты. Улар һөйләште лә һәр ҡайһыһы үҙҙәренекеләргә боролоп, "Һуғышмайбыҙ" тип ҡысҡырҙы. Урман техникумы яғынан сыҡҡан егет тә Баймаҡтан булып сыҡты. Һөҙөмтәлә ҡабырғаларҙы һанашмай ғына йылмайышып таралыштыҡ. Быларҙы ни өсөн яҙаммы? Яҡташлыҡтың көсөн күрһәтте низағлашыуҙың солох менән тамамланыуы. Һуңынан Рәил ағайҙан һораштым: "Әбйәлилдәрҙе көлдөрөп, ике Баймаҡ һуғышып тормайбыҙ инде", - тиешкәндәр икән. Баймаҡ кешеһенең үҙ Баймағына ҡул күтәрмәүе шулай уҡ яҡташлыҡ көсө күренеше.
Яҡташлыҡтың ҡөҙрәтен бигерәк тә әрмелә хеҙмәт итеүселәр яҡшы белә. Унда Башҡортостандан хеҙмәт итеүсе барлыҡ һалдаттар ҙа башҡорт булып һаналды. Йәғни һалдаттың милләтен уның тыуған ере билдәләне.
Башҡортостанда район принцибы буйынса яҡташлыҡ ойошмаларының барлыҡҡа килеүенә ырыу феномены йоғонтоһо ғәйәт ҙур. Был яҡташлыҡ көсөнөң бөтмәҫ-төкәнмәҫ потенциалы. Хәйер, ҡан тартылыуына ни етә! Беҙ был көстө баһалап та бөтә алмайбыҙҙыр әлегә. Нимә генә тимә, халҡыбыҙ туғанлыҡ менән көслө, ырыу, ара, зат берҙәмлеге менән ҡөҙрәтле. Баймаҡтар, тиһәк, асылда, бөрйәндәр, бөрйәндәр, тиһәк - бөрйәндәр менән ҡыпсаҡтар, хәйбуллалар менән ейәнсуралар тиһәк - үҫәргәндәр, күгәрсендәр, көйөргәҙеләр, тиһәк - ҡыпсаҡтар менән бөрйәндәр, белореттар, тиһәк - тамъяндар менән ҡатайҙар, мәләүездәр, тиһәк - тамъяндар, салауаттар, тиһәк - шайтан-көҙөйҙәр, әйлеләр, йылайырҙар, тиһәк -түңгәүерҙәр, әбйәлилдәр, тиһәк - тамъяндар, күбәләктәр, түңгәүерҙәр, ишембайҙар, тиһәк - юрматылар, учалылар, ғафуриҙар, архангелдәр, тәтешлеләр, тиһәк - гәрәйҙәр, ирәктеләр, таныптар, яңауылдар, тиһәк - урандар, илештәр, тиһәк - йыландар, ҡырғыҙҙар, ҡыйғылар, тиһәк - дыуандар, әйлеләр, асҡындар, ҡариҙелдәр, тиһәк - балыҡсылар, туймазылар, тиһәк - әйлеләр, йыландар, ҡаңлылар, ҡобауҙар, тамъяндар, ҡырмыҫҡалылар, тиһәк - табын ырыу-ҡәбиләләре һ.б. бер ҡорға туплана.

Бурыс ҡайтарыу

Атамаһынан уҡ күренеүенсә, һәр кем өсөн атайсалы ата-әсәһе йәшәгән тыуған яғы һәм уға ҡарата изгелек ҡылыу атай-әсәйеңә изгелек күрһәтеүгә тиң бурысың һаналырға тейешлеге аксиома. Тыуған яҡтың - атай, туған телдең әсәй һүҙҙәре менән нарыҡланыуы ла юҡҡа ғына түгел, тимәк. Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин "Киске телеүҙәк" программаһында атайсалың өсөн изге ғәмәлдәр башҡарыуҙы "бурыс ҡайтарыу" тип атаны. Бик ваҡытлы, бик дөрөҫ һүҙҙәр. Тыуған еребеҙгә ҡайтарыр бурыстарыбыҙ булған өсөн дә йәшәйбеҙҙер донъяла. Нимә генә тимә, "Бурыслы үлмәй" ти халыҡ мәҡәле.
Һүҙемде күренекле шағирыбыҙ, ғүмере буйына тыуған еренә бурысын ҡайтарып йәшәгән мәшһүр яҙыусыбыҙ, арҙаҡлы шәхесебеҙ Булат Рафиҡовтың шиғыр юлдары менән тамамлайым:

Башты терәп, япрак ысығына
Хисте айнытам.
Әле генә етди ир инем -
Бала саҡҡа әллә кире ҡайттым,
Бер тылсымы мәллә
тыуған яҡтың -
Ҡапыл иренем.

Туң күңелгә ошо ер харам,
Беҙҙе ҡаршы алған йыр ҙа харам...
Шиғыр булып тупрағыма тамам -
Бурыс ҡайтарам.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.23 | Ҡаралған: 182

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru