Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
Дала зонаһы күскенселәре
Б.э. тиклем III-II быуаттарҙа Көньяҡ Урал һәм Волга буйы далаларында малсылыҡ менән шөғөлләнгән ерле ҡәбиләләрҙең барса мәҙәни тормошона етди үҙгәрештәр индергән ҡатмарлы тарихи ваҡиғалар булып уҙа. Ҙур ер ҡурғанлы һәм ҡатмарлы төҙөлөшлө (дромослы) ҡәберҙәрҙән торған дах-сак-массагет ҡәбиләләре зыяраттарын ябай ғына, бәләкәй ҡәберҙәр өҫтөндә ҙур булмаған ҡурғандары булған ҡәберлектәр алыштыра.
Ҡәберҙәрҙең квадрат соҡорло төрө барлыҡҡа килә, унда мәйеттәрҙе элеккесә оҙон стена буйлап түгел, ә диагональ буйынса, башын көньяҡҡа ҡаратып ерләйҙәр. Традицияға ярашлы, ошондай ҡәберҙәрҙең стеналары бүрәнә менән бурала, шул уҡ ваҡытта уларҙың ағас ҡабығы менән ҡапланыу осраҡтары ла күҙәтелә (Имәнғол, Ырымбур). Ҡурғандарҙың инвентары элекке осорҙарҙыҡыларынан сағыштырмаса ярлыраҡ, ул балсыҡ һауыт-һабанан, уҡ башаҡтарынан, хәнйәрҙәрҙән һәм һаптарының ос яғы түңәрәкләтеп эшләнгән ҡылыстарҙан тора. Балаларҙың маңлайҙарын ҡыҫып бәйләнгән киң таҫма-ҡоршауҙа тотоп, баш һөйәктәрен деформациялау шулай уҡ яңы күренеш була. Һөҙөмтәлә кешенең башы оҙонса форма ала. Б.э. тиклем II-I быуаттарға ҡараған байтаҡ ҡына Көньяҡ Урал ҡурғандарында ошолай итеп оҙонайтылған баш һөйәктәре табылған (Мечетсай, Темәс), Түбәнге Волга буйында улар байтаҡҡа күберәк осрай, уларҙың ҡайһы берҙәренең монголоид һыҙаттары ла бар. Әле аталып кителгән яңылыҡтар барса Көньяҡ Урал төбәгенең күсмә ҡәбиләләренә (Көнсығыш Урал аръяғын да индереп) берҙәй хас, һәм был уларҙың мәҙәниәтенең оҡшаша барыуын күрһәтә. Уларҙың мәҙәни тормошондағы ошондай етди үҙгәрештәрҙе б.э. тиклем III-II быуаттар сигендә сак-дах-массагет ҡәбиләләренең ҙур бер өлөшөнөң Көньяҡ Урал һәм Волга буйы далаларынан Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйҙарына күсеп китеүе менән аңлатып була, ә унда ошоға тиклем скиф ҡәбиләләре йәшәгән. Көнсығыштан килгән күсмә ҡәбиләләр скифтарҙы тар-мар итә, һөҙөмтәлә унда сармат мәҙәниәте хасил була, ә был яңы тарихи хәлде барлыҡҡа килтерә.
Сак-дах-массагет ҡәбиләләренең көнбайышҡа табан йүнәлеүенең сәбәбе ниҙә булған һуң? Күрәһең, бының бер нисә сәбәбе булғандыр, әммә ошо дәүерҙә Үҙәк Азияла ҡеүәтле гун дәүләтенең күтәрелеүе төп фактор булып тора.
Үҙәк Азияның күсмә ҡәбиләләренең берләшеүе б.э. тиклем IV быуатта башлана, ә император Модэ (б.э. тиклем 206 йылда власҡа килә) хакимлыҡ иткәндә был берләшмә сәскә атыу осорон кисерә. Уның ғәскәрҙәре һуғыштарҙа уңыш ҡаҙана, һөҙөмтәлә Модэ заманына күрә үтә ҡеүәтле дәүләт төҙөй, уның көнбайыш сиктәре Көньяҡ Себергә һәм Көнсығыш Ҡаҙағстанға тиклем барып етә. Гундар власын Ҡытай императорҙарының таныуы һәм уға даими рәүештә яһаҡ түләүе факты ошо дәүләттең ниндәй көслө булыуын бик асыҡ күрһәтә.
Азия төпкөлдәре далаларында барған ваҡиғаларҙың көслө ауазы Евразия далаларына ла килеп етә. Аяуһыҙ һуғыш хәрәкәттәре барған ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтар ҡырылып юҡ ителеү хәүефенән көнбайышҡа һәм төньяҡҡа табан ҡасып китеп ҡотолорға тырыша. Б.э. тиклем II-I быуаттарҙа, гундар империяһы эске ҡапма-ҡаршылыҡтар арҡаһында ныҡ көсһөҙләнгәс һәм улар араһында үҙ-ара һуғыштар башланғас, ошондай миграция процестары көсәйә бара. Гундарҙың төньяҡ төркөмө көньяҡтағыларынан еңелә, уларҙың күп меңле ҡәбиләләре көнбайыш тарафтарына, Көньяҡ Себер, Ҡаҙағстан, Урал-Волга буйы далаларына һәм Урта Азияға күсеп китергә мәжбүр була. Был күп төрлө ҡәүемдәрҙең хәрәкәтен тағы ла көсәйтә төшә.
Археология материалдары Себер, Урал һәм Волга буйының урмандары һәм урманлы далалары сиктәрендә йөҙәрләгән яңы типтағы ҡомартҡыларҙың хасил булыуын аныҡ күрһәтә, уларҙағы көньяҡ халыҡтарына хас булған әйберҙәр бында көньяҡтан яңы халыҡ төркөмдәренең үтеп инеүен дәлилләй. Шулай итеп, халыҡтар (ҡәбиләләр), телдәр һәм мәҙәниәттәрҙең яңынан үҙ-ара ҡушылыуы башлана, был процеста Үҙәк Азиянан сыҡҡан күсмә ҡәбиләләр әүҙем этәргес көскә әүерелә. Был "Халыҡтарҙың бөйөк күсеше эпохаһы"ның башы була, уның иң юғары нөктәһе б.э. IV-V быуаттарына тура килә. Гундар йоғонтоһо арҡаһында Көньяҡ Себер, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Урал, Урта Азия далалары ҡәүемдәренең антропологик тибында монголоид элементтар, шулай уҡ төрки телдәр киң таралыу таба.
Карта № 5. Беҙҙең эра сиктәрендә яҙма сығанаҡтар буйынса Көньяҡ Уралдың һәм уға йәнәш территорияларҙың этносәйәси картаһы
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА