Күптән түгел Таулы Алтай ҡалаһында Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының туған телдәре буйынса төбәк-ара олимпиада уҙғарылды. Алтай Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан икенсе тапҡыр ойошторолған ярышта Алтай, Башҡортостан, Бүрәт, Саха (Якутия), Тыва һәм Хакас республикаларынан уҡыусылар ҡатнашты. Беҙҙең республика данын биш вәкил яҡланы һәм Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатынан 10-сы класс уҡыусыһы Алтынай Атанғолова олимпиадала беренсе урын яуланы.
Олимпиада ике өлөштән торған: онлайн форматта үткәрелгән тәүге этабында 300-гә яҡын уҡыусы үҙ көстәрен һынаған, улар араһынан 27-һе генә икенсе турға үткән. "Һайлап алыу этабында Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының телдәре, мәҙәниәте, әҙәбиәте буйынса һорауҙарға яуап яҙҙыҡ. Ә бына Алтайҙа В.К. Плакас исемендәге республика гимназияһында ойошторолған икенсе этабында һәр ҡатнашыусы үҙенең милли рухи һәм матди байлыҡтарын сағылдырған проект эше яҙырға, ижади сығыш әҙерләп килергә тейеш ине һәм тағы ла бирелгән тексҡа анализ яһау талап ителде. Мин сығышымда Р.Ғариповтың "Туған тел" шиғырын һөйләп ишеттерҙем һәм ҡумыҙҙа уйнаным. Ә инде проект эшемде гимназиябыҙҙа "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән этнопарк булдырыуға бағышланым. Һәр ҡатнашыусы үҙенең халҡы, мәҙәниәте тураһында һөйләне, барыбыҙ ҙа милли кейемдәрҙә инек. Тиҫтерҙәрем менән ихлас аралашып, уларҙың милли йолалары, уйынсыҡтары, ауыҙ-тел ижады тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белеп ҡайттым. Кейем үтекләп торған арала алтай ҡыҙы менән туған телдәребеҙҙең оҡшашлығын һынап ҡарап, ҡыҙыҡлы әңгәмә лә ҡорҙоҡ хатта", - ти ярышта иң юғары баһаға лайыҡ булған Алтынай Атанғолова.
Баһалама ағзалары Алтынайҙың "Урал батыр" эпосына нигеҙләнгән проект эшен айырыуса юғары баһалаған. Уға был эшендә гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Әминева һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Искәндәрова ярҙам иткән.
- Халҡыбыҙ өсөн йәшәйеш кодексы булып торған "Урал батыр" эпосына бағышланған бик күп эштәр атҡарыла беҙҙең гимназияла. Уҡыусылар даими күреп-белеп, танышып торһон өсөн стеналарҙа уға арналған һүрәттәр элеп ҡуйылған, панно бар, ЮНЕСКО бүлмәһендә эпостан өҙөктәр яҙып ҡуйылған һәм Алтынай проект эшен бағышлаған этнопарктың макеты урынлаштырылған. Белем усағы территорияһында башҡорт халҡының эпосы геройҙарын һынландырған скульптуралар ҡуйылған бер этнопарк булдырыу - беҙҙең күптәнге хыялыбыҙ. Әгәр ҙә уны бойомға ашыра алһаҡ, бөтә республиканан килгән балаларға экскурсиялар, "Урал батыр" буйынса төрлө тематик саралар, ярыштар ойошторорға булыр ине. Гимназистар үҙҙәре лә был идеяны бик хуплай, олимпиадаға проект эше тәҡдим итеү талабын белгәс тә Алтынай үҙе үк ошо теманы тәҡдим итте. Коллегам Искәндәрова Зифа Зыя ҡыҙы менән уға йүнәлеш биреп, әҙерләнергә генә ярҙам иттек, ҡалғанын үҙе тырыштырҙы. Киләсәктә финанс мәсьәләләр хәл ителеп, шундай мәртәбәле һәм үҙенсәлекле олимпиадала еңеү яулап ҡайтҡан проектты тормошҡа ашырып булырына өмөтөбөҙ бар, - ти башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Әминева.
Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының туған телдәре буйынса төбәк-ара олимпиада күп милләтле Рәсәйҙең төрлөлөгөн, һәр халыҡ вәкиленең үҙ туған теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөүен, шул уҡ ваҡытта башҡаларға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәтен сағылдырған ярыштарҙың береһе. Уның йәш быуындың белемен һынау ғына түгел, ә тәрбиәүи йәһәттән дә әһәмиәтле булыуын билдәләй Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Искәндәрова. "Уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәте буйынса ғына түгел, "Донъя мәҙәниәте"нән дә белем бирәм. Шуға донъя халыҡтарының, шул иҫәптән үҙебеҙҙең башҡорт халҡының мәҙәниәттәрен өйрәнәбеҙ. Был олимпиадала Алтынайға бына шул белемдәрен күрһәтеү талап ителде лә инде. Ғөмүмән, гимназиябыҙ уҡыусылары телдәр һәм мәҙәниәттәр буйынса үткәрелгән төрлө ярыштарға йыш йөрөй. Мәскәү, Санкт-Петербург, Саранск ҡалаларында үткән төрлө фәнни-ғәмәли конференциялар, Өфө фән һәм технологиялар университетындағы тәржемәселәр ярыштарында тик теләп ҡатнашалар", - ти Зифа Зыя ҡыҙы.
Әйткәндәй, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының туған телдәре буйынса төбәк-ара олимпиадала 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназия уҡыусылары Лиана Ҡарабаева менән Гөлназ Ғирфанова ла һынатмаған: ҡыҙҙар "Тикшеренеү эшенең яңылығы һәм көнүҙәклеге өсөн" һәм "Тәбиғәт ҡомартҡылары һәм мәҙәни мираҫ" номинацияларында билдәләнгән. Был иһә, республикабыҙҙағы белем усаҡтарында алып барылған эшмәкәрлектең генә түгел, ғаиләләрҙәге туған телгә һәм мәҙәниәткә булған мөнәсәбәттәрҙең дә асыҡ күрһәткесе.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Уҡыусыларын ҙур еңеүҙәргә дәртләндергән уҡытыусылар менән әңгәмә барышында башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙең әһәмиәте, уҡыусыларҙың рус теле һәм башҡа сит телдәрҙе белеү кимәле тураһында ла фекер ҡорғайныҡ. Зифа Искәндәрова әйтеүенсә, үҫмерҙәр русса тәтелдәп тороуына ҡарамаҫтан, телмәрҙәре саф түгел: сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе, жаргондарҙы күп ҡулланалар. Шулай ҙа ике һәм унан күберәк телдәр белгәндәрҙең аҡыл ҡеүәһе юғарыраҡ була. Был ғына ла түгел, Башҡортостан кеүек күп милләтле республикала йәшәгән һәм балалар менән эш иткән белгестәргә "әсәй", "атай" кеүек иң мөһим һүҙҙәрҙе яттан белеү мотлаҡ. Был турала Лилиә Әминева: "Йөрәгенә операция яһатҡан 3 йәшлек бала уянғас та: "Инәйем ҡайҙа?" - тип һораған, шәфҡәт туташтары аңламаған. Һуңынан бының өсөн ғәфү үтенеп, бындай һүҙҙәрҙе махсус ятлап алыуҙарын әйткән табиптар", - тип, йөрәк әрнеткес осраҡ хаҡында ла телгә алды. Бына ни өсөн кәрәк беҙгә Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен мәктәптәрҙә дәүләт һәм туған тел булараҡ уҡытыу. Был осрашыу тағы бер тапҡыр ябай ғына хәҡиҡәтте раҫ ҡылды: балалар туған телдәрен һәм башҡа телдәрҙе белергә тейеш.
Сәриә ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА