Ошо көндәрҙә мәғариф ветераны, күңеле менән шағир, һөнәре буйынса математик, башҡорт милли мәғариф өлкәһендәге йәмәғәт эшмәкәре, Ишембай еренең тарихын тәрәндән өйрәнеүсе белгес-краевед, күп һанлы үткер публицистик мәҡәләләр авторы Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡолова 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Уҡытыусыларын тәбрикләр өсөн республиканың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән уҡыусылары ла килгәйне. Тулҡынландырғыс булды осрашыу.
Улар быуынын "һуғыш балалары" тип йөрөтәләр. 1941 йылда һуғышҡа киткән атаһынан бер йылдан ҡара ҡағыҙ килә. "Ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлаған 1943 йылдың яҙы тағы ла ауырыраҡ килде, хатта аслыҡтан шешенеп үлеүҙән саҡ ҡалдым… Артабан уҡыуҙы дауам итеү тураһында уйларға ла ярамай ине, 3-4 саҡрымдағы Маҡар мәктәбенә йөрөп уҡыу өсөн кейем дә, хәл дә юҡ", - тип хәтерләй һуғыш урлаған бала сағы тураһында Фәүзиә Маннан ҡыҙы. Береһенән-береһе бәләкәйерәк биш бала менән яңғыҙы тороп ҡалған әсәһенә ни бары 35 кенә йәш була. Үҙе лә алты йәшенән етем ҡалып, үгәй әсәй тәрбиәһендә үҫкән Ғәлимә инәй тырыш, хәстәрлекле, егәрле, ярҙамсыл, талапсан, ғәҙел кеше була. Балаларын да бәләкәйҙән эшкә күндәм, ауырлыҡҡа сыҙам булырға өйрәтә. Тормош ауырлығынан ҡотолоу юлын белемле кеше булыуҙа күреп, нисек кенә ауыр булһа ла, һуғыш бөткән йылда ҡыҙҙарын Маҡар мәктәбендә уҡыта башлай. 1951 йылда, мәктәпте тамамлағас, бөтә предметтарҙы саф башҡорт телендә уҡыған Фәүзиә Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, йүнәлтмә буйынса Әбйәлил районы Дәүләт ауылында математика уҡытыусыһы булып эш башлай.
Хеҙмәт биографияһының бер генә йылы ситтә үтә. 1954 йылда Ишембайға ҡайтып, тыуған ауылы Иҫәкәйҙә, күрше Маҡар урта мәктәбендә уҡыта. 1965 йылда, тормош иптәше Фәрүр Шәрифулла улы Зөлҡәрнәевты Ишембай районы халыҡ мәғарифы бүлеге етәксеһе итеп эшкә күсергәс, уларҙың ғаиләһе Ишембай ҡалаһына килеп төпләнә. Фәүзиә Маннан ҡыҙы хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернатына, ул саҡтағы 2-се интернат-мәктәпкә уҡытыусы булып урынлаша. Ең һыҙғанып эшкә тотона, уны математика уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе итеп һайлап ҡуялар. Был эшкә улдарын да йәлеп итеп, кабинет йыһаҙландырып ала. Ҡала мәктәптәре араһында өлгөлө тип билдәләнгән кабинетта ҡала һәм республика кимәлендә семинарҙар үтә. Уҡытыусылыҡ эшенән тыш, әллә күпме йәмәғәт эштәре өйәләр Фәүзиә Маннан ҡыҙы иңенә: мәктәптең партия ойошмаһы секретары, халыҡ контроле ойошмаһы етәксеһе була ул.
90-сы йылдар башында бер төркөм алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тырышлығы менән 2-се интернат-мәктәп Башҡорт республика гимназия-интернаты булып инновацион режимда эш башлай. "Ябай мәктәп нигеҙендә башҡорт гимназияһы асайыҡ, үҙебеҙҙең милләт балалары уҡыһын өсөн яңы, заманса шарттар булдырыу өсөн көрәшәйек. Башҡорт гимназияһында телебеҙ ҙә ҡәҙерлерәк булыр", - тип йөрөүселәрҙең береһе - Фәүзиә Маннан ҡыҙы була. Яңы режимда эшләй башлаған гимназияла тәрбиә эшен яйға һалыу өсөн дә тәжрибәле уҡытыусының ярҙамы, көсө, аҡылы кәрәк була. Оло йөрәк, сабыр аҡыл талап иткән тынғыһыҙ эште, интернаттың өлкән тәрбиәсеһе сифатында, халыҡ педагогикаһына таянып башлап ебәрә ул. "Юрматы шәжәрәһе", "Сәсәндәр тирмәһендә", "Нардуған", "Сөмбәлә", "Йыйын", "Науруз", "Башҡорт халыҡ аштары", "Атай - ғаилә терәге" кеүек әллә күпме йолалар тергеҙелә. 1999 йылда үткәрелгән сараларҙың эшкәртмәләре "Дәрестәрҙә һәм тәрбиәүи сараларҙа халыҡ педагогикаһы ҡанундарын ҡулланыу" тигән баш аҫтында йыйынтыҡ-ҡулланма булып донъя күрә. Фәүзиә Маннан ҡыҙының эш тәжрибәһе йәнә лә республикаға таратыла.
Ишембай ҡалаһы мәғариф тарихына республика кимәлендәге берҙән-бер тәжрибә булараҡ яҙылған тағы бер яңылыҡ Фәүзиә Маннан ҡыҙының исеме менән бәйле. Ул - Халыҡ мәғарифы музейы һәм уның эшмәкәрлеге. 2001 йылда уны яңы асылған музейға эшкә саҡыралар. Ошонан башлап ул район мәктәптәренең йылъяҙмаһын яҙыу эшенә тотона. Был бик сетерекле, күп ваҡыт талап иткән яуаплы эш. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы уҡытыусыларҙың, яугирҙарҙың ғаиләләрендә һаҡланған хаттарын, тылда фиҙаҡәрлек күрһәткән мөғәллимдәр, ҙур наградаларға лайыҡ булған мәғариф хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар династиялары хаҡында Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы адрестар буйынса йорттан-йортҡа йөрөп мәғлүмәттәр йыя. Райондың "Алға", "Восход", "Башҡортостан вышкаһы" гәзиттәренең архивтарҙа һаҡланған тупланмаларын өйрәнә.
Башлаған һәр эшен еренә еткереп эшләргә өйрәнгән Фәүзиә Маннан ҡыҙы музей өсөн йыйған материалдарын да китап итеп туплай. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған "Ради жизни на земле" ("Ерҙә йәшәү хаҡына") тип исемләнгән китап - Фәүзиә Маннан ҡыҙының баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте. Был йыйынтыҡ республикала яугир-уҡытыусыларҙың исемен тергеҙеү һәм мәңгеләштереү буйынса эшләнгән берҙән-бер тәжрибә өлгөһө булараҡ та ҡиммәт.
Ишембай районы мәғарифы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған уҡытыусылар хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыу кеүек мөһим эштең дә инициаторы - Фәүзиә Маннан ҡыҙы. Был таҡтаташтар - Фәүзиә Маннан ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте менән мәңгеләштерелгән, быуындан-быуынға тапшырыла торған мәңгелек Хәтер. Шулай уҡ уның инициативаһы менән 2014 йылда үҙенең тыуған ауылы Иҫәкәйҙә - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, яу яландарында ятып ҡалған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарға, 2022 йылда тыл хеҙмәткәрҙәренә арналған һәйкәлдәр асылды. Һәйкәлдәр халыҡ көсө менән һалынһа ла Иҫәкәй ауылы халҡы яугир атай-олатайҙарыбыҙҙың хәтерен яңыртып тороусы монументаль композиция өсөн Фәүзиә Маннан ҡыҙына рәхмәтле.
Оло юбилейын да ҙур ваҡиға - "Быуындан - быуынға..." исемле электрон китабы менән ҡаршыланы тынғыһыҙ Фәүзиә Маннан ҡыҙы. Әйткәндәй, үҙенең тынғыһыҙ холҡо тураһында бына нәмә ти ул: "Мин көн дә бер нәмә эшләмәһәм, ғүмеремде бушҡа үткәргәндәй тоям. Тыуған төйәгемдең, халҡымдың тарихы менән ҡыҙыҡһынам, үҙ еребеҙҙә аяныслы яҙмышҡа дусар ителеүебеҙгә тыныс ҡына ҡарай алмайым. Ауыр, ләкин һоҡланғыс тарихыбыҙҙы күберәк белергә һәм белгән-өйрәнгәндәремде йәш быуынға еткереп ҡалырға тырышам, был - минең күңел талабым. Районыбыҙҙың арҙаҡлы кешеләре хаҡында яҙған мәҡәләләремде яратып уҡыуҙары тураһында әйтеүҙәре ҡәнәғәтлек хисе тыуҙыра. Тарих йәшәргә, быуындан-быуынға тапшырылырға тейеш".
Фәүзиә Маннан ҡыҙы - булмышы, асылы менән уҡытыусы. Ысын уҡытыусы. Осрашыу барышында уның йөҙөндә Сабырлыҡтың, Аҡылдың, Әҙәплелектең Үҙен күргәндәй булдым. Уның ғүмер юлы, хеҙмәт биографияһы уйлыға уй бүләк итте. Тик бер нәмә аптыратты: уҡытыусы эшен дәрәжә итеп ҡабул итеүме был, артыҡ ныҡ әҙәплелек, артыҡ ныҡ баҫалҡылыҡмы - ғүмере буйы район мәғарифына фиҙаҡәр хеҙмәт иткән уҡытыусының Маҡтау ҡағыҙҙарынан башҡа, исмаһам, "Мәғариф отличнигы" тигән дә маҡтаулы исеме юҡ! Эшләгән эше, район алдындағы күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ҙур-ҙур исемдәргә күптән лайыҡ ине бит Фәүзиә Маннан ҡыҙы! Бөгөн дәрәжәле исемдәрҙе уңға-һулға кәнфит ҡағыҙы урынына таратҡан бер дәүерҙә уҡытыусының эшләгән эшенә бәрәбәр хөрмәт күрһәтелмәүе, ысынлап та, башҡа һыйырлыҡ түгел. Уҡытыусының хеҙмәт күрһәтеүсе генә булып ҡалыуы, абруйы төшөүе ошондай иғтибарһыҙлыҡтан, ваҡытында тейешле хөрмәт күрһәтә белмәүҙән башланманымы икән? Ә үҙен яҡлап һүҙ әйтеүҙе, эшләгән эше өсөн хаҡ һорауҙы, дәрәжәләр юллауҙы Фәүзиә Маннан ҡыҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Әйткәндәй, юбилейы айҡанлы Фәүзиә Маннан ҡыҙы "Ишембай районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы менән бүләкләнде. "Миҙал үҙ Геройын тапты... Ниндәйҙер наградаға лайыҡ булыр өсөн Ишембай районының легендаһына әйләнгән Остазыбыҙ 90 йәшенә етергә тейеш булғандыр, күрәһең", - тип әсенеп ултырҙым уның күкрәген биҙәгән миҙалға ҡарап... Ә етмәгән булһа...
Ғәлиә МИҘХӘТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА