Ошо көндәрҙә Хәбибулла Ибраһимовтың "Еҙнәкәй" музыкаль комедияһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында йәнә яңырыу кисерҙе. Был спектакль тәүге тапҡыр Вәли Ғәлимов тарафынан 1946 йылда, унан һуң 1953 йылда - Арыҫлан Мөбәрәков, 1983 йылда Вәзих Сәйфуллин режиссерлығында сәхнәгә сығарыла. Бына 40 йыл үткәс, музыкаль комедияны режиссер, Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев баш ҡала тамашасыларына тәҡдим итте. Сағыу кейемдәр, кәмит ролдәр һәм йыр-мәҙәккә бай диалогтарға шығырым тулы тамаша залы ихлас көлөп, бер быуат элек булған хәл-ваҡиғаларҙың бөгөн дә ниндәйҙер кимәлдә актуаллеген һис юғалтмауына, кинәйә-ишараларға хайран ҡалып, ҡәнәғәт ҡайтты. Шәп тамашаның ҡуйыусы режиссеры Илсур Юлай улының үҙе менән премьеранан һуң әңгәмәләшергә форсат таптыҡ.
Театрҙың алтын фондына ингән спектаклдәр байтаҡ, ни өсөн тап "Еҙнәкәй" спектакленә мөрәжәғәт итергә булдығыҙ?
- Театр репертуарына комедиялар гел кәрәк, үҙебеҙҙең шундай йырлы-моңло классик әҫәрҙәргә яңы һулыш биреп, сәхнәгә сығарғыбыҙ ҙа килә. Беҙ ҡуймаһаҡ, ул спектаклдәрҙе кемдәр ҡуйыр? "Еҙнәкәй" музыкаль комедияһы тамашасыға тормош ығы-зығыһынан бер аҙ арынып, ихлас көлөп, күңелен күтәреп, ял итеп ҡайтһын өсөн тәғәйенләнгән. Уның йөкмәткеһендә ниндәйҙер тәрән мәғәнә һалынмаған. Әммә репертуарға шундай спектаклдәр ҙә кәрәк, гел генә социаль проблемалар күтәргән, фәлсәфәүи әйберҙәр ҡуйып булмай бит инде. Бына шундай уй менән Хәбибулла Ибраһимовтың театрыбыҙ бер нисә тапҡыр сәхнәләштергән был пьесаһын һайлап алдыҡ.
Пьесаны тәүге уҡығандан алып спектакль тулыһынса әҙер булғанға тиклем йылдан ашыу тирәһе ваҡыт үтеп китте, сөнки төрлө сәбәптәргә бәйле премьера кисектерелә килде. Ҡуйыусы төркөм составы ла был осорҙа үҙгәреш кисерҙе, актерҙарҙы ла кемеһен баштан уҡ, кемеһен һуңыраҡ ролдәргә тәғәйенләнем.
Ғиззәт ролендә театрыбыҙҙың йәш актеры Алмаз Йосопов уйнай, шулай уҡ төп ролдәрҙе билдәле актерҙар Хөрмәтулла Үтәшев, Илсөйәр Ғәзетдинова, Алмас Әмиров, Светлана Хәкимова, Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Артур Ҡунаҡбаев һәм йәш актерҙар башҡара. Миһри ҡарсыҡ образын сәхнәгә Урал Әминев сығарҙы. Был персонаждың һүҙҙәрен һәм спектаклдәге урынын үҙгәртеп бирҙек. Хәбибулла Ибраһимовтың "Башмағым" пьесаһының бер вариантында ла Миһри ҡарсыҡ кеүек яусы әбей бар һәм заманында уны Биктимер Муллабаев уйнаған, тағы ла "Шәүрәкәй" спектаклендәге күрәҙәсе, өшкөрөүсе ҡарсыҡты Алмас Әмиров уйнай. Бына шундай ҡыҙыҡ бер йоланы, тип әйтәйемме, мин дә боҙмаҫҡа булдым һәм был ролде Урал Әминевҡа тәғәйенләнем. Сөнки театр барыбер ҙә йыйылма образдар менән эш итә, ә комедияла кешеләрҙең һыҙаттары тағы ҡабартыбыраҡ бирелә.
Спектакль геройҙарының кейемдәре, тышҡы ҡиәфәттәре, хәрәкәттәре, сәхнә биҙәлеше лә үҙенсәлекле, сағыу күренде. Был идея ҡайҙан барлыҡҡа килде?
- Барыһын да ҡуйыусы рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов, хореограф Ольга Даукаева, яҡтылыҡ буйынса рәссам Илшат Саяхов һәм композиторҙар менән берлектә кәңәшләшеп эшләнек. Билдәле булыуынса, спектаклдәге ваҡиғалар революцияға тиклем бара, сөнки унда һаман да байҙар һәм ярлыларға бүленеш бар. Коллегалар менән шул осорҙарҙа илебеҙҙә генә түгел, ә донъяла ниндәй ваҡиғалар, ниндәй мода өҫтөнлөк итеүен өйрәндек һәм ошондай ҡарарға килдек. Сөнки НЭП ваҡытында ла шундайыраҡ стилдә кейенгәндәр. Спектаклдәге ҡайһы бер геройҙарҙың кейенеү рәүеше, бәлки, Өфөгә ул заманда килеп етмәгән булғандыр ҙа, ни тиһәң дә, провинциаль ҡала булған. Әммә Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙа, сит илдәрҙә бындай мода киң таралған. Шуға үҙебеҙҙе аныҡ бер урынға бәйләргә һәм сикләргә теләмәнек. Пьеса авторы ла был ваҡиғалар ҡайҙа барғанлығын яҙмай, унда хатта ике ҡала араһында поезд йөрөһә лә, телеграммалары артынан үҙҙәре машинала тиҙ генә килеп етә алалар. Бына шуның менән файҙаландыҡ та инде һәм авторҙың идеяһын киңерәк ҡулланырға, шул осорға хас мода, бейеүҙәрҙе, уй-кисерештәрҙе сағылдырырға тырыштыҡ.
Кәмит булһа ла, уйландыра торған урындары ла бар. Геройҙарҙың холоҡ-фиғеле, тормош хәлдәре бөгөн дә йәмғиәтебеҙҙә күҙәтелгән кеүек...
- Әлбиттә, ниндәй генә спектакль булмаһын, ул әлеге ваҡыттағы кисерештәрҙе сағылдыра. Был комедияның ни өсөн "Еҙнәкәй" тип аталыуын башта бер нисек тә аңлап етә алмай инем. Еҙнәкәй тип бик яҡын, туған булып бөткән кешегә әйтәләр бит инде. Ә пьесала геройға былай тип бер тапҡыр ғына өндәшәләр. "Нимәне аңлата икән һуң был еҙнәкәй?" - тигән һорау менән башлағайным, үҙебеҙсә бер һығымтаға килдек, ул - мәмәйлек, йыуашлыҡ. Быға тиклем сәхнәләштерелгән спектаклдәрҙә режиссерҙар баҫымды нимәгә яһағандыр, белмәйем. Әммә мин геройҙың бына ошо йыуаш холоҡло булыуын, шул арҡала төрлө ҡатмарлы, ҡыҙғаныс, ҡыҙыҡ хәлдәрҙә ҡалыуын күрһәтеүҙе маҡсат иттем. Ул кәрәк ваҡытта үҙ фекерен асыҡ әйтә алмағаны арҡаһында бик күп ҡыҙҙарҙың сигелгән ҡулъяулыҡтарын да йыйып ала, башҡаларға мәшәҡәт тә тыуҙыра. Миһри ҡарсыҡ та был турала бик тапҡыр һүҙҙәр әйтә. Комедия булһа ла, тамашасыларға еткерергә теләгән фекерҙәребеҙ бик күп һәм спектаклде килеп ҡараусылар быны аңланы.
Ни өсөн театрҙар "Еҙнәкәй" кеүек элек яҙылған пьесаларға йыш мөрәжәғәт итә? Киләсәктә классик әҫәргә әүерелерҙәй яңы пьесалар ҙа юҡ түгелдер бит?
- Беренсенән, хәҙерге ваҡытта телде белгән яҙыусылар һирәк, ҡыҙғанысҡа күрә. Ҡайһы берҙә классик әйберҙәрҙе уҡығанда уларҙың логика яғынан етешһеҙлектәрен күрһәк тә, шул тиклем һутлы, бай тел менән яҙылыуына хайран ҡалабыҙ. Был йәһәттән хәҙерге пьесалар бик үк маҡтана алмай. Беҙ, режиссерҙар, хирург һымаҡ, оҙон һөйләмдәрҙе киҫеп ташларға, алып ырғытырға ғына торабыҙ бит инде, һүҙ бутҡаһы бешермәйек тип. Әммә өлкәнерәк йәштәге актерҙар: "Һүҙҙең тәме бар бит, киҫмәгеҙ, матур яңғырай", - тиһәләр, килешәм. Беҙ бит хәҙер тормошта улайтып һөйләшмәйбеҙ хатта, күп һүҙҙәр телмәрҙән төшөп ҡалып, онотолоп та бөткән. Тамашасылар спектаклде ҡараған саҡта был хаҡта уйлап өлгөрәме икән, белмәйем, ләкин шундай моңло телмәрҙе тыңлауы рәхәттер. Шулай уҡ элек яҙылған һәм бер нисә быуын тамашасыһының тәнҡитен ишеткән, улар тарафынан юғары баһаланған әҫәрҙәр бер ҡасан да актуаллеген, ҡыҙығын юғалтмай. Былар бөгөн актуаль булып, иртәгә нисек яңыртырға маташһаң да, яңы һулыш биреп булмаған әйберҙәр кеүек түгел.
ШУЛАЙ ИТЕП...
"Еҙнәкәй" спектакле бар яҡлап та күҙҙәрҙең яуын алырлыҡ тамаша: геройҙарҙың кейемдәре лә, холоҡтары ла сағыу, тауыштары моңло, тормоштары ла ялтырауыҡлы. Шундай әкиәти, мәҙәк донъяға күҙ һалырға теләүселәр театрҙың 103-сө миҙгеле ябылмаҫ элек спектаклде май айында килеп ҡарап өлгөрә ала. Кәйефтәрҙе күтәрер музыкаль комедия был ҡуйылышында ла бик күп тамашасының һөйөүен яулар һәм ғүмере оҙон булыр, тигән теләктәбеҙ.
Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА