Күптән түгел республикала иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын билдәләнеләр. Конкурстың "Педагогик өмөт" номинацияһында баш ҡаланың 9-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ильяс Жарҡымбек улы Сағынбек еңеү яуланы. Балаларға телебеҙҙең бар матурлығын аңларға ярҙам итеүсе ҡаҙаҡ егетенең был ҙур уңышы барыһында ла һоҡланыу һәм уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Үҙ биттәрендә милләт, тел мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлгән "Киске Өфө" гәзите, әлбиттә, үҙенсәлекле уҡытыусыны ситләтеп үтә алманы. Уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ильяс, ҡаҙаҡ егетенең Башҡортостанға нисек килеп эләгеүе, башҡорт теле донъяһына ниндәй юлдар илтеүе тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙға белеү үтә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ.
- Яҙмыш ҡайһы саҡта шундай боролоштар эшләй, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булыуы мөмкин. Минең тормош юлым, һис шикһеҙ, уңышлы юлдан килә, тип әйтергә кәрәк. Шулай булмаһа, Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында тыуып үҫкән ҡаҙаҡ егетенең Башҡортостанға килеп, юғары уҡыу йортонда белем алып, әлеге мәлдә үҙе балаларға белем биреп йөрөүе донъяуи мөғжизәнең береһе түгелме ни! Әйтеп үткәнемсә, мин Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһынан. 2014 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланым. Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһының 9-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.
Башҡортостан тураһында Өфөгә килгәнсе бер нәмә лә белмәй инем, башҡорттар бар икәнен дә ишеткәнем юҡ ине, сөнки көньяҡ Ҡаҙағстан башҡорт ерҙәренән бик йыраҡ урынлашҡан һәм беҙҙең бәйләнештәр күбеһенсә ҡырғыҙ халҡы менән төҙөлгән.
Башҡортостан, башҡорт халҡы тураһында күреп-ишетеп белмәгән егет ни рәүешле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты булып китте һуң?
- 11-се класты уҡып бөткән йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты менән К. Жубанов исемендәге Аҡтүбә төбәк дәүләт университеты араһында бәйләнеш ептәре төҙөлгән. Был хаҡта миңә ошо уҡ университетта уҡытҡан апайым әйтте һәм тап ул Өфөгә уҡырға барырға тәҡдим итте. Әлбиттә, миңә был тәҡдим бик ҡыҙыҡ тойолдо, сөнки ул, үҙ йәһәтендә, минең алдымда быға тиклем күрмәгән яңы офоҡтарға юл аса ине. Шулай уҡ оло ҡыҙыҡһыныу ҙа булды: ниндәй ул Башҡортостан, башҡорт ере, башҡорт халҡы? Туғандаш халыҡтар булараҡ беҙҙе нимә берләштерә һәм ниндәй айырмалыҡтарыбыҙ бар? Ғөмүмән, күңелемдә урғылған һорауҙар күп ине.
Шулай апайым менән Өфөгә имтихандар тапшырырға килдек, беҙҙе факультет деканы Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы ҡаршыланы. Декан һынлы декандың ҡаршы алыуы минең өсөн бик ҡыуаныслы булды һәм шул ваҡыттан алып мин башҡорт халҡының ябайлығын һәм ҡунаҡсыллығын тойоп киләм. Бөгөнгө көндә лә Луиза Хәмзә ҡыҙы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, уның һәр саҡ ярҙамын тоям һәм оло рәхмәтемде белдерәм. Әлеге мәлдә мин М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспирантураһында уҡыйым, унда беҙ башҡорт һәм ҡаҙаҡ телдәренең ҡушма һөйләм синтаксисын сағыштырма планда өйрәнәбеҙ.
Өфөгә килгәндә бер ауыҙ һүҙ башҡорт телен белмәгән кешегә уҡыу нисек бирелде?
- Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерҙем университетта. "Диплом алғас, Ҡаҙағстанға кире ҡайтып, урыҫ теле уҡытыусыһы булам", тигән уй менән уҡырға ингән инем. Шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү ҙә ауырға төшөр, тип көйәләндем. Ләкин уҡый башлағас, тиҫтерҙәрем менән аралашҡандан һуң башҡорт теленең матурлығын тойҙом, ишеткән һүҙҙәрҙе башымда ҡаҙаҡ һүҙҙәре менән сағыштырып ятлай башланым һәм ярты йыл тигәндә башҡорт телен үҙләштерҙем. Минең был уңышымда факультет уҡытыусыларымдың, курсташтарымдың һәм студент дуҫтарымдың ярҙамы ҙур булды. Шулай уҡ, әгәр ҙә Ҡаҙағстанда йәшәп, башҡорт телен үҙләштерергә тырышһам, был ауырыраҡ булыр ине, башҡорт мөхитендә йәшәгәс, күпкә еңелерәк бирелде.
Башҡорт теле һине нимәһе менән ылыҡтырҙы?
- Ул үҙенең талғынлығы, матур яңғырашы менән йәлеп итте. Телде өйрәнә башлағанда башҡорт һүҙҙәрен әйтеү миңә бик ҡыҙыҡ тойола торғайны, сөнки ҡаҙаҡ телендә ҡатыраҡ яңғыраған һүҙҙәр башҡортса йомшаҡ итеп ишетеләләр. Мәҫәлән: жаз/яҙ, жан/йән, шығыс/сығыш, шай/сәй һәм башҡалар. Башҡорт теле моңло тел, күңелгә ятышлы тел.
Үҙең ҡаҙаҡ милләтенән, кәләшең башҡорт ҡыҙы. Өйөгөҙҙә ниндәй телгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
- Кәләшемдең исеме Алһыу, беҙ уның менән университетта уҡыған мәлдә танышып дуҫлаштыҡ һәм ғаилә ҡорҙоҡ. Ғаиләбеҙҙә ике ҡыҙ - Йәсминә һәм Айлин үҫеп килә. Уларҙы тәрбиәләгәндә ике халыҡтың да тәрбиә алымдарын ҡулланабыҙ. Өйҙә ике телдә лә һөйләшергә тырышабыҙ: Алһыу башҡортса, мин ҡаҙаҡса аралашам. Оло ҡыҙыбыҙ ике телде лә аңлай, ләкин теле нисек асылыр инде, алдағы көндәр күрһәтер. Уларҙың ике халыҡҡа ла, телгә һәм уларҙың ғөрөф-ғәҙәтенә ихтирамлы, һәр яҡлап та ике туғандаш халыҡтың иң яҡшы сифаттарын үҙҙәренә алып, абруйлы шәхестәр булып үҫеүҙәрен теләйем.
Уҡытыусы һөнәре абруйлы, әммә ауыр эшмәкәрлек...
- Мин башҡорт теле уҡытыусыһы булып ике йыл тирәһе эшләйем. Уҡытыусы һөнәрен дөрөҫ һайлауыңдың төп билдәһе - балаларҙы яратыу тип уйлайым. Ә балаларҙы яратҡан, улар менән эшләүҙе яратҡан кешегә уҡытыусы һөнәре ауырлыҡ тыуҙырмайҙыр, тип уйлайым. Ғөмүмән, һәр эштең дә төрлө яғы була һәм теге йәки был һөнәрҙе "еңел йәки ауыр эш", тип билдәләп булмай. Мәктәпкә килгән ошо ваҡыт эсендә һөнәремдең ауырлығын тоймайым. Миңә уҡытыусы булыу оҡшай, балалар менән эшләү күңелемә яҡын.
Балаларға башҡорт телен өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлы итеү өсөн ниндәй алымдар ҡулланаһың?
- Мин дәрестәремдә башҡорт телен башҡа төрки телдәре менән сағыштырып өйрәнеү алымын ҡулланам. Балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы тема, сөнки улар сағыштырыу аша башҡорт теленең үҙенсәлектәренә төшөнә, башҡорт теленең төрки донъяһында биләгән урынын асыҡлай, шулай уҡ туған телде белеүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлай башлай. Дәрестәр ФДББС талаптарына ярашлы төрләндереп, заманса алымдар, ысулдар ҡулланып ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп үткәрелә. Әлегә тиклем уҡыусыларым араһында башҡорт телен өйрәнеүгә ҡаршы булғандарҙы осратманым, балаларҙың барыһы ла ҙур теләк менән дәрестәргә йөрөй.
Шулай итеп...
Мәктәптә эшләүсе ир-егеттәр һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. Бигерәк тә хәҙерге заманда мәктәпкә эшкә барырға ынтылып тороусы йәштәр һаны бик самалы булғанда. Ә үҙенең һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, эштең ауырлығынан ҡурҡмайынса, балаларға белем бирергә теләүсе йәш белгестәр араһында Ильяс Жарҡымбек улы кеүек энтузиаст егеттәрҙең булыуы айырыуса ҡыуаныслы хәл.
Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА