Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренә, бигерәк тә үҙебеҙҙең милли шөғөлдәргә әүҙем тотоноп китеүен күрәбеҙ. Иҫ киткес зауыҡлы әйберҙәр эшләгән оҫта ҡуллылар араһында ғүмере буйы ошо шөғөлөнән айырылмай йәшәгәндәре лә бар. Шундай ханымдарҙың береһе - быйыл "Ҡурай даны" милли телевизион премияһына лайыҡ булыусы ҡул оҫтаһы, тормош иптәше менән Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә үткәрелгән марафондарҙа әүҙем ҡатнашыусы Вәсилә Камалетдинова. Уның милли кейемдәрҙе тергеҙеү эшенең әһәмиәте тураһындағы фекерҙәрен уҡыусыларыбыҙға ла еткерәбеҙ.
- Милли кейемдәрҙе табыу, тегеү эшенә 2015 йылдарҙан алып ныҡлап тотондом, ә инде ҡыҙыҡһыныуым мәктәп йылдарынан уҡ килә. Туғыҙынсы синыфта уҡығанда концерт ҡуйырға милли кейемдәр эҙләп, бер әбейҙән - күлдәк, икенсеһенән - сулпылар, өсөнсөһөнән камзул алып торғандан башланды был ҡыҙыҡһыныуым. Һаҡалдар (селтәр, яға, муйынса ла тиҙәр) беҙҙең яҡта - Архангел районы Көмәрле ауылында һаҡланмаған. Ундайҙы бер генә әбейҙә күргәйнем, тик уның һаҡалында мәрйен-тәңкәләр түгел, төймәләр генә тағылғайны. "Милли кейем беҙҙең яҡта ниндәй булған икән?" тигән һорау мине ҡайһы бер эҙләнеүҙәргә, тикшеренеүҙәргә йәлеп итте. Һөҙөмтәлә беҙҙең яҡта башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һаҡал, хәситә һәм дәүәт таҡҡан икәнен асыҡланым. Шулай ҡыҙыҡһынып, милли кейем һәм биҙәүестәрҙе тергеҙеүгә ылығып киттем дә, "Тамға" конкурсына үҙем сиккән таҫтар ( башҡорт ҡатын-ҡыҙының баш кейеме) менән ҡатнашырға ҡарар иттем. Был баш кейеменең өлгөләре лә беҙҙең яҡта һаҡланмаған, әммә уны оло йәштәге бөтөн төбәктәрҙәге ҡатындар ҙа бәйләгән.
Ғөмүмән, районыбыҙҙа башҡорт халыҡ кейеменең музейы ла юҡ әлегә. Әлбиттә, ауыл мәктәптәрендә бер аҙ ҡомартҡылар тупланған, тик тулы комплекттар юҡ. Мәҫәлән, күлдәкте Тирәкле ауылы мәктәбе музейында ғына күрҙем, уныһы ла 1950 йылдарҙағы йәш ҡыҙҙар күлдәге. Боронғо үрнәктәр, ҡыҙғанысҡа күрә, һаҡланмаған. Бер генә боронғо фото ҡалған, унда Тәүәкәс ауылы ҡатыны һаҡал тағып төшкән. Шулай ҙа нәнәйемдең (атайымдың әсәһе) һаҡалы ниндәй булғанлығын һорашып-һорашып, өлгөһөн килтереп сығарҙым. Уның биҙәүесе ҡыҙыл түгел, ә һорғолт ерлеккә һалынған булған. Тимәк, ҡояшҡа уңып һорғолтланған булһа, ҡара ерлеккә эшләнгән, тигәнде аңлата. Бәлки, алмиҙеү ҙә булғандыр, сөнки мәрйендәре һирәк, тәңкәләре тура вертикаль рәүештә тегелгән, ҡыҙыл ҡашлы брошка ла беркетелгән. Ике туған апайым уны күргән булған, стенала эленеп торҙо, тип хәтерләй. Уның менән төрлө алмиҙеү-һаҡалдарҙың фотоларын ҡарағандан һуң, был ҡыпсаҡ алмиҙеүенә оҡшаған, тип һығымта яһаныҡ. Көмәрле ауылы халҡын табын ырыуына индерһәләр ҙә, беҙ ҡыпсаҡ аймағына ингән булғанбыҙ, тип һөйләгәндәрен ишеткәнем бар ине.
Бына бер генә милли биҙәүесебеҙ ҙә күпме тарих һөйләй беҙгә! Ә инде боронғо йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Әйтәйек, ҡашмауҙы никах уҡылғас, ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатҡанда кейҙергәндәр. Был баш кейемен йәш балалар, йәш ҡыҙҙар, түлдән ҡалған оло ҡатындар кеймәгән. Ҡайһы берҙәренә бер малай тапҡас ҡына ҡашмау кейеү рөхсәт ителгән. Ә бәләкәй ҡыҙҙар маңлайса кейгән, өлкән йәштәге ҡатындар ҡушъяулыҡ ябынған, таҫтар бәйләгән, һарыуыс таҡҡан. Ә хәҙер бәләкәй генә ҡыҙҙарға ла ҡашмау тегеп кейҙереп, фотоға төшөрөп һалалар, маңлайса тегеп кейеп, оло ғына инәйҙәрҙең бейеп йөрөгәнен күргән бар. Шуның өсөн бик тә мөһим милли кейемдәребеҙҙең дөрөҫ тегелеше, биҙәүестәребеҙҙең дөрөҫ тәғәйенләнеше. Был йәһәттән республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының милли кейемдәрҙе йәш быуынға теүәл һәм дөрөҫ итеп тапшырыу маҡсаты менән башлаған "Хаталар өҫтөндә эш" тигән проекты хуплауға лайыҡ. Хәҙер бер нисә йыл инде ағинәйҙәр һәр ырыуҙың милли кейемен һәм биҙәүестәрен тергеҙеү менән мәшғүл.
Ғөмүмән, башҡорт ҡатын-ҡыҙын үҙ асылына ҡайтарыу буйынса күп эшләй ошо ойошма ағзалары. Ә был маҡсатҡа өлгәшеүҙә кейем ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары баштарына яулыҡ ябынмайынса, сәстәрен ялбыратып йөрөмәгән. Был, бер яҡтан, дингә бәйле булһа, икенсе яҡтан, тәртип шулай булған. Мин өләсәй менән әсәйемдең нисек сәс тарауҙарын күреп үҫтем. Улар ултырып, алдарына аҡ яулыҡ йәйеп, сәстәрен алға төшөрөп, шул яулыҡ өҫтөнә генә тарап, матур итеп үреп ҡуялар ҙа, бер сәс бөртөгөн ҡалдырмай йыйып, усаҡҡа һалалар ине. "Сәс бөртөгөн ташларға ярамай, бер бөртөк сәсеңде ҡош үҙенең ояһына алып китһә, башың ауырта", - тиҙәр ине. Бына шундай ырымдар бик күп булған, был таҙалыҡ, тәртип өсөн дә уйлап әйтелгәндер. Кешенең инаныстары, кейеме лә, йолаһы ла бер-береһенә бәйләнеп килгән. Әле лә шулай булһа, бәлки, халыҡ та тәртиплерәк булыр ине.
Бына ошо үҙебеҙҙең йолаларҙы, үҙлегебеҙҙе онотмаҫ өсөн, боронғо менән бәйләнеш булһын өсөн милли кейемдәрҙе тегеү, тергеҙеү кәрәк. Шөкөр, йәштәр араһында ла милли кейем һәм биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны арта, быны үҙҙәренә шөғөл итеп алғандар һәм аҡса табыу сығанағына әйләндергәндәр ҙә бар. Быға ҡыуанырға ғына ҡала. Үҙеңдең ата-бабаларың йәшәгән төйәктең, халҡыңдың тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеп, артабанғы быуындарға теүәл һәм дөрөҫ итеп тапшырырға кәрәк. Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге лә юҡ, тиҙәр бит инде.
Тик шуныһы ҡыҙғаныс, ауыл балалары ла йылдан-йыл башҡортса насар һөйләшә. Бик борсолдора был хәл. Шуға ла ауылыбыҙҙағы бер нисә ағинәй менән мәктәпкә, балалар баҡсаһына барып, балаларға ошо һоҡланғыс кейемдәребеҙ тураһында һөйләп ҡайтыуҙы ғәҙәт итеп алдыҡ. Уларға ейәнсәрҙәремә алдырған "Аҡбуҙат" журналдарын да алып барып тараттым. Милли уйындар үткәрергә тип тә саҡырғылайҙар. Уйын уйнағанда йырларға ла тура килә бит инде. Ә беҙҙең балалар русса ғына йырлай булып сыҡты. "Шайморатов генерал" йырын да белмәйҙәр хатта. Бынан шундай һығымта: оло быуын кешеләре - ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар балалар эргәһендә йышыраҡ булырға, тарихыбыҙға, туған телебеҙгә, милли кейемдәргә, мәҙәниәткә һәм йолаларға ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышырға тейеш.
Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА