Ошо арала күрше өлкәләрҙә йөҙгә яҡын кешенең "Мистер сидр" тип аталған алкоголь суррогаты менән ағыуланып, шуларҙың утыҙҙан ашыуының үлеме хаҡында шау-шыу бара. Был хәл бер нисә йыл элек энәлек төнәтмәһе менән булған ваҡиғаны хәтерләтеп ҡуя. Әлбиттә, был эсемлектәрҙең ярлығында айырма бар барлығын, әммә кеше үлеме - үлем булып ҡала инде. Тәнгә һөртә торған төнәтмәнең тышына уның эсергә ярамағанлығы һәм ғүмер өсөн хәүефле булыуы хаҡында яҙылған булһа, "Мистер сидр"ҙың тышында ундай яҙыуы ла юҡ, имеш. Иҫләүемсә, энәлек эсеп үлгән кешеләрҙең һаны (иҫкәртеүле яҙыуы булған хәлдә лә!) сидр ҡорбанынан хатта мәртәбәләргә күберәк ине. Урыҫта ошондай бер әйтем йөрөй: "Кто ищет, тот всегда найдет". Хәмер эскән кеше үҙенең эҙләгәнен барыбер таба инде ул…
Сидр яһыусы шәхси эшҡыуарҙың ҡулға алыныуы хаҡында ла хәбәр ишетелде. Ғәйебе асыҡланғас, закон буйынса ул үҙ язаһын да алыр, тик әлеге үлгән кешеләр был яҡты донъяға ҡабат бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Һәр саҡ иҫерткес нәмә эсергә "тамағы ҡырҡылдап торған" бәғзе әҙәм балаһының ана шул хәҡиҡәтте һаман аңларға теләмәүе үкенесле. Мин табип булып хеҙмәт иткән стратегик ракета часында төрлө аппаратура деталдәрен һөртөп таҙарта торған метил спирты (метанол), этиленгликоль, автотранспорттың радиаторына ҡойорға тәғәйенләнгән "антифриз" тип аталған шыйыҡсаны һалдаттар эсеп үлгән бер нисә осраҡ менән танышмын. Был малайҙарҙы ҡотҡарырға маташып та, күпселек осраҡта реанимацион сараларыбыҙҙың ыңғай һөҙөмтә бирмәгәнен хәтерләйем. Шуныһы хаҡында ла әйтеү кәрәк: егеттәребеҙҙең береһе лә яңылыш ҡына йә иһә суицидаль маҡсат менән эсмәгән, ә фәҡәт - иҫереү өсөн… Шундай хәлдәрҙе миҫал итеп килтереп, ана шул шыйыҡсалар менән ағыуланыу бөйөр эшмәкәрлегенең тулыһынса туҡталыуы һәм үлемгә килтереүе хаҡында частарҙа даими рәүештә инструктаж булып тороуына ла ҡарамаҫтан, барыбер ҡуймайҙар бит, ауыҙыңа… май булғыры! Хәрбилектән бушанғаныма ла инде ике тиҫтә йыл үтеп китте, бәлки, бөгөнгө һалдаттар уның менән булышмайҙыр... Әрмелә, ғәҙәттә, һалдат үлеме өсөн һәр саҡ командирҙы ғәйепләү ғәҙәткә ингән. "За слабый контроль над личным составом", "За безответственное отношение к исполнению служебных обязанностей" тигән һымағыраҡ формулировка биреп, төрлөсә яуапҡа тарттырылыу ҡурҡынысы хаҡында белмәгән офицер юҡ. Тормош шулай китеп бара, ә, әлеге әйтмешләй, "сидрҙар" һаман сидрлығын итә бирә…
Алкоголь суррогаттары килтергән шундай бер нисә үлем хаҡында хәбәр ишетелеп ҡалһа, мин һәр саҡ "тап-таҙа" араҡынан да илебеҙҙә йыл һайын тиҫтә, йөҙәрләп кенә түгел, ә меңәрләгән кешенең үлеп тороуы хаҡында уйланырға мәжбүр булам. Ысынлап та, ҡәҙерле дуҫтар, шундай "һәйбәт" шарап араҡыһында килгән һәр бәлә-ҡаза һайын "саң ҡаға" башлаһаҡ, бөтә гәзит-журнал биттәре, шуның менән тулыр ине бит! Һуғыш яланында һәләк булғандарға ҡарағанда ла күберәк был хәмер ҡорбандары тураһында һөйләүселәр һирәк. Күрәһең, был ғәҙәти хәл генә булып бара. Ә шулай ҙа нормаль хәмерҙән ағыуланып үлгән кеше хаҡында "ул еңелсә генә үлде" тип әйтеп булмай ҙа баһа! Үлем - барыбер үлем, мәрхүмдең ғаиләһе, яҡындары өсөн - оло ҡайғы булып ҡала бит инде. Мәҡәләләремдә йыш ҡына ошондай сағыштырыуҙар килтерәм: Афған һуғышында ун йыл эсендә бөтә Советтар Союзынан ун биш меңгә яҡын һалдат һәм офицер үлгән булһа, бөгөнгө статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә алкоголь арҡаһында былтыр ғына, йәғни бер йылда илле меңдән ашыу кеше донъянан киткән! Уларҙың барыһы ла сидр-фәлән һымаҡ суррогат эсеп үлмәгән, хатта күпселеге ифрат та "һәйбәт" араҡынан һәләк булған. Был иҫәпкә, әлбиттә, спиртлы эсемлек менән ағыуланыуҙарҙан, алкоголь фонындағы инфаркт-инсульттарҙан тыш, эскелек менән бәйле булған төрлө авариялар, суицид осраҡтары ла ингән. Әммә улар ҙа барыбер хәмер сәбәпле тип һанала бит инде. Һин дә мин йөрөп ятҡан "ыздарауай" ир-егеттәр күҙ асып йомғансы юҡ була ла ҡуя.
Оҙайлы хәрби хеҙмәтемде тамамлап, тыуған яҡҡа йәшәргә ҡайтҡас, оҙаҡ йылдар күрмәй торған бәғзе танышты осратып, "Фәлән кеше ни хәлдә әле?" тип һораша башлаһаң, "Ул ни әллә ҡасан мәрхүм инде" тигән яуапты йыш ҡына ишетеп, бошона инем. Үкенесле, әммә, хәҙер эскелек менән бәйле шундай осраҡтар, исмаһам, гүзәл затыбыҙҙы ла ситләтеп үтмәй башлаған бит. Сәскәләй матур, бер ҡарауҙа ғашиҡ булырҙай һылыу, шат йөҙлө булып хәтерҙә ҡалған (хатта йәш сағыңда күҙең төшөп йөрөгән) берәй таныш ҡыҙҙың донъя көтә башлағас, эскелеккә һабышып китеүе, шул афәттән ҡотола алмай һәләк булыуы хаҡында хәбәрҙар булып тетрәнәһең. Шулай уҡ, бер ғаилә эсендә генә ҡасандыр арыҫландай көслө, "ер емертеп" баҫып йөрөгән, һабантуйҙағы көрәштәрҙә ал бирмәгән дүрт-биш ағай-эненең хәмер арҡаһында бер-бер артлы теге донъяға киткән осраҡтарҙың күп булыуы аяныслы. Эскелектән ирле-ҡатынлы (береһе иртәрәк, икенсеһе - һуңыраҡ) үлгән, ә балалары артабан ата-әсә традицияһын дауам итеп, шул уҡ һаҙлыҡҡа бата барған ғаиләләр менән кем таныш түгел? Ағыуланып, кемдер әйтмешләй, "бахмурҙан" үләме, йә "алкоголь психозы" мәлендә үҙ-үҙенә ҡул һаламы, тышта туңып һәләк буламы, бер-береһен юҡ итәме, былар - барыһы ла "хәмерҙең эше" бит инде. Бындай миҫалдарҙы эҙләп, әллә ҡайҙа бараһы юҡ, улар һәр ауылда етерлек.
Рәйес Түләктең "Яныу" поэмаһындағы ошо юлдар иҫкә төшә:
…Мин уларға берсә көлөп бағам,
Көйөп бағам, бағам илаптар.
Ут күбәләгендәй ғәйеп була
Имән ярҡаһындай ир-аттар…
Ә бит, ысынлап та, эскелек арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡандарҙы һис кенә лә "насар әҙәм" тип атап булмай. Ҡасандыр ғаилә ҡороп, геүләтеп тормош көтә башлаған, бар эште лә емертеп эшләгән, алтын ҡуллы, һәр йәһәттән килгән һәләтле, йомарт, башҡаларға яғымлы, нескә күңелле, балаларын яратҡан яҡшы кешеләр бит улар башлыса (Әйткәндәй, яман, аҫтыртын, әшәке кеше бүтәндәргә зыян итһә лә, үҙен хәмер менән бөтөрмәй ул). Араҡы ҡоллоғонан арынып, тормош ҡәҙере хаҡында уйланып, элекке хәленә ҡабаттан ҡайтып, яҡшы йәшәп киткәндәр хаҡында ишетеп һөйөнәһең ҡайсаҡ. Ир-ат араһында ундайҙар күберәк булһа, үкенескә, нәфис заттарыбыҙ йыш ҡына был афәттән бөтөнләйгә ҡотола алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынамын тигән шундай кешеләребеҙ үҙен-үҙе тота алмай, упҡынға төшөп һәләк була…
Һүҙ башым "сифатлы араҡы" хаҡында ине бит әле. "Губернаторская" йә "Настоящий полковник" тип ҙурлаһындармы уны, "Пшеничная", "Хлебная" тигән изге ризыҡ исеме бирһендәрме, "Русская", "Столичная", "Московская", хатта "Белебеевская" тип, уға "илһөйәрлек" төҫө һеңдерергә маташһалар ҙа, уның менән дуҫлашҡандар күпләп "китә" тора. Ошо хаҡта бар донъяны яңғыратып ҡысҡырғым килә!
Борон-борондан Ислам дине рухында тәрбиәләнгән атай-олатайҙарыбыҙ был эсемлектең бөтә төрөн дә "хәрәм" тип һанаған (һүҙлектә "хәрамә" - ғәрәпсәнән урыҫсаға "запрещать" тип тәржемәләнә). Аллаһы Тәғәләнең Китабы - изге Ҡөрьәндә ул шайтан эсемлеге тип атала һәм әҙәм балаларына ҡәтғи тыйыла ("Аш табыны" сүрәһе, 90-91 аяттар). Бына ошоға инанмай тороп, нисек кенә "мәҙәни", "сама белеп", "тәртипле генә" эсеүҙе пропагандалаһаң да, был афәттән бөтөнләйгә ҡотолоп китеп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Магазиндарҙа араҡы һатыу ваҡытын сикләү, ун һигеҙ йәшкә тиклем үҫмерҙәргә хәмер һатыуҙы тыйыуҙар, эскелек өсөн закон тарафынан яуапҡа тарттырыуҙар ҙа уны юҡҡа сығара алмай. Бындай саралар тик түтәлдәге ҡый үләнен өҫтән генә өҙгөләп, тамырын имен көйө һаҡлап алып ҡалыуға оҡшаш. Күп кенә зыялыларыбыҙҙың тормоштағы эскелеккә бәйле төрлө аяныслы хәлдәрҙе миҫал итеп килтереп, фәһемле мәҡәләләр яҙып, гәзит-журналдарҙа сығарыуы һөйөнөслө. "Айыҡ ауыл" хәрәкәтен күтәреүҙәрҙе лә хуплайым. Әммә, халҡыбыҙҙың фәҡәт дини асылына ҡайтып, хәмерҙән бөтөнләйгә баш тартыуы аша ғына беҙ ошо афәттән ҡотолоп китә алырбыҙ, ин шәә Аллаһ. Ислам дине киң таралған Чечен, Дағстан республикалары халыҡтарында эскелек иң түбән кимәлдә икәне хаҡында статистик материалдар бар. Был йәһәттән беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың шул республикалар рәтенә инмәүе ифрат та үкенесле. Ҡыҙғаныс, әммә был - ысынбарлыҡ. Хәмерҙән тулыһынса баш тартҡан һау-сәләмәт халыҡҡа бер ниндәй ҙә сидр-мидр, суррогат-муррогаттарҙың ҡурҡынысы янамаҫ ине лә ул...
Ауыл-ҡалаларыбыҙҙың зыяраттары йәштәр ҡәбере менән тулған бит! Унда инеп, ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы уҡый башлаһаң, сәстәрең үрә тора. Бер ҡәбергә лә "ул эскелек арҡаһында үлде" тип яҙылмаған, әлбиттә. Әммә улар хаҡында таныш-тоноштар аша ишетәһең. Мөләйем фотоһүрәттәренә, тыуған һәм үлгән йылдарына ҡарап та, дүрт-биш тиҫтәһен дә тултырмаған, йәшлек дәрте ташып торған мәлдә донъя ҡуйған был яҡташтарҙың күпселеге ана шул арҡала киткәнлегенә төшөнөү ауыр түгел. Беребеҙ ҙә был донъяға мәңгегә килмәгәнбеҙ. Олпат йәштәргә етеп, бала-сағаларыбыҙҙың тормошона шатланып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, бәхетле ҡартлығыбыҙ өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп, тағы бер аҙ ғына булһа ла йәшәү бәхетенән үҙебеҙҙе мәхрүм итмәйексе, ҡәҙерле милләттәштәр. Ҡабаттан был донъяға бер ҡасан да килмәйәсәкбеҙ бит…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА