Йылдағыса, вәғәҙәһеҙ, бер ниһеҙ, йола буйынса Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры үҙенең Ижади миҙгелен аса. Ябылғанды яңынан асыу, тип ҡабул итмәгеҙ. Был осраҡта асыу һүҙенә тәрән мәғәнә һалынған. Асыу! Тимәк, яңырыу, дәртләнеү, йәшәреү, өмөт менән йәшәү! Ижади миҙгел быйыл нисек асыласаҡ, театр коллективының кәйефе ниндәй? Нимә көтә беҙҙе тантаналы көндә? Ошо турала һорашып, театрҙың баш режиссеры Денис Сәлим улы НУРҒӘЛИНгә мөрәжәғәт иттек:
- Ижади миҙгелдәрҙе асыу һәм ябыу үҙенә күрә бик мәртәбәле йола ғына. Әлбиттә, театр үҙ эшен миҙгел ябылғас та дауам итә, гастролдәр, йәйге ялдарҙан тыш, йыл дауамында бара. Хатта ки, киреһенсә, эштәр ул осорҙа ҡыҙыуыраҡ була. Әлеге көндә артистарыбыҙҙың бер төркөмө ауылдар буйлап гастролдә йөрөй, ҡалғандар Туфан Миңнуллиндың "Әлдермештән Әлмәндәр" пьесаһы буйынса спектакль әҙерләй. Автор әҫәрҙең жанрын моңһоу комедия тип ҡуйған, жанрын үҙгәртеп, фантасмагорияға тартым әҫәр тыуҙырырға тырышабыҙ.
Ни өсөн яңы алымдар ҡулланабыҙ? Сөнки театрҙа жанрҙар төрлөлөгө булырға тейеш. Мәҫәлән, бөтә тамашасылар ҙа тик драма ғына ҡарарға яратмай бит, кемгәлер комедия оҡшай, трагедия ҡарарға теләгәндәр ҙә бар. Нәфис фильмдарҙы алһаң да, берәүҙәр фантастика ҡарай, икенселәр - мелодрама, тормош шулай ҡоролған. Тамашасыларҙың ихтыяжын күҙ уңында тоторға, театрҙың үҫешен дә иҫәпкә алырға кәрәк, артистар өсөн дә төрлө жанрҙа эшләү ҡыҙығыраҡ. Көн һайын аҡ икмәк ашап ултырып булмай бит, ҡай саҡ ҡара икмәк ашағы ла килеп китә. Кемдер, жанрҙар төрлөлөгө театрҙың йүнәлешен үҙгәртә, тип уйларға мөмкин. Юҡ, бындай яңы алымдар эшмәкәрлекте һис тә төп эшенән ситләтмәй. Хәҙерге заманда интернет бар, һәр кешенең ҡулында телефон, ауыл кешеһе менән ҡала кешеһенең менталитеты айырылмай тиерлек. Замана кешеһе бик мәғлүмәтле, яңылыҡтарҙы белә, ишетеп, күреп тора. Элек колхоз-совхоз осоронда халыҡ баш баҫып, таңдан төнгә тиклем баҫыуҙарҙа, фермаларҙа эшләне, биш көн эшләп, ике көн ял иткән ҡала кешеһе менән ауыл кешеһе араһында айырма бар ине. Хәҙер, етмәһә, һәр кешелә машина бар, ҡайҙа теләй, шунда ултырып сыға ла китә. Теләһә, баш ҡалаға барып, спектакль ҡарай ала. Шундай мөмкинлектәре булған тамашасыны жанрҙарҙың төрлө булыуы ҡыҙыҡһындыра ғына.
Беҙҙе йыш ҡына халыҡсан театр, тип, халыҡ театры менән сағыштыралар, әммә күп кеше шуны аңлап етмәй: халыҡсан тигән һүҙ, халыҡҡа яҡын, тигәнде аңлата. Театрҙың тарихын ҡараһаң, беренсе аҙымдарынан уҡ ул халыҡ өсөн эшләгән тәгәрмәс өҫтөндәге театр булған, ауылдар буйлап йөрөп, театрға һөйөү тәрбиәләгән. Бөтә кешенең дә театрға килеп, спектаклдәр ҡарарға мөмкинлеге юҡ, ауыл килеп ҡарай алмай бит инде. Мөхәммәт тауға бармаһа, тау Мөхәммәткә бара, тигәндәй, беҙ үҙебеҙ халыҡ өсөн эшләйбеҙ, хеҙмәт итәбеҙ, бурыс ҡайтарабыҙ.
Аллаһ бойорһа, премьерабыҙ менән миҙгелде асырбыҙ, тип, ниәт итәбеҙ. Репетициялар һәйбәт бара, материал ауыр, ваҡыт тар. Шуға ҡарамаҫтан, артистар тырышып эшләй, һәр кем үҙ персонажының образын тыуҙыра. Спектаклдең композиторы Рәмил Мәхийәнов бик матур көйҙәр яҙа, Залина Усманова пластик хәрәкәттәр һала башланы. Ҡуйыусы-рәссам Зилә Нурғәлиеваның эшен премьера ваҡытынды баһаларһығыҙ. Театр бит ул коллектив эште ярата, режиссер иһә дөрөҫ ойоштора белергә тейеш. Ә артистар инде - тыуҙырыусылар, һәр береһе үҙенең образын юҡтан бар яһай. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, таныш эште урынына еткереп атҡарырбыҙ. Артистарҙың эше сәхәнәлә күренер, ә бит күренмәгән кешеләр ҙә бар был коллектив хеҙмәттә. Костюмерҙар, тегеү цехы, бутафорҙар, реквизиторҙар, декораторҙар ҙа күмәкләп дөйөм эште башҡара.
Спектаклдең үҙенә килгәндә, ул тормошто һөйә белергә өйрәтә, ынтылышлы йәшәргә саҡыра. Хәҙер бит күп кеше зарланырға ярата. Беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, ә беҙгә һәр ваҡыт ниҙер етмәй. Улай булырға ярамай, шөкөр итә белергә, тормоштоң мәғәнәһен, ҡәҙерен белеп ҡалырға кәрәклеге тураһында һөйләнә был спектаклдә. Тамашасылар үҙҙәре күрер, аңлар. 19 сентябрь киске спектаклгә - премьераға, миҙгел асыу тантанаһына рәхим итегеҙ!
Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА