«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙҘӘ, УЙНАРҒА!
+  - 


"Әйҙә, уйнарға!" тигән саҡырыуҙы ишеткәс, өлкәнерәк быуын кешеһе дуҫтар менән урамда "өлкән өй", "бәләкәй өй", баҫтырыш, йәшенмәк, бура һуғыу, тип күҙ алдына килтерәлер. Ә бөгөнгө балаларҙың аңында ниндәй образдар тыуа икән был һүҙҙәрҙе ишеткәндә? Улар бит бөтөнләй икенсе төрлө күҙаллай уйындарҙы. Һәр хәлдә, бына яңыраҡ ҡына ла һәр баланың ҡулында өсмөйөш башлы, ыржайған тешле Хагги Ваггиҙарҙы, һәр үҫмерҙә зыр әйләнгән спиннер күрергә була ине, малайҙар Кеше-үрмәксе булырға, ә ҡыҙҙар бармаҡ башындай ғына Лол-ҡурсаҡтар тураһында хыялланды. Сит илдән килгән был тенденцияларҙың бала аңына, сәләмәтлегенә нисек йоғонто яһауы тураһында уйланғанығыҙ бар инеме?

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Совет майҙанында шау-гөр килеп үткән "Әйҙә, уйнарға!" Бөтә Рәсәй уйындар фестивале ҡатнашыусыларҙың иғтибарын тап ошо мәсьәләгә йүнәлтте лә инде.
Сөнки балалар яратып уйнатҡан уйынсыҡтар уларҙың физик һәм психик сәләмәтлегенә тик ыңғай йоғонто яһарға тейеш, ә был инде уларҙың мәғәнәүи йәһәттән дә, сифаты буйынса ла хәүефһеҙ булыуын аңлата. Барыһына ла мәғлүм, уйынсыҡтар етештереү өлкәһендә ҡытайҙар төп урын биләй бөгөнгө көндә, ә урында эшләнгән әйберҙәр улар араһында юғалып ҡалғандай. Ә бит үҙебеҙҙә етештерелгәндең сифаты уларҙыҡынан күпкә яҡшыраҡ, етмәһә, рухи-мәҙәни тәрбиә йәһәтенән дә атай-әсәйгә беренсе ярҙамсы булып тора улар. Бына, әйтәйек, башҡортса һөйләшкән, йырлаған һәм милли кейемдәге ҡурсаҡтар балаға туған теленә ҡарата һөйөү уята.
Әйткәндәй, бығаса бындай ҡурсаҡтарҙы үҙ балаһына ғына эшләгән һәм артабан таныш-белештәренә заказға ғына таратҡан ғәмле башҡорт атай-әсәйҙәре менән таныш булһаҡ, фестивалдә Киров өлкәһенән һигеҙ тиҫтә йыл эшләгән "Весна" фабрикаһының башҡорт ҡыҙы һәм малайы һынландырылған ҡурсаҡтарын да күрҙек. Бөтә уйынсыҡ магазиндарына Рәсәй халыҡтарын сағылдырған шундай уйынсыҡ киң һатыуға сығарылһа, һатып алыусы табылмаҫ инеме ни?
Йәки балаға дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ кеүек мөһим төшөнсәләрҙе аңлатҡан, яҡшылыҡҡа, тәртипле булырға өндәгән совет осоро йәнһүрәттәре, халыҡтар әкиәттәре геройҙарын һынландырған уйынсыҡтар сит ил ҡиммәттәрен сағылдырғандарынан өҫтөнөрәк түгелме? Был турала "Фанкластик" конструкторын етештереүсе "ХИЗ" акционерҙар йәмғиәтенең коммерция директоры Нина Мышанская менән әңгәмәбеҙ фәһемле булды: "Беҙ Дмитрий Соколов уйлап тапҡан балалар конструкторын етештерәбеҙ. Мәктәпкә тиклемге һәм башланғыс синыф уҡыусылары өсөн эшләнгән улар. Конструктор менән бергә методик ҡулланмала үҙебеҙҙең мәҙәниәт, тарих, көнкүреш тураһында бик файҙалы мәғлүмәттәр ҙә тәҡдим итәбеҙ. Фестивалгә әҙерләнгәндә "Тыуған ауыл" тигән яңы йыйылма эшләнек. Унда балалар башҡорт ауылы, тирмәһе, балаганы, аты һәм башҡа элементтарҙы төҙөгән арала тарих та һөйләйәсәкбеҙ. Шулай уҡ балалар "Ҡуңыр буға" башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлаясаҡ, ҡуңыр буғаны йыйырға өйрәнәсәк. Төбәктең үҙенсәлектәрен өйрәнгәндә үҙем дә хатта хайран ҡалдым, баҡтиһәң, тик Башҡортостанда ғына егеүгә ҡулайлаштырылған һарыҡ төрөн сығарғандар! Донъяла бүтән ундай һарыҡ юҡ икән. Башҡорт халҡының борон өҫтөнлөклө этнос булыуын, илде яҡлап бик күп һуғыштарҙа ҡатнашыуын, төбәктәргә ҡарап торлаҡ-көнкүреш шарттарының айырылып тороуын да белеп ғәжәпләндем. Шуға конструкторҙа башҡорт тирмәһен генә түгел, башҡорт балаганын да тәҡдим иттек. Бөгөн майҙансығыбыҙға килгән кескәйҙәрҙе түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, был белемдәрҙең барыһын да улар менән бүлешке килә. "Фанкластик" конструкторы балаларға ниндәйҙер фигуралар төҙөргә, ҡул хәрәкәттәрен үҫтерергә генә ярҙам итеп ҡалмай, донъяға ҡараштарын, белемдәрен киңәйтергә лә ярҙам итә", - тине Нина Мышанская.
"Әйҙә, уйнарға!" фестивалендә уйынсыҡ етештереүселәрҙән тыш, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары, ата-әсәләр өсөн консультация үҙәге, театрҙар, балалар баҫмалары, музейҙар, төрлө шөғөл оҫталарына ла урын табылды. Балалар бигерәк тә төрлө интерактив уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашты, яңы уйынсыҡтарҙы һынап ҡараны, күңеленә ятҡан шөғөлдәрҙе үҙләштерҙе, "йәнле" уйынсыҡтар менән фотоһүрәткә төштө. Күптән түгел Башҡортостан кинотеатрҙарында күрһәтелә башлаған "Төньяҡ амурҙары" анимацион фильмы геройҙары ла килде был фестивалгә, кемдәрҙер улар менән фотоға төшөргә, тауышландырған кешеләргә һорауҙар бирергә өлгөрҙө. Совет балаларының яратҡан "Простоквашино", "Чебурашка" йәнһүрәттәренең айырым майҙансыҡтары бар ине һәм унда ла балалар ваҡыттарын бик ҡыҙыҡлы үткәрҙе. "Милли уйындар" майҙансығында иһә, балаларға уҡ атыу, Аҡбуҙат һәм Һомайҙың ағастан эшләнгән һындарын буяу, әүҙем уйындар ҙа ойошторолдо. Республика Халыҡ ижады үҙәге методисы Линиза Солтанғужина әйтеүенсә, бындай майҙансыҡты улар тәүге тапҡыр ғына ойоштормай. Санкт-Петербург ҡалаһында уҙғарылған Башҡортостан Республикаһы көндәрендә лә ошондай әүҙемлектәрҙә балалар бик теләп ҡатнашҡан, бигерәк тә уҡ атыуға сиратҡа теҙеләләр икән. Был майҙандың иң үҙенсәлекле күренеше - кейеҙҙән һуғылған шахмат булғандыр. Уйынсыҡты Сибай ҡалаһынан билдәле сәсәниә, фольклорсы, педагог Асия Ғәйнуллина эшләгән. Балалары менән фестивалде килеп күргән ата-әсәләр шулай уҡ ағас уйынсыҡтарҙың бик сифатлы һәм мауыҡтырғыс булыуын, оҫталыҡ дәрестәренең төрлөлөгөн, виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәрен ҡыҙыҡһынып ҡарауҙарын, саҡырылған ҡунаҡтарҙың матур сығыштарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Балалар менән килһәң, бында 4-5 сәғәт йөрөүҙе планлаштырырға кәрәк. Улыма 5 йәш, уға төрлө башватҡыстар, төҙөп-ҡорай торған уйынсыҡтар оҡшай, өҫтәл уйынсыҡтарын ярата. "Простоквашино" йәнһүрәтен дә яратып ҡарай, сарала уның геройҙары - "тере" ҡурсаҡтар менән фотоға төшөүе лә әллә күпме ыңғай хәтирәләр уятты. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы геройҙарын матур итеп эшләп һатыуға ҡуйыуҙары, кисәге генә барып ҡараған "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенә ҡағылышлы стендтар ҙа бик оҡшаны. Ғөмүмән, балалар өсөн Башҡортостанда сығарылған йәтеш-йәтеш әйберҙәрҙе бер урында күреп ҡыуандым. Бындай махсус сараларҙа ғына түгел, көндәлектә ҡапыл кәрәк булғанда милли уйынсыҡтарҙы барып һатып алыр бер урын булһа икән, - тине фестиваль тураһында Өфө ҡалаһынан Айгөл Вәлиева.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Дүрт көн эсендә Өфөләге "бала саҡ иле"нә 250 меңдән ашыу кеше "сәйәхәт ҡылған". Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов үткәргән кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был көтөлмәгән һөҙөмтә булыуын билдәләп, "Әйҙә, уйнарға!" Бөтә Рәсәй уйын фестивале киләһе йылда ла уҙғарыласағы тураһында хәбәр иткәс, министр уға федераль кимәл бирергә тәҡдим итте. "Был бик дөрөҫ һәм актуаль сара. Мәғариф министрлығы уны үҙ ҡанаты аҫтына алырға һәм финанслау мөмкинлеген ҡарарға әҙер", - тине Сергей Кравцов. Был иһә, "Әйҙә, уйнарға!" фестиваленең киләсәктә тағы ла киңерәк ҡолас алырына, тимәк, балаларыбыҙ өсөн уйынсыҡ һәм уйындарҙың йөкмәткеле һәм хатта асылыбыҙға ярашлы булыуы хәстәрләнеренә ишара.

Айгөл ҒАБДИНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.23 | Ҡаралған: 155

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru