«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ БЕРҘӘМЛЕК ДӘҮЛӘТЕБЕҘҘЕҢ НЫҠЛЫ НИГЕҘЕ УЛ
+  - 


Бынан 33 йыл элек Башҡортостандың яҡын киләсәге өсөн үтә әһәмиәтле булған сәйәси документ - Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителде. Хәҙер ошо иҫтәлекле тарихи ваҡиға йыл һайын Республика көнө тип аталған байрам форматында билдәләнә.

Тарих ҡабатланып тора, тигән фекер бар. Республикабыҙҙың өр-яңы тарихында 1917 йылдың ноябрь - декабрь айҙарында Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан Башкурдистан милли-территориаль мөхтәриәте (автономияһы) иғлан ителеүе һәм III Бөтөн башҡорт ҡоролтайында раҫланыуы менән бәйле рухи күтәрелеш 83 йылдан һуң яңынан ҡабатланды. Һис шикһеҙ, тарихи күҙлектән ҡарағанда, Башкурдистан мөхтәриәтен Беренсе Республика тип нарыҡлаһаҡ, 1919 йылдың 20 мартында Үҙәк Совет власы менән килешеү нигеҙендә иғлан ителгән Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһын (һуңынан - БАССР) - Икенсе Республика, ә 1990 йылдың 11 октябрендә барлыҡҡа килгән Башҡорт Совет Социалистик Республикаһын Өсөнсө Республика, тип атай алабыҙ.
Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составында айырым урын биләй, уның сәйәси, иҡтисади һәм ижтимағи роле һәм абруйы ил Конституцияһының тейелгеһеҙ юридик нормалары нигеҙендә дәүләт статусына эйә булыуы менән бәйле. Әлбиттә, ҙур суверен дәүләт составындағы дәүләтселек билдәле бер юридик нормалар менән сикләнгән, федератив дәүләт үҫешенең хәҙерге этабында бының башҡаса булыуын әлегә күҙаллап булмай.
Әйтергә кәрәк, Башҡорт иленең боронғо тарихында ла уның билдәле бер дәүләтселек структураһы, күп һанлы айырым ырыу-ҡәбиләләр тормошо менән идара итеү формалары булған. Әлбиттә, ул хәҙерге замандың вертикаль структуралы власынан айырылып торған, сөнки бер уртаҡ атама - башҡорт исемен йөрөткән төрлө сығышлы ырыуҙар үҙ ирке менән бөтөн халыҡ өсөн мөһим булған йәшәйеш ҡанундарын һәр саҡта ла теүәл үтәй килгән. Быны үҙенсәлекле ырыу демократияһы, тип нарыҡлап та була, сөнки дөйөм ырыу йыйындарында, ырыу башлыҡтары кәңәшмәләрендә бөтөн Башҡорт илендә үтәлеүе мотлаҡ булған ҡарарҙар ҡабул ителгән.
Йәнә бына нимә мөһим. Башҡорттар, айырым этнос булараҡ, бик күп быуаттар дауамында (иң кәмендә б.э. I мең йыллығы урталарынан бирле) даими ҡубып торған эреле-ваҡлы бәрелеш-ҡырылыштар, шулай уҡ төрлө баҫҡынсылыҡ яуҙары аша имен-аман үтеп сыға алған һәм үҙҙәре биләгән ерҙәрҙә - Көньяҡ Уралда, унан көньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан һуҙылған урман-дала зонаһында төп хужа булып ҡалған. Улар, башҡа ҙур дәүләттәр составында, шул уҡ Алтын Урҙа дәүерендә үҙ биләмәләрендә иркен йәшәп, яһаҡ түләү һәм яугирлыҡ бурысын үтәү менән сикләнеп, телен, динен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, быуындан-быуынға тапшыра килгән. Хәҙерге терминды ҡулланғанда, тарихи Башҡорт иле хандар власы аҫтында ла ерле автономия статусына эйә була. Ә XVI быуат урталарында, Рус дәүләте составына ингән саҡта ла, батша власы тарафынан бирелгән махсус грамоталар (охранный, оберегательный) нигеҙендә башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы юридик яҡтан нығытып ҡалдырылған. Әйтергә кәрәк, XX быуат баштарына тиклем ғәмәлдә булған аҫабалыҡ феномены Рәсәйҙең башҡа бер халҡында ла булмаған.
XX быуат башында, 1917 йылдың февраль һәм октябрь инҡилаптарынан һуң, йәш сәйәсмән Ә.-З. Вәлиди етәкселегендә бер төркөм башҡорт федералистарының Рәсәй федерализмы өсөн көрәш башлауының әһәмиәтен ахырынаса аңлап, төшөнөп бөтә алмай йөҙәгән сәйәсмәндәр ҙә бар. Улар, Рәсәй унитар дәүләт булып ҡалһа, күпкә яҡшыраҡ, күпкә файҙалыраҡ булыр ине, тигән сәйәси иллюзиянан баш тарта алмай. Йәнәһе, федераль дәүләт төҙөү В.И. Лениндың хаталы ҡарашы арҡаһында ғәмәлгә ашырылған. Шулаймы икән? Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта тарихи мәғлүмәтттәргә таянып фекер йөрөтәйек.
Белеүебеҙсә, В.И. Ленин сәйәсәткә ахырынаса инанған марксист сифатында килә. Марксизм тәғлимәте дәүләттәрҙең федератив ҡоролошо хаҡында ниндәй ҡарашта булған? Фридрих Энгельс 1891 йылда ошо хаҡта бына нисек яҙа: "Пролетариат тик берҙәм һәм бүленмәй торған республика формаһын ҡуллана ала. Федератив ҡоролош инде... ҡамасаулыҡҡа әйләнә". Ошо фекерҙе ҡабул итеп, В.И. Ленин үҙе лә әҫәрҙәренең береһендә ошондай һығымтаға килә: "Беҙ федерацияға принципиаль рәүештә ҡаршы торабыҙ - ул ... бер дәүләт өсөн ярамаған хәл тип". Күренекле большевиктарҙың береһе, милли мәсьәләләр буйынса белгес тип иҫәпләнгән Иосиф Сталин хатта 1917 йылда Рәсәйҙең буласаҡ дәүләт ҡоролошо хаҡындағы мәҡәләһен "Федерализмға ҡаршы" тигән баш менән баҫтыра.
Октябрь түңкәрелешенән һуң большевиктар власы дәүләтте Совет Рәсәйе республикаһы йә иһә Советтарҙың Социалистик республикаһы тип атай башлай. Күрәһегеҙ, бында федерация йә иһә союз төшөнсәләре ҡулланылмай. Әммә сәйәсәт властарҙан һығылмалылыҡ талап итә. Ленин илдә граждандар һуғышы башланыу билдәләрен асыҡ тойомлай, был осраҡта төрлө милләтле унитар дәүләттең тиҙ арала тарҡалыуына юл ҡуймау маҡсатында дәүләт ҡоролошо буйынса большевиктарҙың сәйәси тактикаһын үҙгәртергә ҡарар итә. Милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын танып, уларҙың үҙ республикаларын булдырыуына ҡаршы килмәҫкә өндәй: "Үҙаллы республикалар нисәү генә булмаһын, беҙ бынан хәүефләнмәйәсәкбеҙ, беҙгә дәүләт сигенең ҡайҙан үтеүе түгел, ә ниндәй генә лә булһа милли буржуазия менән көрәштә бөтә милләт хеҙмәтсәндәре араһындағы союздың һаҡланып ҡалыуы мөһим". 1918 йылдың ғинуарында Совет дәүләте юлбашсылары берҙәм һәм бүленмәҫ социалистик республика төҙөү идеяһын ҡалдырып тороп, Рәсәйҙең дәүләт ҡоролошонда федерализмдың маҡсатҡа ярашлы булыуын таныуы хаҡында белдерә. 1918 йылдың 25 ғинуарында Советтарҙың III съезында Рәсәй республикаһы Совет милли республикаларының федерацияһы тип иғлан ителә. Ә был ваҡытта Башҡортостан республикаһы үҙаллы ерле автономия сифатында танылыу табып өлгөргән була, үҙ биләмәләрен Рәсәйҙең бер өлөшө итеп иғлан итә. Аҙағыраҡ, граждандар һуғышының ҡанлы бәрелештәрендә башҡорттарҙың үҙенә ныҡлы союздаш көс булырына инанған Совет хөкүмәте Башҡортостан автономияһын танырға мәжбүр була.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Рәсәйҙең федератив ҡоролошоноң барлыҡҡа килеүенең объектив тарихи сәбәптәре бар, уны теләһә ниндәй уйҙырмалар менән инҡар итеү мөмкин түгел. СССР исемле бөйөк державаның тарҡалыуында, башҡа сәбәптәр менән бер рәттән, союз федерализмының ҡаҡшауына юл ҡуйыу ҙур роль уйнағандыр. Тап федерализм принциптары нигеҙендә төҙөлгән күп милләтле Рәсәй дәүләте, XX быуаттың һуғыш касафаттары, башҡа ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы үтеп, йәшәүен дауам итә. Тап шуға күрә Башҡортостанға һәм башҡа милли республикаларға ҡырын ҡараусы сәйәсмәндәрҙең ни тиклем хаталы һәм дөйөм дәүләт өсөн зыянлы позиция биләүҙәрен фаш итеү фарыз.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.10.23 | Ҡаралған: 136

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru