«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПУТИНДЫҢ АЛТЫ МАҠСАТЫ
+  - 


"Күҙҙәрегеҙҙе ыуығыҙ - киләсәк бөгөн тыуа. Колониализм быуаты бөттө, һәм ул ҡабат әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Бер ҡасан да! Беҙгә әленән-әле, һеҙ тейешһегеҙ, һеҙҙең бурыс, һеҙҙе етди иҫкәртәбеҙ, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Ә ғөмүмән, кем һуң әле һеҙ? Кемделер иҫкәртергә ниндәй хоҡуғығыҙ бар?" - тип йән асыуы менән өндәште Владимир Путин һаман да иҫкесә фекерләп, үҙҙәрен "донъя тотҡаһы" итеп күрергә маташыусы АҠШ һәм уның эйәрсәндәре элитаһына төбәп.

Ғөмүмән, 5 октябрҙә Рәсәй Президентының "Валдай" Халыҡ-ара дискуссия клубының пленар сессияһындағы сығышын киң мәғлүмәт саралары сағыу һәм хис-тойғоға бай сығыш тип атаны. Һәм, ысынлап та, "Валдай" клубы сессияһы, йола булараҡ, Президент өсөн ҡәтғи көн тәртибе менән сикләнмәгән фекер иркенлеге майҙансығы ла булып тора, ахырыһы, сөнки унда Владимир Путин фекерләп тә, бәхәсләшеп тә, мәрәкәләп тә алырға ярата. Ә шулай ҙа бөгөнгө етди мәсьәләләр иң тәүҙә уның инеш сығышында яңғыраны, әлбиттә. Форумдың төп темаһы ла бит тап көн ҡаҙағына һуҡтыра: "Ғәҙел күп йүнәлешлелек: бөтәһе өсөн дә хәүефһеҙлек һәм үҫеште нисек тәьмин итергә". Президенттың бөгөнгө халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә тәртип булдырыу мәсьәләләрен сағылдырған сығышы киң мәғлүмәт сараларында "Путиндың алты принцибы" атамаһын алды һәм улар түбәндәгесә яңғыраны:
1. Беҙ кешеләр аралашыуы юлында ҡаршылыҡтарһыҙ асыҡ донъяла йәшәргә теләйбеҙ.
2. Донъяның төрлөлөгө һаҡланып ҡалырға һәм аралашыу нигеҙен тәшкил итергә тейеш.
3. Беҙ мөмкин тиклем күберәк вәкәләтлек яҡлы - башҡалар өсөн бер кем дә донъя менән идара итергә тейеш түгел.
4. Беҙ дөйөм хәүефһеҙлек һәм ныҡлы тыныслыҡ өсөн - бөтәһе өсөн дә: бөйөк һәм ҙур дәүләттәрҙән алып, бәләкәй илдәргә тиклем.
5. Беҙ бөтәһенә ҡарата ла ғәҙеллек өсөн. Иҙеү һәм иҙелеп йәшәү тамам.
6. Беҙ тиң хоҡуҡлылыҡ өсөн - башҡаса бер кем дә буйһонорға әҙер тормай, бер кем дә үҙ мәнфәғәттәренең байыраҡ һәм көслөрәктәргә бәйлелеген теләмәй.
Форумда ҡатнашыусыларҙың ядро ҡоралына бәйле һорауына Президент шулай тип яуап бирҙе: "Хәтерегеҙгә төшөрәм, Рәсәйҙең хәрби доктринаһында ядро ҡоралын ҡулланыу ихтималының ике төрлө сәбәбе бар. Беренсеһе - ҡаршы һөжүм, йәғни беҙ агрессияға ҡаршы яуап бирәбеҙ. Әйтергә теләйем: бындай яуап теләһә ниндәй мөмкин булған агрессорға ла отошло түгел, сөнки яуап һөжүмендә һауала беҙҙең йөҙәрләгән ракета пәйҙә буласаҡ һәм был ике яҡтың да имен ҡалыуына ышаныс ҡалдырмай. Икенсе сәбәп: әгәр Рәсәй дәүләтенең именлегенә хәүеф янаһа һәм әгәр был маҡсатта беҙгә ҡаршы ҡәҙимге ҡорал ҡулланылған хәлдә лә".
Оборонаға сығымдарҙың артыуын (һуңғы осорҙа ул ике тапҡырға артып, хәҙер 6 процент тәшкил итә) Президент оборонаға ғына түгел, ә беҙҙең хәүефһеҙлек хаҡына ла арта, тип аңлатты. Карабах мәсьәләһенә ҡағылып, Путин Әрмәнстандың беҙгә союздаш булыуҙан туҡтамаясағына ышаныс белдерҙе. Украина мәсьәләһендә иһә "беҙ уның Евроберләшмәгә инеүенә ҡаршы килмәһәк тә, НАТО-ға инеүенә һәр ваҡыт ҡаршы булдыҡ", тине. Бөгөн иһә ЕС-ҡа инеү көн тәртибенән төштө, сөнки Украина иҡтисады тышҡы тәьминәтһеҙ йәшәй алмаясаҡ. Ай һайын килеп торған күп миллиардлаған тәьминәт туҡталыу менән, бер аҙнанан бөтәһе лә туҡтаясаҡ. Ҡорал тәьминәте менән дә тап шуның кеүек үк буласаҡ. Украинаның халҡы 19,5 миллионға кәмене. Халыҡты туйҙырырға кәрәк, ә был еңел эш түгел. Евроберләшмә үҙенә бындай иҡтисадты алырға әҙерме икән һуң? Алһа, алһындар, әйҙә, беҙ ҡаршы түгел, тине Рәсәй етәксеһе.
Һеҙҙең өсөн Рәсәйҙең ҡеүәте нимәлә, тигән һорауға В.Путин, уның суверенитетын нығытыуҙа, тине. Ә суверенитет үҙтәьминәткә, технологияларға, финанстарға, тотош иҡтисадҡа, оборона һәм хәүефһеҙлегебеҙгә нигеҙләнә. Ошо юлыбыҙҙа беҙгә ҡаршы тороп, санкция артынан санкция иғлан итеүселәр кире һөҙөмтәгә өлгәште. Рәсәй иҡтисадында иһә күҙгә күренерлек үҙгәрештәр барлыҡҡа килде: нефть һәм газдан килемдәр 3 процентҡа өҫтәлһә, эшкәртеүсе тармаҡтарҙан 43 процент килем алынды! Емерелер, тип уйлағайныҡ, ләкин бөтәһе лә нығына ғына бара.
Президент Путин ошо йәһәттән кешеләрҙең Рәсәй дәүләте сәйәсәтенә ышанысы артыуын билдәләне. "Был шунда ғына ла яҡшы күренә, - тип миҫал килтерҙе ил етәксеһе: - Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдереп, 335 мең кеше килде һәм контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Кеше күрә: беҙ минутлыҡ эш менән шөғөлләнмәйбеҙ. Күпселек аңлай: бөтөн көс Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға йүнәлтелгән. Рәсәй ғәскәре бөгөн үҙен ышаныслы тоя, был иһә яу яланында хәлдең яҡшырыуын күрһәтә". Үкенескә, бөтәһе лә ал да гөл түгел әле. Хәтерегеҙҙә булһа, сентябрҙең тәүге яртыһында уҡ әле В. Путин, һумдың курсына бәйле етди проблема күрмәйем, тип милли валютаны ҡырҡа сараларһыҙ нығытыу мөмкинлеген вәғәҙә иткәйне лә... Нәҡ "Валдай" форумы башланыуға, доллар 100 һум сигенән сығып та китте. Был юлы Президент нимә тине һуң? Ил иҡтисадындағы пробемаларҙы таныуын белдереп, ул милли валюта көсһөҙләнеүендә килемдең ҡайтарылмауын атаны һәм Хөкүмәт менән Үҙәк Банк тарафынан һумдың тирбәлеүҙәренә ҡарата саралар күрелеүен һәм был аҙымдарҙың дөрөҫ булыуын билдәләне.
Әйткәндәй, эксперттар билдәләүенсә, төп ставканы күтәргән һайын, долларҙың үҫә барыуы бер нисә сәбәпкә бәйле: валюта курсындағы спекуляция; илдән капиталдың ситкә ағылыуы; долларҙың бөтөн донъя валюталарына ҡарата ла нығыныуы. Мәғлүм булыуынса, быйыл ғына әле Үҙәк Банк инфляцияны кәметеү маҡсатында төп ставканы өс тапҡыр күтәрергә мәжбүр булғайны: 21 июлдә (8,5 процент), 15 августа (12 процент), 15 сентябрҙә (13 процент). Был юлы ниндәй сара күрелер? Үҙәк Банктың Директорҙар советы ултырышы 27 октябргә билдәләнгән. Үҙәк Банк иһә һумдың "ҡаҡшауын" шулай уҡ бер нисә сәбәп, шул иҫәптән, экспорт килемдәренең ҡайтарылып еткерелмәүе һәм шул уҡ ваҡытта сит ил тауарҙарына ихтыяждың артыуы менән аңлата. Иҡтисадсы, профессор Игорь Липсиц әйтмешләй, рәсәйҙәрҙең тормош хәле һумға доллар менән евроның "мөнәсәбәтенә" ныҡ бәйле шул әле. "Рәсәйҙә импорт бик күп, - ти профессор.- Ҡытайҙан һатып алған хәлдә лә ҡытайҙар хаҡы ла шул уҡ доллар курсына бәйле. Һум көсһөҙләнһә, Рәсәйгә килеүсе тауарҙар ҡиммәтләнә, ә бит былар ҡулланыу тауарҙары ғына түгел, сит ил материалдары һәм ҡорамалдары ла". Хөкүмәт күргән саралар, үкенескә, инфляцияны "йүгәнләй" алмай әле...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.23 | Ҡаралған: 132

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru