«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ – 12
+  - 


Өс аҙнанан һуң төрлө ыҙалар сигеп, әллә нисә төрлө кордондар аша үтеп, үҙенең кавалерия полкын эҙләп йонсоуҙан үлер сиккә еткән Ғилмишәриф тураһында икенсе приказ сыҡты. "Рядового Яуымбаева Гилмишарифа полагать с 27 апреля 1943 г. прибывшим в часть по излечении после ранения из госпиталя, поставить на все виды довольствия и откомандировать в распоряжение командира первого эскадрона". Бер нисә аҙнанан һуң сафҡа теҙелгән атлы полк алдында Әүхәҙиенә атланған Ғилмишәрифкә "...ҡыйыу эш итеүе менән бөтә эскадронды үҙ артынан әйҙәгәне һәм ошо бойҙа ҙур батырлыҡ күрһәтеп, ике фашисты дөмөктөргәне өсөн" "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены тапшырҙылар.
Ошо хәлдәрҙән һуң кавалерия полкы июль аҙаҡтарына тиклем Ворошиловград ҡалаһынан төньяҡтараҡ оборона тотто ла, өҫтәлмә көс, ат һәм боеприпастар менән тулыландырылып, Көнбайышҡа ҡарап юл алды.
Ғилмишәриф менән Әүхәҙи 1943 йылдың сентябрь айында - Днепр, бер аҙҙан Буг йылғаһын кистеләр. 1945 йылда Польшаның Калиш ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙа Әүхәҙиҙең муйынынан дошман пуляһы тишеп үтте. Ғилмишәриф, Әүхәҙиен күсмә ветлазаретҡа тапшырып, атһыҙ ҡалған кавалеристарҙан төҙөлгән йәйәүле эскадрон составында көнбайышҡа юлын йәйәү дауам итте. Ул үҙ атынан күҙ яҙманы, хәлен һораша-һораша йөрөнө. Яраһы тартылып, уңала башлағас та, полк ветлазарет начальнигының ай-байына ҡуймай, Әүхәҙиҙе эскадронға алып ҡайтты. Ялға туҡтаған саҡтарҙа ҡасып киткән фашист бюргерҙарының усадьбаһында атын яҡшылап тәрбиәләргә тырышты. Шулай ине лә бит, фашист минаһының ярсығы Ғилмишәрифте йәнә эҙләп тапты. Был юлы ярсыҡ уң аяғының сирағын ватып киткәйне. Үҙенең, бигерәк тә медицина эскадроны командирының үтенесен хисапҡа алып уны тылға оҙатмай, хәрәкәт итеүсе армияның ялан госпиталендә генә ҡалдырҙылар. Инде түшенә икенсе "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены һәм ике "Батырлыҡ өсөн" миҙалы таҡҡан коммунист Ғилмишәриф атлы полктың танылған боецына әйләнде. Бер нисә тиҫтә километрҙа фронттың алғы һыҙығына эйәрә килгән госпиталдә уны бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалдырманылар. Ҡыҙыл Армия ойошторолоуының 27 йыллығына арнап үткәрелгән тантаналы йыйылышта Ғилмишәрифкә полк командованиеһының йылы ҡотлау хаты һәм күстәнәс килде. Иптәштәренең иғтибары яраһының тиҙ төҙәлеүенә ярҙам итте, күрәһең, апрель баштарында таяҡһыҙ йөрөй башланы. Йөрөй башланы ғына түгел, үҙ Әүхәҙиенә атланған Ғилмишәриф апрелдең аҙағында Берлиндан көньяҡ-көнбайышта ятҡан Бранденбург ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнашты. Был ике ауылдаш өсөн һуңғы алыш булды. Еңеү көнөн тантаналы үткәреп, һыбайлылар кубанкаларын ҡылыстары осона элеп һауаға сөйҙөләр ҙә бөтөнләйе менән ялға туҡтанылар.
Америка ғәскәрҙәрен беҙҙекеләрҙән бүлеп торған Эльба йылғаһының һул ярында атлы полк көҙгә саҡлы Совет командованиеһының оккупация йомоштарын үтәп торҙо.
Һуғыш бөткән йылдың көҙөндә Ғилмишәриф "строевой хеҙмәткә яраҡһыҙ" табылып демобилизацияға тәғәйенләнде. Илгә ҡайтыу хәбәре бер яғынан сикһеҙ ҡыуандырһа, икенсе яғынан хәсрәткә һалды: Әүхәҙиҙе ҡалдырып киткеһе килмәне уның. Ошо мәсьәлә буйынса таныштары, иптәштәре менән кәңәш итергә уйланы. Йәкшәмбе көн уңайы менән ҡыҙмаса булып алган егеттәр уның изге теләген көлкөгә күтәрҙе.
- Һин нимә, Геннадий!? (Уны эскадронда шулай атайҙар ине). Үҙ аҡылыңдамы, әллә әҙерәк яңылыша башланыңмы?
- Лучше һин ауылыңа мотоцикл менән ҡайтып төш. Ана ҡасҡан фашистарҙың мотоциклы өйөлөп ултыра бит.
Әүхәҙиҙе егеп йөк ташып алған Безбородов ҡарт уйға батҡан Ғилмишәриф ҡырына килеп ултырҙы ла:
- Билдәле, Авдей - ул Әүхәҙиҙе шулай атай ине -яҡшы ат. Һис кенә лә һүҙ тейҙерерлек түгел. Ләкин ул өйгә ҡайтып етә алмай, астан үлеп ҡаласаҡ. Балаларыңа кейем-һалым һәм бисәңә күстәнәстәр алып ҡайтһаң яҡшы булмаҫмы? Уларҙың өҫтө-башы бик туҙғандыр бит, - тип кәңәш бирҙе.
Икенсе бер йәшерәге, эскадронда яңыраҡ ҡына хеҙмәт итә башлаған боец, килде лә:
- Һин бисәлеккә йәш немка алып ҡайт - бына исмаһам ауылыңды таң ҡалдырырһың! - тип һөйләнә генә башлағайны, тегене шундуҡ бөрөп алдылар.
Нисек кенә өгөтләһәләр ҙә, иптәштәре Ғилмишәрифте үҙ йүндәренә күндерә алманы. Тегене кейем-һалым да, мотоцикл да, башҡа донъя кәрәк-ярағы ла ҡыҙыҡһындырмай ине. Француздарға ҡаршы һуғышҡан башҡорт полктары ла илдәренә аттарына атланып ҡайтып ингәндәр түгелме? Мин нисек өс йыл буйы үҙем менән бергә һуғыш уты аша сығып, тере ҡалған атымды ят кеше ҡулына ҡалдырып ҡайтып төшәйем? Ауылдаштар белеп ҡалһа, миңә ни әйтер? Юҡ, уны бында фашист илендә ҡалдырып китә алмайым. "Иртәгә үк барып полк командирынан һорайым. Рөхсәт итмәһә, унһыҙ барыбер бер ҡайҙа ла китмәйем", - тигән ҡарарға килде.

XIII

Икенсе көнөнә иртән үк тороп, өҫтө-башын йүнәтеп, штабҡа, полк командирына китте. Яуымбаевты ишетеп кенә түгел, күреп тә яҡшы белгән командир яҡшы ҡабул итте. Ҙур тулҡынланыу менән йомошон һөйләп биргән Ғилмишәрифте үҙ эргәһенә ултыртты:
- Тыңла, иптәш Яуымбаев. Бына мин ҡыҙыл кавалерияла егерме биш йыл хеҙмәт иттем. Был осорҙа төрлө мөғжизәләрҙе күрергә тура килде. Ҡыҙылармеецтарҙың буйҙаҡ килеп, бисә алып ҡайтҡандарын да күргән бар, демобилизацияланған егеттәрҙең йәшереп, үҙҙәре менән шашка алып ҡайтып киткәндәрен беләм, әммә әллә ҡайҙа, йәһәннәм аҫтындағы ятҡан иленә, менеп йөрөгән атын биреп ҡайтарыуҙы һораған ҡыҙылармеецты үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр күрәм.
Ғилмишәрифтең ҡояшта янған киң яңаҡтарында көрән таптар күренә башлағас, полковник түҙмәне, аяҡ үрә баҫты ла, кабинетында арлы-бирле йөрөй башланы. Шунан Ғилмишәриф алдына баҫты ла яңынан өгөткә кереште.
- Понимаешь, Яуымбаев? Ат - кавалеристың боевой ҡоралы, тип яҙылған уставта. Һин шуны беләһеңдер бит?
- Беләм, бик яҡшы беләм, иптәш полковник.
- Белгәс һуң, нишләп минең йәнемде ҡыяһың?
Яуымбаев та үҙ урынынан тороп полковник алдына баҫты.
- Иптәш полковник! Минең менән өс йыл бергә һуғышып, ике тапҡыр яраланған ат - ул минең ауылдашым бит. Уны яҡты донъяға күҙен асҡан көнөнән бирле беләм. Ишеү мин ауылда ла уға атланып йөрөнөм. Шул үҙ ҡулым менән тәрбиәләп, үҙем өйрәтеп менгән атымды мин бында сит кеше ҡулына ни йөрәгем менән ҡалдырып китәйем? Ул бында барыбер һәләк буласаҡ, сөнки ул минән башҡа бер кемде лә яҡын ебәрмәй. - Ғилмишәрифтең тулҡынланып һөйләүенән әҙерәк икеләнә башлаған полковник яңынан үҙ урынына барып ултырҙы.
- Да... да, - тип һуҙҙы. - Беләм, уныһын да беләм.
Полк командирының Әүхәҙиҙе белеүенә Ғилмишәриф һис тә ғәжәпләнмәне, сөнки атты йәндәй күргән командир тураһында часта төрлө легендалар йөрөй: "Беҙҙең полковниктың йөрәгеңде өтөрлөк, сибәр военврач ҡатынды күҙенә лә элмәй үтеп китеүе мөмкин, ләкин күңеленә оҡшаған яҡшы ат эргәһендә туҡталмай ҡалмай".
- Бына нимә, иптәш Яуымбаев. Семь бед - один ответ. Атың менән Башҡортостаныңа ҡайтып китеү яуаплылығын мин үҙ өҫтөмә алып, пожалуй, рөхсәт тә итермен. Быға һинең - полктың данлы һуғышсыһының хаҡы бар. Ләкин үҙ сигебеҙгә еткәнсе, һине үҙ атың менән бер ниндәй тимер юл ведомствоһы ла ҡабул итмәйәсәк. Аңланыңмы?
Полковниктың яҡшы һүҙенә ҡыуанған Ғилмишәриф:
- Аңланым, иптәш, полковник, бик яҡшы аңланым. Мин Башҡортостанға һыбай ҙа ҡайтып етә алам! - тине.
- Бигерәк тә бер ҡатлы ғынаһың шул һин, иптәш Яуымбаев, - тип йылмайҙы полковник. - Һәр станцияла хәрби комендант, һәр бер туҡтаған ерҙә досмотр. Барып етә алмаҫһың. Юлда тоторҙар ҙа атыңды алып ҡалырҙар, үҙеңде лә һөйрәкләп йөрөтөүҙәре мөмкин. Ә һин ат һорағас, нишләп ҡылысын да һорамайһың? Ҡылысһыҙ... ниндәй кавалерист? Ҡылысһыҙ ат өҫтөндә йөрөү - ул ялан аяҡҡа шпор тағыу менән бәрәбәр! Шәхси ҡылысыңды ла тағып ҡайт. Беҙҙең полк өсөн ул ҙур юғалтыу түгел, ә һинең өсөн үҙең хеҙмәт иткән часың тураһында бер ҡиммәтле иҫтәлек булыр.
Күңеле тулған Ғилмишәрифтең полк командирын ҡосаҡлап алғыһы килде, ләкин "рәхмәт"тән башҡа бер ни әйтә алманы.
- Рәхмәт потом. - Берәр сәғәттән минең янға инеп сығырһың. Ә ҡылыс тураһында ҡайғырма, янындағы арматурный исемлеккә яҙып бирерҙәр.
Ғилмишәрифте теп-теүәл бер сәғәттән яңынан штабҡа саҡырттылар. Ул тағы командиры алдына килеп баҫты. Полковник:
- Беҙҙең күрше атлы дивизия ике көндән һуң, Союзға ҡайтыу өсөн, эшелондарға тейәләсәк. Тейәлеү Преемниц вокзалында 22.00 башлана. Һинең турала мин шул дивизияның парадный1 полк командиры, минең коллега, подполковник Фондеранцев менән һөйләшкәнмен. Һине полкка минең адъютант оҙата барыр, - тине лә өҫтәл аҫтындағы кнопкаһына баҫты. Ҡайыштарына ҡыны семәрләп эшләнгән ҡылыс элгән, өр-яңы кобуралы пистолет таҡҡан ҡалмыҡ егете лейтенант Балаев килеп инде. Полковник һөңгө кеүек турайып торған лейтенантҡа йөҙөнә яһалма етдилек һыҙаттары өҫтәп фарман бирҙе:
- Беҙҙең полктың геройын, иптәш Яуымбаевты, күрше дивизияның парадный полк командиры подполковник Фондеранцев йә уның урынбаҫары подполковник Довнар менән таныштыр. Эштең ниҙә икәнен улар белә. Ҡалғанын үҙҙәре һөйләшер. Теләһә ҡайҙа кереп оҙаҡлап йөрөмә, ҙур хужалыҡҡа2 саҡыралар, тиҙҙән шунда китәбеҙ. Ә һин, ысын кавалерист, хуш! Полк байрағына тап төшөрмәй намыҫлы хеҙмәт итеүең, батыр һуғышыуың өсөн ҙур рәхмәт! Гражданкала ла тырыш, намыҫлы бул! Полкты онотма, уның менән бер ҡасан да бәйләнеште өҙмә! Бында һине юлға әҙерләү буйынса кәрәкле күрһәтмәләр бирелгән, - тине лә урынынан торҙо. Үҙенән ашараҡ ҡарап торған ҡыҙылармеец эргәһенә килеп, өс тапҡыр битенән үбеп алды: "Улым! Хуш бул, һин Ватан алдындағы үҙ бурысыңды тулыһынса үтәнең, выжданың таҙа, тағы ла бер рәхмәт!" - тип Ғилмишәрифтең ҡулын ҡыҫып һелкә-һелкә ишеккә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Бындай уҡты көтмәгән һалдаттың күңеле йомшарҙы, күҙенә йәш килде.
Күрше полкка барып ҡасан, кемдәр менән ҡайтып китергә тейешлекте һәм башҡа шарттарҙы белгәндән һуң, Ғилмишәриф юлға әҙерләнә башланы. Яуымбаевтың үҙ аты менән илгә ҡайтып китеүен эскадрон белеп тә өлгөргән. Һәр кем кәңәше менән булһа ла ярҙам итергә ашыҡты. Уны өр-яңынан, энәнән-ептән кейендерҙеләр. Башына - яңы кубанка, аяғына шығырҙап торған итек бирҙеләр. Даны бөтә дивизияға таралған тегенсе старшина Гершкович, үҙе үлсәүҙәрен алып, бер көн эсендә Ғилмишәрифкә өр-яңы мундир текте. Яурынына атлылар кейә торған оҙон шинель урынына түш һәм салғыйҙары ҡара каракүль менән ҡайылған бекешаһын һалды. Обоз-әйбер складынан көндәлеккә кейеп йөрөү өсөн бер пар өр-яңы обмундирование бирелде. Үҙен кейендереп, күҙҙән үткәргәс, атына тотондолар. Һыртына нағышлап ҡыҙыл йондоҙ төшөрөлгән ҡара буҫтау серге3 яптылар, өҫтөнә арчактары4 көмөш ялатылған, үндек һәм капталдары өр-яңы булған казак эйәре һалдылар, нуҡта, йүгәнен, хатта уның ат ауыҙына кейҙерә торған мундштугын да алмаштырҙылар. Эскадрон ветеринары, аттың яраларын ҡарап, ветаптека әҙерләп бирҙе. Дағаларын алмаштырып, уны ғәҙәттәге сөйө менән түгел, ә шөрөп менән нығыттылар.

1 Һәр кавалерия дивизияһында байрам тантаналарында ҡатнаша торған бер өлгөлө атлы полк була.
2 Икенсе, үҙенән юғары соединение тигәнде аңлата.
3 Ат япмаһы.
4 Атлының эйәргә тотоноп менә торған алғы һәм артҡы алюмин ҡашағаһы

(Дауамы. Башы 29-39-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.23 | Ҡаралған: 166

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru