Бына бит донъя хәлдәре ниндәй көтөлмәгән боролош ала. Рәсәйҙе ташлап, Израилгә күсеп киткәндәр ни эшләр хәҙер?
Йәшерен-батырыны юҡ, бәғзе берәүҙәр киткән ватандаштарыбыҙҙы үсәп бер була. Бынауы миллиардер Фридман менән ҡасҡын Чубайс ишеләрҙән көлөргә булыр ине лә, уларҙың тәүгеһе "ялт" итеп Рәсәйгә кире ҡайтып та төштө, гонаһ шомлоғо! Һис бер тартыныуһыҙ май ҡояшылай йылмайып. Әлбиттә, кеҫәһе ҡалындың әшнәләре күп, әйтерең бармы - ҡолас йәйеп ҡаршыларҙар. Ә бит уның Украина ҡораллы көстәрен финанслап, 150 млн доллар аҡса бүлеүе хаҡында телһеҙ генә һөйләмәй. Ахырҙа, Запорожье өлкәһенән Федерация советы ағзаһы булған Дмитрий Рогозин Рәсәй Тәфтиш комитетына, Генпрокуратураға һәм Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенә ошо фактты тикшереүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Ә инде "Роснано" компанияһындағы мутлыҡтары өсөн ҡасып йөрөүсе Чубайстың да Израилдән һыпыртыуы мәғлүм булды.
Туҡта әле, был мөртәттәргә аҡ ҡағыҙ әрәм иткәнсе, донъя хәлдәрен барлайыҡ, булмаһа. Ниҙәр ҡупты, ниҙәр булды Яҡын Көнсығышта үткән аҙнала? Билдәле булыуынса, 7 октябрҙә ХАМАС төркөмө, йәғни Палестинаның "Ислам Ҡаршылыҡ хәрәкәте" (2007 йылдан бирле Газа секторында сәйәси партия булараҡ лидерлыҡ итә. Рәсәйҙә һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә террористик ойошма булараҡ танылған) тип аталған хәрби көстәр Газа секторынан Израилгә көтмәгәндә һөжүм итте. Ике ил араһында был тәүге генә бәрелеш түгел, улар хәҙер 1947 йылдан алып, БМО Планы буйынса Израиль дәүләте булдырылып, ләкин уның баҫымы арҡаһында ғәрәп дәүләте төҙөлмәйенсә ҡалғандан бирле һуғыша. Газа секторы өлөшләтә Израиль тарафынан баҫып алынған Палестина дәүләтенә ҡараһа ла, айырым территория булып, Урта диңгеҙҙең көнсығыш яры буйлап 40 километрға һуҙылған, киңлеге - 6-12 км, майҙаны 363 кв.км. Был биләмәлә 2 млн кеше йәшәһә, биләмәнең баш ҡалаһы һәм хакимиәт үҙәге булған Газа ҡалаһының үҙендә 600 меңгә яҡын кеше төйәк итә. Хәүефһеҙлек маҡсаттарында Газа биләмәһе Египеттан - тимер-бетон стена, ә Израилдән бөтөн сик буйынса 9 метр бейеклектәге сәнскеле тимер сым кәртәләүе менән бүленеп тора. Израиль менән кәртәләүле сик буйында 6 ил сиге команда пункты урынлашҡан.
Әйтелеүенсә, 7 октябрь Газа секторы яғынан бәрелеш Израилгә көслө ракета уты яуҙырыуҙан башлана. ХАМАС боевиктарының һөжүме Израиль яғын үҙенең көтөлмәгәнлеге менән шаҡ ҡатыра. Был көн Израилдә Йом-кипур байрамын билдәләгән мәлгә (был көн илдә радио ла, телевидение ла, магазиндар ҙа эшләмәй) тап килә. Шул көндөң шаһиты булған Израиль кешеһе һөйләүенсә, "Террористар ысын мәғәнәһендә беҙҙең башҡа, әйтерһең дә, күктән яуҙылар. Парапландарҙа осҡан кешеләр полиция бинаһының ҡыйығына килеп төштөләр..." ХАМАС ракеталар, дрондар һәм пехота отрядтары менән ҡатнаш һөжүм башлай һәм меңәрләгән камера, дрондар һәм сик һаҡсылары тарафынан донъялағы иң ныҡ һаҡланыусы Газа секторы сиген йырып, сәнскеле ҡоймаларҙан сығыу юлы яһап, мотоциклдарҙа һәм пикаптарҙа Израиль сик һаҡсылары ҡаршылығын ҡыйратып, Нахаль-Оз хәрби ҡаласығын яулай һәм тағы ла эскәрәк үтеп инергә ынтыла. Палестина отрядтары тиҙҙән Ашкелон менән Сдерот ҡалаларына ла килеп етеп, полицейскийҙарҙы, тыныс граждандарҙы машинаға тейәп алып китәләр; Израиль һалдаттарын, байтаҡ техника, шул иҫәптән БТР һәм ауыр танкыларҙы ҡулға төшөрәләр.
Әлбиттә, Израиль яғы ла яуапһыҙ ҡалмай: илдә һуғыш хәле иғлан ителә; резерв көстәрҙе мобилизациялау башлана. ЦАХАЛ (Израиль хәрби көстәре) Газа секторының иң күп халыҡ тупланған урындарына төбәп ут аса, ә унда ХАМАС инфраструктураһынан тыш, күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе тыныс халыҡ та байтаҡ була.
Израиль министрҙар кабинеты ултырышында Газа секторына хәрби хәрәкәтте дауам итергә ҡарар сығарыла. Палестиндарҙың һөжүмендә Израиль Иранды ғәйепләп сығыш яһай, ә ХАМАС үҙ сиратында Палестина дәүләтенең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш башлауын белдерә, шул уҡ ваҡытта һөжүмдең иң тәүге сәбәбе ошо йылдың апрелендә Иерусалимдағы Аль-Акса мәсетен ( Ислам донъяһында тап ошо урында Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм күккә ашҡан тип иҫәпләнә) мыҫҡыллағандары өсөн ҡон ҡайтарыу акты тип тә аңлатылғайны, өҫтәүенә, Израиль бер нисә тапҡыр инде ошо уҡ урында Соломон ҡорамы төҙөү хаҡында һүҙ ҡуҙғата. Уйлап ҡараһаң, был да етди сәбәп. Шулай ҙа башланып киткән хәрби конфликттың ысын сәбәптәре тәрәндәрәк ята, әлбиттә.
...15 октябргә Израиль Газа секторын блокадалауҙы дауам итә һәм ошо арҡала Газа секторы ҡатмарлы хәлдә тороп ҡалды: ҡалалар емереклеккә күмелде, тыныс халыҡ Израиль тарафынан алып барылған авиаһөжүмдән ҡасып, ҡаланан ҡалаға ҡасып-боҫоп йәшәргә мәжбүр; электр энергияһы туҡтатылған, һыу юҡ; был Газа секторындағы дауаханалар эшен тотҡарлай. Газа яғынан ҡорбандар һаны 2215-кә етте, шул иҫәптән 700-ләп бала-саға... Миллиондан ашыу кеше үҙ төйәктәрен ташлап ҡасырға мәжбүр булды. Әлеге ваҡытта Израиль тарафынан Газа секторының төньяҡ өлөшөндәге халыҡты тәүлек эсендә көньяҡҡа эвакуацияларға фарман бирелде, ләкин ХАМАС хәрәкәте урындағы халыҡҡа үҙ ерҙәрен ташлап китмәҫкә өндәп мөрәжәғәт итә. "Палестина халҡының үҙ ерендә йәшәргә тулы хоҡуғы бар, Иордан йылғаһының көнбайыш ярҙарын да, Газа секторын да ташлап, Египетҡа ҡасыу - юҡ!" тигән саҡырыуҙар таратыла. 14-15 октябрҙә генә лә Израиль көстәренең бомбаға тотоуынан Газала тағы 400-ҙән ашыу кеше һәләк булған. Израиль яғынан һәләк булыусылар һаны 1 300 самаһы кеше, улар һәм хәбәрһеҙ юғалғандар араһында 43 илдең граждандары бар тип хәбәр ителә. Ә Израиль ерендә һәләк булыусы Рәсәй граждандары 15 октябргә 16 кешегә еткән, тиҙәр. 17 октябрҙә Израиль тарафынан Газа секторының дауаханаһы авиабомбаға тотолған һәм 800 кеше һәләк булған. Донъяның төрлө ҡалаларында Израилгә ҡаршы протест акциялары көсәйә.
Донъя кимәлендә был бәрелеш ниндәй шаңдау алды? Палестина лидеры Мәхмүд Аббас АҠШ президенты Джо Байден менән телефондан һөйләшкәндә палестиндарҙың Газа секторын ташлап китмәйәсәген әйтә. Шул уҡ кис Израиль премьеры Биньямин Нетаньяху ла Байден менән һөйләшә һәм АҠШ-ҡа ярҙамы өсөн рәхмәт белдерә. АҠШ-тың Дәүләт секретары Энтони Блинкен иһә Яҡын Көнсығыш конфликтына йоғонто яһарға саҡырып, Ҡытай етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Лондон ҡалаһында Палестинаны яҡлап, ҙур митинг булып үткән. Сәғүд Ғәрәбстаны ошо конфликт айҡанлы Израиль менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу барышын туҡтатып торорға хәл итә. Был һөйләшеүҙәрҙә АҠШ аралашсы булып сығыш яһай ине. Әйткәндәй, ХАМАС-тың көтөлмәгән ҙур һөжүме Сәғүд Ғәрәбстанының Израиль менән яҡынлашыуына үҙенсәлекле протест булараҡ та ҡабул ителә, сөнки палестиндар ғәрәптәр яғынан ярҙамдың бермә-бер кәмеүе өсөн күптән борсолоу белдерә ине.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА