Күңел түремдә күптәндән йөрөткән хыялымды тормошҡа ашырҙым: Рәми Ғариповтың ижады - яҙмышы (биографияһы) менән тығыҙ үрелештә булыуын, бәхәскә нигеҙ ҡалдырмаҫтай сығанаҡтарға таянып, халыҡ шағирының барса яҙмаларын (шиғыр-поэмаларын, көндәлек-хаттарын һ.б) берәмтекләп өйрәнеп, ентекле анализлап, уларҙы дөйөмләштереп, тейешле һығымталар сығарып, монографик һыҙатлы фәнни-популяр хеҙмәт тамамланым. Ул "Ағиҙел" журналының быйылғы август һанында донъя күрҙе. Редакция хеҙмәткәрҙәренә, тәү сиратта баҫманың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға ихлас рәхмәттәрем яуһын: улар бер һанды тотошлай тиерлек был материалға биреп ҡуйыуҙан да ҡыйынһынманылар. Ысынында ла бындай иғтибарға лайыҡлыларҙың да лайыҡлыһы бит ул Рәми Ғарипов!
Рәми Ғариповтың тормошо - ижадынан айырылғыһыҙ! Был - һирәк осрай торған күренеш шәхестең бөтөнлөгө менән бәйле, йәғни шағир кешелек намыҫына, үҙ инаныстарына хыянат итмәйенсә йәшәгән һәм ижад иткән. Кешемен тигән Кеше өсөн тәбиғи булырға тейешле бындай бейеклеккә күтәрелә алыу өсөн ҡоростай рух ныҡлығы, милләтеңә, туған халҡыңа бар булмышың менән бирелгәнлек, үҙ өҫтөңдә (белемеңде арттырыу, аңыңды үҫтереү, тән сәләмәтлегеңде нығытыу) даими эшләү мотлаҡ. Минең, автор булараҡ, төп маҡсатым да ысын мәғәнәһендәге халыҡ шағирының, иҫ кит-мәле ҡыйынлыҡтарға дусар ителеүенә ҡарамаҫтан, үҙ-үҙенә, халҡына хыянат итмәйенсә йәшәй һәм ижад итә алыуы - фиҙаҡәрлек өлгөһө булыуын асып һалыуҙа ине.
Башҡорттоң һис ҡасан юйылмаҫ хәтер көмбәҙенә алтын хәрефтәр менән уйылған данлыҡлы ул-ҡыҙҙары тураһында уйланғанда үҙемә-үҙем һорау ҡуям: "Нисек итеп, күптәр фекеренсә, кешелек мәҙәниәте усаҡтарынан алыҫтараҡ, сит-ҡырыйҙараҡ йәшәгән минең ата-бабалар шул уҡ усаҡтарҙы ҡыҙыулатырҙай яғыулыҡ өҫтәй алдылар икән?.." Һәм уға шундай яуап табам: "Улар - үҙҙәре булып ҡала алғанға, тыуған ергә йәне-тәне менән ереккәнгә, кешелек бәҫен юғары тотҡанға, шәжәрәләрен, тарихи ваҡиғаларҙы, рухи байлығын туҙға, аҡ ҡағыҙға, ташҡа соҡоп яҙыуҙан да бигерәк йөрәктәренә яҙғанға, ҡанына һеңдергәнгә, тыуып үҫкән, шәхес, милләт, халыҡ булып етешкән тәбиғәт ҡосағын Ер-Әсә тип изгеләштереп, уның яҙмышын үҙенекенә ҡуша үргәнгә меңдәрсә йыллыҡтар аша үтә алған!.." Тап шулай булғанға Бошман бей ғәскәре ил-йортҡа ҡара яу булып ябырылған татар-монгол юлына тере ташҡын булып күтәрелә; яҙмышына яҙғаны батырҙы ҡоралһыҙ көйөнсә дошманы алдына күҙмә-күҙ килтереп баҫтырһа ла, Бошман теҙ сүкмәй… Ялыҡ бей ҙә балаларын, яҡындарын, тотош ырыуын юғалтһа-юғалта, әммә илбаҫарҙарға сая ҡаршылыҡ күрһәтә.
Эйе, тарихтың иң хәл иткес боролошло мәлдәрендә ил яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ иңдәренә аласаҡ шәхестәрҙе халыҡ үҙе тыуҙыра. Шағәли Шаҡман, Тәтегәс, Алдар, Кинйә (Бошман бейҙең унынсы быуын нәҫеле), Салауат, Ҡаһым түрә, Зәки Вәлиди, Шәһит Хоҙайбирҙин, Муса Мортазин, Миңлеғәли Шайморатов, Ғәфиәт Арыҫланов (башҡорттарҙан тәүге Советтар Союзы Геройы, Кинйә нәҫеле), Шәйехзада, Рәми … Бына был диңгеҙҙән бер тамсылай ғына аталған арҙаҡлыларҙы юғары уҡыу йорттары, матди байлыҡҡа табыныу түгел, ә йөрәккә яҙылған, ҡанға һеңешкән изгеләрҙән-изге рух тәрбиәләгән!
Халҡының йөрәк түрендә урын алған легендар батыр образын тереләрҙән дә терерәк итеп күҙаллап үҫә Рәми. Аҙағыраҡ уның бер туған ҡустыһы былай тиәсәк: "Инәйҙән (әсәйҙән. Ф.К.) беҙ беренсе тапҡыр Салауат тураһында йырҙар ишеттек. Халҡыбыҙҙың башҡа йырҙарын да ул еткерҙе беҙгә… Балалыҡ йылдарыбыҙ матур Йүрүҙән буйында үтте. Рәми Йүрүҙәнде бөтә күңеле менән яратты…"
Тыуған ереңә, халҡыңа, илеңә ҡарата булған һөйөү уты ана нисек ярала! Бындай хикмәтле ут һүнеү өсөн тоҡанмай, сөнки осҡондары башҡаларға ла ҡағыла. Ул - кешелек өсөн тоҡанған Данко йөрәгендәге ут һымаҡ уҡ, милләттең аңын яҡтыртыуҙа мәңге яныр символға әүерелә… Эйе, халҡыңа йәнең-тәнең, барса булмышың менән бирелгәнлек өлгөһөнә әйләнде Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов!..
Замандаштары, башлыса, йә ихластан, йә ағымға һуҡырҙарса ҡушылып, идеологияға хеҙмәт иткәндә, ул халҡының данлы үткәне, яҡты киләсәге хаҡына, намыҫлы йәшәүҙе гражданлыҡ бурысы һанап, туған халҡының милли булмышын яҡлап, яңғыҙы тиерлек тотош системаға ҡаршы даулы яуға ярҙай күтәрелгән шәхес. Ялҡынлы публицистиканы художестволы кимәлгә күтәргән, шиғриәтте кәрәк мәлендә өтөп алырҙай образлы публицистикаға еткергән шағир.
Рәми үҙен, үҙ кисерештәрен, халҡының улы булараҡ, уның күҙлегенән үҙ заманының ысынбарлығын асып һалды. "Халҡым!" тип йәшәгәндәр өсөн ғүмерҙәренең ауыр саҡтарында Рәмиҙең яҙмышы ла, ижады ла алыштырғыһыҙ рухи таяныс ул!..
"Халҡым!" тип типкән йөрәктең үҙҙәрен шул халыҡтың "юлбашсылары" итеп иҫәпләгәндәр тарафынан үгәйһетелеүе - бер килеп шартларға тейешлеге тәбиғи ине. Уның 45-кә етә алыуын физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә үҙен һәр даим нығытырға ынтылыуы менән генә аңлатырға мөмкин. Рәми тиклем Рәмиҙең йөрәге шартлауы - уның ни тиклем ауыр йөк йөрөтөүе тураһында һөйләй, минеңсә.
Мостай Кәрим үҙенең һоҡланғыс ижад емештәрен уҡыусыһына еткерә алыу өсөн әҙәм күңелен арбар ихлас йылмайыуын һәм бөтә аҡыл көсөн егеп, алышынып тороусы етәкселәрҙең һәммәһе менән дә уртаҡ тел таба. Уның яраҡлаша алыуы - ижади потенциалын тулыһынса тормошҡа ашырырға, аҙаҡ Рәсәй кимәлендә танылыу яулағас, был абруйын халыҡ мәнфәғәтен (билдәле дәрәжәлә, үҙен дә онотмайынса!) яҡлау өсөн ҡулланыуы - бөтә донъяға билдәле ғалим Галилео Галилей (1564-1642) яҙмышын хәтерләтә. Был астроном ғилми тикшеренеүҙәрен аҙағынаса алып барып еткереү өсөн инквизиторҙар ҡаршыһында исем өсөн генә Коперник идеяларынан (Ер Ҡояш тирәләй әйләнә, ә Ҡояш һымаҡ йондоҙҙар йыһанда бихисап!) баш тарта. Галилей, ошо аҙымына бәйле, фән донъяһында үҙ исеменә тап төшөрөп булһа ла, башкөллө фәнгә бирелгәнлеккә өлгө итеп ҡабул ителгән. Джордано Бруно (1548-1600) иһә, астрономик асыштарынан баш тартмай һәм тереләй усаҡта яндырыла. Үлемгә барһа бара, әммә кешелек намыҫына тап төшөрмәй. Бруно - фәнгә намыҫлы хеҙмәт итеү өлгөһө булараҡ билдәле. Рәми - Бруноның рухи игеҙәге ул: яҙмышына яҙған бар ауырлыҡтарҙы ирҙәрсә, Салауатыбыҙ һымаҡ (!) күтәрә алған ҡаһарман!
Әйткәндәй, күптән түгел ошо хеҙмәтем үҙнәшер ысулы менән айырым китап булып донъя күрҙе. Уны "Китап" нәшриәте магазинында (Өфө, Октябрь проспекты, 2 ) алырға мөмкин.
Фәнил КҮЗБӘКОВ,
филология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА