Береһенән-береһе егәрле, уңған һәм талантлы халыҡ йәшәй Ишембай районы Кинйәбулат ауылында. Ишембайҙар үҙҙәре был ауылды "Шаһиевтарҙың ауылы" ти ҙә ҡуялар. Хәйер, Шаһиевтарҙы районда ғына түгел, республикала белмәгән кеше юҡтыр. Ауылдың Мәҙәниәт һарайында эшләп килгән "Зөбәржәт" башҡорт халыҡ театрына нигеҙ һалыныуға 20 йыл тулыу айҡанлы уның етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шаһиева Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙының бенефисында ла бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп йыр һуҙған Шаһиевтарға һоҡланмау мөмкин түгел ине! Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ишембай ҡалаһының почетлы гражданы Шаһиев Марс Хызыр улының, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Альберт Шаһиевтың сәхнәгә сығыуы ғына ла сараға мәртәбә өҫтәне. Эйе, һоҡландырҙы Шаһиевтар! Килендәрен ана нисек күтәрмәләп ебәрҙеләр!
Республикабыҙҙа киң билдәле Шаһиевтар нәҫеленә килен булып төшөү - ҙур мәртәбә лә, оло яуаплылыҡ та. Төшкән нигеҙеңә таш булып һеңеү генә аҙ бында, дәрәжәгә тиң фамилияңа торошло булмышың, булмышың менән бергә халҡың мәнфәғәттәренә, ниәт-маҡсаттарыңа тоғролоғоң да кәрәк. Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы холоҡ-фиғеле менән дә, фиҙаҡәр хеҙмәте менән дә Шаһиевтар ышанысын тулыһынса аҡлаған, улай ғына ла түгел, үҙе килен булып төшкән Кинйәбулат ауылының зөбәржәтенә - аҫыл ташына әүерелгән шәхес.
1981 йылда килеп төпләнә ул Кинйәбулатҡа. Дөрөҫөрәге, Кинйәбулат ауылы уҙамандарының берәүһе - Шаһиев Рәжәп Сынтимер улы, танышыуҙарына бер ай тигәндә, Ишембай трикотаж фабрикаһында эшләп йөрөгән Зөбәржәтте, ай-вайына ҡуймай, ала ла ҡайта. Шунан бирле береккән нигеҙенә тоғро Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы. Тоғро һәм рәхмәтле. Бында ул үҙен тапҡан, асылына ҡайтҡан. Ә асылы - сәхнә. Ошо асылына бер нисә тапҡыр хыянат итә ул. Урта мәктәпте тамамлау менән, күңеле сәнғәткә бик ныҡ тартылһа ла, ябай колхозсы ғаиләһенә бер юлы ике студентты (ағаһы физкультура техникумында уҡып йөрөгән була) уҡытыуы ауырға тура килер тип, Стәрлетамаҡ аяҡ кейемдәре фабрикаһына эшкә урынлаша. Беренсе класта уҡығанда уҡ шәл бәйләү өмәләренә йөрөп, ата-әсәһенә аҡсалата ҙур ярҙам итеп өйрәнгән сәмсел ҡыҙ, бер аҙ аҡса туплау менән, бухгалтерҙар курсын тамамлай ҙа, Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайына бухгалтер ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша.
Хыялына табан тәүге аҙымы була был: Мәҙәниәт һарайында ойошторолған үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөй башлай, ситтән тороп сәнғәт училищеһена уҡырға инә. Унда бер йыл уҡығас, Өфө сәнғәт институтына юллана. Ике йылдан бәләкәйҙән туғандары өсөн хәстәрлекте үҙ иңдәренә алып өйрәнеү йәнә лә үҙенекен итә: үҙенән һуң өс ҡустыһын уҡытырға, үҙе нисек тә юғалып ҡалмаҫ, малайҙарҙы кеше итергә кәрәк бит, тигән ниәт менән, институтты ташлап, Ишембай ҡалаһына эшкә юллана. Ошонда тап итә ул үҙенең ғүмерлек юлдашын. Ғүмерлек юлдашын да, тоғро тамашасыһын да, терәк-таянысын да.
Бер-бер артлы донъяға килгән ике ул, бер ҡыҙ үҫтергән арала ситтән тороп Стәрлетамаҡ ҡалаһында сәнғәт техникумының театр бүлеген тамамлай. Тәүҙә Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй, эш барышында мәҙәниәт усағына һүҙ сәнғәтен һөйөүселәрҙе йәлеп итеп, театр коллективы ойоштороп ебәрә. Башлыса 35-60 йәштәге һәүәҫкәр артистарҙан бына тигән коллектив туплана. Үҙ театры булған ауыл халҡы байрам һайын спектакль ҡарап рәхәтләнә, район буйлап гастролдәргә лә сыға зөбәржәттәр. Уларҙы республикала ла таныйҙар, ижади эшмәкәрлектәрен юғары баһалайҙар: 2003 йылда "Зөбәржәт" драма коллективына "Халыҡ театры" исеме бирелә. Театрҙың репертуарында Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә", "Айгөл иле", "Ҡыҙ урлау", Әнғәм Атнабаевтың "Шоңҡар", "Законлы никах менән", Әминә Яхинаның "Ҡайрылмаһын ҡанаттар", Сафуан Әлибаевтың "Салауат саҡырыуы", Хәкимйән Зариповтың "Их, кәләше лә кәләше", Әсғәт Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын" спектаклдәре бар. Республика Халыҡ театрҙары фестивалдәрендә яуланған уңыштары ла байтаҡ. М.Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһындағы Тәңкәбикә роле өсөн Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы үҙе, "Ҡыҙ урлау" комедияһындағы Дәүләтбай роле өсөн Фәнил Кәлимуллин, өс әбей ролендәге Гөлсирә Дәүләтова, Венера Мирасова, Виктория Ғәлимовалар - мәртәбәле номинацияларға, коллектив Әсғәт Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын" (2016), Хакимйән Зариповтың "Их, кәләше лә кәләше!" (2020) спектаклдәре менән Гран-Приға лайыҡ була.
Ә шулай ҙа Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙының иң ҙур уңышы - ауыл клубының сәхнәһен ысын мәғәнәһендәге мәҙәниәт усағына, фекерҙәштәренең йыйылыу майҙаны кимәленә күтәрә алыуылар, моғайын. Халыҡ театры - күптән инде ауыл халҡының яратҡан артистарына әйләнеп бөткән коллективтың икенсе өйө, тиһәң дә хата булмаҫ. "Әллә ниндәй тартыу, ылыҡтырыу, ышандырыу көсө бар унда", - тиҙәр ошо театрҙы үҙ итеүселәр. "Ҡыҙ урлау" спектаклендә сәхнәлә бер юлы 22 артист уйнаны, тематик кисәләргә йә концерттарға 100 кеше йыйған саҡтар ҙа булды, - ти Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы үҙенең тынғыһыҙ эшенең тағы ла бер уңышы менән бүлешеп. - Ауыл тормошоноң мең мәшәҡәтен ҡалдырып сәхнәгә менеү - батырлыҡ ул. Үҙҙәре аяҡ баҫырға ҡыймағандарҙы өгөтләргә лә тура килде, үҙем күндерә алмағанда, өйҙәренә барып саҡырырға тура килгәндә, тормош иптәшем дә ихлас ҡушылды. Кәрәк икән, ул водитель йә ҡораусы ла булды". Шулайҙыр. Хәләлең эшеңдең нескәлектәрен аңлап, ярҙам итеп тормаһа, ауыл ерендә мәҙәниәттең аҫыл ташына әйләнеп булмайҙыр.
Уйҙарымды Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙын ҡотлау өсөн сәхнәгә күтәрелгән береһенән-береһе һөйкөмлө-һөймәлекле балалары ла ҡеүәтләне. "Әсәйем ифрат егәрле кеше, уның тик ултырғанын күргәнем юҡ, һәр саҡ йүгереп йөрөп нимәлер эшләй, әммә юҡ-юҡта билен йә тубыҡтарын һыйпаштырып ала, ә сәхнәлә бөтә ауыртыныуҙарын онота. Әсәйемдең дауаһы - сәхнә һәм ул уйнаған ролдәр", - тип көлдөрҙө улдарының береһе. Улдары - юристар, ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ сәнғәт колледжының театр бүлеген тамамлаған. Мин уларҙың матур итеп саф башҡортса һөйләшеүҙәренә иғтибар иттем. Йөҙҙәрендәге нур ҙа, телмәрҙәренең бөтөн, асыҡ, аныҡ булыуы ла - сәхнә тәрбиәһелер, улар ҙа алған әсәләренән сәхнә тәрбиәһен.
"Зөбәржәт" халыҡ театрында ҡанат нығытып, сәнғәт юлынан китеүселәр байтаҡ икән. Ишембай районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Ринат ҡызы Тимербулатова ла сәхнәгә тап ошо коллективта аяҡ баҫа. Талантлы режиссерҙың иң һуңғы ижад емеше - бөгөн Өфө сәнғәт институтының театр бүлегендә уҡып йөрөүсе Мортаза Ханнанов. Остазының бенефисын да тап ул алып барҙы. Ошо сара барышында ла килен булып төшкән Кинйәбулат ауылы ерендә аҫылташ булып балҡыған икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы.
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА