«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ТӘЖРИБӘ ӨЛГӨ БУЛАРАҠ ҠАБУЛ ИТЕЛДЕ
+  - 


Рәсәйҙә һәр халыҡтың үҙ туған телендә белем алыу һәм туған телен өйрәнеү хоҡуғы бар һәм илебеҙҙең һәр төбәгендә быны бойомға ашырыуҙың үҙ үҙенсәлектәре, үҙ тәртибе булдырылған. Ошо турала Өфөлә булып үткән Полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форумда ҡатнашыусыларҙың фекерен тыңланыҡ.

Индира Ашурова, 11-се Каспий гимназияһы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Дағстан Республикаһы:
Был форумдан оҙаҡ йылдар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алдым. Тәү сиратта, Башҡортостан халҡының иҫ киткес ҡунаҡсыл, асыҡ йөҙлө булыуы, ойоштороу эштәренең юғары кимәлдә ҡуйылыуы арбаны. Ә инде халыҡ-ара форумға килгәндә, уның йөкмәткеһе һәр ҡатнашыусы өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу йәһәтенән файҙалы итеп төҙөлгәйне. Ике көн дауамында барған сарала Башҡортостандың полилингваль белем биреү, милли мәғариф системалары өлкәһендә тупланған тәжрибәһен күрҙек, уртаҡ яҡтарыбыҙ ҙа, айырмалар ҙа бар. Дағстанда көн дауамында эшләгән мәктәптәр һирәк, дәүләт теле лә берәү - рус теле. Ә бына ерле халыҡтар һаны республикабыҙҙа 14, тағы шул тирәһе аҙ һанлы халыҡтар бар һәм уларҙың да туған телдәрен һаҡлау, үҫтереү мәсьәләһе беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Мәктәптәрҙә туған тел булараҡ 14 тел өйрәнелә. Мәҫәлән, беҙҙең белем усағында авар, даргин, лак, лезгин милләтле балалар күпселекте тәшкин итә һәм уларҙы төркөмдәргә бүлеп уҡытыу ҡаралған. Ә бына табасарандар күп түгел, уларға гимназиябыҙҙа туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге юҡ. Туған телдәр аҙнаһына ике, ә рус теле биш сәғәт уҡытыла. Башҡортостанда ике дәүләт теле, туған һәм сит телдәр уҡытыла икән һәм 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназия үрнәгендә бик матур тәжрибә күрҙек. Уҡыусылар һәм педагогтар өсөн полилингваль, полимәҙәни мөхитте үҫтереү маҡсатында урындағы Мәғариф министрлығы тарафынан ғәжәйеп уңайлы шарттар булдырылған. Бындай мөхиттә тәрбиәләнгән киләсәк быуындың шәхес булып формалашыуына шигем юҡ. Ғөмүмән, һеҙҙә белем культы йәшәй, был һоҡландыра. Быны беҙҙә лә бойомға ашырып булыуына ышаныс менән ҡайтам.

Мадина Царазонова, Төньяҡ Осетия - Алания Республикаһының Владикавказ ҡалаһындағы "Алания гимназияһы" мәктәп-интернаты директоры: Башҡортостанда күрһәтелгән полилингваль мәктәптәрҙе ҡарап, методика йәһәтенән ҡараштарыбыҙ айырылыуын аңлайым. Иң мөһиме, барыбыҙ ҙа аныҡ бер сиктәрҙе билдәләргә, һәр төбәктең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған һәм ҡулланғанда файҙалы, һөҙөмтәле булған полилингваль белем биреүҙең 2-3 моделен айырып алырға ынтылабыҙ. Беҙҙә эштәр нисек ҡуйылыуын ентекле аңлатып тормайым. Шулай ҙа көн буйы эшләгән мәктәп бала һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы булыуын, шуға беҙҙә интернат та булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алам. Унан һуң, "Алания гимназияһы"нда башланғыс белем биреү, йәғни уҡытыуҙың 1-се баҫҡысы туған телдә бойомға ашырыла. Башланғыс кластарҙа рус теле һәм әҙәбиәте предметтары, әлбиттә, рус телендә уҡытыла. Башҡа предметтар осетин телендә алып барыла, 5-се класҡа күскәс тә ҡапыл ғына русса уҡытыла башламай: үткән йылда өйрәнелгәнде ҡабатлап, дәрестәр яйлап ике телдә үткәрелә. Шуға балалар ике телдә лә терминдарҙы яҡшы белә, осетин телендә уҡыу урта кластарҙа ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай. Яҡын киләсәккә күҙ һалып, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы талап иткән предметтарҙы милли телдәрҙә бойомға ашырыу әлегә нигеҙһеҙ булыуын аңлайбыҙ, әммә ул талап ителмәгән предметтарҙы тел мөхитен һаҡлап ҡалыу өсөн файҙаланыу кәрәк. Мәҫәлән, рәсем, музыка дәрестәрендә нәҡ шулай эшләй ҙә коллегалар. Бынан тыш, туған телде предметтарҙың крайға ҡағылышлы темаларын уҡытҡанда модулдәр, блоктар менән ҡулланырға була. Шул уҡ география дәрестәрендә нишләп тыуған төбәк тураһындағы материалдарҙы туған телдә һөйләмәҫкә, ти! Уҡыусылар ҡабул итә икән, бының бер ҡатмарлығы ла юҡ. Бына ошондай уй-фекерҙәр менән ҡайтам был форумдан.

Жанна Амырова, Алтай Республикаһы Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү һәм һөнәри әҙерлек институтының алтай теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты: Форумдың беренсе көнөндә республиканың полилингваль күп профилле гимназияларын барып күрҙек, уларҙа 3-4 һәм унан күберәк телдәр өйрәнелә икән. Беҙҙә полилингваль белем биреү буйынса проект бындай кимәлдә әлегә бойомға ашарылмай, шулай ҙа 2020 йылдан алып Алтайҙа полилингваль балалар баҡсалары эшләй. Был 24 балалар баҡсаһында кескәйҙәр менән уҡытыу-тәрбиә эштәре тәүге йылда алтай телендә, икенсе йылда алтайса-русса, өсөнсө йылда русса-инглизсә алып барыла. Ошолай белем бирелгән тәүге тәрбиәләнеүселәр быйыл беренсе класҡа барҙы һәм коллегалар менән уларға артабан белем биреүҙә Башҡортостан тәжрибәһен ҡулланыу бик яҡшы булыр, тигән һығымтаға килдек. Мәҫәлән, тирә-яҡ мөхит, музыка дәрестәрен башҡорт, рус, инглиз телдәрендә берҙәй алып барыу буйынса күрһәтелгән асыҡ дәрес күңелебеҙгә ятты.
Форум шулай уҡ һәр төбәктең мәғариф өлкәһендәге проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә, кәңәшләшергә мөмкинлек бирҙе. Барыбыҙҙы ла милли мәғариф өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһе, туған телдәрҙең ғаиләләрҙә әһәмиәте юғала барыуы борсой булып сыҡты. Беҙҙә урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында алтай телен белгән педагогик кадрҙарҙы әҙерләүсе факультеттар ябылып бөткәйне, колледждарҙа балалар баҡсалары һәм башланғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләүсе бүлектәрҙе киренән астырҙыҡ. Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең алтай телен белеү теләге артыуын күҙәтәбеҙ, шулай ҙа ғаиләләрҙә туған телдә аралашыу ҡыйын бирелә. Бына шуға ла беҙҙә эште балалар баҡсаһынан башларға ҡарар ителде лә инде.

Баир Балданов, Бүрәт Республикаһының милли телдәр һәм башҡа этномәҙәни йүнәлештәге мәсьәләләрҙе өйрәнеүгә ярҙам итеү буйынса "Бэлиг" республика үҙәге директоры: Башҡортостанда бойомға ашырылған полилингваль күп профилле белем биреү мәғариф учреждениеларының эшмәкәрлеге - бөтә илгә таратылырға тейешле үҙенсәлекле үрнәк. Был идеяны мин үҙ республикама алып ҡайтам, тәжрибә уртаҡлашырға башҡа коллегаларым мотлаҡ һеҙгә киләсәк. Әлеге көндә беҙҙә 467 мәктәп бар, шуларҙың 105-ендә бүрәт теле туған тел булараҡ аҙнаһына 5 сәғәт өйрәнелә, ә 260-ҡа яҡын белем усағында аҙнаһына 2 сәғәт бүрәт дәүләт телен уҡыйҙар. Бынан тыш, мәғариф системаһында аҙ һанлы ерле халыҡтарҙың - эвенк һәм сойоттарҙың туған телдәре уҡытыла. Республикабыҙҙа ике үҙенсәлекле белем усағында уҡыусыларға дүрт телде өйрәнеү мөмкинлеге бирелгән, тағы икенсе сит тел индерелһә, биш тел булыр ине. Шулай уҡ халыҡтың милли составына ҡарап, тик рус теле генә уҡытылған белем усаҡтары ла бар. Әммә бүрәт телендә белем биреү эше бер мәктәптә лә ҡуйылмаған, дәреслектәр ҙә юҡ. Полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум сиктәрендә бына ошо мәсьәләләр тураһында коллегалар менән һөйләштек, һәр кем үҙенә ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәт туплай алды. Сараның мәғариф хеҙмәткәренә, бигерәк тә Рәсәй халыҡтарының туған телдәр өлкәһе белгестәренә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ булды. Мин үҙем дәүләт тарафынан милли телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлауҙа ярҙам күрһәтеү программаһын эшләү мөһимлеген билдәләп үттем.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 187

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru