Тыуған төйәгенә, атайсалына һөйөү уның бар булмышында сағыла. Һәр күҙәнәгендә йәшәйҙер ул һөйөү. Күҙҙәрендәге ниндәйҙер моңло һағыш ҡатыш нур ҙа, йөҙөндәге ихласлыҡ менән йылылыҡ та ошо һөйөү балҡышылыр. Әйләнә-тирәһендәге һәр кемгә әсәләрсә хәстәрлек, әйтеп аңлатҡыһыҙ наҙ менән баға ул, һәр беребеҙ өсөн борсолоу ҙа күрәм мин уның ҡарашында. Һүҙем - Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, дирижер, уҡытыусы, йырсы, йөҙҙән ашыу йыр авторы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы СОЛТАНОВА хаҡында.
Быйыл - уның йылы. Әле яңы, яҙ көнө генә, Өфөлә, "Торатау" конгресс-холында шаулап-гөрләп үҙенең 85 йәшлек юбилейын үткәргәйне. Шул тиклем мәртәбәле сараға ылау-ылау итеп яҡташтарын алып барыуҙы ла үҙ иҫәбенә ойошторғайны. "Өфөгә бара алмай ҡалған ауылдаштарым өсөн коцертымды Маҡарҙа үткәрәм", - тип шул саҡта уҡ әйтеп-ниәтләп ҡуйғайны Мәрйәм апай. Һәм бына, үҙе етәкләгән Ишембай ҡалаһы Балалар музыка мәктәбе Маҡар филиалының 25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы йыйҙы ул ауылдаштарын моң байрамына.
Эйе, ғәҙәти тамаша түгел, ысын мәғәнәһендә байрам, тантана булды ул көн. Күңел моң, һөйөү менән мөлдөрәмә тулды. Моң менән ҡауышыуҙан әйтеп аңлатҡыһыҙ күңел рәхәте кисереп ултырылды. Саҡырылған ҡунаҡтары - Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Айгөл Һағынбаева, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, үҙенсәлекле тауыш эйәһе Әлиә Исҡужина, популяр йырсылар, бик күп йыр конкурстары лауреаттары Рәфис Ишбаев менән Ильяс Кинйәғолов, инструменталь-симфоник оркестр былай ҙа матур сараның алыштырғыһыҙ биҙәге булды.
Байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле - төрлө йылдарҙа Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙынан йыр буйынса дәрес алған уҡыусыларының сығышы булғандыр шулай ҙа. Улар араһында республикала танылыу тапҡан Регина Төхвәтуллина, Гөлназ Рәхмәтуллина, Рәфис Ильясов, Илһам Абдуллин кеүек йырсылар ҙа, уҡытыусы-остаздары менән бер ҡатарҙан эшләп йөрөгән йыр уҡытыусылары ла, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә, ҡасандыр музыка мәктәбен тамамлап, бөгөн республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә, төрлө тармаҡтарҙа эшләп йөрөгән һөнәр эйәләре: табиптар ҙа, юристар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, сәйәсмәндәр ҙә һәм, әлбиттә, мәктәптең бөгөнгө тәрбиәләнеүселәре бар ине. Ҡиәмәтлек әсәһен, хеҙмәттәшен, рухташын матур байрамы менән ҡотларға килгән "Беҙ бергә" Башкортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумы ағзаһы Шаһиева Гүзәл Ғайса ҡыҙы музыкаль тәрбиәнең кеше тормошондағы ролен һыҙыҡ өҫтөнә алып, бөйөк совет педагогы В.А. Сухомлинскийҙың "Музыкаль тәрбиә биреү - музыкант тәрбиәләү менән генә сикләнмәй, ул иң тәүге сиратта кеше тәрбиәләү" тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. Дөрөҫ һүҙҙәр. Шуға ла ниндәй генә һөнәр эйәһе булһалар ҙа юғалып ҡалмай, йөрәгендә моң йөрөтөүселәр улар - һәр яҡлап камил шәхес, улар күңелендә насарлыҡҡа урын юҡ. Педагог-новаторҙың "Йөрәгемде балаларға бирәм" тигән ҡанатлы һүҙҙәре лә бар. Был һүҙҙәр тап Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы хаҡында әйтелгән кеүек: ул да йөрәгенең бар йылыһын балаларға биреүселәр затынан.
Музыка мәктәбен көмөш юбилейы менән ҡотлау ваҡыты-ваҡыты менән Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының үҙ юбилейын хәтерләтте. Был аңлашыла ла, сөнки был мәктәп - уның ижад һәм хеҙмәт емеше. Ошо мәктәптә тәрбиә алған йырсыларҙың репертуарҙары тулыһынса тип әйтерлек Мәрйәм апайҙың йырҙарынан тора. Уларҙың һүҙҙәре лә башлыса яҡташ шағирҙарыныҡы. Үҙең башҡарған эшкә ошондай мөнәсәбәт тә тыуған төйәгеңә һөйөү тәрбиәләү өлгөһө.
...Алыҫ 1998 йылда Мәрйәм апайҙың тыуған йортонда йәшәгән бер туған ҡустыһы баҡыйлыҡҡа күсә. Атаһының ҡул йылыһын, әсәһенең күҙ нуры һеңгән йорт нигеҙен бер генә көн дә етемһерәтеп ултыртҡыһы килмәй Мәрйәм апайҙың - ҡустыһын ерләгәндең икенсе көнөнә үк, ҡалалағы фатирын, эш урынын ҡалдырып, Маҡарына ҡайта ла төшә. Теләге - тыуған ауылында музыка мәктәбе асыу. Күндереүе еңелдән булмаһа ла, район етәкселегенән ризалыҡ алынған, белеме лә, эш тәжрибәһе лә етерлек.
Мәктәпте тамамлағас, атаһы уның математика факультетына уҡырға инеүен теләй, ә Мәрйәм, йырһыҙ-моңһоҙ йәшәй алмауын ваҡытында аңлап, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын һайлай. Уның был аҙымын заманында башбаштаҡлыҡ тип баһалайҙар. Юҡ, һис кенә лә башбаштаҡлыҡ түгел, уның ныҡышмаллығы ла, талапсанлығы ла маҡсатлы булыуҙан, үҙ-үҙен баһалай белеүҙән килә бит. Шулай булмаһа, алған белеме менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай, Өфө сәнғәт училищеһын, эш-ғаилә-балалар араһында өҙгөләнеп, Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыкаль-педагогия институтын тамамлай алыр инеме! Ҡайҙа ғына эшләһә лә ул етәкләгән хор коллективтары еңеү артынан еңеү яулай, ҙур майҙандарҙа 800 кешенән торған хорға етәкселек иткәне бар. Үҙ-үҙенә, үҙ көсөнә ышанып ҡайта ул Маҡарына. Нигеҙенән һыуыҡ килеп, иҙәндәре ҡыраушып торған өйҙә йәшәгәнен күргәс, улы уны ниәтенән һүрелдерергә самалап та ҡарай, әммә Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы ауырлыҡтарҙан ҡурҡып, баҙап, башлаған эшен ташлап ҡуя торғандарҙан түгел. Тыуған ауылындағы музыка мәктәбе хыял ғына түгел уның өсөн - маҡсат. Үҙенә генә хас саялыҡ, тәүәккәллек, ныҡышмаллыҡ менән ең һыҙғанып тотона ул эшкә.
Егерме биш йыл элек улы йыһазландырған бәләкәй генә бүлмәлә ҡыҙы алып биргән баяндар, Ишембай һалым полицияһы етәксеһе Ринат Мөхәмәтов бүләк иткән ике пианино менән башланып киткән эш - бөгөн вокал, фортепиано, баян, ҡурай, хор кластары булған, заман талаптарына яуап биргән музыка мәктәбе. Мәктәп эргәһендә "Селтербей" балалар вокал ансамбле, "Маҡар ынйылары" ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, "Аҡ юл" мәктәп уҡытыусылары хоры, ҡурайсылар ансамбле ойошторолған. Улар ҡатнашмаған конкурс-фестивалдәр юҡтыр, моғайын. Сәхнә костюмдарының, конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу менән бәйле сығымдарҙың бағыусыһы - Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының улы Радик Солтанов. Һәр яҡлап өлгөлө коллективтар - районыбыҙҙың мәҙәни йөҙө, барлыҡ сараларҙың уртаһында - улар. Мәктәптең бөгөнгө уҡытыусылары ла - Мәрйәм Солтанованың уҡыусылары. Улар ҙа, остаздарының юлын дауам итеп, атайсалдарына хеҙмәт итергә ҡайтҡан. Мәрйәм апай мәктәбе - музыка мәктәбе генә түгел ул, тимәк, тормош мәктәбе, кендек ҡаның тамған ергә тоғролоҡ мәктәбе. Ә күпме бала күңелен моң менән һуғарған ул! Моң менән бергә ихласлыҡ, яҡтылыҡ, изгелек, әҙәплелек, эшләгән эштән йәм таба белеү кеүек күркәм сифаттар ҙа һеңгән улар күңеленә.
...Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының бер ниндәй үлсәүҙәргә һыймаҫ ҡиммәтен, тослоғон бар тәрәнлегендә аңлап, йөрәктән үткәреп ултырғанда "Был тиклем көстө ҡайҙан ала икән апай?" тигән һорау тыуа. Тәбиғәт биргән һәләтте эшкә егергә өйрәтеү өсөн генә лә күпме тырышлыҡ, сәм, үҙ-үҙеңә талапсанлыҡ кәрәк. Балаларыңды уңған, тырыш, булдыҡлы, һәр эште еренә еткереп эшләргә өйрәтеү өсөн дә, иң тәү сиратта, үҙеңә өлгө булырға кәрәк. Тыуған ауылдың йәме, йәне, нуры булыу өсөн аҡсалы булыу ғына етәме ни? Мәсьәләнең "аҡсалы булыу" яғын айырым асыҡ яҙам, сөнки Мәрйәм апай тураһында һүҙ сыҡҡанда мотлаҡ "улының аҡсаһы" тигән фекер ҙә килеп ҡушыла. Ә бит ундай улды уға берәү ҙә тәрбиәләп бирмәгән. Бөгөн районыбыҙҙың, хәйер, районыбыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың Радик Солтанов тип ғорурланып һөйләрлек бай башҡорто бар икән, ул да бит Мәрйәм Солтанованың тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.
"Был тиклем көстө ҡайҙан ала икән апай?" тигән һорауға яуап эҙләп, уның тураһында сыҡҡан китаптарҙы аҡтарам. Был китаптарҙа - уның күңел моңдары, йырлы юлдары. Һоҡланыуымды йәшерә алмай, уның төрлө йылдарҙа төшкән фотоһүрәттәренә күҙ һалам. Ябай ғына ауыл ҡыҙының алиһәләр генә күтәрелерлек бейеклектәргә үрләй алыуының сере нимәлә? Мәрйәм апайҙың ата-әсәһе Мәхмүзә һәм Ғәзизрахман Рахмановтарҙың 1961 йылда төшкән фотоһы йәлеп итә тәүҙә иғтибарҙы. Ғәзизрахман ағай ҡатынын яурынынан ҡосаҡлап алған, Мәхмүзә инәй, йөҙөнә тыйнаҡ ҡына йылмайыу сығарып, ситкәрәк тартылған. Атаһынан күскән саялыҡта, әсәһенән күскән тыйнаҡлыҡтамы сер? Йәнә бер фотола Өфө дәүләт академияһы профессоры Римма Мусина китап уҡый, ә эргәһендәге йәш Мәрйәм "серем итеп" ултыра. Уйлап ҡараһаң, профессор һынлы профессор эргәһендә ултырған килеш йоҡлап китеү өсөн күпме ҡыйыулыҡ кәрәк! Һәр ваҡыт үҙ-үҙеңә ышаныуҙамы уның көсө? Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһы студенты Мәрйәм Рахманованың бейеп төшкән фотоһындағы ихласлыҡ арбай. Йөҙө ҡояштай балҡый, осоп китер өсөн ҡанаттары ғына етмәй һымаҡ. Бәлки, ихласлыҡтыр Мәрйәм апайҙы ҡанатлы иткән көс? Тағы бер фоторәсемдә - үҙенән күҙҙәрен ала алмай яратып баҡҡан тормош иптәшенә бәхетле йылмайып һыйынған һылыу ҡатын. Ярата һәм яратыла белеүҙәлер, бәлки, хикмәт?..
ШУЛАЙ ИТЕП...
Ысынлап та, көс тә, рух та, үҙ-үҙеңә ышаныс та, ихласлыҡ та, ярата һәм яратыла белеү ҙә үҙ-үҙеңде баһалай белеүҙән киләлер ул. Үҙ-үҙен баһалай белгәндәрҙең талаптары һәр саҡ юғары. Үҙенә лә, башҡаларға ла. Шуға күрә яулаған үрҙәре лә башҡаларҙыҡына ҡарағанда юғарыраҡтыр. Был донъяла үҙ тәғәйенләнешен, үҙ миссияһын ваҡытында аңлағандар һәр ваҡыт юғарыға ынтылыусан. Юғарыла уларҙы ҡәҙер-хөрмәт, тейешле хаҡ-баһалар көтөп торған өсөн түгел, тап ергә ни өсөн тыуғандарын аңлағандары өсөн.
Юғары кимәлдә үтте Маҡар музыка мәктәбенең юбилейы. Күңел моң, һөйөү менән мөлдөрәмә тулды. Моң менән ҡауышыуҙан әйтеп аңлатҡыһыҙ күңел рәхәте кисереп ултырылды. Моң байрамы булды ул көн.
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА