«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАТЫУ ҒАИЛӘЛӘ ҺӘР САҠ ЭШТӘР КӨЙЛӨ
+  - 


Уларҙың икеһенә айырым-айырым бер үк һорауҙы бирҙем: "Хәләл ефетең менән бәхетлеһеңме?" "Мин, ҡустым, Фәнүзәнән башҡа ҡатын-ҡыҙ менән тормош ҡороуҙы хатта күҙ алдына ла килтерә алмаҫ инем, - тип яуап бирҙе ҡырҡ йылдан ашыу бергә ғүмер иткән ҡатыны хаҡында Сәлмән ағай. - Хазина бит ул минең өсөн. Алтын-көмөшөм. Аллаһы Тәғәләнең биргәненә шөкөр!" "Үҫмер сағымдан уҡ хыялымдағы "Алтын аттағы принцымды" тап ана шул Сәлмән ағайың һымаҡ итеп күҙ алдына килтерә инем, - тине Фәнүзә еңгә лә. - Йәшереп-батырып, оялып-уңайһыҙланып тора торған ваҡыттар үтеп киткән инде, тураһын әйткәнгә аптырама, ҡәйнеш…"

Йылайыр районының иң гүзәл ерендә урынлашҡан, эшһөйәр, матур кешеләр йәшәгән Исҡужа ауылында ғүмер итә улар. Бөтә йәш ваҡытын, бар көсөн тиерлек балаларға белем биреүгә бағышлаған Фәнүзә һәм Сәлмән Һөйөндөковтар хаҡында һүҙем. Ни өсөн мәҡәләмде уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенән башлап алып китеүем һәр кемгә асыҡтыр: өйҙә һәм эштә лә бер-береһен аңлаған, хөрмәт иткән кешеләрҙең генә тормошон матур тип әйтергә була тип һанайым. Шундай ғаилә мөхитендә балалар тәрбиәләүҙе ҡайсаҡ яҡшы эшкәртелеп, ашлама менән туҡландырылған, ваҡытында һыу менән һуғарылып торған сәскә түтәле менән сағыштырам.
Сәлмән ағай үҙе ошо ауылда тыуып үҫкән. Атаһы Фазылйән хәҙрәт - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылдың иң һуңғы указлы муллаһы Шаһишәриф хәҙрәттең (1933 йыл вафат) улы булараҡ, төплө дини белемле, совет осоро сәйәсәтенең атеистик шауҡымына ла бирешмәгән кеше ине. Ауылдағы барлыҡ дини йолаларҙы атҡарыу, ауылдаштарын иманға өндәү уның иңендә булды. Ҡөрьән аяттары ярҙамында кешеләрҙе дауалау ысулдарын да белде. Сабира инәй менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән, барыһына ла юғары белем биреүгә өлгәшкән алдынғы ҡарашлы был олатай Аҡмулланың, Бабичтың бихисап шиғырҙарын яттан белә ине. Бына ошо ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән Сәлмән ағай. Бәләкәй саҡтан мин уны яҡшы беләм. Уға уҡытыусылыҡ һәләте тыумыштан һалынғандыр тип тә уйлайым. Кистәрен беҙ, бәләкәйерәк малайҙар, уның тирәһендә йыйылышып алабыҙ ҙа, матур итеп һөйләгән әкиәттәрен кинофильм ҡараған һымаҡ күҙ алдына килтереп, йотлоғоп тыңлай инек…
Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң күрше Ҡашҡар, артабан Юлдыбай мәктәптәрендә уҡый, урта белем алып сыҡҡас, Совет Армияһы сафына саҡырыла. Курил утрауҙарының береһендә ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, Башҡортостан педагогия институтының химия-биология факультетына уҡырға инә. Уҡыуҙы уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алғас, 1981 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәренең береһенә эшкә тәғәйенләнә. Тап ана шунда осрата ла инде ул үҙенең "хазинаһын". Педагогия институтының урыҫ һәм башҡорт теле бүлегендә уҡып йөрөгән мөләйем һылыу йөҙлө, зифа буйлы Әлшәй ҡыҙы тәү күреүҙә үк егерме биш йәшлек егеттең һушын ала. Танышып алғас та, әллә ни оҙаҡ уйланып тормаҫтан, Сәлмән ағай уға өйләнешергә тәҡдим яһай. Әле уҡыуын тамамларға алда байтаҡ ҡына йылдар булыуға ҡарамай, баштан уҡ ышаныслы булып тойолған был егеткә Фәнүзә ризалығын бирә. Улдары ошо уңған киленде күрһәтергә өйөнә алып ҡайтҡас, Фазылйән олатай менән Сабира инәйҙең шатлығының иге-сиге булмай...
Уҡыуын тамамлағас, Фәнүзә Хәйбулла районының Воздвиженка ауыл мәктәбенә уҡытырға ебәрелә, ә Сәлмән ағайҙы шул уҡ мәктәптең директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул етәксе булып эшләгән дәүерҙә күп кенә күрһәткестәр буйынса мәктәп алдынғылар рәтенә сыға. Ең һыҙғанып, арыу-талыуҙы белмәй, алты йылдан ашыу эшләп, ауыл халҡы алдында ҙур ғына абруй яулаған был мәктәп етәксеһенең хеҙмәте Башҡортостан мәғариф министрлығы тарафынан юғары баһалана. Тынғыһыҙ педагог, һәләтле ойоштороусы булып танылып өлгөргән Сәлмән Фазылйән улына "Отличник образования Российской Федерации" тигән маҡтаулы исем бирелә.
Сәлмән ағайҙың 1990 йыл аҙағында атаһы - Фазылйән олатай вафат булғас, олоғайған әсәһен, Сабира инәйҙе бағырға, шул уҡ ваҡытта, атай нигеҙен һаҡлау ниәте менән, инде өс бала үҫтерә башлаған был татыу ғаилә Исҡужаға - тыуған ауылына күсеп ҡайта. Ул саҡта Исҡужа мәктәбе 5-6 йыл тирәһе ябылып тороп, балалар 2 саҡрымда ятҡан күрше Ҡашҡар ауылы мәктәбенә йөрөп уҡыған була. Башта шул мәктәптә уҡытыу эшенә тотона Сәлмән ағай, әммә киләһе йылына уҡ район хакимиәте аша юллап, тыуған ауылының оҙаҡ эшләмәй торған башланғыс мәктәбен ҡабаттан асыуға өлгәшә. Фәнүзә менән икәүләп, ауыл балаларын уҡыта башлайҙар. Тәүҙә тик туғыҙ бала йөрөгән был мәктәпкә киләһе йылына инде егерме ете уҡыусы уҡырға килә. Ауылда мәктәп йәшендәге балалар артабан да күбәйә бара. Тағы бер йылдан, эшкә дәрте ташып торған был ағайыбыҙ ауылда өр-яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөтөү мәсьәләһен хәл итергә тотона. Ауыл халҡын йыйып, совхоз етәкселәре алдында ауылға мәктәп кәрәклеген иҫбатлай, шул мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеү зарурлығы хаҡындағы һорауҙы күтәрә. Уның был тәҡдиме ауылдаштары һәм район хакимиәте тарафынан хуплау таба: 1993 йылда нигеҙ һалынған был бина инде өс-дүрт йылдан әҙер ҙә була. Яңы мәктәпте уҡыу кәрәк-яраҡтары менән заманса йыһазландырғас, Фәнүзә шунда балалар уҡыта башлай. Ә Сәлмән ағайҙы (урыҫта "Большому кораблю - болшое плавание" тиҙәр бит әле) күрше Ҡашҡар ауылының мәктәбенә директор итеп ҡуялар. Был мәктәп совхоз үҙәге Юлдыбай урта мәктәбенең филиалы булып киткәндән һуң да уның етәксеһе булып ҡала. 2013 йылда хаҡлы ялға сыға. Шул дәүерҙә Исҡужа башланғыс мәктәбендә ал-ял белмәй эшләгән Фәнүзә Нурмөхәммәт ҡыҙы ла ауылдаштарының тәрән ихтирамын яулап ала. Ошо остаздар ҡулынан үткән меңәрләгән уҡыусы бөгөнгө көндә киң илебеҙҙең төрлө тармаҡтарында халыҡҡа хеҙмәт итә.
Һәр саҡ ауыл хәленә битараф булмаған, ауылдағы эштәр менән ҡыҙыҡһынып барған Сәлмән Фазылйән улы, балалар уҡытыу эшенән тыш, оҙаҡ йылдар ауыл старостаһы вазифаһын башҡара. Туҡһанынсы йылдарҙа уның инициативаһы буйынса (утыҙынсы йылдар ябылған мәсет нигеҙендә) ҡабаттан матур иман йорто ла төҙөлә. Һәр йомала мосолмандар намаҙ уҡырға йыйылған был мәхәлләлә бөгөнгө көндә Сәлмәндең бер туған ағаһы - Ҡәһәрмән имам булып тора. Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелиск ҡуйыуға ҙур тырышлыҡ һала Сәлмән ағай. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын ойоштороп, башлап ебәреүсе лә ул.
Бала саҡтан спорт менән дуҫ, бер ҡасан да тик ятырға яратмай ағайыбыҙ, бөгөнгәсә үҙен физик яҡтан яҡшы баға, һәр саҡ хәрәкәттә. "Хәрәкәттә - бәрәкәт" тип әйтергә ярата ул. Инде етенсе тиҫтәһен тултырып барған был ағайҙың ҡул салғыһы менән бесән сапҡанын ситтән ҡарап торһаң - уйнап ҡына йөрөгән һымаҡ тойола. "Уйнап" тигәндән, Сәлмән ағайҙың ҡайсаҡ еңел көйгә бейергә төшөп киткәнен күрһәгеҙ: бәғзе йәш егеттәрең ары торһон! Ауылдың тағы бер ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге: унда "Айыҡ ауыл" хәрәкәтенә ярашлы, олпат йәштәге ир-егеттәрҙән торған хоккей командаһы ойошторолған. Ҡыш еткәс тә, бына шул командала әүҙем ҡатнаша был уҙаман. Боронғо ҡартатайҙар нигеҙенә ҙур итеп йорт та төҙөп ултырта. Шулай уҡ, һарай тултырып мал аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеүгә, йәшелсә үҫтереүгә лә иренмәй. Егәрле хужабикәһеҙ, әлбиттә, был турала хыялланыу ҙа ярамай. Фәнүзә еңгә әҙерләгән май, ҡорот, эремсек һымаҡ һәр төрлө һөт ризыҡтары, ҡышҡылыҡҡа еләк-емештән кәнсирләнгән тәм-томо "телеңде йоторлоҡ" була.
Ошо өлгөлө ғаиләлә үҫкән балалар хаҡында айырым әйтеп китеү кәрәк. Бер ул, ике ҡыҙҙың һәммәһе инде урта йәштәргә яҡынлашҡан, республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларында ғаилә ҡороп, үҙҙәре балалар үҫтерә. Альбина һәм Руслан юрист, ә Эльвира уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Сәлмән ағай менән Фәнүзә еңгә балаларының хәләл ефеттәренә лә - үҙҙәре кеүек булдыҡлы, аҡыллы, бынамын тигән кейәүҙәре һәм килененә һөйөнөп бөтә алмай. Матур итеп туған телендә һөйләшкән өс ейән һәм дүрт ейәнсәр йәй етеү менән йәмле Исҡужа ауылына, һағынып көтөп торған ҡартатай һәм ҡәртәсәйгә ҡунаҡҡа ҡайтып төшә.
Бына шундай, күптәргә илһөйәрлек, тыуған ергә бирелгәнлек өлгөһө булырлыҡ гүзәл бер ғаилә хаҡында булды һүҙем.

Хәлил ТӨХФӘТУЛЛА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.23 | Ҡаралған: 178

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru