«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТТӘШЛЕК МӨҺИМ
+  - 

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларының, бөгөн донъя йәмәғәтселеге иғтибары Украиналағы хәлдәр һәм ХАМАС менән Израиль араһындағы һуғыш барышына төбәлгән, шуға күрә лә Сан-Францискола 15-17 ноябрҙә үткән сираттағы Азия-Тымыҡ океан иҡтисад хеҙмәттәшлеге (АТЭС) форумы яңылыҡтар таҫмаһында беренсе урынға сыҡманы, тигән фекере менән тулыһынса ризалашып булмаҫ ине, әлбиттә. Сөнки быйыл форумдың 30-сы саммитына йыйылған 20 илдең, шулар иҫәбендә вице-премьер Алексей Оверчук етәкселегендәге Рәсәй делегацияһының да ҡатнашыуы һәм дискуссияларҙа тиң хоҡуҡлы ағза-ил булараҡ сығыш яһауы, йәғни илебеҙҙең халыҡ-ара аренала еңел генә иҫәптән төшөп ҡалмауы, санкция шарттарына ҡарамаҫтан, төрлө илдәр менән иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға ынтылыуы, төрлө илдәр етәкселәре менән осрашып, яңы проекттар буйынса килешеүҙәргә өлгәшеүе ҙур әһәмиәткә эйә булды.

Был форум иң тәүҙә шуныһы менән иғтибарҙы йәлеп итә: унда илдәр үҙҙәренең сәйәсәт айырмалыҡтарына ҡарамаҫтан, бер үк майҙанда осраша ала һәм ошо сарала ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Шуға күрә лә АҠШ-тың быны яҡшы аңлаған дәүләт секретары Энтони Блинкен саммитта сәйәси айырмалыҡтарға баҫым яһамаҫҡа, ә сара һығымтаһы буйынса берҙәм мөрәжәғәткә өлгәшергә саҡырҙы. Американың башҡа эшмәкәрҙәре лә Блинкен тәҡдимен хуплап сыҡты, юғиһә бит тәүҙәрәк Рәсәйҙең саммитта ҡатнашыуына төрлөсә "таяҡ тығып" маташҡан һәм, ғөмүмән, ошоға тиклем фәҡәт Мәскәү менән мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереүгә йүнәлеш тотҡан һәм теләһә ниндәй яйын табып, Украина мәсьәләһен килтереп ҡыҫтырырға ғәҙәтләнгән Вашингтонға был юлы коллектив эшмәкәрлеккә әҙерлек ҡиәфәтен алырға тура килде. Һөҙөмтәлә саммиттың һығымта декларацияһы ҡабул ителеп, унда асыҡ, ирекле һәм эҙмә-эҙлекле сауҙа баҙары мөхитен булдырыу хаҡында мөрәжәғәт ҡабул ителде. Был документта шулай уҡ яңы коронавирус инфекцияһы һәм уның эҙемтәләре менән көрәште әүҙемләштереү, шулай уҡ 2030 йылға тиклем аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре урын алды. А.Оверчук белдереүенсә, АТЭС декларацияһында Рәсәй делегацияһы ағзаларының иҡтисад һәм климат буйынса тәҡдимдәре лә тулыһынса эшкә алынды.
Шулай итеп, саммит ваҡиғаһының күптәр иғтибарын йәлеп иткән "сейәһе"нә лә яҡынлаштыҡ. Мәғлүм булыуынса, түҙемһеҙләнеп көтөлгән был ваҡиға саммит барышында АҠШ менән Ҡытай лидерҙары Джо Байден һәм Си Цзиньпиндың бер нисә сәғәт буйы дауам иткән күҙмә-күҙ осрашыуы ине. Ҡытай сит ил эштәре башлығы Ван И белдереүенсә, осрашыу төрлө яҡлы һәм үҙенсәлекле булды. Си Цзиньпин һүҙҙәренә ҡарағанда, АҠШ Ҡытайға баҫым яһауҙан туҡталырға тейеш, сөнки Ҡытай Штаттарҙы "ҡыуып етергә йә ҡыҫырыҡларға ла, гегемонияға ла ынтылмай". Нисек кенә булмаһын, сәйәси күҙәтеүселәр фекеренсә, ҠХР етәксеһе сауҙа-иҡтисад мәсьәләләрен сәйәсиләштермәү яғында, шуның өсөн дә ул АТЭС форумына АҠШ менән тап иҡтисад бәйләнештәрен нығытыу һәм шул нигеҙҙә башҡа дөйөм мөнәсәбәттәрҙә лә асыҡлыҡ, конструктив хеҙмәттәшлек булдырыу маҡсатында килеүен бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был уның саммиттағы түбәндәге белдереүенән дә яҡшы аңлашыла: "Азия-Тымыҡ океан төбәгенең үҫеш тәжрибәһе асыҡлыҡ булыу - ул сәскә атыуға, ә бына аралашыуға ябыҡ булыуҙың, киреһенсә, бөлгөнлөккә килтереүен күрһәтә. Беҙ сауҙа-иҡтисади мәсьәләләрен сәйәсиләштереүгә һәм уларҙы ниндәйҙер бер ҡоралға, был өлкәләге хәүефһеҙлек төшөнсәһен юҡҡа сығарыуға ҡаршы торорға тейешбеҙ".
Эйе, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Эксперттар белдереүенсә, идеология йәһәтенән Вашингтон менән ниндәй генә айырмалыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Пекин үҙенең иҡтисади үҫеше хаҡына хеҙмәттәшлектән ситләшергә, иҡтисади партнерҙарын "дуҫ" һәм "дуҫ булмаған" төркөмдәргә бүлеп ҡарарға йыйынмай. "Беҙ Ҡытай-Америка мөнәсәбәттәренең тотороҡло үҫешен бойомға ашырыу өсөн план билдәләнек һәм йүнәлеш алдыҡ",- тип белдерҙе Цзиньпин Байден менән осрашыуға һығымта яһап.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.23 | Ҡаралған: 178

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru