«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЯҺЫНДА - КҮРГӘНЕ, ОСҠАНЫНДА – БУЛҒАНЫ
+  - 


Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, баш ҡаланың Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Әхиәт Ғиниәт улы ҒӘЙЕТБАЕВ 2007 йылдан башлап ошо уҡыу йортон етәкләй. Затон биҫтәһендә ҡасандыр емерек хәлдәге ағас бинала ғына урынлашҡан мәктәпте бөгөн танырлыҡ та түгел. Бөтөн шарттарға тап килгән яңы моң һарайы төҙөлөшө барған саҡта уның һәр кирбесенең нисек һалыныуына шаһит Әхиәт Ғиниәт улы. Балалар сәнғәт мәктәбенә данлыҡлы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин исемен юллау, дөйөм классик дисциплиналар рәтендә башҡорт музыкаһы кластарын формалаштырыу, "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә заманса сифатлы музыка ҡоралдары һатып алыу, мәктәпте өҫтәмә кадрҙар, профессиональ музыка уҡытыусылары менән тәьмин итеү, эш барышында идара системаһын хәҙерге фән һәм техника ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып төҙөү, артабанғы үҫеш стратегияһын билдәләү, белем биреү методикаларын һәм программаларын эшкәртеү, компьютер музыкаһы, эстрада вокалы, виолончель, ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡубыҙ кластарын асыу, рус һәм башҡорт музыка ҡоралдары ансамблдәрен һәм оркестрҙарын, өлкән һәм кесе йәштәге балалар хор коллективтарын сәхнә костюмдары менән комплектлау һ.б. - былар барыһы ла директорҙың көндәлек хәстәре, тырышлығы менән тормошҡа ашырыла.
2013 йылда Ә. Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбе "Рәсәйҙең 100 яҡшы мәктәбе" конкурсында еңеү яулай, директоры "Йыл директоры - 2013" исеменә лайыҡ була. Әхиәт Ғиниәт улы - музыка сәнғәтенә бағышланған хеҙмәттәр, мәҡәләләр авторы, төрлө конкурстарҙа жюри ағзаһы, асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ кластары үткәрә, йәш уҡытыусыларға методик ярҙамдар күрһәтә.
2017 йылда музыка мәктәбе "Рәсәйҙең 100 яҡшы ойошмаһы һәм предприятиеһы" конкурсында еңеү яуланы, директоры "Инновация һәм үҫеш өсөн" Маҡтау дипломы менән бүләкләнде. 2018 йылда иһә "Бәләкәй принц" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип танылды. 2020 йылдың 3 мартында Әхиәт Ғәйетбаевтың тырышлығы менән бөтә шарттарға яуап биргән өс ҡатлы музыка мәктәбе бинаһы сафҡа инде.
Әхиәт Ғиниәт улының барлыҡ тормошо минең күҙ алдымда үтте. Беҙ Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып үҫтек. Тамырҙарыбыҙ халҡыбыҙҙың моң һандуғасы данлыҡлы Буранбай сәсәнгә барып ялғана. "Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр" ти халыҡ мәҡәле. Кешенең оло мәле сабый сағының шаңдауы тигәнгә лә ишара был. Шуға күрә лә музыка мәктәбе директоры менән әңгәмәбеҙ булмышыбыҙҙы әүәләгән рухи тамырҙарыбыҙ, бәхетле бала сағыбыҙҙың ҡайһы бер миҙгелдәре хаҡында булыр.

Әхиәт, бала сағыбыҙ бергә, бер үк һуҡмаҡтарға баҫып, бер үк шишмәләрҙең һыуын эсеп, бер үк әкиәттәрҙе, йырҙарҙы тыңлап үтте. Хәтирәләребеҙ ҙә уртаҡ. Шулай ҙа, бала сағыбыҙ, тигәндә иң тәүҙә ниндәй ваҡиғалар күҙ алдыңа килә?

- Иң иҫтә ҡалғандары иң бәхетле мәлдәр инде ул, Әхмәр ағай. Шағир һүҙе менән әйткәндә, оҙон-оҙаҡ бала сағым! Шүлкә буйҙарында бесән эшләгән мәлдәр үҙе генә ни тора! Беҙҙең ауылдан Шүлкәгә тиклем егерме саҡрымдар барҙыр. Юл насар. Ҡара урман эсендәге юлды тракторҙар йәй буйына тәрән-тәрән соҡорҙар ҡалдырып иҙгеләп бөтөрә. Ат егеп иртән иртүк сыҡҡанда ла, тик төш ауғас ҡына арып, еккеңдең хәлен алып барыр ереңә барып етәһең. Шуға ла халыҡ мал-тыуарын ҡыуып, хатта ҡаҙ-тауыҡтарын ҡалдырмай, бесәнлеккә күсеп килә. Күҙ күреме ерҙә бихисап ҡыуыштар ҡалҡып сыға. Көндөҙ урман тып-тыныс, барыһы ла бесән саба. Ә кисен беренсе ысыҡ төшөү менән ҡыуыш тирәһендә кешеләр күренә башлай - усаҡтарҙағы ҡаҙандарҙа ит мулҡылдап бешә, тәмле аш еҫе тирә-йүнде ялмап ала. Кистәр шундай тыныс, хатта саҡрым алыҫлығындағы күршең менән тауыш күтәрмәй генә һөйләшәһең.
Миңә, ун йәшлек малайға, бигерәк тә кистәрен Зәйнулла ағайҙың ҡыуыш төбөндә ҡурай уйнағаны оҡшай. Түшәлеп ятҡан киске томанда моң шул тиклегем алыҫҡа тарала, әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Зәйнулла ағайҙың армиянан ҡайтҡан сағы, өс йыл флотта хеҙмәт иткән. Ул Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингән, тип кемдәндер ишеткәйнем, Ҡурай буйынса мәшһүр ҡурайсы Fата Сөләймәнов үҙе уҡыта, имеш. Үәт бәхетле кеше! Нимә генә тимә, ағай ауылыбыҙҙың беренсе профессиональ ҡурайсыһы!
Үҙең беләһең, беҙҙең ауылда, ғөмүмән, һәләтле кешеләр бик күп: йырсылар, ҡурайсылар, гармунда, скрипкала, ҡыл-ҡумыҙҙа, баянда уйнаусылар, һыңҡылдата баҫып бейеүселәр, ҡумыҙсылар, шағирҙар. Тағы ла беҙҙең ауылда тик боронғо йырҙы башҡарыу ғына йырлай белеүгә иҫәпләнә. Заман йырҙарын башҡарыусылар таҡмаҡсылар иҫәбендә (Һәр ауылдағы кеүек, нервыла уйнаусылар ҙа юҡ түгел!).
Ауылыбыҙҙың данлыҡлы сәсән, ҡурайсы Буранбай исемен йөрөтөүе лә юҡҡа түгелдер. Әйткәндәй, минең ҡартатайым Солтанморат та ҡурайҙа бик матур уйнаған тип һөйләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1943 йылда һуғышта хәбәрһеҙ юғалған. Атайым ҡурай тартмаһа ла, баянда, мандолинала, скрипкала бик матур уйнаны, ҡайһы саҡ йырлап та ебәрә торғайны.

Ҡартәсәйең Хәнифә инәй хәтеремә ныҡ уйылып ҡалған. Уның колхоз ҡыуыштары араһында үҙ ҡыуышы булды. Бесәнселәргә ҡымыҙҙы ла ул әҙерләне, кәшәүәр булды...

- Солтанморат ҡартатайым ҡырҡ өсөнсө йылда хәбәрһеҙ юғалғас, ҡартәсәйем өс бала менән яңғыҙ тороп ҡалған. Ул үгеҙ, ат егеп, бригадаға кәрәсин, сәләрке ташыған. Яғыулыҡ тултырылған мискәләрҙе арбаға тейәп, Ирәндек тауы аша Магнитогорск ҡалаһынан килтергән ҡартәсәйем. "Аҙна буйы йөрөп ҡайта торғайныҡ", тип һөйләр ине ул. Ҡартәсәйемдең ауыр тормош көтөүен күреп, йәлләп һәм ғашиҡ булып, йәш егет Сәйәх уға өйләнгән.
Ҡартәсәйем бик сибәр булған. Ул бик оҫта ҡуллы кеше ине. Белеме булмаһа ла, иҫәп-хисапҡа ла шәп булды. Биш намаҙының береһен дә ҡалдырманы. Беҙҙең алты мөйөшлө өйҙөң төп яҡтағы бүлмәһендә уның балаҫ һуғыу станогы бар ине. Ул бер ваҡытта ла буш торманы. Ҡартәсәйем төрлө-төрлө биҙәктәр яһап балаҫтар, хатта ябынып йөрөй торған суҡлы мамыҡ шәлдәр һуҡты. Тирә-яҡ ауылдарҙан халыҡ күп килә торғайны. Хатта заказдар бер нисә айға алдан төҙөлә. Шуға ла ғаиләлә етешлек булғандыр. Ул замандағы етеш тормошто сәйгә ҡуйылған бал, шәкәр, кәнфит, прәниктәр менән баһалайҙар ине. Был тәмлекәстәр беҙҙең табында бер ҡасан өҙөлмәне. Шуға ла ҡартатайым ғорурлыҡ менән: "Беҙҙең балалар шәкәрһеҙ сәй эсмәй, бына ғәжәп", - тип ҡыуанып кешегә һөйләй ине.

Атайың менән әсәйеңдең өйләнешеүенә бәйле ҡыҙыҡлы лаҡап та һөйләйҙәр беҙҙең яҡта. Әсәйеңдең бер туған ҡустыһы Фәйзулла ағайың шул саҡта гармунлы булған ваҡиғаны һөйлә әле?

- Лаҡап түгел ул, ағай, булған хәл. Атайым өс йыллыҡ әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, тыуған ауылыбыҙға ҡайта. Алда тотош тормош, яҡты киләсәк, ҡанатлы уйҙар, матур пландар. Ике ҙур сумаҙанда туғандарға алған күстәнәстәр, арҡаһына гармун аҫып алған. Әрмегә тиклем үк гармунсы булып танылған булған ул. Хәҙер инде өйләнергә ваҡыт, йолаһы шулай. Тик кемгә өйләнергә? Үткән йомала ауылдан 20 саҡрымдар араһында Нуғай тигән ауылға олатайымдың һеңлеһе Гөлзаһира инәйгә ҡунаҡта булғанда күреп ҡала ҡалаҡҡа һалып йотмалы бер һылыуҙы. Исеме Сәғирә икән. "Оҡшап ҡалды һылыу, тәүәккәлләргә булдым", - тип һөйләй торғайны атайым. Шулай итеп, ҡышҡы сатлама һыуыҡта саңғы менән 20 саҡрым араны берҙәй итеп Нуғайға барып та ингән. Гөлзаһира инәйҙәрҙә сәй эсеп йылынып алғас, кисен күрше ҡыҙының тәҙрәһен сирткән. Тик ҡыҙҙың ун йәшлек ҡустыһы Фәйзулла апаһын сығармай ҙа сығармай икән. Ҡансама юл үтеп, атайым ҡыҙҙы күреп һөйләшә лә алмайынса, Буранбайға ҡайтып киткән. Ни эшләргә, берәй хәйлә кәрәк бит инде.
Икенсегә барғанда атайым тәҙрә ҡағып тормаған, гармунында һыҙҙырып уйнап ебәргән. Фәйзулла ағай шундуҡ атылып килеп сыҡҡан да: "Килеп йөрөмә ҡабат, барыбер апайымды һиңә бирмәйем, гармуның менән генә әүрәтә алмаҫһың", - тип ҡаты торған. Атайым да юғалып ҡалмаған: "Әйҙә, һөйләшәйек, мин һиңә ошо гармунды бүләк итәм, ә һин апайыңды саҡырып сығар", - тигән. Фәйзулланың күҙҙәре янып киткән. Уртаҡ тел табылған.
Апай хаҡы - гармун, Фәйзулла ағайым гармунға тейенгән һәм һөйөнгән. Ул саҡта ауылдың төп моң сығанағында уйнарға өйрәнеп алып, Нуғайҙың беренсе егетенә әүерелгән. Әле лә һыҙҙырып уйнай, шул саҡты һағынып һөйләй. Үҙе матур ғаилә ҡороп, еңгәй менән ҡыҙ-малайҙар үҫтереп, Ниғәмәт ауылында ғүмер итәләр. Әйткәндәй, мине гармунда уйнарға ул өйрәтте. Бына ҡыҙыҡ: атайымдың һөнәре икенсе кеше аша миңә күсте. Рәхмәт уға! Атайыма ла!

Иҫләйһеңме, беҙҙең өйҙәр яҡын ғына урынлашҡайны. Улай ғына ла түгел, был өйҙәрҙә йәшәүсе балалар бер ғаиләләй татыу инек, бер өйҙә йәшәгән һымаҡ инек...

- Уң яғыбыҙҙа Ғариф олатай Буранбаевтар, артабан Ғәле, Ҡәһәрмән Ғөбәйҙулллиндар, тағы ла бер өй аша - данлыҡлы тарих уҡытыусыбыҙ Әғзәм Әсфәндиәр улы Хәмитовтың өйө. Һул яҡта профессиональ ҡурайсылар, игеҙәктәр Ирғәле һәм Нурғәле Байрамғоловтарҙың ҡартаталары Салих олатайҙарҙың йорто, уларҙан ары урынлашҡан өйҙә мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләк тыуып үҫте. Беҙҙең йорттан юл ашаһындағы ҡаршы яҡ күршеләребеҙ тип биш-алты өйҙә йәшәүселәрҙе атарға булалыр. Юл ашаһы тиһәләр ҙә, ҡаршы яҡ өйҙәрҙең беҙгә тиклем аралығы 30 аҙым самаһы ғына, ҡыҫҡаһы, ул тирәләге өйҙәр бик бытыш урынлашҡайны. Урталыҡтағы өй, ағай, һеҙҙеке, Ғүмәр олатай Үтәбаевтарҙыҡы, уның янында олатайҙың әсәһе Тайфа инәйҙәрҙеке, унан Йосоп ағай Ғөбәйҙуллиндарҙың, шунан Таңатар олатай Раевтарҙың өйө. Ғүмәр олатайҙарҙың уң яғында ҡорҙашым Салауат Ғөбәйҙуллин, арыраҡ Ғилмитдин олатай Һағынбаевтар (Юнир Һағынбаевтың ҡартатаһы) йәшәне. Бала саҡта беҙҙең өсөн миҙгел төшөнсәһе бөтөнләй булманы: ҡыш ни, яҙ ни, йәй ни, көҙ ни. Берҙәй үк күңелле, бер уйын ялҡытһа, икенсеһен алыштыра һалабыҙ. Шау-гөр киләбеҙ. Мәктәптән ҡайтҡас, бер кем дә өйҙә ултырмай. Барыбыҙ ҙа урамда йә булмаһа Һаҡмар буйында. Был күренештең төп сәбәбе - көн һайын күңел тартып торған йорт: Ғүмәр олатайҙың өйө. Бында беҙгә күңелле, берәү әрләмәй, ауыр һүҙ әйтмәй. Был йорт хәҙерге балалар баҡсаһын хәтерләтә. Ғаиләләрендә ун бер бала: Мәҙинә, Гөлнур, Зөфәр, Бибинур, Әхмәр, Әхтәм, Әмир, Хәбир, Зәбир, Гөлсинә, Мәзүнә. Ҡайһы ваҡыт өйҙәрендә күберәк тә балалар йыйылып китә, күршеләрҙән Ғәзиз, Миңнулла, Заһир, Зариф, Салауат, Нуритдин, Зәйнитдин, Рәйес, Йосоп килеп ҡушыла. Дөбөр-шатыр йөрөйбөҙ, тик тыйып, мәтриләп торған тәрбиәселәр генә юҡ.
Бер ваҡиға күңелгә һеңеп ҡалған. Шулай бер мәл урамда уйнап йөрөгәндә кинәт кенә дөбөр-шатыр йәшенләп ямғыр яуа башланы. Йүгерешеп өйгә ынтылдыҡ, ялан аяҡтарға мәте йәбешкән. Мәрйәм инәй ҙур кәритәгә һыу ҡойоп аяҡтарҙы сайҙырып төпкө бүлмәгә урын йәйеп, бер иҙән итеп теҙеп һалды. Тышта шатырлап ямғыр яуа, өй эсе ҡараңғы. Мәрйәм инәй тыныс ҡына әкиәт һөйләй. Шундай рәхәт, күҙ ҡабаҡтары ауырайып, йоҡлап киткәнмен.

Бибинур апайҙың дәрестәрен иҫләйһеңме?

- Әлбиттә, иҫләйем. Иң беренсе уҡытыусым Бибинур апай булды. Беҙ ике-өс өйҙән йыйылған 7-8 бала көн һайын "уҡытыусыбыҙҙың" үҙе мәктәптә уҡып ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Апай дүртенселә уҡый ине ул саҡта. Беҙ төштән һуң уҡыйбыҙ, был саҡта урам тынып ҡала. Урам эсендә солан кеүек һарай, эсе яҡты. Стенала бәләкәй ҡара таҡта эленеп тора. Ҡаршы стена буйлап оҙон эскәмйә һәм өҫтәл. Барыбыҙҙың да ҡулыбыҙҙа ҡәләм, дәфтәр. Ул ваҡытта хәҙерге шариковый ручкалар юҡ ине, әммә өйҙә ҙур ҡатырға һауыт эсендә иллеләп перо һәм уның янында ҡыҙыл ағас һауытлы ҡара һауыты.
Бына апай "Әлифба"ны аса, ҡәҙерләп кенә биттәрендәге ҡыя, тура һыҙыҡтарҙы беҙҙең дәфтәргә төшөрә. Ашыҡмай ғына уныңса һыҙыҡтарҙы һыҙабыҙ. Килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Уҡытыусыбыҙ шым ғына яныбыҙға килеп ҡарап тора. Шулай ҙа тырышабыҙ. Етмәһә, мин һулаҡай. Һул ҡул менән тигеҙ сыҡҡан кеүек. Үҙемә лә ҡулай. Тик Бибинур апай яныма килеп: "Уң ҡул менән яҙалар, һул ҡул менән түгел", - тип ҡәләмде уң ҡулыма күсерә. Ул ситкә киткән арала тиҙ генә һулыма кире күсерәм. Бер ваҡыт һулаҡай ҡулымды бөтөнләй кеҫәмә тығып китте. "Башҡа улайтма, атыу ҡулың менән ҡуша кеҫәңде тегеп ҡуям", тип янай.
Беҙгә бигерәк тә уның әкиәт китабын уҡыуы оҡшай. "Урланған ҡояш" әкиәте бигерәк иҫтә ҡалған. Ҡояшты йотҡан крокодилға нәфрәт, ҡотҡарыусы йәнлектәргә мең рәхмәт. Ошо дәрестәр артабанғы тормошомда ҙур роль уйнаны. Элек бит балалар мәктәпкә бөтөнләй әҙерлекһеҙ баралар ине ауыл ерендә. Мәктәпкә барғанда мин ҡәләмде нисек һәм ҡайһы ҡулға тоторға белә инем. Дәфтәргә ҡыя һыҙыҡтар ҙа, түңәрәктәр ҙә матур сыға. Әлбиттә, бәләкәй генә һарайҙағы Бибинур апайым биргән тәүге дәрес һабаҡтары мәктәптә уҡыуыма ҙур йоғонто яһаны.

Мин һине сәпиттә йөрөргә өйрәттем, уны иҫләйһеңме?

- Иҫләйем, ниңә иҫләмәҫкә! Әле мәктәпкә бармағайным, атайым миңә "Салют" тигән велосипед алып бирҙе. Әммә йөрөй белмәйем. Буйым да етмәй. Бер-ике көн урамда этеп алып йөрөнөм. Малайҙар һораһа, биреп торам. Бер көн шулай, Әхмәр ағай, һин минең сәпит менән йөрөп килдең дә, "Әйҙә, Әхиәт, һине велосипедта йөрөргә өйрәтәм", тип әйтеп һалдың. Һин бер яғынан тотоп тораһың, мин икенсе яғынан менеп ултырҙым. Педален әйләндерә алмайым, рулде бора белмәйем, етмәһә, бер яҡҡа ҡолап барған һымаҡмын. Һин ҡабырғанан ныҡ итеп тотоп, тыш-быш килеп минең янда йүгерәһең. Тын алышыңды тоям, арығанһың, тик ебәрмәйһең. Тәүге көн минең өсөн файҙаһыҙ үтте. Иртәгәһенә кәртә артындағы тигеҙ үләнлеккә сыҡтыҡ. Мин үҙемде бөгөн ышаныслыраҡ тотам. Берҙән, бер көнлөк тәжрибәм бар, икенсенән, ҡолаһам да, үлән йомшаҡ. Йүгереп эйәреп бара торғас, ҡапыл ҡулыңды ебәрҙең дә, үҙең абайламаҫтан тороп ҡалдың. Ә мин бер ун метр самаһы барып йығылдым, әммә артабан сәпиттә үҙем йөрөй башланым.
Һинең миңә ғүмергә етерлек биргән һабағың да шул булғандыр: ҡоламайынса ҡоламаҫҡа өйрәнеп булмай.

Минән ҡурайҙа уйнарға өйрәнгәнең дә иҫеңдәлер. Үҙең шундай теләк белдергәйнең. Шулай ҙа тота килеп шундай теләгең нисек барлыҡҡа килде һуң?

- Беренсенән, һигеҙҙе тамамлағас, туғыҙынсы класҡа "килмешәк" булып Беренсе Этҡолға барырға теләмәгәнмендер инде. Өҫтәүенә, ул ауыл малайҙары уҫал ғыналар. Күрше ауыл мәктәбенә "килмешәк" булып уҡырға барыуҙың ни икәнен беҙ, буранбайҙар, яҡшы беләбеҙ. Йыш ҡына күрше ауыл малайҙары менән уҫмаҡлашырға тура килә. Әлбиттә, бындай шарттарҙа уҡыуҙың сифаты тураһында һүҙ ҙә юҡ. Икенсенән, йыш ҡына мәктәптең оло кластары араһында бәйгеләр булып тора, концерт программалары әҙерләйбеҙ, жюриҙа үҙебеҙҙең уҡытыусылар. Мин малайҙар менән гармунсылар ансамблендә сығыш яһайым. Класташым Фәттәх Аралбаев гармунда һыҙҙырып уйнай, тағы ҡурайын алып сәхнәгә сығып китә. Ул ҡурайҙа ла шундай итеп уйнай, мин дә һис шикһеҙ ҡурайҙа уйнарға тейешмен, тигән теләк ҡабынды күңелдә. Тик ҡурайҙы ҡайҙан алырға, нисек өйрәнергә? Тап шул саҡта һинең дә атайыңдан ҡурай уйнарға өйрәнеүең иҫкә төштө инде. Һин шулайтып мине лә ҡурайҙа уйнарға өйрәтә башланың, ағай.

Иң тәүҙә ниндәй көйҙө өйрәндек?

- "Күк Ирәндек буйында"ны өйрәттең. Ҡағыҙға ҡайһы бармаҡты асырға кәрәклеген һандар ҡуйып яҙып бирҙең. Тәүге нотабыҙ ҙа шул булды.

Ул йылды мин унынсыны тамамлап, колхозда эшләп йөрөй инем. Атайымдың кәңәше буйынса алдағы йылда Ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә әҙерләнә башлағайным. Атайың Ғиниәт ағай, әсәйем күмәкләп мине лә йәүкәләп, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә барырға күндерҙегеҙ. Шул саҡта дүртәүләп, атайың, һин, Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең география уҡытыусыһы Мостафа ағай Ҡотдосов купе вагонында Өфөгә барҙыҡ бит әле...

- Минең ҡурай бүлегенә уҡырға барыу теләгем осраҡлы килеп сыҡты, ағай. Яҙғы каникул башланған саҡ ине. Мин Нуғай ауылындағы өләсәйемә йылдағыса ҡунаҡҡа килдем. Сәй эсәбеҙ. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы, атайымдың гармунына эйә булған Фәйзулла ағайым ҡыҙыҡһынып һорай ҡуйҙы: ҡустым, һигеҙҙе бөтәһең, ҡайҙа уҡырға бараһың, тине. Мин: "СПТУ-ға булһа ла уҡырға инәсәкмен, тик туғыҙынсы класҡа бармаясаҡмын",- тинем. Ул: "Әйҙә сәнғәткә, һәләтең бар, ана еҙнәм дә баянда, гармунда матур уйнай, - тип минең атайҙы ла маҡтап алды. - Ҡурайҙа өйрәнә башлағанһың. Өфөлә сәнғәт училищеһында күрше ауылдан Ришат Рәхимов тигән егет уҡыта. Әйткәндәй, Фәйзулла ағай, һәйбәт ҡустың булһа, әпкил, алырбыҙ, тигәйне", - тип әйтеп һалды. Шул минутта минең яҙмыш ҡапыл үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Мин ныҡлап имтиханға әҙерләнә башланым. Шунан һине лә күндерҙек. Ҡалғанын үҙең беләһең инде.

Эйе, поезда Магнитҡа еткәс, Әбйәлил районы инәйҙәрен, апайҙарын ҡурай тартып бейеткәнебеҙ ҙә хәтеремдә. Хәйер, был хаҡта яҙған хикәйәм дә бар.

- Беҙ ул саҡта документ тапшырырға һуңланыҡ та, Ришат ағайҙың өйрәтеүе буйынса училищеға яҡын ғына урында йәшәүсе Ғата ағай Сөләймәновтың фатирына барып индек. Йәнәһе, беҙ баймаҡтар, һеҙгә үтенес менән килдек, ә ҡатыны беҙҙе танымай, өйгә индермәҫкә итә. Беҙ уның һайын ныҡышабыҙ. Шунан ҡатыны "Ғата" тип ҡысҡырыуға, төпкө бүлмәнән Сөләймәнов үҙе килеп сыҡты. Беҙҙе ҡурай уйнатып ҡараны ла, мине алырға, ә һине әрменән һуң килергә, тигән ҡарарын сығарып та ҡуйҙы. Шул саҡта Ғата ағайға нимә тип әйткәнеңде иҫләйһеңме, ағай?

Әллә, онотҡанмын, нимә тинем?

- Хәҙер алмағасығыҙ, армиянан һуң килеп тә тормаясаҡмын, тинең. Ғата ағай һуңынан "Ағайың әрменән ҡайттымы, беҙгә киләме? Бик үткер егет ине", тип бер нисә тапҡыр һорашты һинең турала.

Беҙ атайың менән шул көндө үк поезға ултырып, кире ауылға ҡайтып киттек. Һин бер үҙең ҙур ҡалала, артыбыҙҙан йүгерерҙәй булып, тороп ҡалдың. Шул саҡта ниндәй тойғолар кисергәнең хәтереңдәме?

- Һеҙ вокзал яғына табан алға атланығыҙ. Мин түмәр кеүек баҫҡан урынымда ҡатып ҡалдым. Аҙым һайын араларыбыҙ алыҫая, бына өй мөйөшөнә барып еттегеҙ. Артығыҙҙан илап йүгерерҙәй булып, үҙ-үҙемде көскә тыйып торам. Шул ваҡыт, Әхмәр ағай, һин туҡтап, ҡапыл миңә боролдоң да, йылмайып, йоҙроғондо күрһәттең: бирешмә, йәнәһе. Эйе, һин белә инең минең хәлде, тоя инең. Бала сағым менән ошо рәүешле Өфө урамында хушлаштым. Дөрөҫөрәге, Өфө урамында илап тороп ҡалды бала сағым. Һеҙ кинәт боролоп, бейек йорттоң мөйөшөн үтеп, юҡ булдығыҙ. Шулай итеп, минең икенсе тормош, оло тормошом башланды.

Уның ҡарауы, Әхиәт, һинең шул көндән еңел дә булмаған, сихри ҙа, ҡатмарлы ла, мөғжизәле лә, мәшәҡәтле лә, ҡыуаныслы ла тормош юлың башланды. Мин һәр ваҡыт һинең ихтыяр көсөңә һоҡландым. Был сифатыңды мин бигерәк тә Сибайҙа сәнғәт училищеһын асҡанда, Өфөләге ташландыҡ ағас биналағы музыка мәктәбе урынына заман талаптарына тап килерлек мәшһүр ҡурайсы, остаз Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбен төҙөгәндә нығыраҡ тойҙом. Ҡайһы ваҡыт: "Уны мин ҡурайҙа уйнарға өйрәттем бит әле", - тип ғорурлыҡ тойғолары ла кисерәм. Эйе, мин һине ҡурайҙа уйнарға өйрәттем һәм һин бөгөн миңә ҡарағанда ҡурайҙа һәйбәтерәк уйнайһың. Был - минең дә еңеүем. Бына хәҙер 60 йәшеңә лә еттең. Шундай ҡустым булыуына үтә лә шатмын, ана шулай кешеләрҙе, халҡыңды, туғандарыңды, мине лә ҡыуандырып йәшә!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.23 | Ҡаралған: 230

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru