«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕНЕ КЕШЕ ИТӘ ТУҒАН ТЕЛЕ
+  - 


XIX быуатта йәшәгән күренекле философ Фридрих Энгельс "Ғаиләнең, шәхси милекселектең һәм дәүләттең килеп сығышы" исемле киң билдәле хеҙмәтендә кешене хеҙмәт кеше иткән, тигән һығымтаға килә. Бөгөн беҙ, философ фекерен инҡар итмәйенсә, кешене туған теле кеше иткән, тип һис шикләнмәйенсә әйтә алабыҙ. Ысынлап та, донъя халыҡтары телдәре - кешелек үҫешенең асыҡтан-асыҡ сағылышы, уның иҫ киткес рухи-мәҙәни мираҫы һәм оло байлығы ул.

Иң ҙурҙарҙан һаналған Ethnologue телдәр каталогы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылда донъяла барлығы 142 тел ғаиләһенә ҡараған 5500 тел булған икән. Тик шуныһы: ЮНЕСКО-ның "Бөтөү хәүефе янаған донъя телдәре атласы"на ярашлы, хәҙерге осорҙа тик Европала ғына 50-гә яҡын тел ошо исемлеккә индерелгән, а барса донъя кимәлендә 400-ҙән ашыу халыҡ теле юҡҡа сығып барыусы тел статусына дусар булған. Теге йәки был телдең яҙмышын билдәләү өсөн белгестәр ышаныслы тип иҫәпләгән бер күрһәткес бар: әгәр ҙә балаларҙың 70 проценттан аҙырағы ғына туған телен өйрәнә икән, ошо халыҡ теле хәүефле зонала булып сыға. Ҡыҙғанысҡа күрә, һуңғы осорҙа беҙҙең башҡорт теле лә, беҙ быны һис теләмәһәк тә, ошо зоналағы телдәр исемлегенә индерелде.
Был аяныслы хәлдең ижтимағи-сәйәси сәбәптәре һәм туған телебеҙ яҙмышы хаҡында күп һөйләнелде, гәзит-журналдарҙа яҙылды, радио һәм телевидениенан ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар сығыш яһаны, ҡоролтайҙарҙа резолюциялар ҡабул ителде, ахыр сиктә, байтаҡ халыҡ йыйылған митинг та уҙғарылды. Ошо киҫкен мәсьәлә буйынса дәүләт органдары ла билдәле бер ҡарарҙар ҡабул итте, телебеҙ мөхитендә бер ни тиклем әүҙемлек тойолғандай булды: "Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" тип нарыҡланған дәүләт программаһы ҡабул ителде, гранттар булдырылды һ.б. Уҡыусыларыбыҙҙың иҫенә төшөрәм: ошондай әүҙемлек 2018 йылда башланғайны. 5 йыл ваҡыт уҙып китте. Һөҙөмтәләр ниндәй һуң? Әллә ни маҡтанырлыҡ түгел шул. Ни өсөн шундай күңелһеҙерәк һығымтаға киленде?
Бына ҡарағыҙ: барса башҡорт балаларының нисә проценты туған телендә иркен аралаша, грамоталы уҡый-яҙа, уҡыусылар кимәлендә булһа ла ижад итә ала, иң мөһиме - үҙ халҡының телен йөрәгенә, аңына һәм үҙаңына һалған, башҡорт гәзит-журналдарын, китаптарын уҡый, үҙ теленә өҫтөнлөк бирә? Бөтөнөһөнөң 50 проценты тиһәм, бер кем дә ышанмаҫ. 25 проценты тиһәм дә күберәктер. Ә донъя лингвистарының әлеге 70 процент тигән күрһәткесе менән сағыштырһаҡ, уйылып китерлек. Туған телебеҙ яҙмышын бер нисек тә насарға юрағы килмәй, әммә ошо аяуһыҙ көрсөктән сыға алыу юлдары тураһында беҙҙең һәр беребеҙгә уйланырға кәрәк.
Телебеҙҙе нисек ҡурсаларға һуң, уны ни рәүешле түкмәй-сәсмәй киләсәк быуындарға тапшырырға?
Иң элгәре үҙебеҙҙең дә, балаларыбыҙҙың да телебеҙгә ҡарата күнегеп кителгән битарафлығынан арыныу зарур. Бала теле ғаиләлә асыла, ғаилә теленең башҡорт теле булыуы мотлаҡ. Ә байтағыбыҙ ошо ябай ғына ҡағиҙәне үтәмәй хәҙер. Бигерәк тә ҡала башҡорттары ғаиләләрендә, хатта 3 йәшкә тиклем бала башҡортса һөйләшә башлаған хәлдә лә, балалар баҡсаһының бер телле - рус телле булыуы арҡаһында ата-әсәләр ғаиләлә балалары менән үҙҙәре лә русса аралаша башлай. Тора-бара бала элегерәк белгән башҡорт һүҙҙәрен онота һәм унан баш тарта. Беҙгә, башҡорттарға, ошондай финал ҡулаймы?
Икенсенән, һәр башҡорт ғаиләһендә башҡорт гәзит-журналдары, башҡорт телендә нәшер ителгән китаптар булыуы фарыз. Бигерәк тә махсус рәүештә балаларға тәғәйенләнгәндәре. Беҙ хәҙер кистәрен балаларға үҙ телебеҙҙә әкиәт һөйләйбеҙме, китаптар тотоп, балаларыбыҙҙы яныбыҙға ултыртып, бәләкәй генә хикәйәләр, шиғырҙар уҡыйбыҙмы? Йомаҡтар әйтешеп, ярышабыҙмы? Өйөбөҙҙә ғаилә китапханаһы (бәләкәйерәк булһа ла) бармы һуң? Беҙ хәҙер күп йылдар буйы хат яҙышмайбыҙ - кәрәге юҡ, тибеҙ. Гәзит-журналдарға яҙылмайбыҙ, китаптар һатып алмайбыҙ. Уларҙың да кәрәге бөттөмө ни? Улай булһа, киләсәктә телебеҙ ҙә һис бер кемгә кәрәк булмаҫ бит! Әйтелгәндәр бар замандаштарыбыҙға ла ҡағылмай - ауылдарыбыҙҙа ла, ҡалаларҙа ла балаларын саф башҡортса тәрбиәләп үҫтергән ғаиләләр юҡ түгел, әммә үтә һирәк шул.
Өсөнсөнән, тел бушлыҡта йәшәмәй, ул халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, йыр-бейеү сәнғәте, милли кейем-һалымы, аш-һыуы һәм башҡа милли булмышы күренештәре менән бер уртаҡ мөхиттә бар булған һәм үҫешкән. Тимәк, бына ошо мөхиткә балаларыбыҙҙы ылыҡтыра алыу кәрәк. Музейҙар, концерт-театр залдары, төрлө күргәҙмәләр, мәҙәни саралар - улар тик ололар өсөн генә түгел, уларға балалар менән бергәләп йөрөһәк, уңырбыҙ. Хәҙер башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары заманында онотолоп бөтөп барған милли кейем тегеү менән мауығып китте һәм, уны бар халыҡҡа күрһәтеп, байрамдарға, клубтарға, концерт залдарына кейеп килә. Бик шәп бит! Балаларына ла тегеп кейҙереүселәр бар. Шул кейемдәр тураһында, һәр бер детален башҡортса атап әйтеп, балала телгә ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу уятып була.
Һуңғы ваҡытта башҡорт милли брендтары, йәғни, халҡыбыҙға ғына хас булған, милли мираҫыбыҙ һәм ҡаҙаныштарыбыҙ исемлегенә ингән әйберҙәр ҡанунлаштырылып, хатта заманса төҫ ала, көнитмешебеҙгә көслө йоғонто яһай башланы. Башҡорт ҡурайы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт аты, башҡорт һабантуйы, башҡорт балаларының уйындары һәм башҡа шундай миллилек менән тулы әйберҙәр һәм күренештәр хаҡында балалар менән әллә күпме йәнле әңгәмәләр ҡороп була бит. Башҡорт брендтары хаҡында русса һөйләп тормабыҙ ҙа инде! Аңлап етмәйҙәр икән, шул саҡта ғына рус теленә мөрәжәғәт итеп була. Мин һанап үткән нәмәләр - балаларыбыҙҙы башҡортса һөйләп, башҡорт терминдарын ҡулланып ылыҡтыра, ҡыҙыҡһындыра ала торғандарҙың меңдән бере генә ул.
Дүртенсенән, быныһы үтә лә мөһим, мөмкин булғанса, балаларҙы башҡорт балалар баҡсаларына, мәктәптәренә, улары юҡ икән, башҡорт кластарын астырып, шунда тәрбиәгә биреү зарур. Һеҙ нисек кенә белемле булһағыҙ ҙа, балағыҙҙы үҙегеҙ генә системалы рәүештә башҡорт яҙма теленә һәм әҙәбиәтенә өйрәтә алмаясаҡһығыҙ. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа милли мәктәптәр асылмай башланы, был әлегә хәл ителмәй килгән проблема. Барыбер, берләшеп-бергәләшеп, властар алдында ошо мәсьәләне ҡуҙғатып тороп, законлы талаптар ҡуя алабыҙ. Ошо йәһәттән тағы бер тәҡдим бар - башҡорт теленә бик аҙ сәғәттәр бирелгәнлектән - уны тейешле кимәлдә өйрәнә алырлыҡ башҡа шарттар менән тәьмин итеүҙе мәктәп етәкселәренән талап итергә кәрәк. Ҡыҙғаныс, беҙҙең бәғзе бер түрәләребеҙ ҙә, хатта мәғариф өлкәһендә эшләүселәр ҙә, ике һәм күп теллелектең (билингвизм һәм полилингвизм) бала зиһенен үҫтереү һәм камиллаштырыу йәһәтенән алыштырғыһыҙ бер дидактик принцип булыуын әлегәсә аңлап етмәй.
Әүәлерәк оло әбей-бабайҙар ейән-ейәнсәрҙәренә ошондай бер изге теләк теләрҙәр ине: "Хоҙай Тәғәлә тел асҡыстары бирһен инде балабыҙға". Ниндәй фәһемле, ниндәй тәрән асыллы образ - тел асҡыстары! Физиология-психология тигән фәндәр хаҡында бер ни белмәһәләр ҙә, туған телебеҙҙең әҙәм балаһының зиһен-аҡылы, шәхес үҫеше өсөн күҙгә күренмәҫ бер сихри асҡыс булыуын аңлаған улар.
Телһеҙ кешегә халыҡ элек-электән бер зәғиферәк зат итеп ҡараған. Ундай кешеләр элек тә булған, хәҙер ҙә бар. Телһеҙ халыҡ буламы һуң? Юҡ, әлбиттә. Ә бына халҡыбыҙҙың ярым телле ҡәүемгә әйләнә барыуын милли зәғифлеккә тиңләп булмаймы ни? Телебеҙҙән яҙып, халҡыбыҙҙы зәғифләмәһәк ине, йәмәғәт. Бөйөк Рәмиебеҙ васыятына тоғро ҡалайыҡ: "Халҡым теле - миңә хаҡлыҡ теле, Унан башҡа минең илем юҡ; Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ!"

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.12.23 | Ҡаралған: 168

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru