«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠЫН КӨНСЫҒЫШ ТАҒЫ ЛА ЯҠЫНАЯ
+  - 

Рәсәйҙең эске һәм тышҡы сәйәси-иҡтисади эшмәкәрлеге һәм, ғөмүмән, һәр хәрәкәте, аҙымы Көнбайыш менән АҠШ-тың көнсөл һәм бәйләнсекле күҙәтеүе аҫтында.

Әле генә РФ Президенты Владимир Путиндың дүрт истребитель оҙатыуында Яҡын Көнсығышҡа, атап әйткәндә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Сәғүд Ғәрәбстанына сәфәре донъя киң мәғлүмәт сараларында шау-шыу тыуҙырҙы һәм төрлө йөкмәткеле шаңдау алды. АҠШ-тың билдәле бер даирәләре таныуынса, был сәфәре менән В. Путин АҠШ тарафынан Рәсәйҙең башҡа илдәр менән аралашыуын сикләргә, тыйырға маташыуҙарын юҡҡа сығарҙы. Был бигерәк тә Америка журналистарына оҡшап етмәне. "Осраҡлымы, әллә махсус рәүештәме - был визит сәғәт ярым аралыҡта барған бөтөн донъя экология саммитына ҡуҡыш күрһәтеү булды. Тимәк, Путиндың артабан да нефть һурҙырыуға иҫәбе ҙур", - тип яҙҙы улар.
Bloomberg яҙып сығыуынса, Путин Фарсы ҡултығына сәфәре менән халыҡ-ара аренала үҙен һаман да иркен, ышаныслы тойоуын күрһәтте. Британияның Sky News каналы Рәсәй етәксеһенең ғәрәп илдәренә визитын уны бында нисек дуҫтарса һәм йылы ҡаршылауҙары хаҡында айырыуса ентекләп, ыңғай мөнәсәбәт белдереп тасуирланы. Бөйөк Британияның икенсе бер баҫмаһы Un Heard Яҡын Консығыш һөйләшеүҙәренә тотош аналитик мәҡәлә бағышлап, унда Фарсы ҡултығы монархияһының әкренләп АҠШ йоғонтоһонан арына барыуы, Мәскәү һәм Пекин менән бәйләнештәр ҡороуы айҡанлы борсолоу белдерҙе.
Башҡа күҙәтеүселәр ҙә Сәғүд Ғәрәбстаны менән АҠШ араһының күҙгә күренеп боҙола барыуын билдәләне. Көнбайыш матбуғатының ҡайһы берҙәре Путиндың был визитын үҙ уҡыусыларынан йәшерергә, һис булмағанда ла уның әһәмиәтен кәметеп күрһәтергә тырышты. Ләкин, беҙ тоҡта ятмай, тигәндәй, донъя кимәлендә баһа алған был ваҡиғаны бөгөнгө төпһөҙ мәғлүмәт киңлегендә баҫырып ҡалдырыу мөмкинме һуң! "Путинды нисек ҡаршылауҙарына ҡарағанда, был визиттың Әмирлектәргә лә, Сәғүд Ғәрәбстанына ла бик мөһим булыуын һәм уның АҠШ менән башҡаларға туранан-тура ишара икәнен үҙебеҙ күреп торабыҙ", - тип белдерҙе CNN телеканалы хәбәрсеһе Фредерик Плейтген. "Был визит бик кәрәкле, шул иҫәптән нефткә хаҡтарҙы көйләү өсөн дә, - тигән айыҡ аҡыллы фекер яңғыраны Францияның France24 телеканалынан.- Иң мөһиме - санкцияға ҡарап тормаҫтан, Рәсәйҙең ғәрәп партнерҙарына үҙ көсөн күрһәтеүе. Путин үҙен бик ышаныслы тота. Күрәһең, Көнбайыштың энергия сығанаҡтарына сикләү һалыуына Рәсәйҙең иҫе лә китмәй. Украина конфликты Рәсәй иҡтисадын ҡаҡшата алманы". Әлеге CNN журналисы Плейтген үҙ фекерен дауам итеп, Әмилектәр менән Рәсәйҙең бер-береһенә бик кәрәкле партнерҙар булыуын һәм Путиндың Мәскәү менән Яҡын Көнсығыш бәйләнештәренең ни тиклем юғары кимәлдә икәнлеген күрһәтеүгә өлгәшеүен билдәләне.
Владимир Путиндың бишенсе тапҡырға үҙ кандидатураһын РФ Президентлығына күрһәтеүе лә донъя матбуғатын тулҡынландырмай ҡалманы. The New York Times хәбәрҙәрендә Рәсәйҙәге һайлау алды кампанияһының башланыуы Путиндың сираттағы еңеүе менән тамамланасаҡ, тип белдерелә. Ҡалған баҫмалар ҙа бының көтөлмәгән хәбәр түгеллеге, Путиндың еңеүенә шик юҡлығы хаҡында яҙа.
Шул уҡ ваҡытта донъя хәлдәре һаман да көсөргәнешле булып ҡалыуын дауам итә. Украинаның һуғыш яландарында хәрби техникаларҙың күпләп юҡ ителеүе арҡаһында Көнбайыштың Киевҡа ярҙам сығанаҡтары ҡытлыҡҡа килеп терәлде, ә АҠШ Сенаты шулай уҡ Украинаға ғына түгел, Тайвань менән Израилгә лә ярҙам тураһында законды ҡабул итмәне. "Аҡса бөттө, был Украинаны тубыҡланырға мәжбүр итәсәк", - тип белдерҙе Аҡ йорттоң ҡаҙна идаралығы етәксеһе Шаланда Янг һәм Конгресс ағзаларын финанс буйынса сара күрергә саҡырҙы.
Ошоға бәйле, "Киевты бағыусылары яҙмыш ағымына ташлай", тигән имеш-мимеш фараз ғына булып ҡала, ахыры, сөнки, мәғлүмәтле эксперттар күҙәтеүенсә, Штаттар быйыл алтын валютаһы резервтарын 7,6 млрд долларға арттырыуға өлгәште, уның дөйөм суммаһы 21 млрд самаһы тәшкил итә. Ошо аҡсаны ҡорал һатып алыу өсөн Украинаға инселәп тороусылар ҙа бар. Хәрби эксперт Виктор Литовкин фекеренсә, АҠШ барыбер Украинаға ярҙамды туҡтатмаясаҡ, сөнки, ти ул, асылда АҠШ Украина территорияһынан тороп Рәсәй менән һуғыш алып бара. Украинаға ҡорал ташыу дауам итәсәк, сөнки АҠШ иҡтисады өсөн был отошло, уның иҡтисад моделе шуға ҡоролған. Ләкин уның Рәсәйҙе ҡаҡшатыу, көсһөҙләндереү планы барып сыҡмаясаҡ: ракета-ядролы дәүләттең еңелеүе мөмкин түгел, ти хәрби эксперт.
Евросоюзда Украинаға ярҙам мәсьәләһе етди бәхәстәр һәм фекер айырымлыҡтары килтереп тыуҙырҙы, күп илдәр: Польшанан башлап, Венгрия, Италия, Испания, Швейцария был "бурыстары"нан баш тартты һәм Украинаға финанс һәм ҡорал ебәреүҙе дауам итеүгә ризаһыҙлыҡтарын белдерҙе.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.23 | Ҡаралған: 158

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru