Әсләм ҡулын күлдәгенең түш кеҫәһенә тыҡты: салбар кеҫәһенән сығарып биргән аҡсаһы, ысынлап та, шунда ята ине. Ышанмай сығарып иҫәпләне - теп-теүәл! Торғаны бер фокус! Аҡсаһын нисек уға һиҙҙермәй генә һалыуына бер аптыраһа, икенсе аптырауы егеттең уның "эшен" төплө белеүендә ине. Хатта тегеләрҙе белә! Ҡайҙан шул тиклем мәғлүмәт эскесе ауыл егетендә?
Юҡ, бер сыҡҡас, барыбер ҙә барып, етеп ҡайтырға кәрәк. Асыҡларға, аңларға, тегеләргә аңлатырға кәрәк. Кем белә, бәлки, алыҫтан килгән, һуңлауында уның ғәйебе юҡ таһа, ысынлап та, повестканы алмағандыр, ярҙам итәйек кешегә, тип йәһәт кенә йыйылып, судын да ҡабатлап үткәреп ҡуйырҙар. Эйе, барған барған булыр, ғәйеп тапһалар, артабан нисек, ҡайһылайыраҡ эшләргә икәнен төшөнөп ҡайтыр. Справка-фәлән, башҡа документ йыйырға ла тура килер әле.
Ошо уйҙарынан һуң Әсләмгә нисектер еңел булып китте, зиһене яҡтырып күк ҡабағы асылғандай булды. Эйе, үҙенең ғәйебе юҡ икәнен иҫбатлауы ауыр буласаҡ, әммә ана шул ғәйепһеҙлеген күрһәтеү өсөн көрәшергә кәрәк. Егет әйткәнсә, яҡшы адвокат табырға. Кешеһе бар Әсләмдең, университеттың юридик факультетын тамамлаған һәм байтаҡ йылдар дәүләт органдарында эшләп, тик етәксеһе менән һүҙгә килешеп хеҙмәтенән киткән, бына бер нисә йыл үҙенең шәхси эшен асҡан Рим тигән иптәше бар. Алған процестарының барыһын да еңеп сыға, тигән даны таралған. Иң мөһиме, ғәҙел кеше, хаҡлыҡ тойғоһо көслө. Шуға үтенер. Моғайын, баш тартмаҫ.
Арып-талып, эләгә-йығыла байтаҡ атлағас ҡалын урман һирәгәйә, тәпәшләнә төштө, ул ваҡ ағастарға, һирәк ҡыуаҡлыҡтарға, бейек үләнгә алышынды. Әсләм еңел тын алды, кәйефе күтәрелде. Бер аҙ барғайны ауыл да шәйләнде. Ошомо икән инде мин киләһе ер, тип ни ҡыуанырға, ни аптырырға белмәй аҙымдарын әкренәйткәйне, артта ниндәйҙер дөңгөрҙөк тауыштар ҡолағына салынды. Көлөшкән дә һымаҡтар, ҡысҡырып һөйләшәләр ҙә, һайт-һайтлап сыбыртҡы шартлатып ат та ҡыуалар төҫлө. Хатта мылтыҡтан да атып ебәрҙеләр. Дошманын эҙәрлекләгән кавалерия килә, тиерһең. Тауыштар ауыл яғынан түгел, артта, урман эсендә яңғырай. Улай тиһәң, урман юлы, беленер-беленмәҫ һуҡмаҡ, арба үтерлек түгел, тәгәрмәстәр һә тигәнсе ер өҫтөнә сығып ятҡан тамырға, төпһәгә килеп менәсәк, йығылған ағасҡа эләгәсәк. Теге көтөүсе ҡарт әйткән оло юлдан ғына килмәһәләр.
Әсләм туҡтаны ла урман яғына боролоп баҫты. Был "яу"ҙы үткәреп ебәрергә кәрәк, уларҙан алда ауылға кереү ярамаҫ. Һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, күмәктәр - берәй байрамға йәки туйға китеп барыуҙарылыр, моғайын. Мылтыҡтан атыу - туй йолаһы.
Тауыш торған һайын асығыраҡ, яҡыныраҡ ишетелә барһа ла ат күренмәне лә күренмәне. Ҡабаланмайҙар, тип уйланы Әсләм, кәйефе ҡырылып. Уға йәһәтерәк барырға кәрәк, ә былар һис ашыҡмай. Көтә торғас ул ергә ултырҙы, тороп, егерме-утыҙ метрлап алға китте, йәнә урман яғына ҡарап баҫты.
Ярты сәғәт кенә үткәндер йәнә, ниһайәт, урман ауыҙында тәпәш дуға, тәгәрмәстәре майланмағанлыҡтан шығырҙығы сыҡҡан ауыр арба һөйрәп башын аҫҡа ныҡ эйеп, тызырайып атлаған бейә күренде. Бер яҡ тәртәгә терәлеп килгән ҡолоно ла бар. Оҙон арбаның ике яғына дүртәр кеше ултырған, ятҡан, тубыҡланған йәнә дүртме, бишме кеше, ә йәштәр, ошо ике рәт араһына тығылған. Берсә үрләс, берсә түбәнләс тауҙар араһындағы юлда шунса халыҡты һөйрәп килһенсе әле меҫкен мал! Төшөп, арттан атлаһалар ни була. Атты йәлләү тигән нәмә юҡ икән. Етмәһә, береһе хайуандың арҡаһына ҡайыш сыбыртҡыһын төшөрөп-төшөрөп ала. Быныһы артынан икенсе арба ла күренде. Уныһына ла күбә бейеклек кеше тейәлгән. Тимәк, берәй төрлө байрам, ҡунаҡҡа китеп барыуҙары.
Әсләм тапҡырына еткәс егеттәрҙең береһе:
- Эй, һин, беҙҙе ҡаршыларға сыҡҡан ҡоҙамы әллә? - тип һөрәнләне. Ҡыҙмаса. Йәйенке йөҙө ҡыҙарған, бөҙрә сәстәре туҙған, иҙеүе асыҡ.
- Ҡаршыларға килгән ҡоҙа шулай йолҡош буламы ни? Улар тәтәй кеүек кейенә, ҡулында араҡы менән закуска була, - тип хихылданы икенсеһе. Әсләмдең меҫкен ҡиәфәтенә ишаралай инде, йәнәһе.
- Долой ундай ҡоҙа! Ундай ҡоҙа беҙгә кәрәкмәй! Беҙгә араҡылы ҡоҙа кәрәк.
- Ауылға байтаҡ әле, бәлки, ҡаршы алырҙар ҙа. Йола буйынса - тейештәр. Мейе һелкенеп бөттө, турайтырға кәрәк, ысынлап та.
- Әйҙә ултыр, яҡташ, ҡыҙ алырға китеп барабыҙ, һиңә лә берәй бетле баш табырбыҙ, ҡоҙасалар була торған, - тине иң тәүҙә өндәшкән егет.
- Үҙебеҙҙән артһа, - тип ауыҙ йырҙы икенсеһе.
- Ҡайҙан киләһең? Был ауылдан түгелме?
- Юҡ, - тине Әсләм.
- Шулай булғас, әйҙә, беҙҙеке бул. Һинең кем икәнеңде улар ҡайҙан белһен? Ҡыҙыҡ итәйек. Беҙҙеке тиербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ. Туй йолаһы шулай - осраған һәр кем туй ризығынан ауыҙ итә ала.
- Рәхмәт, үҙегеҙ генә, мин бүтән йомош менән китеп барам.
- Улай тимә, әйҙә эйәр, кәзәһенән бигерәк мәҙәге. Һине генә туйындырыр ризыҡтары барҙыр әле ҡоҙаларҙың.
Аттар үтеп китте. Әсләм еңел тын алды, хатта ҡыуанды, сөнки районға судҡа китеп бараһың икән, тип һораманылар, тимәк, былар әлегә белмәй. Был тирәнән түгел, йыраҡтан киләләрҙер. Яҡын-тирә ауылдан булһа, моғайын, белерҙәр, белгәс, һорарҙар ине. Ана ниндәй ҡыйыуҙар, телдәрҙәр бит.
Әммә тиҙҙән ваҡиғалар көтөлмәгән боролош алды. Арбалар ауылға яҡынайған һайын ҡунаҡтар менән бергә кермәҫ өсөн Әсләм дә аҙымдарын әкренәйтһә лә, әллә килешелгән ваҡыттан алда килеп ҡоҙаларын уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн, әллә башҡа сәбәптән былар аттарын бөтөнләй яйлатты. Һәм оҙаҡламай шулай килеп сыҡты - ул ауыл ҡапҡаһынан тегеләр менән бергәрәк барҙы ла керҙе. Ситкә ялтанырға самалаһа ла, ҡаршы алыусы йәш ҡатындарҙың береһе уның терһәгенән эләктереп алды һәм кеше араһына килтереп тә ҡушты. Әсләм, мин ҡоҙағыҙ түгел, мин икенсе, юлсы, тип аңлатып ҡарағайны ла, теге ҡатын ишетергә лә теләмәне, шаярма, ҡоҙа, шуҡ нәҫел икәнегеҙҙе беләбеҙ, тип ауыҙына рюмка килтереп тә терәне. Һәм эсемлекте башын тегеләй ҙә былай борғолаған Әсләмдең ауыҙына ҡойоп та ебәрҙе. Шунан икенсе рюмканы ла тултырҙы.
Ҡаршы алыусылар байтаҡ ваҡыт шулай ҡоҙаларын ауыл ҡапҡаһы төбөндә һыйланы. Ике арба халыҡты ҡаршы алған ике йәш ҡатын менән ике егеткә башҡа хужалар килеп ҡушылды. Таҡмаҡ әйтешеүҙәр, йыр, бейеү башланды. Һәм әллә күпме кешенән хасил ҙур төркөм, гармун моңо аҫтында ике егет әйҙәләүенә буйһоноп, ауыл эсенә атланы. Әсләм улар араһынан һис һурылып тороп ҡала алманы - һаман ҡоҙа ла ҡоҙа тип уны һис ебәрмәнеләр. Ас ҡарынына төшкән бер нисә рюмка араҡы уның башын томалап, аяҡ быуындарын бәлтерәтте.
Ихатаға кереү менән танышыу-күрешеүҙәр, ҡосаҡлашыуҙар башланды, килгәндәрҙе батмус йөрөтөп эсереүҙәр китте. Арбаларҙан хужаларға әллә күпме төйөнсөктәр, сумка, сумаҙандар тапшырылды. Әсләмдең арҡаһында - буш рюкзак. Уның да төҫө уңып бөткән. Ул ҡапҡа төбөндә лә, ихатаға кергәс тә хужаларҙан күҙ яҙҙыра алманы - бер нисә аҙым ситкә тайшаныуы була, береһе килә һалып етеп, елтерәтеп дөйөм төркөмгә килтереп ҡушып та ҡуя. Әсләмгә ҡай саҡ, башҡа ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын улай уҡ ҡарамайҙар, бер уға иғтибарҙары ҙур һымаҡ тойола башлай һәм ошо тойғонан уңайһыҙлана. Өсөнсөгә ҡасырға ынтылыуҙан һуң уны гел эҙәрлекләгән йәш ҡатын, исеме Тәслимә икән, оло ғына йәштәрҙәге ир кешегә килтереп тотторҙо ла, абай бул, Рамазан ағай, был йәш ҡоҙа ниңәлер гел тайырға самалай, мин ҡараным, башҡа мәшәҡәтем бар, хәҙер һин яуаплы, тип тегеңә терәтте. Тәслимә менән шаярышып һөйләшергә, сираттағы рюмканы эсмәҫкә лә мөмкин ине әле, был етди ҡоҙа менән мөнәсәбәттәр ныҡ ауырлашты - бойороҡто хәрби кеше һымаҡ ифрат еренә еткереп үтәне - ҡултыҡлап алып өйгә инеп өҫтәл артына ултырышҡас та эргәһенә ултыртты.
Өй ҙур, иркен, йыуан ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған. Бер нисә бүлмәле. Бер яғында төкәтмәһе лә бар шикелле. Әсләм өсөн был ҡыҙыҡ яңылыҡ ине - улар яғында йорттарҙы төкөтмәй генә эшләйҙәр. Йыһаздары ла байтаҡ. Улар зауыҡ менән алынған һәм урынлаштырылған. Ҡыҫҡаһы, хужаларҙың ҡалын йәшәгәне күренеп тора. Йәштәр йүгерешә, ҡунаҡтар ултырыша, бындай осраҡта хас булғанса, тегеһен-быныһын ташыйҙар, ултырталар, өҫтәлде ҡарайҙар, тикшерәләр, исемләп-исемләп килгән ҡунаҡтарҙы барлайҙар.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһе менән танышҡан-таныштырған арала күтәрелгән тост-рюмкаларҙың бер нисәһенән һуң Әсләм тамам иҫерҙе. Сөнки тамағы ас ине, арығайны, эсемлек миҡдары ла байтаҡ булды. Ә эсеп ултырыуының сәбәбе - таныштырғанда уға ла сират етеп хужаларға үҙен кем тип әйтерҙәр тигәнде ишетмәмешкә һалышыу өсөн ине. Башты иҫәргә һалып өндәшмәм йәки берәй төрлө шаяртырмын да ҡуйырмын, тип ниәтләнде. Табын артындағыларҙың һәр ҡайһыһының баҫып оҙон өҫтәл башында ултырған кейәү менән кәләште ҡотлағандарын, бүләк тапшырғандарын да иҫләр-иҫләмәҫ хәлгә етте. Алдындағы тәрилкәһенә уның өсөн "яуаплы" ирҙең нимәлер һалғанын һәм ашарға ҡыҫтағанын да ярты-йорто ғына ишетә. Килгән ҡоҙаларға үҙенең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡлығын, улар араһына осраҡлы ғына килеп эләгеүен, ысынында иһә район үҙәгенә ("ниндәй район үҙәге, был тирәлә ундай район үҙәге юҡсы"), судҡа китеп барыуын ("ниндәй суд, ҡуй әле, ҡоҙа, шаяртма") һөйләргә тырыша. Башлай, туҡтай, онота, ҡабаттан башлай, әммә "яуаплы" ҡоҙаһы уның буталсыҡ хәбәрен ысынға алмай. "Ҡуй, Әсләм ҡоҙа, ниндәй суд ти ул, беҙ бит туйҙа ултырабыҙ, һин яңылышаһың, әйҙә йәштәр бәхете өсөн берҙе (хәҙер нисә бер инде!) күтәрәйек", - тип рюмкаһын сәкәштереүен белә. Әсләмде эсерә (ҡоҙаларҙы мотлаҡ иҫертергә кәрәк, тигән бурыс ҡуйылыуын ул ҡайҙан белһен?), үҙе эсмәй, рюмкаһына иренен генә терәй ҙә кире ултырта. Әсләм үҙенең хәбәренә күршеһенең ышанмауына аптырай, асыуланып та ала, шунан йәнә һөйләргә тотона. "Яуаплы" иптәш ышанмағас, икенсе яҡ күршеһенә һөйләргә маташа, тик уныһы Әсләмде бөтөнләй тыңламай, тыңларға ла теләмәй, бисәһенә боролған да уны һыйлау менән мәшғүл. Ҡатының ниңә шул тиклем күп ашай ул, етәр, бүтән һалма, һин мине тыңла, тип биленә төртә. Күрше, минең бит бер ниндәй ғәйебем юҡ, улар миңә нахаҡ бәлә яға, тип аҡланырға тотона, шунан батырайып китеп тегеләрҙе әрләй башлай, яҡшы адвокат табам, Рим дуҫым бар, шуға барам, фашлаясамын, тип ант итә...
Тамағы кибеп, башы сатнап уянды Әсләм. Уянғас та ҡайҙа ятҡанлығын аңламай бер булды. Иҙәндә. Аҫтына матрас ташлағандар, башы аҫтына бишмәтме, фуфайкамы һалғандар. Ҡаҡ һикегә йәки өҫтәл аҫтына тыҡһалар ҙа килешер ине. Бөтөнләй сит-ят кешеләр өйөндә йоҡлап ята. Ниндәй оят! Иҙән ярығына төшөү мөмкинлеге булһа, валлаһи, төшөр ҙә китер ине. Эргәһендә "ҡоҙалары" теҙелешкән. Береһе яман хырылдай, Әсләм шуның тауышына уянғандыр ҙа, икенсеһе йоҡо аралаш нимәлер һөйләнә, өсөнсөһө әллә өнөндә, әллә төшөндә ҡатынын таптыра. Тимәк, уларҙы ҡатындарынан айырып Әсләм янына теҙгәндәр. Судҡа китеп барған кеше әллә кемдәргә ҡушылып керҙе лә аҙғын эскесе һымаҡ иҫереп, иҙәндә йоҡлап ята! Етмәһә, үҙенең ҡайҙа китеп барыуы тураһында һөйләп ултырҙы. Уй, ҡайһылай оят! Әсәһе йәки апаһы белеп ҡалһа? Ғүмерендә бындай хәлгә төшкәне юҡ ине. Торорға ла береһе лә күрмәҫ элек сығып тайырға! "Ҡоҙалар" ҙа килешкән - юлдарында тап булған бөтөнләй сит кешене үҙҙәре менән ал да кит, имеш. Беҙҙеке түгел ул иптәш, ҡоҙағыҙ түгел, тип әйтһәләр ни була? Әллә берәйһе менән бутанылармы, әллә берәй төрлө хәйлә, мәкер булдымы ҡылыҡтарында? Хужалар ҙа шәп: кемдең кем икәнен ҡоҙаларынан текемләп һорарға тейеш ине. Ә улар уны тыңларға ла теләмәй өҫтәл артына ултыртып ҡуйҙы.
(Дауамы. Башы 46-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА