Традицион ғаилә ҡиммәттәре - сәләмәт һәм бәхетле ғаилә нигеҙе белгестәр тарафынан был күптән раҫланған инде. Халыҡтың тап ошо быуаттар буйына формалашҡан рухи ҡиммәттәре быуындар араһындағы бәйләнеште булдыра, ғаиләне, тимәк, йәмғиәтте лә нығыраҡ итә. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ - М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Зилиә менән Айнур СИТДЫҠОВтар ҙа тап ошондай фекерҙә. Ай менән көнө генә түгел, һайлаған һөнәрҙәре лә, эшләгән урындары ла, уй-ниәттәре лә, балалар тәрбиәләүҙәге ҡараштары ла уртаҡ уларҙың.
Һеҙ - актерҙар ғаиләһе. Актер өсөн ире йәки ҡатыны ла ошо уҡ һөнәр эйәһе булыуы яҡшымы? Ғаиләгеҙҙең барлыҡҡа килгән ваҡытын ниндәй итеп хәтерләйһегеҙ?
Айнур: Башта мин ҡәйнәм менән таныштым. Өфө дәүләт сәнғәт академияһына (хәҙер институт. - Ред.) имтихан тапшырғанда бар абитуриенттарҙы ла бәпләп, ҡарап алып йөрөнө ул. Имтихандар төшкә тиклем, ә исемлекте кискә эләләр. Шуны көтөп йөрөгәндә уларҙың машинаһында бәлештәр ашап, сәй эсеп ултырған саҡтар ҙа булды. Ә Зилиә менән уҡый башлағас таныштыҡ, ул миңә тәүҙә артыҡ оҡшаманы. Шаталаҡ, күп һөйләй, бер урында тик тора белмәй - академияла ла башта тауышы ишетелә, аҙаҡтан үҙе күренә торғайны. Хәҙер 10 йыл ғаилә булып йәшәгәс, бының бары тик тышҡы битлек булыуын яҡшы беләм, ул ҡурҡағыраҡ, өйҙө, өй йылыһын яратҡан кеше, балалар өсөн һәйбәт әсәй.
Зилиә: Икебеҙ ҙә отличник инек, мине староста итеп тә һайлап ҡуйҙылар. "Отличник синдромы" тигән төшөнсә бар ҙа инде, беҙ ҙә ныҡ дөрөҫ кешеләр инек: яуаплыбыҙ, берәй нәмә килеп сыҡмаһа, ныҡ ҡайғырабыҙ, етдибеҙ. Ә актер булараҡ асылып китер өсөн, киреһенсә, еңелерәк, елбәҙәгерәк, шаяныраҡ булырға кәрәк. Шулай бер курсты бер партала ултырып, бер-беребеҙ менән һөйләшмәй генә үткәреп ебәрҙек. Тик икенсе курста Рима Тәлғәт ҡыҙы Харисова бер өҙөктө эшләргә беҙҙе бергә ҡуйҙы. Күреп йөрөгәндер инде, ә курс дуҫ-татыу булырға тейеш. Бер нәмә лә килеп сыҡмай, ҡараңғы төнгә тиклем эшләйбеҙ. Шунда һөйләшеп, бер-беребеҙгә асылғанбыҙмы икән, өҙөк тә килеп сыҡты, беҙҙең пар ҙа барлыҡҡа килде. Шунан алып бер-беребеҙгә тағылып ҡына йөрөнөк.
Айнур: Ул саҡта режиссура кафедраһы бар ине, беҙ актерҙар, режиссерҙар, ситтән тороп уҡыусылар - барыбыҙ ҙа Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимованың уҡыусылары. Бер оҫтаның уҡыусылары булғас, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, шуға ялһыҙ көнө-төнө уҡыу йортонда була инек. "Бер генә ғаилә тыуһа ла, тимәк, был курсты йыйыуҙың мәғәнәһе булған",- тип әйтә тоғайны Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы. Ә беҙҙең курста 3 ғаилә барлыҡҡа килде, бер курсташыбыҙ параллель курс ҡыҙына өйләнде. Шулай ҙа беҙ бер йыл эшләп, шунан ғына ғаилә ҡорҙоҡ, был Зилиәнең талабы ине.
Зилиә: Һуң, мин бит ныҡ яуаплы кеше, уҡыған ваҡытта ниндәй өйләнешеү, тип уйланым. Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә алғастар, тағы ла яуаплылыҡ тип ҡабул иттем. Физика-математика йүнәлешендә белем алырға ниәтем бар ине, шулай ҙа актерлыҡ һөнәрен һайлағас, минең янымда сәнғәтте яратҡан, сәнғәтте мөкиббән китеп яратҡан кеше булырын белә инем. Өйҙә лә, эштә лә бергәбеҙ һәм бының ыңғай яҡтары күберәк.
Эшегеҙ өйгә эйәреп ҡайтамы? Ғәҙәттә, бөйөк актерҙарҙың балалары ла ата-әсәләренең өйҙә репетициялар яһауы тураһында телгә алыусан бит?
Айнур: Мин өйҙә роль уйнау ғына түгел, уның тураһында һөйләшергә лә яратмайым. Зилиә һөйләй башлаһа ла, тыям, хатта ҡатыраҡ яңғыраһа ла: "Был миңә ҡыҙыҡ түгел", - тип әйтә алам. Былай ҙа актерҙың эше уның башында тәүлегенә 24 сәғәт буйына ҡайнай, рулдә китеп барһаң да уйлайһың, башҡа эш менән булышҡанда ла. Баш ял итергә тейеш, шуға ла мин үҙемә көсләп булһа ла өйҙә эш хаҡында һөйләшмәҫкә тигән талап ҡуйғанмын. Эйе, ҡайһы саҡта тел ҡысый, ролең тураһында әңгәмәләшкең килә, шулай ҙа тыйылам. Сәхнәләге үҙеңде яратма, тиһәләр ҙә, актер ул тәбиғәте менән эгоист кеше, ул үҙен дә, ролдәрен дә ярата, әммә был сәләмәт эгоизм булырға тейеш.
Зилиә: Балалар тыумаҫ элек спектакль, кино ҡараһаҡ та, музыка тыңлаһаҡ та был турала оҙаҡ итеп һөйләшә инек. Хәҙер инде балалар бар, донъя мәшәҡәттәре лә баҫа, икенсе ҡиммәттәргә баҫым яһайһың икән, был иһә тәжрибә һәм йәш менән килә. Әле ғаиләбеҙ шундай этапта, ҡатын-ҡыҙ һәм әсәй булараҡ, балаң ҡулдан ысҡынмаһын йәиһә иреңә ҡарата мөнәсәбәтең һыуынып китмәһен тип тә уйлайһың.
Унан һуң, мин бит актерҙар ғаиләһендә үҫкәнмен. Бәләкәй саҡтан шундай хәтирәләр ҡалған: атайым менән әсәйем (Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Хәлилова менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азамат Хәлилов. - Ред.) спектакль сығара башлаһалар, ашарға бешергәндә лә, сәй эскәндә лә тик шуның тураһында ғына һөйләшә инеләр. "Мин уларға кәрәкменме ул?" - тип тә уйлай инем. Хәҙер үҙебеҙҙең балалар булғас, саҡ ҡына буш ваҡытымды ла уларға бағышларға тырышам. Бәләкәйерәк саҡтарында ҡәйнәмдәр, апайымдар алып ҡала ине, хәҙер үҫтеләр, улыбыҙ 1-се класта уҡый, ҡыҙыбыҙға 4 йәш. Уларҙы йышыраҡ театрға үҙебеҙ менән алабыҙ. Сөнки бала саҡтан беләм: асыҡһаң да, арыһаң да, атай менән әсәй эргәһендә яҡшыраҡ. Балалар үҫкән ваҡыт бер мәл генә бит ул, иң мөһиме, сәләмәт булһындар, һау баланы ҡарауҙың бер ауырлығы ла юҡ.
Бала тәрбиәһенә килгәндә, һеҙҙең ғаиләлә ул нимәгә нигеҙләнгән? Бик еңел булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, ситтән килгән йоғонтоларҙан да тулыһынса аралап булмай бит баланы?
Зилиә: Китапта бер төрлө яҙыла, кеше бер төрлө һөйләй, һеңлеңде-ҡустыңды үҫтерешәһең, әммә үҙ балаңды тәрбиәләү бөтөнләй икенсе. Бала менән бергә үҙең дә әсәй-атай булараҡ үҫәһең. Берәй нәмә килеп сыҡмаһа, төшөнкөлөккә бирелеп тә китәм, шул саҡта Айнур мине: "Идеаль ата-әсә лә, идеаль тәрбиә өлгөһө лә юҡ", - тип йыуата.
Айнур: "Шәп атай менән әсәй ниндәй булырға тейеш?" тигән һорауға яуап биргән китап бер китапханала ла, бер мәсеттә лә, ғөмүмән, бер ерҙә лә юҡ, ул яҙылмаған, яҙылмаясаҡ та. Эсмәгән-тартмаған, яҡшы вазифала булған кешеләрҙең сит илдәрҙә генә уҡытҡан балаһы ла наркоман, енәйәтсе булып китеүе бар. Шул уҡ ваҡытта, балаһын ҡарамаған кешеләрҙең дә балалары аслы-туҡлы, яланғас, бер-береһен ҡарашып үҫеп етеп, матур итеп йәшәгәндәре бар, етмәһә, ата-әсәһен дә ҡәҙер итеп торалар. Ҡайһы атай-әсәй яҡшы һуң? Шуға ла әҙер ҡағиҙәләр юҡ.
Минеңсә, хәҙер бала культы заманы, ата-әсәләр ныҡ әпәүләп үҫтерә балаһын. Уның балаһы иң яҡшыһы, уйынсыҡтары фатирға һыймай, кейем тиһәң, уныһы бигерәк ҡыҙыҡ хәл: 25 градус һыуыҡ өсөн бер куртка, 20 градус һыуыҡ өсөн - икенсе. Уйлаһаң, ошо рәүешле ата-әсәләр үҙ-ара кем яҡшыраҡ тигән бәйгелә ярыша. Балаға былар түгел, иғтибар һәм һөйөү генә кәрәк. Һәр нәмәлә алтын урталыҡ мөһим, ныҡ ҡурсалауҙың да кире эҙемтәләре бар бит. Мәҫәлән, мин, атай ҡатыраҡ булырға тейеш, тигән ҡараштамын. Шул уҡ телефонға килгәндә лә, минең телефонға тейергә ярамағанлыҡты улар белә, теймәйҙәр ҙә, мин уны бөтөн ерҙә лә ҡалдырып йөрөй алам. Тыйыуҙарға килгәндә, шуны ла әйтәйем, беҙ шул уҡ телефонды тыйһаҡ та, тыймаһаҡ та, эволюция бара, беҙҙең ейәндәр был цифрлы технологияларҙы ҡуллана белеү йәһәтенән тағы ла замансараҡ буласаҡ. Насарлыҡтан аралайбыҙ, тип, кире мәмерйәлә йәшәтә алмайбыҙ бит инде уларҙы. Тик яҡшыны ямандан айырырға өйрәтергә һәм балалар күңел йылыһын ситтән эҙләмәҫлек шарттар тыуҙырып, уларҙы яратыуыбыҙҙы, яҡшылыҡ ҡына теләүебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙҙер.
Улымды мин ҡыҙыма ҡарағанда ла нығыраҡ йәлләйем, әммә уға ҡарата йомшаҡлыҡ күрһәтә алмайым, юғиһә, унда ир-егет холҡон тәрбиәләп булмаясаҡ. Ә ҡыҙ инде башҡа тарих. Ул мине баштан уҡ ҡоралһыҙландырҙы. Уға ҡарата бер ниндәй талаптар ҙа, ҡағиҙәләр ҙә эшләмәй. Үҙең генә хәл ит тә ҡуй инде, тием күпселек осраҡта Зилиәгә уның ҡылығына-холҡона ҡағылышлы хәлдәр тыуғанда. Ә әсәләре уларҙан хисен йәшермәй. Улар ҙа миңә әсәләре аша күпер һалырға тырыша күп осраҡта.
Ә борондан килгән йолаларға, мәҙәниәткә балаларҙы нисек йәлеп итәһегеҙ, башҡортса аралашыуҙарын талап итәһегеҙме?
Зилиә: Баланың теле туған телендә асылһын, тигән талабым булды. Айбулат 3 йәшкә тиклем тик башҡортса һөйләште, теле лә иртә асылды. Уның менән әхлаҡи тәрбиә өлгөләренә нигеҙләнгән совет йәнһүрәттәрен дә ҡараныҡ, классик музыка ла тыңлаттым. Бының үҙенең файҙаһы бар, ул бөгөн үҙенең фекерен туплап, уйлап, үҙ ҡарашын әйтеп бирә алған бала. Өйҙә бала менән шөғөлләнәләр икән, балалар баҡсаһында, мәктәптә лә улар доньяға киң ҡарашлы булыуы менән айырылып торалар һәм бөгөн балаһының рухи үҫешенә атай-әсәйҙәр күп көс һала. Тик улыбыҙ барыбер бөгөнгө заманда ниндәй телдең донъя аренаһында кәрәгерәк булыуын самалап, инглиз, ҡытай теле менән ҡыҙыҡһына, милләт йәһәтенән дә үҙенең кемлеген асып-ярып күрһәтеп йөрөмәү яғында.
Ә Айназа тыуғанда Айбулат балалар баҡсаһынан өйгә рус телен "алып ҡайтҡайны" инде, шуға беҙгә уны башҡортса ғына һөйләштереү ауырыраҡ булды. Әммә унда башҡорт мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү көслө. Был нисектер гендар менән бирелгән һөйөү. Телевизорҙан "Байыҡ"тың бер тапшырыуын да ҡалдырмай. "Бейеүгә алып бар мине", тигәс, заманса бейеү түңәрәгенә яҙылғайныҡ, "Ҡасан башҡортса бейейбеҙ?" тип һорай. "Юҡ, миңә бындай бейеү кәрәкмәй", - ти. Уның бөтөн яңы нәмәгә лә бер генә һорауы бар: "Ә был башҡортсамы? Башҡорттоҡомо?" Бына быларҙы беҙ уға өйрәтмәнек, талап та итмәнек, улар уның күңелендә.
Йолаларға килгәндә, әсәйемдең яғынан туғандарыбыҙ менән ныҡ аралашып йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙең генә йолалар бар, табын ҡороп ултырыу ғына түгел, эштәр, өмәләр ҙә уртаҡ. Ғаилә, туғанлыҡ культы тиер инем быны. Үҙебеҙҙең генә түгел, балаларыбыҙҙың да ошо тормошта ҡайнап йәшәүе уларҙы тәрбиәләйҙер тием. Айнурға ла ҡыҙыҡ был, хәҙер: "Әйҙә, һеҙҙең яҡҡа ҡайтайыҡ", - тип кенә тора.
Айнур: Өләсәйҙәре хәҙер ун йыл инде юҡ, әммә ул һаман да шул үҙенең йортонда йәшәй кеүек. Күҙ алдына килтерегеҙ, йәкшәмбе таралышалар ҙа, кесе йома яңынан шул йортҡа йыйыла башлайҙар. Бер кем дә, үҙ өйөмдә генә кешенән ял итәйем, тимәй, улар быға шул тиклем өйрәнгән. Бынан тыш, уларҙың яртыһы менән беҙ Өфөнөң бер районында йәшәйбеҙ һәм аҙна эсендә тағы бер нисә тапҡыр күрешәбеҙ. Ҡайнымдың бажаларына мин дә бажа бит инде. Ҡайным: "Ул - миңә бажа, ул һиңә лә бажа, ә һин миңә кем?" - тип шаярта торғайны. Хәҙер инде уның урынына ҡалған кеүекмен, минең менән уға ҡараған кеүек йылы мөнәсәбәттәләр, үҙ итеп торалар. Ҡунаҡсылдар, ҡоймаҡ ҡойһалар, ярты ауылды саҡыралар әле сәй эсергә. Башҡортлоғоңдо, милләтеңде һаҡлау туғанлыҡ аша һалына. Телең дә шунда, мәҙәниәтең дә, йолаларың да, иң мөһиме, бер кем дә һине унда көсләп башҡортса һөйләштермәй, башҡортса йырлатмай-бейетмәй, быны һин үҙең теләп башҡараһың.
Халыҡтың "һөйкөмлө һөйәк" тигән әйтеме бар. Зилиә, атайығыҙ, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театры актеры Азамат Хәлилов тап шундай һөйкөмлө һөйәк, Аллаһ тарафынан күп ҡырлы талант менән бүләкләнгән актер булды. Атай, ҡайны, олатай булараҡ ул ниндәй ине?
Зилиә: Ул беҙҙе, ике ҡыҙын, ныҡ иркәләтеп үҫтерҙе, быны мин ул үлгәс кенә аңланым. Иртә менән гаражына китһә, "Атай, беҙ йоҡонан торғанда өйҙә бул, йәме", - тигән була торғайныҡ. Белмәгән эше булманы, әсәйем дә: "Азамат, шул боҙолған, был эшләмәй, бынауҙы ғына ялғап, тегеп һ.б. бир әле", - тип кенә әйтә лә, атай йүнәтеп тә ҡуя. Кейәүгә сыҡҡас, фатирҙа берәй нәмә ватылһа, Айнурға әйтәм дә, ул, мин быны эшләй белмәйем, тиһә, ныҡ аптырай торғайным. Атайым бешерергә лә ярата ине, ҡоймаҡ ҡоя, бәлеш бешерә, бынан шундай кинәнес ала ине. Бөтөн фәндәрҙән дә өйгә эштәрҙе эшләште. Эске донъяһы шул тиклем бай, әммә тормошта ныҡ ябай булды, уны кешеләр ярата ине. Айбулатҡа аҙ ғына олатай һөйөүе эләгеп ҡалды.
Айнур: Ҡайным менән ысын ирҙәрсә, ныҡ яҡын мөнәсәбәттә булдыҡ. Ул һине тулыһынса аңлай торған, ысынлап ғәжәйеп кеше булды, уны урманға ғына түгел, Марсҡа сығарып ебәр, билендә балтаһы булһа, унда ла үҙенә ризыҡ табып, хатта йәшәр өсөн йортон да һалып ҡуйыр ине. Һунарҙы, балыҡҡа йөрөүҙе яратты. Минең үҙемдең атайым төҙөүсе, ул бындай эштәр менән ҡыҙыҡһынған кеше түгел. Ә егет кешенең мылтыҡ тотоп һунарға барғыһы килә бит инде. Бер шулай ҡайныма һунарға барайыҡ, тейем. Шул мәлдә ул ауылда йорт һалыр өсөн ер алғайны, киттек шунда, бер юлы һунарға ла сығырға тейешбеҙ. Ер ҡаҙабыҙ, көн үтеп бара, минең уйҙа һунар ғына, күңелдә ҡомар уянып китте бит инде. Ауыл тирәләй бәләкәй генә күлдәр күп. Кис булды, беҙ балта, ау алдыҡ та, күлгә киттек. Талдан 5-6 метрлыҡ сыбыҡ ҡырҡып алды, ауҙы күлдең бер яғына нығытты ла, миңә шул сыбыҡ менән һыуға һуғырға ҡушты. Өйрәк ҡапыл ғына һауаға күтәрелмәй икән, һыуҙың өҫтөнән осоп бара башта, өркөткәс, ул шул ауға осоп барып ҡына үҙе эләкте лә ҡуйҙы. Мылтыҡтан атабыҙ икән, тип ымһынған миңә: "Бына һунар һиңә, - ти. - Мылтыҡ менән шатыр-шотор килергә кәрәк, былай атмай ғына, тауышһыҙ һунар итергә була", - ти. Шулай мут та ине.
Башҡорттарҙа ҡәйнә менән кейәү мөнәсәбәте лә үҙенсәлекле, ҡәйнә кейәүен ҡыҙына ҡарағанда ла нығыраҡ ярата кеүек хатта, уға һүҙ әйтеү түгел, насар ҡараш та ташламай...
Айнур: Быныһы ла дөп-дөрөҫ. Минең ҡәйнәм мировой кеше. Ул бар кешене лә "майлай" белә, бына был холҡо ҡыҙына бөтөнләй күсмәгән. Ҡәйнәмдең игеҙәге Гөлфиә апайға оҡшаған Зилиә. Беренсе тапҡыр Дәүләкәнгә картуф ултыртырға ҡайттыҡ та, 12 кеше көрәк тотҡан, 12 кеше орлоҡ һалып йөрөй һәм шулар араһында бер ҡәйнәмдең генә көрәге лә, биҙрәһе лә юҡ, ҡул суҡтарын бер-береһенә һалып ҡына алған да, йә тегендә береһен һөйләндерә, йә бында икенсеһен көлдөрә. Ул һөнәрҙе шул тиклем дөрөҫ һайлаған, ул бар булмышы менән артист. Шуға ла уның менән бик еңел, беҙгә килгәндә уның менән икебеҙ генә сәй өҫтәле артында оҙаҡ итеп сөкөрләшеп ултырырға яратабыҙ.
Айнур, һеҙ Өфө егете, атай-әсәйегеҙ актер булып китеүегеҙҙе нисек ҡабул итте?
Айнур: Мәктәптә уҡығанда йырлата торғайнылар, конкурстарҙа ла ҡатнаштым, урындар ҙа алдым, шуға ла мине сәнғәт училищеһына бар тип ҡоҙалай торғайны уҡытыусылар. Әсәйемә оҡшаны был тәҡдим, беҙҙең кеүек төҙөлөштә йөрөмәҫһең, шунда әртис ҡыҙына өйләнерһең, тине. Әйткәне тормошҡа ашты ла.
Сәнғәт мәктәбендә баян класын тамамлап, Юғары хәрби оркестр училищеһына барайыммы икән, тип йөрөгәндә, әлеге лә баяғы әсәйем, Өфө дәүләт сәнғәт академияһына барып ҡара, тине. Шулай актер булып киттем инде.
Зилиә: Өйләнешкәс, беҙ 4 йыл ҡәйнәмдәр менән йәшәнек, шул ваҡытты мин һағынып иҫкә алам. "Нисек ҡәйнә менән йәшәйһең?" - тип аптырағандар булды, уларға: "Ҡәйнә менән йәшәүе әсәй менән йәшәүгә ҡарағанда ла рәхәтерәк", - ти торғайным. Әсәй барыбер талапсаныраҡ. Ҡәйнәм минән уңғаныраҡ, минән дәртлерәк, шәберәк. Беҙ унда ҡыҙ менән егет шикелле йәшәнек, рәхәтләнеп эшкә барабыҙ, ҡәйнәм менән һөйләшмәйенсә генә эштәрҙе лә бүлешеп алдыҡ. Ул миңә ҡыҫылманы, мин - уға.
Ҡайным инде тик минең ыңғайға ғына тора. Беҙ йыл һайын Яңы йылға шыршы ҡуя торғайныҡ. "Ҡасан шыршы ҡуябыҙ", тип һорайым Айнурҙан йәшәй башлаған ғына йылда. "Ниндәй шыршы, бында балалар юҡ та инде", - ти ул миңә. "Нисек инде, атайым беҙгә йыл һайын шыршы ҡуя", - тейем. Ҡайным ошоно ишетеп торған да, миңә шыршы алып ҡайтты. Был хәҙер традиция, йыл да улар шыршы ҡуя.
Айнур: Ике яҡтан да атай-әсәйҙәрҙең беҙҙе айырым ғаилә итеп ҡарап, ҡыҫылмаҫҡа аҡылдары етте. Барлыҡ бәләләр шул артыҡ ҡыҫылыуҙан килеп сыға. Бер ҡыҙыҡ булды. Өйләнештек тә, бер-ике ай үттеме икән, икебеҙ һүҙгә килешеп, Зилиә үсегеп тышҡа сығып китте. Әсәйемдәр мине уның артынан сығарып ебәрҙе, беҙ бергә ҡайттыҡ. Ҡараһам, әсәйем ҡәйнәмә шылтырата: "Тәк, килегеҙ, былар талаштылар бында, шулай-шулай". Артыҡ бер нәмә лә булманы, әммә ул уны шундай итеп тасуирланы, ҡайным менән ҡәйнәм осоп килеп еттеләр. Ултырҙыҡ, әсәйем һөйләй, шулай иттеләр, былай иттеләр, ти. Ҡайным Зилиәнән һорай: "Кейәүгә мин һине көсләп бирҙемме?" "Юҡ". "Әсәйең көсләп бирҙеме?" "Юҡ". "Айнур, һине көсләп өйләндерҙеләрме?" "Юҡ", - тием. "Был беренсе һәм һуңғы тапҡыр булһын", - тине ҡайным. Ҡәйнәм һүҙҙе шаяртыуға борор өсөн нимәлер әйтеп ебәрҙе, шуның менән үтеп тә китте. Әммә был беҙгә һабаҡ булды. Башҡа уларҙы борсолорлоҡ хәлгә ҡуйғаныбыҙ юҡ.
Быйылғы йылды Рәсәй Президенты Ғаилә йылы тип иғлан итте. Нимә көтәһегеҙ был йылдан, ғөмүмән, был өлкәлә хөкүмәт тарафынан нимәгә иғтибар булырға тейеш?
Зилиә: Заманы шулай, бөгөн бер баланы үҫтереү ҙә күп сығымдар талап итә. Мин инде, исмаһам, белем биреү бушлай булһын ине, тейем, сөнки әле лә барлыҡ түңәрәктәр, секциялар түләүле, был аңлашыла, мәғариф усаҡтары ла баҙар мөнәсәбәттәренә ҡулайлашырға, нисектер аҡса эшләргә тырыша. Ә юғары белем биреү ниндәй хәлгә тороп ҡалыр, белеп булмай. Күп кеше бала табыр алдынан ошоларҙан да ҡурҡалыр.
Айнур: Уйлап ҡараһың, ситтән көтөп кенә ултырып булмай. Тиҙерәк донъяға тыныслыҡ ҡайтһын. Илемде яратҡан кеше булараҡ, төрлө яҡтан уны тарҡатыу булмаһын, тип теләйем. Йыл нисек аталһа ла, кешенең тапҡан аҡсаһы йәшәренә етергә тейеш. Ошо ябай ғына талаптарын хәләл көсөн түгеп тапҡан килеме ҡаплай ала икән, уның бала тәрбиәләргә лә, уларҙы рухлы итеп үҫтерергә лә көсө һәм теләге буласаҡ.
Шулай уҡ дәүләт тарафынан ниндәйҙер ярҙам, пособиелар бар икән, күптәр уны юллап та йөрөмәй. Бына беҙ, мәҫәлән, ваҡытында республикала беренсе балаға 300 мең һум бирелгән саҡта уны алып ҡалдыҡ. Театрҙа эшләгән өсөн биргәндәрҙер, тип һөйләнеләр. Юҡ, бары тик документтар йыйҙыҡ та, биреп ҡараныҡ һәм үттек тә. Шуға ла үҙегеҙ ҙә битараф булмағыҙ, шул уҡ ваҡытта ситтән ярҙамға ғына ышанып ултырмағыҙ.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Үҙенә тулыһынса бағышлауҙы талап иткән һөнәр һайлауҙарына ҡарамаҫтан, ғаиләһенә, балаларын үҙ милли рухыбыҙҙа тәрбиәләргә ваҡыт табыуҙары менән маҡтауға лайыҡ бөгөнгө геройҙарыбыҙ. "Театр ул беҙгә тиклем дә йәшәгән, унда алыштырғыһыҙ кеше юҡ, шуға ла эш тип кенә йәшәргә ярамай", - тигән һүҙҙәре менән дә килешмәйенсә булмай. Шулай ҙа уларға йәшәйештең бөтөн өлкәләрендә лә ҙур уңыштар теләйек. Ғаилә йылы беҙҙе улар кеүек матур ғаиләләр менән күберәк таныштырыр әле, шөкөр, баш ҡала шарттарында ла шундай башҡорт ғаиләһе ҡороп йәшәүселәр тураһында йыш ишетеп торабыҙ. Иң мөһиме, яңы йылдар матур яңылыҡтары менән килһен!
Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА