«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҘАШҠАН АЛМАҒАС - 2
+  - 


Хаҡ Тәғәлә олуғ шәфәғәт килтерҙе. Хәҙер ни теләһә, шуны биреү лазым тиеп, йомшаҡлыҡ менән хәҡиҡәтте асты:
- Эй Әҙәм, ярлыҡаным. Дәхи һинән һуң килеүсе балаларың, гонаһтар ҡылып, Миңә һығынһалар, уларҙы ла ярлыҡармын. Ләкин Мин һине Ер йөҙөндә тороу һәм хәлифә ҡороу өсөн яраттым, шуға ла ожмахтан сыҡ.
Әҙәм Илаһтың мораты ни булғанын аңланы һәм Һауа менән инжир ағасынан биш япраҡ алып, ғәүрәттәрен ҡапланы. Ожмахтан сығып:
- Тәүбәм ҡабул ҡылынып, йәннәткә керәсәгемде төшөндөм, - тине.
Хаҡ Тәғәләнән хитап килде:
- Эйе, тәүбәңде ҡабул ҡылдым"...

***

Динмөхәмәт ағай хикәйәтен тамамланы ла, тыңлаусыға күҙ ташлап, тын ҡалды. Тәьҫир иттеме, уй-тойғо, кисереш уяттымы, юҡмы?..
- Бығаса ишеткәнем юҡ ине - тине Юлай әҫәрләнеп. - Бик ҡыҙыҡ һәм дә фәһемле.
- Заттарыбыҙ белмәй шул ошо рухи ҡиммәтте, хазинаны. Ҡыҙғаныс! Ә бит уның асылына ифрат та тәрән мәғәнә, аҡыл һалынған: никахһыҙ ҡатын-ҡыҙға йоғонмау, аманатты һаҡлау, тыйылғандан тыйылыу, ҡотҡоға бирелмәү, яҙыҡ эш ҡылмау, ҡайғы-хәсрәткә ғәйеп эш сәбәп булыу, гонаһ өсөн язаһыҙ ҡалмау, тәүбә итеү, ярлыҡау... Яҙыҡ эш иһә ғүмер баҡый Әҙәм менән Һауаның нәҫелдәрендә сағыла. Тыйылғандан тыйылыу - донъялағы бар бәндәгә һабаҡ, фәһем дә бит! - Һөйәрғол, Һөйөм яҙмышы ла шуның бер сатҡыһы, сағымы булып сыға ла баһа!
- Нәҡ шулай, ҡәрҙәшем... Иблис ҡотҡоһона бирелеп, Әҙәм менән Һауаның гонаһына Йылан булышлыҡ иткән кеүек, Һөйөмдең бәхетһеҙлеге Исхаҡ тигән ҡәбәхәт бәндәнән башлана.

***

Ауылда һылыуҙарҙың һылыуы ине Һөйөмбикә. Ҡоралайҙай һомғол һынлы, көләс йөҙлө, күҙҙәре сөм ҡара, ҡыйғас ҡашлы, оҙон керпекле, һутлы иренле, дертләп торған күкрәкле, моңло, яғымлы тауышлы... Иҫ кергән һәр егеттең күңелен елкендерә һөймәләкле үә һөйкөмлө Һөйөм. Киске уйындарҙан артынан бер тотам ҡалмай эйәреп киләләр, ҡосорға, үбергә теләйҙәр. Ләкин береһенә лә иғтибар итмәй, буй бирмәй һылыу. Кире ҡағылғандарҙың бәғзеһе баҫыла, башҡа ҡыҙҙарға күҙ ата, бәғзеһе үсегә, үсләнә.
- Һөйөм барыбер минеке буласаҡ. Минеке! - тип ҡабарына йыш ҡына көлкөгә дусар Исхаҡ.
- Һандуғас һымаҡ ҡыҙҙың һиңә, таржыҡ танауға бара торғаны бармы? - Бер төртмә теллеһе оҙаҡ өйләнмәй йөрөгән, оло йәштәге һауынсылар менән буталған көтөүсенең ауыртҡан еренә төрттө.
"Мәлғүн" ҡушаматлы иманһыҙ ҡорҙашы иһә яманлыҡҡа ҡотортто:
- Таржыҡ танау ҙа кеше. Таржыҡҡа ла ҡыҙ кәрәк. Барырға мәжбүр ит!
- Нисек?
- Нисек, нисек, имеш. Яңғыҙ ҡалғанында тот та көслә! Мин еңгәгеҙҙе шулай ниткәйнем...
Йәйҙең һөтайы үтеп, майайы ла тыуҙы. Тәүҙә таш еләге өлгөрҙө, шунан ер еләге беште. Ҡатын-ҡыҙ бала-сағаһы менән күнәк-күнәк емеш йыйып, көн һайын баҙар сапты. Һөйөмбикә лә әүәл оләсәһе менән йөрөгән аулаҡ ергә йүгерҙе. Еләк уңған, түшәлеп ята. Күп булғас, бер урындан китмәй генә тирҙе лә тирҙе. Иҫке ауыҙға яңы аш, тип, бармаҡ башындайҙарын тамағына оҙатты. Тәмле, бик тәмле! Шул саҡ, һиҫкәндереп, сыбыртҡы шартланы. Күмәк хужалыҡ малын әйҙәп, ерән бейәһен әйҙүкләп, ағас араһынан Исхаҡ килеп сыҡты. Ҡыҙҙы яңғыҙын күреү менән күҙҙәре майланды.
- Ни хәл матурҡай?
- Күреп тораһың, һәйбәт.
Көтөүсе эйәренән төшөп, рөхсәт тә һорап тормай, тула яҙған биҙрәләге еләктәрҙе услап һоғонорға кереште.
- Үҙең йыйып ашар инең, Исхаҡ.
- Һин өҙгәне татлыраҡ...
Һөйөм ҡыҙарып бешкән тау еләгенән дә ләззәтлерәктер. Исхаҡ сыуалған кәүҙәләре лупыш, түштәре һалпыҡ бисәләр мең аҙым ары торһон. Улар - бисура, Һөйөм - фәрештә! Ана, ниндәй буй-һын!.. Гүйә ер хуры! Майлы күҙендә яғым юғалған егет һылыу һынға һонолдо.
- Нишләүең был, Исхаҡ?
- Мин... Мин ғашиҡмын һиңә. Түшеңдәге ике алһыу "алма"ңа ла, артыңдағы туп кеүек ике "ай"ыңа ла. Уларҙы күргем, тотҡом килә.
- Аҙғын!.. Атың башыңа типтеме әллә? Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетмәй. Мин ҡыҙ бала ғына, һин - оло! Миңә уҡырға кәрәк, уҡырға...
- Еткән ҡыҙға ниндәй уҡыу! - Яһил, кеше-фәлән күренмәйме тип, тирә-яғына ҡарап алды ла ҡыҙға һырышты.
- Йоғонма миңә! Йоғонма, Таржыҡ!..
Күпме генә тибешһә лә, йәне сыға яҙып ҡаршылашһа ла, тамам хәле бөтөп, ҡулдарын шаҡарған, кәүҙәһен баҫҡан көсләүсенән ҡотола алманы Һөйөм... Бер аҙҙан Исхаҡ, танауын тағы ла нығыраҡ таржайтып, ярым шәрә һушһыҙ ятҡан ҡорбанына еңеүсе ҡиәфәтендә ҡарап торҙо ла, зәңгәрһыу күк йөҙөн ҡапыл ҡаплаған ҡара болот һымаҡ, тағы Һөйөмдөң өҫтөнә ҡапланды...
Һөйөм иҫенә килгәндә, Исхаҡ та, көтөү ҙә юҡ ине. Ҡалтырап, тәнтерәп, быуынһыҙ булып, һығылып илай-илай, ауыл яғына тәнтерәкләне. Түңкәрелгән күнәге еләклектә ятып ҡалды. Кеше күҙенә салынмай ғына бәрәңге баҡсаһы аша көс-хәл менән өйөнә ҡайтып керҙе. Яфаланып, йөрәге һыҙылып сеңләгән ҡыҙын күреп, инәһе Һылыубикә өҙгәләнеп һораны:
- Нимә булды һиңә? Нимә?
Һүҙ әйтергә лә теле әйләнмәй, субыр-субыр йәше аҡты ла аҡты Һөйөмдөң. Сатлама һыуыҡта ныҡ өшөгән кеүек, ирендәре, ҡулдары ҡалтырай, бөтә тәне дерелдәй.
- Тыныслан инде, зинһар, тыныслан... Ни бәләгә юлыҡтың?
- Исхаҡ... Исхаҡ... Мәсхәрәләне...
- Әйттем бит мин һиңә урманға яңғыҙ йөрөмә тип, емеш аҫылын бүре ейә тип. Әйттем бит!.. Атаң иртә китеп, таяныр терәгебеҙ ауҙы шул. Ул иҫән булһа, Исхаҡ һиңә яҡынларға ла баҙнат ҡылмаҫ ине.
- Инәй... Нишләйем?.. Эсем тулы ут, эсем яна. Өмөттәремде өҙҙө Таржыҡ. Бәхетһеҙ итте, бәхетһеҙ...
Ҡыҙ үкһене лә үкһене. Уны йәлләп, Һылыубикәнең дә бәғере телгеләнде. Ҡанаттары ҡайырылған ҡарлуғасының. Ә ҡанаты ҡайырылған ҡош осмай. Осмай!.. Нишләргә һуң, нишләргә?.. Һөйөмө башын мендәргә терәп ойоп киткәс, Һылыубикә урамға сыҡты ла, асырғанып, тыны бөтөп Исхаҡтың инәһенә йүгерҙе. Ул ихатаһында кер сайҡай ине.
- Һылыубикә, ниңәлер ҡобараң осҡан, төҫөң ҡасҡан.
- Осмаһа ла осор. Һөйөмбикәм әле генә еләктән ни үле, ни тере килеш ҡайтып керҙе.
- Ҡош-ҡортҡа тап булғанмы әллә?
- Һинең ҡортоң көсләгән.
- Көсләгән?.. Һөйөм, Һөйөм, тип, ауыҙ һыуы ҡорой ине шул. Үәт шайтан, үәт мәлғүн!
- Нәфсеһен тыя алмай ҡыҙымды хур итте, ҡәһәр һуҡҡыр. Милицияға башырам мин уны.
- Ҡәһәрләмә, ялыу итмә инде, Һылыубикә! Улымдың башын төрмәлә серетерҙәр. Ғишыҡ диуана иткәндер. Йәллә инде беҙҙе, йәллә! Бер ырыу кешеләре бит беҙ. Иртәгә үк ҡыҙыңды һорап киләм.
- Ниндәй ғишыҡ?.. Был - яуызлыҡ, ләғинлек!
- Шулайҙыр, шулайҙыр... Әммә харап ҡына итмәгеҙ инде, итмәгеҙ! Донъя бит: алманың алына ла ҡорт төшә, бер матурға - бер йәмһеҙ, бер йәмһеҙгә - бер матур.
- Бер яҡшыға - бер шаҡшы тиң, исмаһам...
Иртәгәһен Исхаҡ менән инәһе, баштарын эйеп, ҡыҙ һорап килде. Әммә ғәрлегенән торонбаштай көйгән Һөйөм йөҙөн дә күрһәтмәне.
Бер нисә аҙнанан һуң Һылыубикә ҡыҙының йөккә ҡалғанын тойҙо. Ҡалмаһа, көсләүсегә яҡын да юламай, уны кем эте тип тә белмәй, ҡалаға уҡырға, йәки эшкә юлланыр ине. Ауырлы килеш ҡайҙа китһен, кемгә барып баш төртһөн?.. Мыҫҡыл иткән Исхаҡҡа сыҡмай сараһы юҡ. Бәлки, кем белә, тора-бара эҫенешеп тә китерҙәр. Яйлыраҡ мәлде һайлап, Һылыубикә яғымлы тауыш менән Һөйөмөнә өндәште:
- Ҡыҙым, беләһең, һин минең ҡәҙерленән ҡәҙерлем. Аңлайым, сулпан кеүек кенә сағың. Иң күркәм, иң ипле егеткә лайыҡһың. Йола буйынса фатиха, ризалыҡ менән генә кейәүгә бирермен тигән инем дә бит. Йәл, бик йәл... Инде ҡарыныңда бәпәйең бар. Һеҙ хәҙер - икәү. Ҡорһағың ныҡлап беленмәҫ борон...
- Исхаҡҡа сыҡ, тиһеңме. Белә, күрә тороп, яманға димләйһең.
- Шулай ҙа һуң, әммә башҡа әмәл юҡ. Ололар әйтмешләй, кем менән ҡарайғанһың, шуның менән ағараһың инде.
- Ҡарайманым мин, инәй, ҡарайманым!.. Аҙғын Исхаҡ ҡарайтты мине!
- Ни ҡылайыҡ һуң? Ирһеҙ бала тапһаң, бәндә һөйләр, тәҡдир көлөр... Кәрәкме ул беҙгә?..
Бөтә ауылды аптыратып, Һөйөмбикә иләмәһеҙ, ибәтәйһеҙ Таржыҡҡа сыҡты. Уның ҡулы тәненә тейгән һайын Һөйөм таш һымаҡ ҡатты. Йән тартмағанға күңел дә ятмай икән шул. Исхаҡ иһә эскәнендә, шөкәтһеҙләнеп, ҡорҙаштары араһында Һөйөмдөң яманатын һатты:
- Атаһы сатлама һыуыҡта ҡар өҫтөндә әтмәләгәндер?.. Боҙ... Туң... Таш... Һылыулығы буғымамы? Ҡыҙыл алмаға алдандым.
Бер нисә егеттең Таржыҡтың был ҡыланышына йәндәре көйҙө:
- Исхаҡ, һин беҙҙең дә күҙ төшөп йөрөгән һылыуға өйләндең. Әле килеп, уны хурлап ултыраһың. Өләсәйҙәр әйтмешләй, яман ир генә үҙе теләп алған ҡатынды үҙе яманлай.
- Һине һөймәгәнгә һөйкәлмәҫ инең...
Бына шулай... Яратам тигән булып, ҡыҙҙы ирекһеҙләп, мәжбүр итеп алғас та тәүфиҡланманы Исхаҡ, әүәлге һөйәркәләре менән буталыуын дауам итте. Улы тыуғас та толҡа тапманы. Бәпесен биләп, йоҡлатып, баҡсаға түтәл ҡаҙырға ғына сыҡҡайны Һөйөм. Лаяҡыл иҫереп, күҙҙәре томаланып ҡайтҡан Таржыҡ һис ни шәйләмәй карауатҡа ауҙы. Ҡапыл күңеле болоҡһоп, өйгә йүгереп кергән инәй, йөрәге ярыла яҙып, ҡысҡырып ебәрҙе:
- Баламды!.. Баламды баҫҡан дөмөккөр!
Күҙ менән ҡаш араһында берҙән-бер йыуанысынан яҙҙы Һөйөм. Күҙ алмаһы кеүек кенә ине тумалағы. Күҙ алмаһы...

***

Яҙ, йәшеллек, һабантурғай төрлө уйҙар менән болоҡһота, иләҫләндерә. Иләҫ-миләҫ килеп, Һөйөм Ыҡ буйына төштө. Шишмәнән услап һалҡын һыу эсте, ярҙың йәшел сирәменә ултырып, уйланып, йылға ағышына баҡты. Шул саҡ һиҫкәндереп, кемдер өндәште:
- Һин Һыуһылыумы әллә?..
Ҡараһа, эргәләге кисеүҙә берәү атын һуғарып тора. Һомғол буйлы, нурлы йөҙлө, ҡара мыйыҡлы. Хәс тә әкиәттәрҙә тасуирланған хозур үә батыр егет! Яҙ шауҡымына бирелеп, абайламаған да хатта. Һөйөмдөң ҡыҙ сағындағы хис-тойғолары терелеп, ҡош ҡанатындай елпеп, күңеле елкенеп ҡуйҙы.
- Ниңә телһеҙ ҡалдың, Һыуһылыу?
- Һыуһылыу түгел, Һөйөм.
- Ниндәй матур исем! Ә мин - Һөйәрғол. Һеҙҙең яҡҡа агроном булып килдем.
Ҡайһылай килешле: Һөйөм - Һөйәрғол, Һөйәрғол - Һөйөм. Ниндәйҙер илаһи тылсым, ғиллә тәьҫирендә ҡыҙ егеткә ҡарап, ихлас йылмайҙы, һылыулығы, сихри ҡарашы менән уның бар булмышын биләне.
- Тәү күреүҙән үҙеңә ҡараттың мине, Һөйөм. Арбаның, сихырланың. Йөрәгем әллә нишләне. Иртәгә лә осрашып һөйләшәйек.
- Әйҙә. Тик бында түгел. Анау тауҙа, Йәмтауҙа...
Ҡайтышлай Һөйөмдөң башына борсолоулы уй төштө: "Нишләнем мин? Иҫемде, аҡылымды юйҙыммы әллә? Бығаса белмәгән кеше менән осрашырға шундуҡ вәғәҙә бирҙем. Ғәжәп, тәү күреүҙән уға күңелем ятты. Күрәһең, йәнем теләгән, көҫәгән - ул! Ниңә яҙмыш тиңем булырҙай менән иртәрәк осраштырманы икән? Ниңә?.."

(Дауамы. Башы 2-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 137

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru