"Батталдар буҙа байрамына саҡыра", тигән саҡырыуҙы алғас, ҡыҙыҡһыныу, еңелсә бер тулҡынланыу менән юлға сыҡтыҡ. Иҫтәлектәргә бирелеп, юлдаштарым - Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Сәғит ҡыҙы, мәҙәниәт бүлеге методисы Гөлшат Булат ҡыҙы һәм район мәҙәниәт йорто директоры Гөлнара Жәүәт ҡыҙы менән халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында әңгәмәләшеп, тәғәйенләнгән ергә килеп етеүебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Мәҙәниәт йорто алдында беҙҙе ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатып, тәмле былау бешереүсе Баттал уңғанбикәләре Рәмзиә Әһлиева менән Нурзилә Бирғәлина ҡаршы алды. Танһыҡ төтөн еҫенә ишаралап: "Күҙ теймәһен үҙегеҙгә, төтәҫләп керетәйек!" - тип мәрәкәләп, мәҙәниәт йортона әйҙүкләнеләр.
Шул арала "Күбәләк" ағинәйҙәр фольклор төркөмө таҡмаҡтарын яңғыратып, күтәренке кәйеф тыуҙырҙы һәм ошо күтәренкелек сараның аҙағына тиклем күңелдәрҙе арбап, тантана итте:
Эй, буҙаһы, буҙаһы,
Күпме уның ыҙаһы,
Буҙа эсеп, күңел асһаҡ,
Онотола маҙаһы.
Байрамдың ойоштороусыһы - Баттал мәҙәниәт йорто директоры Идиә Миҙхәт ҡыҙы буҙа тураһында файҙалы мәғлүмәттәр биреп, милли эсемлегебеҙҙең тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһағандан һуң, буҙа ҡойоу оҫтабикәләре менән таныштырҙы. Буҙасылар ярышҡа ихлас әҙерләнгәйне: буҙа ҡойоу кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба, ҡорамалдарын алдарына теҙеп ҡуйып, һәр береһе үҙенең был эсемлекте ҡойоу тәртибен тәфсирләп һөйләне. Баһалама ағзаларына тыңлап ҡына түгел, һәр оҫтабикәнең буҙаһын тәмләп ҡарап, баһалау бурысы йөкмәтелде. Бер үк эсемлекте ҡойоу ысулдарының төрлөлөгө, һәр эсемлектең үҙенә генә хас тәме ғәжәпләндерҙе уларҙы.
Баттал оҫтабикәләре Рәмзиә Суфиянова менән Лидиә Шәғәлинаның урындығында ҡул тирмәне, киле, тимерҙән яһалған тағы ниндәйҙер ҡорамал, ағас һауыт-һаба урын алған. "Беҙ буҙаны боронғо ысул менән ҡоябыҙ. Һоло ярмаһын ҡыҙҙырып, ҡул тирмәнендә тартабыҙ. Килелә лә төйөргә була, әммә беҙ үҙебеҙгә ҡулайыраҡ ысулды һайланыҡ. Ҡул тирмәнендә тартыу көстө ала, шуға күрә ирҙәребеҙ тимерҙән электр менән эшләүсе ҡулайлама яһап бирҙеләр. Буҙа ҡойорға беҙ ҡәйнәләребеҙҙән өйрәндек, һөҙгәндә иләк аҫтына һалына торған ошо асалы ағас та, буҙа әсетеү өсөн ағасты соҡоп эшләнгән был оло күнәк тә - ҡәйнәләрҙән ҡалған ҡомартҡы, һаҡлап ҡына тотонабыҙ. Буҙаға һыйырҙың эс майын (туң май) һалып ҡайнатабыҙ. Бер ниндәй ҙә әсетке һалмайбыҙ, үҙе ултырып әсей", - тип буҙа ҡойоу серҙәре менән уртаҡлашты оҫтабикәләр.
Ғәлиәхмәр ауылынан килгән Миңлекамал Илһамова, буҙа ҡойоу ысулын шиғыр юлдары менән тасуирлаһа, ауылдашы Мәймүнә Лоҡманова үҙенә хас ихласлығы, алсаҡлығы менән шуларҙы һөйләп ишеттерҙе: "Минең буҙа эшләргә тотоноуыма иремдең үпкә сире менән ауырып китеүе сәбәпсе булды. Ҡайҙа әле, буҙа менән дауалап ҡарайым, тип, "Юлдаш" радиоһынан ишеткән ысулды ҡулланып, ҡоя башланым. Нисек ишеттем, шулай эшләнем: һоло, арыш ондарын ҡатыштырып бутайым, һарыҡтың эс майын табала иретәм, бер ни тиклем төтәп, ҡыҙып китергә тейеш ул. Әйтергә кәрәк, буҙа эсә торғас, иремдең сире лә уҙҙы..."
Оҙонгүл ауылы оҫтабикәһе Гөлсөм Сәғитдинова иһә һоло, арыш, тары, ҡарабойҙай, арпа - биш төрлө ондо ҡыҙҙырып ҡоя икән буҙаны. Яғылып ҡына торған, тотош күперек кенә, бик тәмле булып сыҡты Гөлсөмдөң буҙаһы!
Ҡобағош ауылынан килгән буҙасылар үҙҙәренең матур сығыштары менән күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Буҙа ҡойоу ысулын да шиғри формала еткерҙе улар. Люциә Ғәйфуллина иһә бик тәмле буҙаһының серен асты: "Мин геркулесты ит турағыстан тартып, арыш оно ҡушып ҡоям буҙаны. Һыйырҙың туң майын ҡулланам. Ҡымыҙ һатырға сыҡҡанда, буҙа ла алып сығам. Быныһын аҡса эшләүҙән бигерәк, башҡорттоң был файҙалы эсемлеген дә белһендәр, тигән теләктән эшләйем. Халыҡтың төрлөһө бар, буҙаны белмәгәндәре лә осрай..."
Шулай итеп, уңғанлыҡҡа, оҫталыҡҡа майҙан тотҡан буҙасылар ярышы тамам. Халҡыбыҙҙың милли эсемлеген онотолоп, юғалып ҡалыуҙан һаҡлап, боронғо ысулдарға тоғро ҡалып, шул уҡ ваҡытта яңы һулыш өрөп, ҡәҙерләп торған ошо уңған, бөтмөр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ - барыһы ла еңеүсе, тип баһаланды.
Миңнур БАЙҒАРИНА,
Учалы районы Наурыҙ ауылы ағинәйе.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА