Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән барыусы Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы ир-уҙаманы Артур ХИСМӘТУЛЛИН отпускыға ҡайтып китте. Беҙ быға тиклем Артурҙы биш балаға - бер уланға, дүрт ҡыҙға атай булған өлгөлө ғаилә башлығы булараҡ белә инек. Тыуған ауылында сәләмәт, айыҡ тормош өсөн фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәтеп, бар башланғыстарҙың алдында ла йөрөнө ул, күп кенә сараларҙың бағыусыһы ла булды. Әйткәндәй, "Киске Өфө" гәзитендә лә эшләп алды Артур. Шуға күрә лә, отпускыға ҡайтып төшөү менән редакцияға килеп сыҡты ул. Уның менән әңгәмә лә ҡорҙоҡ.
Артур, һин 5 бала атаһы булараҡ, Махсус хәрби операцияға бармайынса ла ҡала ала инең. Моғайын, тота килеп күтәрелеп сығып китмәгәнһеңдер. Унда барыуыңдың төп сәбәбе нимәгә бәйле булды?
- Махсус хәрби операцияға барған йәш кенә егеттәрҙең һәләк булыуҙарын бик ауыр кисерҙем. Өйләнеп тә, нәҫелдәрен дауам итеп тә өлгөрмәгәндәре донъялыҡ менән хушлаша. Ата-әсәйҙәр улһыҙ, кәләштәр кейәүһеҙ, күпме балалар атайһыҙ тороп ҡала! Ошо хәлдәр йышайғас, йоҡлай алмай башланым. Йоҡоларым да ҡыҫҡарҙы: биш сәғәттән дүрт сәғәткә, өскә, икегә ҡалды. Шул саҡта үҙемде яйлап әҙерләй башланым да инде. Бер ваҡыт кәләшем: "Ана, минең ҡустым, ҡәйнешең дә Украинаға китеп бара", - тип хәбәр һалды. Ике көн эсендә комиссия үтеп, ҡәйнешем менән бергә киттем дә барҙым. Ҡапыл ғына ҡуҙғалып сығып китһәм дә, унда барырға күңелем менән күпкә алда әҙер инем инде.
Һин бит инде диңгеҙ десанты ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткән Рәсәй армияһы сержанты. Тәжрибәң менән дә уртаҡлашҡың килгәндер, шулаймы?
- Хәҙер технологиялар һуғышы, автоматтар менән атышып йөрөмәйҙәр. Иң мөһиме, психологик әҙерлек кәрәк. Үҙемдең әрмелә алған тәжрибәмдең кәрәклеген мин барғас та аңланым һәм тәүге тапҡыр дары еҫкәүсе һалдаттарға терәк тә була алырымды тойҙом. Әммә тыныс шарттарҙа үткән әрме тормошонан Махсус хәрби операция ныҡ айырыла. Әрмелә үҙеңде һәр яҡлап һуғыш өсөн әҙерләйһең бит инде. Бөгөн килеп шул тәжрибәмде ысын һуғышта ҡулланырмын тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Дрондарҙан айырыуса һаҡ булырға тура килә. БМП-ла ла көндөҙөн йөрөп булмай, төндәрен генә йөрөйбөҙ. Ҡыҫҡаһы, хәҙерге хәрби хәрәкәт беҙ тарихтан белгән барлыҡ һуғыштарҙан да ҡырҡа айырыла. Күбеһенсә һуғыш һауанан бара.
Ата-әсәйең, туғандарың, ҡатының, балаларың был аҙымыңа нисек ҡараны?
- Бәләкәй саҡта һуғыштың бар ауырлығын татып, Германияға тиклем барып етеп, аяғын юғалтып ҡайтҡан ҡартатайымдан һуғыш тураһында һорашһам: "Һуғышты, балам, дошманыңа күрһәтмәһен", - тип әйтә торғайны. Әле килеп уның әйткәндәрен бар тулылығында аңланым. Был йәһәттән әрме уйын ғына булған икән.
Атайым менән әсәйем минең Украинаға йыйыныуымды белгәс: "Хәҙер бала-саға түгелһең, һиңә аҡыл өйрәтергә түгел, үҙең беләһең", - тинеләр. Кәләшем дә ил һаҡлауға бәйле бурысымды дөрөҫ аңлап, фатихаһын бирҙе. Улым Азамат та миңә ышанысын белдерҙе, ҡыҙҙарым да илап ҡалманы.
Элегерәк беҙҙең яҡта шундай хәлдәр була торғайны. Көндөҙ күрше ауылдан бер егет беҙҙең ауылдың бер ҡыҙына килә лә, сәмсел ауыл егеттәренән кәрәгенә алып ҡайтып китә. Төндә егет дуҫтарын эйәртеп, "ҡарымта"ға килә. Шул саҡта беҙгә бер һыҙғырыу етә торғайны. Күмәкләп сығып, тегеләргә ҡаршы торабыҙ. Әммә был осраҡта бындай хәл нилектән килеп сығыуы тураһында беребеҙ ҙә төпсөнөп, һүҙ ҡуйыртып торманыҡ. Ә бит Махсус хәрби операция башланғас, "ғәйеплене эҙләп" һүҙ бутҡаһы бешереүселәр булды. Ошо хәлгә ниндәй баһа бирәһең?
- Халыҡта шундай мәҡәл бар: "Күмәкләгән яу ҡайтарған". Беҙҙең халыҡта ир-аттың төп бурыстары араһында илде һаҡлау тигәне лә бар. Был бурыс беҙҙә ҡан кимәлендә нығынған. Ә инде ошо хәлдең кем тарафынан башланғанын тикшерә башлаһаҡ, илебеҙ менән еңелеп ҡалыуыбыҙ ҙа ихтимал. Ил саҡырғас, яуға китә инде ир-егет. Мәңге шулай булған.
"Иртәгә үләм тип доға ҡыл, мәңге йәшәйем тип мөлкәт тупла" тиҙәр. Бәндәне былай тормошта ла һәр ваҡыт әжәл һағалай. Өҙлөкһөҙ машиналар ағылған ҡала урамында ла, һаҡһыҙлыҡ күрһәтһәң, һәләкәткә осрауың бар. Ә бына әле һин ҡатнашҡан Махсус хәрби операцияла әжәл иң яҡыны, секундтар арауығы. Был халәт кешенең тормошҡа ҡарашын ниндәй кимәлдә үҙгәртә? Был үҙгәреште һин үҙеңдә һәм башҡа егеттәрҙә нисек тояһың?
- Үҙгәреш төрлө кешелә төрлөсә булалыр. Мин үҙем, мәҫәлән, эсмәгәс-тартмағас, доғаларҙы белгәс, ундай хәлде еңелерәк кисерәм. Сөнки тыныс тормошта ауыр ситуацияларҙа эскән-тартҡан кеше ошо ысулдар менән күңелен тынысландырыуға өлгәшә. Мин иһә был йәһәттән доғалар һәм ихтыярым ярҙамында нығынғанмын. "Хоҙайым, балаларым өсөн мине ошо ут эсенән һаҡлап, иҫән-һау тыуған илемә ҡайтар!" тип эстән доғалар уҡып йөрөйөм инде. Араҡы эсмәү, тәмәке тартмау Хоҙайға ышанысты, ихтыярыңды нығыта.
Владимир Путин бер нисә тапҡыр тарихтағы һәм хәҙерге замандағы Рәсәй һағында торған башҡорт яугирын билдәләп үтте. Беҙҙең егеттәргә унда мөнәсәбәт нисек?
- Беҙҙең егеттәр ҡыйыу, ҡурҡыу белмәй. Беҙҙең батальондар һуғышҡа бер башын тыҡһа, кире боролмай. Күрәһең, ҡаныбыҙҙа ятҡан яугирлыҡ тап шунда уяналыр. Офицерҙар алдында беҙҙең егеттәр яҡшы иҫәптә.
Гуманитар ярҙам йәһәтенән һин хеҙмәт иткән батальон нисек тәьмин ителә?
- Беҙ кәрәкле булған барлыҡ ярҙамды алып торабыҙ. Сит өлкәләрҙән килгән һалдаттарға ла өлөш сығарабыҙ, таратып бирәбеҙ. "Беҙгә сәй ҙә юҡ, шәкәр ҙә юҡ" тиеүселәр ҙә бар.
Унда һеҙҙең башҡорт теле мөхите бармы?
- Әлбиттә, бар. Мин бында шуны ла өҫтәр инем: һуғышта һалдаттарҙы туған тел мөхитенән дә нығыраҡ берләштергән тойғо юҡтыр. Беҙ саҡ ҡына буш ваҡыт булһа, күмәкләшеп башҡорт йырҙарын йырлайбыҙ. Күңел күтәрелеп ҡала. Һуғышта иң ауыры - яуҙаштарыңды юғалтыу.
Әле отпускыға ҡайтҡанда балаларың нисек ҡаршыланы?
- Балаларым ҡыуанып ҡаршыланы. Ун биш йәшен тултырған улым Азамат Махсус хәрби операция барған ерҙә нимәлер булғанын яҡшы аңлай, шуға күрә минең һәм үҙенең күңелен һаҡлар өсөн артыҡ һорашмай, балиғ йәшенә еткән кеше булараҡ, ярама тоҙ һалмай. Барыһын да һүҙһеҙ аңлай. Ҡыҙҙарым да һорашмай, бәләкәстәре әле аңлап етмәйҙәр.
Махсус хәрби операцияға барғанға тиклемге Артур менән хәҙерге Артур араһында ниндәй айырма бар? Тормошҡа ҡарашың ниндәй кимәлдә үҙгәрҙе?
- Әле бына бында ултырһам да, уйҙарым менән егеттәрем янындамын. Бергә йөрөгән егеттәр отпускыға ҡайтып килгәс, барыһы ла кире Украинаға тартылып тороуҙары хаҡында әйткәйнеләр. Күрәһең, унда булған кеше өсөн тыныс тормошта ҡалыу хас түгелдер. Бигерәк тә яуҙаштарың ут эсендә йөрөгәндә. 2014 йылдан бирле шунда йөрөгән 65 йәшлек бер яугир менән таныштым. Позывнойы - "Бабай". Ул: "Тыуған яҡҡа ҡайтам да, бер ай ҙа тормайынса, кире бында киләм. Балаларым менән һүҙгә килешеп бөттөм. Тыныс тормошта йәшәй алмайым", - ти.
Һуғыш кешенең мейеһен тиҙерәк эшләтә. Имен-аман илгә ҡайтҡас, үҙ эшеңдән тыш тағы ла нимәләр эшләргә йыйынаһың?
- Тыныс тормоштоң ҡәҙере ут эсендә нығыраҡ беленә. Шуға күрә бар тырышлығымды һалып эшләрмен, балаларымды кеше итергә фиҙаҡәрлек күрһәтермен, тием. Азамат улымды кадет корпусына уҡырға әҙерләйбеҙ.
Беҙ "Киске Өфө" гәзитендә бергәләп эшләп тә алдыҡ, Артур. Иҫләйһеңме, Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы: "Егеттәр, ҡыҙҙар, һеҙ үҙегеҙҙе боҙло һыуға ташлап өйрәнегеҙ. Шулай итһәгеҙ, ауырлыҡтарҙы еңел үтерһегеҙ", - тип әйтә торғайны. Үҙеңде боҙло һыуға ташлап өйрәндеңме?
- Гәзиттең баш мөхәрриренең ошо наказына эйәреп, Өфө - Сибай - Баймаҡ араһында йөрөүсе "Нур" такси бизнесымды ойошторғайным бит инде. Мин хәҙер инде үҙемде боҙло һыуға ғына түгел, ут эсенә лә ташлап сирҡаныс алдым!
Артур, изге бурысыңды намыҫ менән үтәп, тыуған яғыбыҙға имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип булһын үҙеңә!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА