Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Алтынсы бүлек. Башҡорт - урта быуаттарҙағы Башҡортостандың баш ҡалаһы.
Өфө-II ҡаласығы - Көньяҡ Уралдың иң ҙур ҡәлғәһе. Өйрәнеү тарихы.
Өҫтәрәк иҫкә алынған тирихи-архитектура комплексынан Өфө-II ҡаласығы барыһынан да яҡшыраҡ һаҡланған. Уның күләмлелегенә һәм оҙайлы ваҡыт буйына йәшәүенә 4 м тәрәнлегенә тиклем еткән күп ҡатламлы мәҙәни ҡалдыҡтар, башлыса, V-XV быуаттарға ҡараған табылдыҡтар (өҫкө ҡатламдағы XVI-XX быуаттарға ҡарағандарын иҫәпкә алмайынса) дәлил булып тора. Ҡомартҡының ҡайһы бер урындарында киң һәм тәрән йырын, бейек ер валы эҙҙәре һаҡланып ҡалған, улар хәүефле мәлдәрҙә ҡәлғәлә йәшәүселәрҙе ҡурсалау өсөн булдырылған.
Әйткәндәй, профессор В. А. Иванов Өфө ҡалаһының 1745 йылғы топографик планын тапҡан, унда Өфө-II ҡаласығының контурҙары бик аныҡ күренә. Ҡаласыҡ урынлашҡан морон уртаһынан ҡалын өс, урыны менән дүрт һыҙыҡ үтә, улар, моғайын, йырын һәм вал билдәләре булғандыр. Был һыҙыҡтар һаҡланып ҡалған йырын һәм вал ҡалдыҡтарына яҡынса тура килә. Топоплан буйынса ҡаласыҡ ҡәлғәһе стенаһының (вал) зигзаг формаһында булғаны күренә, йәғни, валдың алға сығып торған мөйөштәрендә башнялар булған, улар оборона тотоу өсөн уңайлыраҡ була. Тикшеренеүселәр ҡәлғә стеналарының ошондай формаһын бик ҡатмарлы һәм камилыраҡ, тип баһалай. Планда йәнә ике аҙ ғына беленеп торған ике ҡара һыҙыҡ бар, улар, моғайын, ҡәлғәнең икенсе һәм өсөнсө оборона һыҙыҡтарын аңлатҡандыр.
Өфө-II ҡаласығы фәнгә 1956 йылдан бирле билдәле. Ошоға тиклем тыуған яҡты өйрәнеүсе П. Ф. Ищериков Өфө-II һәм Өфө-III ҡаласыҡтарында б.э. I мең йыллыҡтары уртаһына ҡараған 176 керамика ярсыҡтарынан торған ҙур коллекция йыйып ала. Н.А. Мәжитов 1957-1958 йылдарҙа табылдыҡтарҙың ҡайҙа ятыуы стратиграфияһын асыҡлау маҡсатында ҡаласыҡтың ике урынында ҡаҙып разведкалау эшен башлай, улар мәҙәни ҡалдыҡтарҙың 4 м тәрәнлеккә тиклем ятыуын асыҡлай. Ҡаҙыу эштәре материалдары тулыһынса баҫылып сыға. Ошо нигеҙҙә Н.А. Мәжитов ҡаласыҡтың йәшәү ваҡытын уртаса б.э. V-Х быуаттары менән билдәләй. Ул үҙенең күп һанлы хеҙмәттәрендә ҡаланың урта быуаттар тарихының база тарихи-археологик ҡомартҡыһы сифатында Өфө-II ҡаласығын күрһәтте. Был фараздарҙы хәҙер өр-яңы тикшеренеүҙәр раҫланы.
Өфө-II ҡаласығының Башҡортостандың һәм Өфө ҡалаһының ижтимағи-сәйәси тарихын өйрәнеү яғынан үтә мөһим булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2006 йылда Өфө-II ҡаласығын киң форматта ғилми өйрәнә башлау хаҡында махсус ҡарар ҡабул итте. Археологик ҡаҙыу эштәре 2006 йылда башланды һәм 2007-2009 йылдарҙың йәй айҙарында алып барылды. Ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәләре беҙ көткәндәрҙән дә артығыраҡ булды. Мәҫәлән, һары материк балсығынан эшләнгән ҡәлғә стенаһы детале табылды. Ул емерелмәһен өсөн стена эске һәм тышҡы яҡтан вертикаль ҡуйылған бүрәнәләр менән нығытылған. Стена бик бейек булып, ҡаҙып асылған өлөшөндә ремонт эшләү эҙҙәре күренә. Был стенаның өҫтөндә вертикаль рәүештә теҙеп ултыртылған бүрәнәләрҙән яһалған ҡойма булған, моғайын, унда имән ағасы ҡулланылғандыр. Бында башҡорттарҙа әлегә тиклем һаҡланып ҡалған бер риүәйәтте иҫкә алыу урынлы булыр: Өфө биләмәһендәге ҡала XVI быуатҡа тиклем "Имән ҡала" тип аталып йөрөтөлгән. Күрәһең, был атама үрҙәрәк иҫкә алынған имән стеналар ерлегендә барлыҡҡа килгән.
Төрлө составлы һәм төрлө төҫтәге балсыҡ ҡатламдары табылыуы ҡаҙыу эштәрен алып барғандар өсөн һис бер көтөлмәгән хәл булды: балсыҡ ҡатламдары иҙелмәнән ҡойоп яһалған. Был ҡатламдар һәр урында ла бер ҡалынлыҡта тигеҙ итеп һалынған һәм ер өҫтөн киң арауыҡта ҡаплап ятҡан. Улар шыйыҡ балсыҡ ҡатламын таҡта ҡалып менән уратып алынған майҙанға түшәгәндә хасил була. Мәғлүмәтле ғалимдар билдәләүенсә, ошо бик боронғо төҙөлөш техникаһын иң тәүҙә Азияның көньяҡ далаларында йәшәүсе халыҡтары ҡулланған, ул хәҙерге ваҡытта ла бар.
Балсыҡ ҡатламдары ағас ҡатламдары менән сиратлашып килә. Был шартлы рәүештә ҡаланты тип аталған нәмәнең тәғәйенләнешен әлегә аңлатыуы ауыр, әммә һис шикһеҙ, ул монументаль ҡоролманың бер өлөшө, Көнсығыш Европаның ошондай ҡомартҡыларының береһендә лә осрамай. Торлаҡ иҙәндәренең йә иһә ҡәлғә майҙанының шыйыҡ балсыҡ һәм ҡара ер иҙелмәһе менән ҡапланып, ул кипкәс өҫкө яҡтан ағас иҙән түшәлеүе хаҡында фараз итеп була.
Ҡаласыҡта йыйып алынған төп әйбер материалы V-XIV быуаттарға ҡараған предметтарҙан тора. Улар - бахмут, турбаҫлы, кушнаренко, ҡараяҡуп мәҙәниәттәренең керамика ярсыҡтары. Табылдыҡтарҙың ошондай составы был ҡомартҡы халҡының этник яҡтан ҡатнаш булып, унда һан яғынан турбаҫлы ҡәбиләләренең өҫтөнлөк итеүенә дәлил. Ҡаласыҡтың башҡа материалдары араһында алтын ялатылған көмөш ҡайыш осон, көмөш алҡаны айырым күрһәтеп үтергә мөмкин, улар б.э. VII-VIII быуаттарына ҡарай. Ювелир әйберҙәрен яһау өсөн сеймал булған 10 алтын сыбыҡ киҫәген шулай уҡ ошо ваҡытҡа ҡарағандыр, тип әйтеп була. Ошо алтын киҫәктәренең ҡаласыҡтың иртә этабы менән бәйле булыуы ышаныслы рәүештә раҫланды.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА