Йәнтүрә тигән ниндәйҙер яугирҙың башҡорт булғанын, француздар менән ниндәйҙер һуғышта ҡатнашҡанын белеү түгел, үҙ атайымдың Бөйөк Ватан һуғышында йөрөп ҡайтҡанын да белмәй инем әле бала саҡта. Мәктәптә уҡый башлағас, нисәнселер класта Йәнтүрә тураһында хикәйә уҡығайныҡ та, бик төшөнөп етмәнем, тасуирланған ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтыра ла алманым. Тик "бисә, бисәм" тигән һүҙҙәр өсөн оялып ултырғаным иҫемдә ҡалған.
Ә һөлөктәрҙе күргәнем бар ине. Күршеләребеҙ Фазила һәм Хәшиә инәйҙәрҙең тәҙрә төптәрендә һыулы банка эсендә була торғайны улар. Банкаларының ауыҙын марля ҡатлап ябалар ҙа, эрзиңкә менән бәйләп ҡуялар ине инәйҙәр.
- Сығып ҡасмайҙармы? - тип һорайым Фазила инәйҙән.
- Сығып ҡайҙа барһындар, һыуһыҙ үлә бит улар. Сыҡһа ни, тотоп алып, кире һалаң аны иҙән ярығына төшөп китмәҫ борон.
Аҡса бирәм, тотоп бир әле, тиһә, антым -шинтым, тотмаҫ инем!
Ямаҡай, дөм-ҡара, әшәке нәмәкәйҙәр. Ни күҙҙәре юҡ, ни йөҙгөс һымаҡ нәмәләре. Банка быялаһына йәбешеп торалар шунда. Ҡымшанмайҙар ҙа, исмаһам. Банканы ҡыбырлатып, һыуын сайҡалтып та ҡарайым, ысҡынһындар, тип. Шунан Хәшиә инәйҙән һорайым:
- Нимештәп йөҙмәйҙәр ул?
Инәйҙең яуабы бала ғына башыма бөтөнләй һыймай:
- Тамаҡтары туҡ буғанға.
Һыуҙары ҡайһы саҡта бысрап китә, буръяҡланып. Тағы һорайым:
- Анау ҡара нәмәкәйҙәре нимә ул?
- Эстәрен таҙарталар, - ти Хәшиә инәй иҫе китмәй генә. Һөлөктәрен таҙа һыуға һала ла банка ауыҙын тағы бәйләп ҡуя. Һөлөктәре был юлы нисектер нәҙегәйгән, теремекләнгән, йөҙәләр, банкаға йәбешеп торғандары теге саҡтағы һымаҡ йоп-йоморо түгелдәр.
- Нимештәп ябыҡҡандар?
- Асыҡҡандар, ызнашит.
Һы. Төпсөнмәйем башҡаса. Күңеле килмәһә:
- Әйҙә, ыступай, далуй дамуй, башты ҡаңғыртма, - тип сығара ла ебәрә ул Һәшөләс ( йәғни, Хәшиә өләс).
...Мәктәптә уҡыта башлағас ҡына белдем һөлөктөң нимә икәнен. "Һаман да аңламайһығыҙ! Һеҙгә өйрәтә торғас, үҙем дә белеп бөттөм инде", - тигән ти бер уҡытыусы. Мин дә шулай булдым. Йәнтүрәне лә, француз яуын да, башҡорттарҙың тормош- көнкүрешен, тарихын өйрәнгән, йырҙарын, риүәйәттәрен һ.б. яҙып алған рус тикшеренеүселәре яҙмалары аша байтаҡ һорауҙарыма яуап алдым. Һөлөк тураһында ла шул иҫәптән.
Һөлөк менән дауалау - гирудотерапия - хәҙер киң таралыу алды. Ә мин эстән генә ғорурланып алам. Һии, тием, ауыҙ һыуҙарығыҙ ҡороп, миңә һөйләмәһәгеҙ ҙә беләм мин. Бына һеҙ беләһегеҙ микән әле Йәнтүрә тигән башҡорттоң бынан теүәл 210 йыл элек, поход мәлендә, үҙендә һөлөк менән эксперимент үткәреп, юғары ҡан баҫымынан арыныуын? Организмының әҡәл сиккә сығып, арыуынан, йонсоуынан һөлөктәр ярҙамында ҡотолоуын?
...Шул саҡтағы тарихи ваҡиғалар, Парижғаса барып етеүе тураһында инде олоғайған Йәнтүрә бер йәйҙә башҡорт старшинаһына ҡымыҙ менән дауаланырға килгән рус кешеһе Василий Зефировҡа үҙ тирмәһендә үҙе һөйләй. Йәнтүрәнең дә, бисәһенең дә батырлыҡтары өсөн миҙалдары була, тирмәлә Йәнтүрәнең тимер кейеме лә, яу ҡоралдары ла элеүле тора. Быларға ҡарап, Зефиров хайран ҡала.
Бына Йәнтүрә башҡорттоң француз яуы тураһындағы хикәйәләренән һөлөк хаҡындағы өҙөгө:
- Беҙҙҙең ғәскәр Дрезденға бик ҡыҙыу барҙы. Беҙ өс көн, өс төн ат өҫтөнән төшмәнек. Ул ваҡытта ауғыс урталары ине. Эҫе һауа тындарҙы ҡура. Мин дә, арығанлыҡтан, ат өҫтөндә көскә-көскә бара инем. Ахырҙа, бөтөнләй хәлдән тайып, атымды урман ситенә борҙом да үләнгә йығылдым. Бер ҡасан да тыуған яҡтарымды ҡайтып күрә алмам инде, тип уйланым. Миңә бик ҡыйын ине. Бисәм буҫығып-буҫығып иланы. Ҡапыл һыу эскем килде. Шул саҡ күҙем юлдан алыҫ булмаған ерҙә күтерле соҡорға оҡшаған бер күлгә төштө. Бисәм ярҙамында көс-хәл менән шунда шыуышып барып еттем. Сисенеп, һыуға төшөп яттым...
Бер сәғәттәй ятҡас, һыуҙан сыға Йәнтүрә. Ҡатынының ҡото оса! Йәнтүрәне муйындан алып табанына тиклем һөлөк һырып алған! Өсөнсө тапҡыр һыуҙа ятып сыҡҡанда, һөлөктәр тамам туйынып, үҙҙәре төшөп бөткән була.
- Тәнемдәге ауырлыҡ ҡул менән һыпырып алғандай булды. Атыма һикереп мендем дә, бисәм менән үҙебеҙҙекеләрҙе ҡыуып еттек.
Бына шулай, дуҫтар! Гирудотерапияны, бәлки, башҡорт Йәнтүрә асҡандыр ҙа әле... Юҡ, тип әйтеп булмай.
Таңһылыу ВӘЛИЕВА.
(В. Зефировтың "Рассказы башкирца Джантюри" тигән яҙмалары файҙаланылды).
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА