Башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарының милли кейемен француз яулыҡһыҙ күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡыйын. Француз яулыҡ, француз ҡушъулыҡ беҙҙең милли кейембеҙҙең айырып алғыһыҙ бер матур, сағыу өлөшө. Сәскәлекәй генә, биҙәкәй генә, ҙур ғына ҡыҙыл ситса яулыҡ һиндә бар икән - һин үҙең дә байһың, сөнки яулыҡ үҙе үк оло мәртәбәгә эйә.
Француз яулыҡты, ҡашмау кеүек үк, кейәүгә сыҡҡан йәш кәләш ябынған. Килен (йәки кейәү) күренеше итеп ҡоҙалар яғына француз яулыҡ өләшеү - был иһә килендең (йәки кейәүҙең) етеш йәшәгән, болло ғаиләнән икәнен күрһәткән.
Француз яулыҡтың башҡорттарҙың көнкүрешенә, тормошона үтеп инеүе, таралыуы халҡыбыҙҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ике тиҫтәнән артыҡ атлы полк менән ҡатнашыуы, 1813-1814 йылдарҙа Рәсәйҙән ситтә барған походтарҙа хәрәкәт итеүе, сигенгән француз ғәскәрҙәрен эҙәрлекләп, тар-мар итеүгә тос өлөш индереүе, Парижғаса барып етеп, еңеүсе булып ҡайтыу ваҡиғаларына туранан-тура бәйле.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙы өсөн иң ҡәҙерле бүләк - ул яулыҡ йәки сәсәкле шәл. Ә француз яуынан яугир башҡорт ошондай бүләк алып ҡайтһын әле! Бығаса башҡорт илендә бындай яулыҡтар булһа ла, һирәк осрағандыр. Француз яуы булған яҡтарҙан килгән яулыҡтың да "француз яулыҡ" тип атала башлауы, моғайын, тәбиғиҙер. Һиндостандың Кашмир ҡалаһынан килтерелгән кешмир (кизе) шәлдәр, яулыҡтар, Италияның Болонья ҡалаһында сығарылған туҡыманан тегелгән болонья плащ-курткалар атамаһы ла бер ниндәй һорау тыуҙырмай.
Беҙ бала саҡта инәйҙәрҙең һәр береһендә тиерлек боронғо француз яулыҡ була торғайны, тик үҙҙәре шул тиклем ҡәҙерләгән яулыҡтарының ни өсөн француз яулыҡ тип атала икәнен генә аңлата алмайҙар ине.
"Француз яулыҡ биҙәкәй
Ябынмайым, инәкәй?" - тип, кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙың ата йортонан сеңләп китеү күренештәре лә булған бит элек. Мәҫәлән, улар, моғайын, шулай тип сеңләгәндер:
Ҡыҙ:
Француз яулыҡ биҙәкәй,
Ябынмайым, еңгәкәй.
Атам йортонан китәм бит,
Нисек түҙер йөрәккәй?..
Еңгә:
Француз яулыҡ ала биҙәк,
Ябынырһың, балаҡай.
Бер беҙҙән генә ҡалмаған,
Һағынырһың, иларһың да,
Өйрәнерһең, балаҡай...
Яҙып ябыналар ине инәйҙәр "һырансуз" яулыҡтарын. Яулыҡ ҙур, уны урталай бөкләп ябыныуы яйһыҙыраҡ - баштан артып ҡала. Йәтешерәк кәүҙәле, ҡураныс инәйҙәрҙең арҡаһын, яурындарын тотошлай яба яулыҡ. Ике яурын аша алға тартып ҡуялар. Арт яҡтан күлдәк итәктәренең осона ҡәҙәр етә яҙа хатта. Ысынлап та, үҙе бер кейем һымаҡ шул - үҙе матур, үҙе йылы, үҙе кәрәк.
Был ҡәҙерле яулыҡтарҙың урыны йә һандыҡта, йә кәштәлә ине. Ҡағып - һелкеп, дүрткә-бишкә бөкләп, һалып ҡуялар. Ә байрам көндәрендә уны урҙаға эләләр. Ҡунаҡтан ҡайтҡас, тағы урҙаға элеп торалар. Ул ҡомартҡы, ул монаят, ул аманат. Әсәйҙән - ҡыҙына, ҡыҙынан- ейәнсәргә, ейәнсәрҙән бүләсәргә был ҡәҙерле мираҫ тапшырыла килә...
Француз яулыҡ тураһында йырҙар йырлана, бейеүҙәр һалына. Эре-эре аҡ сәскәле йә ҡусҡар биҙәкле ҡыҙыл яулыҡ бәхет, тоғролоҡ, мөхәббәт символы кеүек ул. Мәҫәлән, "Йәшермәсе йөҙөңдө, һылыуым, Француз яулығыңды ас", - тигән ҡурайлы-йырлы бейеүҙе барыбыҙ ҙа беләбеҙ.
Һөйгән ҡыҙына яуҙан француз яулыҡ алып ҡайтҡан мәргән уҡсы, батыр егет Харис тураһында матур рийәүәт бар. Ҡыҫҡасаһы ошолай: "Француз яуы ҡупҡас, Харис та яуға әҙерләнә башлай. Эйәр - өпсөнө, башҡа кәрәк - яраҡтары менән атын әҙерләй, янын, уҡ-һаҙаҡтарын ала. Ирәмәлтауға барып, ата-бабалар рухынан ризалыҡ ала. Һөйгән ҡыҙы Нәйлә Харисҡа былай ти:
- Һин яныңдың керешенә минең толомомдан алып, сәсемде ҡушып иш. Уҡтарың тура осор, ә мин һәр саҡ яныңда булырмын, һине һаҡлап, ҡурсалап йөрөрмөн.
Лейпциг янындағы алышта Харис француздарҙың ғәскәр байрағын ҡулға төшөрә. Шул ҡыҙыл байраҡты Харис, дошмандарҙы тар-мар иткәс, Нәйләгә бүләк итеп алып ҡайта. "Ана, күрәһеңме, хатта исемеңдең хәрефе сигеп ҡуйылған", - ти Харис. Ысынлап та, бүләктең мөйөшөндә "N" (Наполеон) хәрефе бар икән. Уныңса, "N" икән, тимәк - Нәйлә!
Бер фараз буйынса, француз яулыҡ атлыларҙың ауыҙ-моронон ябыр өсөн ҡулланылған яулыҡтан барлыҡҡа килгән. Оҙайлы походтарҙа, алыш - бәрелештәр мәлендә меңдәрсә ат тояҡтары ҡалҡытҡан саң-туҙан танауға, ауыҙға тулмаһын өсөн атлылар ярты биттәренә яулыҡ бәйләгән. Күҙҙәрҙе, һыбаҡшып аҡҡан тирҙәрҙе һөртөп алырға ла кәрәк булып торғандыр яулыҡтар. Ә шулай ҙа француз яулыҡтың тарихына яуап төптә, алыҫ тарихталыр. Уныһын да асыҡларҙар тарихсылар.
Таңһылыу ВӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА